Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ 50

«Яҡшы көтөүсенең» тауышын тыңлағыҙ

«Яҡшы көтөүсенең» тауышын тыңлағыҙ

«Улар минең тауышымды тыңлаясаҡ» (ЯХЪЯ 10:16).

3-СӨ ЙЫР Ҡаябыҙ, ышыҡ урыныбыҙ, таянысыбыҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ни өсөн Ғайса шәкерттәрен һарыҡтар менән сағыштырған?

 ҒАЙСА шәкерттәре менән булған мөнәсәбәттәрен көтөүсе менән һарыҡтар араһында булған мөнәсәбәттәр менән сағыштырған (Яхъя 10:14). Был бик урынлы миҫал. Һарыҡтар һәр ваҡыт үҙҙәренең көтөүсеһен таный һәм уның тауышын тыңлай. Быны бер сәйәхәтсенең һүҙҙәре иҫбатлай. Ул былай тип һөйләй: «Беҙ, һарыҡтарҙы фотоға төшөрөргә теләп, уларҙы үҙебеҙгә саҡырған инек. Әммә улар беҙҙең яныбыҙға килмәне, сөнки улар өсөн беҙҙең тауышыбыҙ таныш түгел ине. Бына бер бәләкәй генә көтөүсе килеп сыҡты. Ул һарыҡтарын саҡырыуы булды — улар шунда уҡ уның артынан китте».

2, 3. а) Ғайсаның шәкерттәре нисек итеп уны тыңлай ала? б) Был һәм киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Сәйәхәтсенең һөйләгәнен иҫәпкә алһаҡ, Ғайсаның «улар минең тауышымды тыңлаясаҡ» тигән һүҙҙәренең мәғәнәһен аңлауы еңелерәк булыр (Яхъя 10:16). Тимәк, Ғайсаның шәкерттәре үҙ хужаларының тауышын тыңларға тейеш. Әммә хәҙер Ғайса күктә. Улай булғас, беҙ нисек уның тауышын тыңлай алабыҙ? Уның өйрәтеүҙәрен тыңлап һәм тормошта ҡулланып (Матф. 7:24, 25).

3 Был һәм киләһе мәҡәләлә беҙ «яҡшы көтөүсе» Ғайсаның ҡайһы бер өйрәтеүҙәрен ҡарап сығырбыҙ. Ул беҙгә нимәне бүтән эшләмәҫкә, шулай уҡ нимәне эшләргә кәрәк икәнен аңлатҡан. Был мәҡәләлә беҙ Ғайсаның ниндәй ике эште бүтән эшләмәҫкә ҡушҡанын белербеҙ.

«БҮТӘН ҠАЙҒЫРЫП ЙӨРӨМӘГЕҘ»

4. Лука 12:29-ҙа ниндәй борсолоу тураһында яҙылған?

4 Лука 12:29-ҙы * уҡығыҙ, ЯДТ. Ғайса үҙенең шәкерттәрен матди нәмәләр тураһында борсолмаҫҡа өндәгән. Әлбиттә, уның кәңәштәре беҙгә һәр ваҡыт файҙа килтерә, әммә ҡайһы саҡта уларҙы ҡулланыу еңел түгел. Ни өсөн?

5. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр матди ихтыяждары хаҡында борсола?

 5 Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен һәм яҡындарын ризыҡ, кейем һәм йәшәү урыны менән тәьмин итеү хаҡында борсола. Ә кемдер бик ярлы илдә йәшәй һәм уға аҡса эшләүе еңел түгел. Ҡайһы бер кешеләр COVID-19 пандемияһы арҡаһында эштәрен юғалтҡан һәм аҡсаһыҙ ҡалған. Ә ҡайһы бер ғаиләләрҙә аҡса эшләгән ғаилә ағзаһы үлеп киткән (Вәғ. 9:11). Әгәр беҙҙең дә шундай ауырлыҡтар тыуһа, Ғайсаның «бүтән ҡайғырып йөрөмәгеҙ» тигән кәңәше буйынса нисек эш итеп була?

Матди нәмәләр хаҡында борсолоуҙарға батып китмәҫ өсөн Йәһүәгә нығыраҡ таянығыҙ (6—8-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

6. Бер тапҡыр Петр менән ниндәй хәл булған?

6 Бер тапҡыр Петр башҡа илселәр менән Галилея диңгеҙе буйлап кәмәлә йөҙөп барғанда, дауыл башлана. Улар «Ғайсаның күл өҫтөнән атлап» килеүен күреп ҡала. Шунда Петр: «Хужам! Әгәр был һин булһаң, миңә һыу өҫтөнән атлап үҙеңдең яныңа барырға әмер бирсе», — тип өндәшә. Ғайса уға: «Кил», — тип әйтә. «Петр кәмәнән төштө лә, һыу өҫтөнән Ғайсаға табан атланы». «Елдең көслө булыуын тойоп, ҡапыл ҡото осто һәм бата башланы. „Хужам, ҡотҡар мине!“ — тип ҡысҡырып ебәрҙе ул». «Ғайса, шунда уҡ ҡулын һуҙып, уны эләктереп алды». Петр иғтибарын Ғайсаға туплағанда, тулҡындар өҫтөнән атлай алған. Әммә иғтибарын дауылға йүнәлткәс, ул ҡурҡҡан һәм бата башлаған (Матф. 14:24—31).

7. Петр менән булған осраҡтан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?

7 Петр менән булған осраҡта беҙгә лә һабаҡ бар. Ул кәмәнән сығып һыуға баҫҡанда, ҡурҡырмын һәм батырмын, тип уйламаған, ә Ғайса янына барып етергә теләгән. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул иғтибарын башҡа нәмәгә йүнәлткән. Әлбиттә, беҙгә һыу өҫтөнән йөрөргә тура килмәҫ, әммә тормошобоҙҙа иманыбыҙҙың ныҡлығын һынаған ауырлыҡтар булыр. Әгәр иғтибарыбыҙҙы Йәһүәнән һәм уның вәғәҙәләренән башҡа нәмәгә йүнәлтһәк, беҙ ҙә рухи яҡтан бата башларбыҙ. Тормошобоҙҙа ниндәй генә «дауылдар» ҡоторонмаһын, Йәһүә беҙҙең хаҡта ҡайғыртасағына ышанырға кәрәк. Әйҙәгеҙ, быны нисек эшләп булғанын беләйек.

8. Беҙгә матди ихтыяждарыбыҙ тураһында сиктән тыш борсолмаҫҡа нимә ярҙам итер?

8 Йәһүәгә таяныу йөрәгебеҙҙе борсолоуҙарҙан яҡлай. Беҙҙең күктәге Атабыҙ шуға инандыра: әгәр тормошобоҙҙа рухи нәмәләр беренсе урында булһа, ул беҙҙең матди ихтыяждарыбыҙҙы ҡайғыртасаҡ (Матф. 6:32, 33). Был хаҡта оноторға ярамай. Йәһүә һәр саҡта ла үҙ вәғәҙәләрен үтәй (Ҡан. 8:4, 15, 16; Зәб. 37:25). Алла ҡоштарҙы туйындыра һәм сәскәләрҙе кейендерә. Беҙҙең хаҡта ла ул ҡайғыртмаҫмы ни? (Матф. 6:26—30; Флп. 4:6, 7). Атай-әсәйҙәр, яратыуҙан сығып, үҙ балаларының ихтыяждары хаҡында ҡайғыртҡан һымаҡ, күктәге Атабыҙ ҙа беҙҙе ярата һәм беҙҙең матди ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерә. Эйе, Йәһүә беҙҙе ҡалдырмай икәненә ышаныр өсөн сәбәптәр бик күп.

9. Бер парҙың тормошонда булған осраҡтар нимәне күрһәтә?

9 Йәһүә матди ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғырта алғанын күрһәткән бер миҫалға иғтибар итәйек. Пионер булып хеҙмәт иткән бер пар менән ошондай осраҡ булған. Бер тапҡыр улар үҙҙәренең иҫке генә машинаһында ҡасаҡтар лагерендә йәшәгән ике апай-ҡәрҙәште осрашыуға алып барырға булған. Ул лагерҙан Батшалыҡ залына тиклем бер сәғәтлек юл булған. Ағай-ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Осрашыуҙан һуң беҙ был апай-ҡәрҙәштәрҙе үҙебеҙгә киске ашҡа саҡырҙыҡ, әммә һуңыраҡ беҙҙең уларҙы һыйлар өсөн бер нәмәбеҙ ҙә юҡ икәне иҫебеҙгә төштө». Артабан нимә булған? Ағай-ҡәрҙәш былай тип дауам итә: «Өйгә ҡайтҡас, беҙ ишек төбөндә аҙыҡ тулы ике ҙур пакет торғанын күрҙек. Уларҙы кем килтергәнен беҙ белмәй инек. Шулай итеп Йәһүә беҙҙең хаҡта ҡайғыртты». Күпмелер ваҡыт үткәс, уларҙың машинаһы боҙолған. Машина уларға хеҙмәткә йөрөр өсөн кәрәк булған, ләкин уны йүнәтергә аҡсалары булмаған. Улар бының күпмегә төшәсәген белер өсөн һорашырға булған. Машина йүнәткән ерҙә бер ир килеп: «Был кемдең машинаһы?» — тип һораған. Ағай-ҡәрҙәшебеҙ был машина уныҡы һәм уны йүнәтергә кәрәк икәне тураһында әйткән. Теге ир кеше: «Ҡатыным ошондай машина һәм тап ошондай төҫтә алырға теләй. Һин уны күпмегә һата алаһың?» — тип һораған. Һатыуҙан килгән аҡсаға ағай-ҡәрҙәшебеҙ башҡа машина ала алған. «Шул кисте үҙебеҙҙе нисек хис иткәнебеҙҙе аңлатып тораһы ла юҡ. Һис шикһеҙ, был Йәһүәнең бүләге ине», — ти ҡәрҙәшебеҙ.

10. Зәбур 37:5-тә яҙылған һүҙҙәр беҙгә матди ихтыяждарыбыҙ тураһында борсолмаҫҡа нисек ярҙам итер?

10 Әгәр беҙ Ғайсаның «бүтән ҡайғырып йөрөмәгеҙ» тигән һүҙҙәренә тыңлаусан булһаҡ, Йәһүәнең беҙҙең матди ихтыяждарыбыҙ тураһында ҡайғыртасағына шикләнмәҫбеҙ (Зәбур 37:5-те * уҡығыҙ; 1 Петр 5:7). Әйҙәгеҙ,  5-се абзацта килтерелгән ауырлыҡтарға тағы бер тапҡыр иғтибар итәйек. Бөгөнгә тиклем Йәһүә ихтыяждарығыҙ хаҡында, бәлки, ғаилә башлығы йә эш биреүсе аша ҡайғыртҡандыр. Әгәр ғаиләгеҙ тәьмин итеүсеһеҙ ҡалһа йә һеҙ эшегеҙҙе юғалтһағыҙ, Йәһүә көндәлек ихтыяждарығыҙ хаҡында ҡайғыртыр өсөн башҡа ысулдар табасаҡ. Мотлаҡ табасаҡ! «Яҡшы көтөүсе» тағы нимәне бүтән эшләмәҫкә ҡушҡан? Әйҙәгеҙ, быны ҡарап сығайыҡ.

«БАШҠА ХӨКӨМ ИТМӘГЕҘ»

Иғтибарыбыҙҙы башҡаларҙың яҡшы сифаттарына туплау хөкөм итмәҫкә ярҙам итер (11, 14—16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

11. Матфей 7:1, 2 буйынса, нимә эшләүҙән туҡтарға кәрәк һәм ни өсөн был еңел түгел?

11 Матфей 7:1, 2-не * уҡығыҙ, ЯДТ. Ғайса шуны яҡшы белгән: уны тыңлаған кешеләр камил булмаған һәм башҡаларҙың етешһеҙлектәренә йыш иғтибар иткән. Шуға күрә ул: «Башҡа хөкөм итмәгеҙ», — тип әйткән. Әлбиттә, беҙ ҡәрҙәштәргә ҡарата тәнҡитсел булырға теләмәйбеҙ, әммә беҙ гонаһлы. Әгәр үҙебеҙҙә башҡаларҙы хөкөм итеү ғәҙәтен абайлаһаҡ, нимә эшләргә? Ғайса Мәсихтең кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ һәм хөкөм итеүҙән туҡтар өсөн бар көсөгөҙҙө һалығыҙ.

12, 13. Йәһүәнең Дауыт менән мөғәмәлә итеүе беҙгә башҡаларҙы бүтән хөкөм итмәҫкә нисек ярҙам итә ала?

12 Йәһүәнең үрнәге лә беҙҙе күпкә өйрәтә ала. Ул беренсе сиратта беҙҙең яҡшы сифаттарыбыҙға иғтибар итә. Дауыт батшаның миҫалы быға дәлил булып тора. Ул бер нисә етди хата эшләгән: Битсәбиә менән зина ҡылған һәм уның ире Урияны үлтергән (2 Сам. 11:2—4, 14, 15, 24). Был аяныс эҙемтәләргә килтергән. Дауыт үҙе генә түгел, уның ғаиләһе, шул иҫәптән уның ҡатындары ла зыян күргән (2 Сам. 12:10, 11). Башҡа бер осраҡта Дауыт Йәһүәгә тулыһынса таянмаған. Алла рөхсәт итмәһә лә, ул Израилдә һуғышсыларҙың «иҫәбен алған». Шулай эш итергә уны, күрәһең, ғорурлыҡ этәргән йә ул ғәскәренең ҙурлығына таянған. Уның хатаһы арҡаһында Израиль халҡында киҙеүҙән 70 000 кеше үлгән (2 Сам. 24:1—4, 10—15).

13 Әгәр шул ваҡытта Израилдә йәшәһәгеҙ, һеҙ Дауыт тураһында нимә уйлар инегеҙ? Ул Йәһүәнең мәрхәмәтенә лайыҡ түгел тигән һығымта яһар инегеҙме? Әммә Йәһүә Дауытҡа башҡаса ҡараған. Ул уның күп йылдар буйы тоғро хеҙмәт иткәнен онотмаған һәм эскерһеҙ тәүбә иткәнен иҫәпкә алған. Шуға күрә Йәһүә уны ғәфү иткән. Ул Дауыттың уны бик яратҡанын һәм дөрөҫ эш итергә теләгәнен белгән. Йәһүәнең беренсе сиратта беҙҙең яҡшы яҡтарыбыҙға иғтибар иткәне күңелебеҙҙе бик йылыта! (1 Бат. 9:4; 1 Йыл. 29:10, 17).

14. Мәсихселәргә башҡаларҙы бүтән хөкөм итмәҫкә нимә ярҙам итә ала?

14 Йәһүә кешеләрҙән камиллыҡ көтмәй икән, тимәк, беҙгә лә башҡалар менән шулай уҡ мөғәмәлә итергә һәм бер-беребеҙҙә тик яҡшыһын ғына күрә белергә кәрәк. Ғәҙәттә, беҙ башҡаларҙың етешһеҙлектәрен тиҙ күрәбеҙ һәм уларҙы бының өсөн тәнҡитләйбеҙ. Әммә рухи кеше башҡаларҙың хаталарына иғтибарын тупламай һәм улар менән еңел генә уртаҡ тел таба. Шымартылмаған алмас әллә ни матур булып күренмәй, әммә белгән кеше уның эске матурлығын күрә. Шымартҡандан һуң ул алмастың ниндәй ҡиммәтле бриллиантҡа әйләнәсәген алдан уҡ күреп тора. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә, Йәһүә һәм Ғайса һымаҡ, кешене тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап хөкөм итмәйек, ә иғтибарыбыҙҙы уның яҡшы сифаттарына туплайыҡ.

15. Кешеләргә нимә менән осрашырға тура килгәне хаҡында уйланыу ни өсөн мөһим?

15 Беҙгә башҡаларға ҡарата сиктән тыш талапсан булмаҫҡа нимә ярҙам итер? Мәҫәлән, уларҙың ауырлыҡтары тураһында уйланығыҙ. Әйҙәгеҙ, Ғайсаның тормошонда булған бер осраҡты иҫкә төшөрәйек. Ғибәҙәтханала ултырғанда, ул бер ярлы тол ҡатынға иғтибар иткән. Был ҡатын иғәнә итеп ике ваҡ тәңкә генә һалһа ла, Ғайса: «Ни өсөн шулай әҙ?» — тип әйтмәгән. Уның өсөн иғәнәнең күләме мөһим булмаған. Ғайса был ҡатындың этәргес ниәттәрен һәм мөмкинлектәрен белгән. Шуға күрә ул уны йомартлығы өсөн маҡтаған (Лука 21:1—4).

16. Вероника һөйләгән осраҡ һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

16 Башҡаларҙың шарттары тураһында уйланыу мөһим икәнен Верониканың һүҙҙәре асыҡлай. Уның йыйылышында улын бер үҙе тәрбиәләгән бер апай-ҡәрҙәш булған. Вероника былай тип бүлешә: «Мин улар йыйылышты йыш ҡалдыра һәм арлы-бирле генә хеҙмәт итә тип уйлай инем. Шуға күрә мин улар хаҡында ыңғай фекерҙә булманым. Бер тапҡыр мин ул апай-ҡәрҙәш менән хеҙмәткә барҙым һәм ул миңә улының аутизм менән ауырығаны хаҡында һөйләне. Уға еңел булмаһа ла, ул үҙенең бәләкәй генә ғаиләһе тураһында ҡайғырта ине һәм улына Йәһүәне яратырға ярҙам итә ине. Ул шулай уҡ улының ауырыуы арҡаһында уларға ҡайһы ваҡыт башҡа йыйылыштың осрашыуҙарына йөрөргә тура килгәне хаҡында һөйләне». Бына ниндәй һөҙөмтәгә килгән Вероника: «Мин ул апай-ҡәрҙәштең шундай ауырлыҡтары бар икәне тураһында уйламай ҙа инем. Хәҙер мин ул апай-ҡәрҙәште бик ҡәҙерләйем, сөнки ул Йәһүә өсөн бик күпте эшләй».

17. Яҡуб 2:8-ҙә ниндәй күрһәтмә яҙылған һәм беҙ уны нисек үтәй алабыҙ?

17 Әгәр берәй ҡәрҙәште хөкөм иткәнебеҙҙе абайлаһаҡ, нимә эшләргә? Онотмайыҡ: беҙ яҡындарыбыҙҙы яратырға тейеш. (Яҡуб 2:8-ҙе уҡығыҙ.) Шулай уҡ башҡаларҙы бүтән хөкөм итмәҫ өсөн Йәһүәнән доғала ярҙам һорарға кәрәк. Әгәр доғабыҙ буйынса эш итергә теләһәк, беҙ шул ҡәрҙәш менән күберәк аралашырға һәм уны яҡшыраҡ белергә тырышырбыҙ. Мәҫәлән, уны төшкө ашҡа йә хеҙмәткә саҡырырға була. Ҡәрҙәшебеҙҙе яҡшыраҡ белгән һайын, беҙ, Йәһүә менән Ғайсанан үрнәк алып, уның яҡшы яҡтарына иғтибар итербеҙ. Шулай эшләп, беҙ «яҡшы көтөүсенең» «башҡа хөкөм итмәгеҙ» тигән һүҙҙәренә буйһонғаныбыҙҙы күрһәтербеҙ.

18. Беҙ «яҡшы көтөүсегә» тыңлаусан булғаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

18 Һарыҡтар көтөүсенең, ә ысын мәсихселәр Ғайсаның тауышын тыңлай. Ихтыяждарыбыҙ хаҡында бүтән борсолмаҫ өсөн һәм башҡаларҙы бүтән хөкөм итмәҫ өсөн көс һалһаҡ, Йәһүә һәм Ғайса тырышлыҡтарыбыҙҙы фатихалар. «Бәләкәй көтөү» һанынамы йә «бүтән һарыҡтар» һанына керәбеҙме, әйҙәгеҙ, артабан да «яҡшы көтөүсенең» тауышын тыңлайыҡ һәм уға буйһонайыҡ (Лука 12:32; Яхъя 10:11, 14, 16). Ғайса шулай уҡ нимә эшләргә кәрәк икәне тураһында ике күрһәтмә биргән. Киләһе мәҡәләлә беҙ уларҙы ҡарап сығырбыҙ.

101-СЕ ЙЫР Берҙәмлектә хеҙмәт итәбеҙ

^ 5 абз. «[Һарыҡтарым] минең тауышымды тыңлаясаҡ», — тип әйткәндә, Ғайса нимәне күҙ уңында тотҡан? Шәкерттәре уның өйрәтеүҙәрен тыңлаясаҡ һәм үҙ тормошонда ҡулланасаҡ. Был мәҡәләлә Ғайсаның ике кәңәшен ҡарап сығырбыҙ: «бүтән ҡайғырып йөрөмәгеҙ» һәм «башҡа хөкөм итмәгеҙ». Шулай уҡ нисек был кәңәштәрҙе тормошта ҡулланып булғанын белербеҙ.

^ 4 абз. Лука 12:29, ЯДТ: «Шуға күрә, ни ашарбыҙ, ни эсербеҙ тип, бүтән ҡайғырып йөрөмәгеҙ».

^ 10 абз. Зәбур 37:5: «Юлыңды Йәһүәгә тапшыр. Уға өмөт бағла, һәм ул һинең хаҡҡа эш итер».

^ 11 абз. Матфей 7:1, 2, ЯДТ: «Хөкөм ителмәҫ өсөн, башҡа хөкөм итмәгеҙ, 2 сөнки һеҙҙе үҙегеҙ хөкөм иткәнсә хөкөм итерҙәр һәм һеҙгә үҙегеҙ үлсәгән үлсәм менән үлсәп бирерҙәр».

^ 54 абз. РӘСЕМДӘ: ағай-ҡәрҙәшебеҙ эшһеҙ ҡалған, аҡсаһы бөтөп килә һәм уға яңы йәшәү урыны эҙләргә кәрәк. Һаҡ булмаһа, ул башы менән ауырлыҡтарына сумып китергә һәм рухи эштәрҙе артҡы планға күсерергә мөмкин.

^ 56 абз. РӘСЕМДӘ: ағай-ҡәрҙәш осрашыуға һуңлап килә. Әммә рухи эштәрҙә ул актив: вәғәзләр өсөн һәр мөмкинлекте ҡуллана, оло-йәштәге ҡәрҙәштәр хаҡында ҡайғырта һәм Батшалыҡ залын хеҙмәтләндереүҙә ярҙам итә.