Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ 51

Артабан да «Уны тыңлағыҙ»

Артабан да «Уны тыңлағыҙ»

«Был — Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» (МАТФ. 17:5).

54-СЕ ЙЫР «Бына юл!»

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. а) Йәһүә Ғайсаның өс илсеһенә нимә эшләргә ҡушҡан һәм улар быны нисек ҡабул иткән? б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

 БЕҘҘЕҢ эраның 32 йылында Ҡотҡарылыу байрамынан һуң Ғайса Мәсих Петр, Яҡуб һәм Яхъя менән бейек тауға менгән (бәлки, был Ермон тауының бер тармағы булғандыр). Улар унда иҫ киткес күренештең шаһиты була: «Ғайсаның ҡиәфәте күҙ алдарында үҙгәрҙе: йөҙө ҡояштай балҡыны, ә кейеме яҡтылыҡ кеүек ап-аҡ төҫкә инде» (Матф. 17:1—4). Был күренеш бөтөр алдынан илселәр Алланың: «Был — Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» — тигән тауышын ишетә (Матф. 17:5). Был өс илсе ғүмер буйы Ғайсаны тыңлап йәшәгән. Беҙ уларҙан өлгө алырға теләйбеҙ.

2 Был ике мәҡәләлә Ғайсаға тыңлаусан булыу нимәне аңлата икәне ҡарала. Үткән мәҡәләнән беҙ нимәне бүтән эшләмәҫкә икәнен белдек. Ә был мәҡәләлә беҙ Ғайсаның нимәне эшләргә кәрәклеге тураһындағы ике күрһәтмәһен ҡарап сығырбыҙ.

«ТАР ҠАПҠАНАН ИНЕГЕҘ»

3. Матфей 7:13, 14-тән күренеүенсә, беҙ нимә эшләргә тейеш?

3 Матфей 7:13, 14-те уҡығыҙ. Иғтибар итегеҙ, Ғайса Мәсих ике юл тураһында ғына әйткән: киң ҡапҡа аша — иркен юлға, ә тар ҡапҡа аша ҡыҫынҡы юлға сығырға була. Өсөнсө юл бирелмәгән. Ниндәй юлдан барырға беҙ үҙебеҙ ҡарар итәбеҙ. Был — тормошта иң мөһим ҡарар, һәм ул беҙҙең мәңге йәшәүебеҙгә бәйле.

4. Һеҙ киң юлды нисек һүрәтләп бирер инегеҙ?

4 Был ике юлдың нимә менән айырылып торғанын аңлау бик мөһим. Иркен юлды күптәр һайлай, сөнки унан барыуы еңел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр шул юлды һайлағанға, башҡалар ҙа унан барырға ҡарар итә. Улар был юлды Шайтан һалғанын һәм ахырҙа ул үлемгә килтергәнен белмәй ҙә (1 Кор. 6:9, 10; 1 Яхъя 5:19).

5. Ҡыҫынҡы юлды табып унан барыр өсөн ҡайһы берәүҙәргә ниндәй тырышлыҡтар һалырға тура килгән?

5 Иркен юлдан тыш, ҡыҫынҡы юл да бар. Ғайса, ул юлды тик әҙҙәр генә табыр, тигән. Ни өсөн? Киләһе аят иғтибарға лайыҡ, сөнки унда Ғайса үҙ шәкерттәренә «ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ» тип әйткән (Матф. 7:15). Ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса, бөгөн меңәрләгән диндәр бар һәм уларҙың күпселеге, хәҡиҡәткә өйрәтәбеҙ, тип раҫлай. Диндәрҙең күплегенә аптырап, миллионлаған кеше мәңгелек тормошҡа алып барған юлды эҙләргә лә теләмәй. Әммә был юлды табып була. Ғайса: «Минең һүҙемде тотһағыҙ, ысын шәкерттәрем булырһығыҙ. Ана шунда хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер», — тигән (Яхъя 8:31, 32). Кешеләр артынан эйәрмәгәнгә, һеҙ маҡтауға лайыҡ. Һеҙ хәҡиҡәтте эҙләнегеҙ. Алланың Һүҙен ентекләп тикшереп, уның нормаларын белдегеҙ һәм Ғайсаның өйрәтеүҙәренә ҡолаҡ һалдығыҙ. Бынан тыш, һеҙ шуны аңланығыҙ: Йәһүә ялған диндәрҙең тәғлимәттәрен кире ҡағыуыбыҙҙы һәм мәжүси йолаларға нигеҙләнгән байрамдарҙа ҡатнашмауыбыҙҙы талап итә. Шулай эш итеүе еңел түгел икәненә һеҙ үҙегеҙ инанғанһығыҙҙыр (Матф. 10:34—36). Ҡайһы бер үҙгәрештәрҙе эшләүе ауыр булһа ла, һеҙ уларҙы башҡара алдығыҙ, сөнки һеҙ күктәге Атағыҙҙы яратаһығыҙ һәм уны шатландырырға теләйһегеҙ. Йәһүә һеҙҙең менән ғорурлана! (Ғиб. һүҙ. 27:11).

ҠЫҪЫНҠЫ ЮЛДА ҠАЛЫРҒА НИМӘ ЯРҘАМ ИТЕР?

Алланың нормалары беҙгә «ҡыҫынҡы» юлда ҡалырға ярҙам итә (6—8-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

6. Беҙгә ҡыҫынҡы юлда ҡалырға нимә ярҙам итер? (Зәбур 119:9, 10, 45, 133).

6 Беҙгә тормошҡа алып барған ҡыҫынҡы юлдан тайпылмаҫҡа нимә ярҙам итер? Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Хәүефһеҙлек өсөн тауҙағы тар юлдарҙа юл буйында кәртә ҡуялар. Шундай ҡойма машинаға юлдың ҡырыйына яҡынлашҡанда төшөп китмәҫкә ярҙам итә. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ул ғүмерҙе һаҡлап ҡала ала. Ниндәйҙер мәғәнәлә был водителдәрҙе сикләй, әммә уларҙың береһе лә быға зарланмай. Йәһүәнең Изге Яҙмала килтерелгән нормалары беҙҙең өсөн шундай юл кәртәһе булып тора. Улар беҙгә ҡыҫынҡы юлда ҡалырға һәм «упҡынға» төшөп китмәҫкә ярҙам итә. (Зәбур 119:9, 10, 45, 133-тө * уҡығыҙ.)

7. Ҡыҫынҡы юл йәштәрҙең иреклеген сикләйме? Аңлатығыҙ.

7 Йәш ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәр, һеҙгә Йәһүәнең нормалары ирегегеҙҙе сикләй кеүек тойоламы? Шайтан һеҙҙең тап шулай уйлауығыҙҙы теләй. Ул иркен юлдан барған кешеләрҙең эштәрен һоҡландырғыс итеп күрһәтә. Ул интернет һәм синыфташтарығыҙ аша, һеҙ уларға ҡарағанда күңелһеҙ йәшәйһегеҙ һәм бөтә күңел асыуҙар һеҙһеҙ үтә, тип ышандырырға тырыша. Шайтан һеҙҙең, Алла нормалары ҡыҙыҡлы тормош алып барырға ҡамасаулай, тип уйлауығыҙҙы теләй *. Шайтан киң юлдан барған кешеләрҙе үлем көтә икәнен йәшерә. Ә Йәһүә мәңгелек тормошҡа илткән юлдан барғандарҙы нимә көткәнен асыҡ итеп әйтә (Зәб. 37:29; Ишағ. 35:5, 6; 65:21—23).

8. Йәштәр Олафтың өлгөһөнән нимәгә өйрәнә ала?

8 Әйҙәгеҙ, Олаф * исемле йәш ағай-ҡәрҙәштең өлгөһөнән нимәгә өйрәнеп булғанын ҡарап сығайыҡ. Синыфында уҡыған ҡыҙҙар, уның менән енси мөнәсәбәткә керергә теләп, уға баҫым яһаған. Олаф уларҙың тәҡдименән баш тартҡан һәм Изге Яҙмалағы юғары әхлаҡи нормалар буйынса йәшәргә теләгәне тураһында әйткән. Ләкин бынан һуң ҡыҙҙар Олафҡа тағы ла нығыраҡ бәйләнә башлаған. Әммә ул бирешмәгән. Бынан башҡа Олаф тағы бер төрлө баҫым менән осрашҡан: «Уҡытыусыларым мине институтҡа уҡырға керергә өгөтләп торҙо. Юғиһә, тормошта уңышҡа өлгәшә алмаҫһың, тип баҫым яһаны». Олафҡа бирешмәҫкә нимә ярҙам иткән? Ул былай тип бүлешә: «Мин йыйылышта яҡын дуҫтар таптым. Улар миңә бер туғандар һымаҡ булып китте. Бынан тыш, мин Изге Яҙманы өйрәнеүгә етдиерәк ҡарай башланым. Уны тәрәнерәк өйрәнгән һайын, был хәҡиҡәт икәненә ышанысым үҫә барҙы. Шуға күрә мин, һыуға сумдырылып, Йәһүә шаһиты булып китергә ҡарар иттем».

9. Ҡыҫынҡы юлда ҡалыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?

9 Шайтан һеҙҙең тормошҡа алып барған юлдан ситкә тайпылыуығыҙҙы теләй. Уның маҡсаты — һеҙҙе күпселек кеше барған һәм үлемгә килтергән юлға баҫтырыу (Матф. 7:13). Әгәр беҙ Ғайсаны тыңлаһаҡ һәм ҡыҫынҡы юл хәүеф-хәтәрҙән һаҡлай икәнен аңлаһаҡ, бер кем дә беҙҙе был юлдан яҙҙырмаҫ. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Ғайсаның нимә эшләргә кәрәклеге тураһындағы тағы бер күрһәтмәһен ҡарап сығайыҡ.

«ТУҒАНЫҢ МЕНӘН ЯРАШ»

10. Ғайсаның Матфей 5:23, 24-тә яҙылған һүҙҙәренән күренеүенсә, беҙ нимә эшләргә тейеш?

10 Матфей 5:23, 24-те уҡығыҙ. Ғайса үҙенең тыңлаусыларына, йәһүдтәргә, яҡшы таныш булған хәлде һүрәтләй. Күҙ алдына килтерегеҙ: йәһүд кешеһе ҡорбан килтерер өсөн ғибәҙәтханаға хайуан алып килә һәм уны руханиға тапшырырға йыйына. Шул яуаплы мәлдә был кеше күршеһенең уға үпкәләгәнен иҫенә төшөрә. Хәҙер ул ҡорбанын ҡалдырып китергә тейеш. Әммә нисек инде улай? Йәһүәгә ҡорбан килтереүҙән мөһимерәк нимәлер була аламы ни? Эйе. Ғайса Мәсих был хаҡта тура әйткән: «Тәүҙә ҡайтып туғаның менән яраш».

Әгәр һеҙгә берәйһе үпкәләһә, һеҙ, Яҡуп һымаҡ, баҫалҡылыҡ сағылдырып татыулашыр өсөн беренсе аҙым яһай алаһығыҙмы? (11, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

11. Ғаяз менән татыулашыр өсөн Яҡуп нимә эшләгән?

11 Яҡуптың тормошонда булған бер осраҡ татыулашыуҙың өлгөһө булып тора. Ул тыуған иленән ситтә 20 йыл йәшәгәс, Алла уға үҙ фәрештәһе аша тыуған еренә ҡайтырға ҡуша (Баш. 31:11, 13, 38). Әммә уға был аҙымды яһауы еңел булмаған, сөнки ҡасандыр уның ағаһы Ғаяз уны үлтерергә теләгән (Баш. 27:41). Изге Яҙмала: «Яҡуптың ҡото осто», — тип әйтелә, сөнки ул, ағаһы уға һаман да асыу тота, тип уйлаған (Баш. 32:7). Ағаһы менән татыулашыр өсөн Яҡуп нимә эшләгән? Беренсенән, ул Йәһүәгә ҡайнар доға ҡылған. Шунан ул Ғаязға күп бүләктәр ебәргән (Баш. 32:9—15). Ә аҙаҡ улар осрашҡас, Яҡуп Ғаязға ҡарата ҙур хөрмәт күрһәткән: ул Ғаяздың алдында ергә тиклем эйелгән. Бер тапҡыр түгел, ә ете тапҡыр! Шундай баҫалҡылыҡ һәм хөрмәт күрһәтеү Яҡупҡа ағаһы менән татыулашырға ярҙам иткән (Баш. 33:3, 4).

12. Яҡуптың миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

12 Ағаһы менән осрашыр алдынан Яҡуптың нимә эшләгәненән һәм, осрашҡас, үҙен нисек тотҡанынан беҙ күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Тәүҙә ул баҫалҡылыҡ менән Йәһүәнән ярҙам һораған, ә шунан, үҙ доғаһы буйынса эш итеп, ағаһының күңелен йомшартырға тырышҡан. Бының өсөн ул алдан ағаһына күп бүләктәр ебәргән. Ә инде осрашҡас, Яҡуп үҙенең хаҡлығын раҫларға тырышмаған, уның маҡсаты ағаһы менән татыулашыу булған. Беҙ Яҡуптан нисек үрнәк ала алабыҙ?

ҠӘРҘӘШЕБЕҘ МЕНӘН НИСЕК ТАТЫУЛАШЫРҒА?

13, 14. Ҡәрҙәшебеҙҙе рәнйетһәк, беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

13 Тормошҡа алып барған юлдан тайпылмаҫ өсөн беҙгә юлдаштарыбыҙ менән татыу булырға кәрәк (Рим. 12:18). Ә ҡәрҙәшебеҙҙе үпкәләтһәк, нимә эшләргә? Яҡуп һымаҡ, беренсе сиратта Йәһүәгә ҡайнар доға ҡылырға һәм ҡәрҙәшебеҙ менән татыулашыр өсөн ярҙам һорарға кәрәк.

14 Шулай уҡ беҙгә, ваҡыт бүлеп, шундай һорауҙар өҫтөндә уйланырға кәрәк: «Мин, ғорурлығымды тыйып, баҫалҡылыҡ менән ғәфү үтенергә һәм татыулашырға әҙерме? Әгәр ҡәрҙәшем менән татыулашыр өсөн беренсе аҙым эшләһәм, Йәһүә менән Ғайса Мәсих нимә хис итер?» Шундай уйланыу беҙҙе, Ғайса кәңәш иткәнсә, баҫалҡылыҡ сағылдырып, ҡәрҙәшебеҙ менән татыулашыр өсөн уның менән һөйләшеп алырға дәртләндерер. Был йәһәттән дә Яҡуп беҙгә яҡшы үрнәк ҡалдырған.

15. Ефестарға 4:2, 3-тә яҙылған принцип беҙгә ҡәрҙәшебеҙ менән татыулашырға нисек ярҙам итә ала?

15 Күҙ алдына килтерегеҙ: Яҡуп менән Ғаяз кем хаҡ, ә кем ғәйепле икәне хаҡында бәхәсләшә башлаһа, нимә булыр ине? Уларҙың осрашыуы бөтөнләй башҡаса тамамланыр ине. Беҙҙең өсөн бында ниндәй һабаҡ? Беҙгә, ҡәрҙәшебеҙ янына татыулашыр өсөн барғанда, баҫалҡы булырға кәрәк. (Ефестарға 4:2, 3-тө уҡығыҙ.) Ғибрәтле һүҙҙәр 18:19-ҙа былай тип әйтелә: «Рәнйегән ҡәрҙәш янына барыуға ҡарағанда, нығытылған ҡаланы баҫып алыу еңелерәк. Ҡайһы бер бәхәстәр нығытма бигенә оҡшаш шул». Баҫалҡылыҡ менән әйтелгән «ғәфү ит» тигән һүҙҙәр, образлы әйткәндә, был нығытманың асҡысы булып тора.

16. Нимәне иҫтә тотоу мөһим һәм ни өсөн?

16 Һөйләшер алдынан нимә һәм нисек әйтеребеҙҙе яҡшы итеп уйларға кәрәк. Ә шунан һуң ғына үпкәләгән ҡәрҙәшебеҙҙең янына барырға була. Беҙҙең маҡсатыбыҙ — ҡәрҙәшебеҙгә үпкә әрнеүҙәренән арынырға ярҙам итеү. Моғайын, һеҙ уның бөтә һүҙҙәре менән риза булмаҫһығыҙҙыр. Шул саҡта, асыуланып, үҙебеҙҙе аҡлай башлауы еңелерәк кеүек тойолорға мөмкин. Әммә был татыулашыуға килтерә аламы ни? Әйҙәгеҙ, шуны иҫтә тотайыҡ: кем ғәйепле икәнен эҙләр урынына, ҡәрҙәшебеҙ менән татыулашыу күпкә мөһимерәк (1 Кор. 6:7).

17. Жильбер ҡәрҙәштән нимәгә өйрәнеп була?

17 Жильбер исемле ағай-ҡәрҙәш татыулыҡ урынлаштырыусы булырға тырыша. Ул бына нимә тип һөйләй: «Ҡыҙым менән мөнәсәбәттәрем бик яҡшынан түгел ине. Ике йылдан ашыу мин уның менән, уртаҡ тел табыр өсөн, тыныс ҡына һөйләшеп алырға тырыштым». Жильбер тағы нимә эшләгән? Ул былай ти: «Ҡыҙым менән һөйләшер алдынан мин һәр ваҡыт доға ҡылдым һәм унан рәнйеткес һүҙҙәр ишетергә әҙер инем. Миңә кисерергә өйрәнергә кәрәк ине. Мин үҙемдең хаҡ булыуымды яҡларға түгел, ә ғаиләлә яҡшы мөнәсәбәттәр булдырырға кәрәк икәнен аңланым». Был ниндәй емештәр килтергән? «Хәҙер мин йән тыныслығы тоям, сөнки яҡындарым менән мөнәсәбәттәрем бик яҡшы», — тип бүлешә Жильбер.

18, 19. Әгәр кемделер үпкәләтһәк, беҙ нимә эшләргә тейеш һәм ни өсөн?

18 Хәҙер инде, был мәҡәләне өйрәнгәндән һуң, берәй ҡәрҙәште рәнйеткәнегеҙҙе абайлаһағыҙ, нимә эшләрһегеҙ? Ғайса Мәсихтең «туғаның менән яраш» тигән һүҙҙәре буйынса эш итегеҙ. Йәһүәгә доға ҡылығыҙ һәм уның изге рухы һеҙгә татыулыҡ урынлаштырыусы булырға ярҙам итеренә шикләнмәгеҙ. Шул саҡта һеҙ бәхетле булырһығыҙ һәм Ғайсаға тыңлаусан булғанығыҙҙы күрһәтерһегеҙ (Матф. 5:9).

19 Беҙ Йәһүәгә йыйылыштың башы Ғайса Мәсих аша күрһәтмәләр биргәне өсөн бик рәхмәтле (Ефес. 5:23). Әйҙәгеҙ, Петр, Яҡуб һәм Яхъянан өлгө алып, һәр ваҡыт Ғайсаны тыңлайыҡ (Матф. 17:5). Был мәҡәлә шуны иҫебеҙгә төшөрҙө: үҙебеҙ үпкәләткән ҡәрҙәш менән татыулашыу — беҙҙең бурысыбыҙ. Әгәр ҡәрҙәштәребеҙ менән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡлаһаҡ һәм тормошҡа алып барған ҡыҫынҡы юлда ҡалһаҡ, беҙ хәҙер фатихалар алырбыҙ һәм киләсәктә мәңге бәхетле булырбыҙ.

130-СЫ ЙЫР Кисерергә әҙер булайыҡ

^ 5 абз. Ғайса беҙҙе тар ҡапҡанан керергә һәм тормошҡа алып барған ҡыҫынҡы юлдан барырға өндәй. Шулай уҡ ул ҡәрҙәштәр араһындағы берҙәмлекте нығытырға дәртләндерә. Ғайсаның кәңәштәрен ҡулланғанда, ниндәй ауырлыҡтар тыуырға мөмкин һәм беҙ уларҙы нисек еңә алабыҙ?

^ 6 абз. Зәбур 119:9, 10, 45, 133: «Йәш кешегә нисек үҙ юлын саф килеш һаҡларға? Үҙен һинең һүҙең буйынса һаҡлап. 10 Бөтөн йөрәгем менән һине эҙләйем мин. Әмерҙәреңдән ситкә тайпылырға юл ҡуйма. 45 Мин ҡурҡынысһыҙ урында йөрөрмөн, сөнки һинең бойороҡтарыңды эҙләйем, тикшерәм мин. 133 Һүҙең менән аҙымдарымды йүнәлт, бер ниндәй яман нәмә минән өҫтөн булмаһын».

^ 7 абз. «Йәштәрҙең 10 һорауына яуаптар» тигән брошюраның «Йәштәштәремдең баҫымына нисек ҡаршы торорға?» тигән 6-сы һорауҙы һәм «Йәштәштәреңдең баҫымына ҡаршы тор!» тигән ҡәләм менән төшөрөлгән йәнһүрәтте ҡарағыҙ. Уларҙы www.pr418.com сайтында табып була (ИЗГЕ ЯҘМА ТӘҒЛИМӘТТӘРЕ > ҮҪМЕРҘӘР).

^ 8 абз. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 57 абз. РӘСЕМДӘ: Алланың нормаларын юл ситендәге кәртә менән сағыштырып була. Улар беҙгә ҡыҫынҡы юлда ҡалырға һәм упҡынға төшөп китмәҫкә ярҙам итә. Улар буйынса йәшәп, беҙ порнография һәм енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡотҡоһона бирелмәҫбеҙ һәм башҡаларҙың «юғары белем алыу тормошта беренсе урында булырға тейеш» тигән фекеренә ҡаршы тора алырбыҙ.

^ 59 абз. РӘСЕМДӘ: үҙенең ағаһы Ғаяз менән татыулашыр өсөн Яҡуп уның алдында бер нисә тапҡыр ергә тиклем эйелгән.