Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

6-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүәнең дөрөҫ эш итеүенә тулыһынса ышанаһығыҙмы?

Йәһүәнең дөрөҫ эш итеүенә тулыһынса ышанаһығыҙмы?

«Ул — Ҡая, уның эштәре камил, уның бөтә юлдары ғәҙел. Ул — тоғролоҡ Аллаһы, һис тә ғәҙелһеҙлек ҡылмай. Ул тәҡүә һәм намыҫлы» (ҠАН. 32:4).

3-СӨ ЙЫР Ҡаябыҙ, ышыҡ урыныбыҙ, таянысыбыҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. а) Ни өсөн күптәр власҡа ышанысын юғалтҡан? б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

 БЕҘҘЕҢ көндәрҙә күп кешеләр власҡа ышанысын юғалтҡан. Улар идарасылар менән судьяларҙың байҙарҙы һәм дәрәжәле кешеләрҙе генә яҡлағанын, ә ярлыларға ҡарата ғәҙелһеҙ булғанын күрә. Изге Яҙмала был хаҡта бик дөрөҫ әйтелгән: «Кешенең башҡа кеше өҫтөнән хакимлыҡ итеүе зыян ғына [килтерә]» (Вәғ. 8:9). Бынан тыш, ҡайһы бер дин етәкселәренең тәртипһеҙлеге арҡаһында кешеләрҙең Аллаға иманы һүрелә. Шуға күрә хатта кеше Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашһа ла, уға Йәһүәгә һәм уның ерҙәге вәкилдәренә ышаныуы ауыр.

2 Әлбиттә, өйрәнеүселәргә генә түгел, беҙгә лә Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына ышаныс үҫтереү мөһим. Күп йылдар Йәһүәгә хеҙмәт итһәк тә, уның эш итеүе һәр ваҡытта ла иң яҡшыһы икәнен иҫебеҙгә төшөрөп торорға кәрәк, сөнки ҡайһы бер осраҡтарҙа быға ышаныуы еңел булмаҫҡа мөмкин. Был мәҡәләлә беҙ иманыбыҙҙы һынай алған өс осраҡты ҡарап сығырбыҙ: 1) Изге Яҙмала нимәлер аңлашылмағанда, 2) Йәһүәнең ойошмаһы биргән күрһәтмәләр буйынса эш итергә кәрәк булғанда һәм 3) киләсәктә ауырлыҡтар менән осрашҡанда.

ИЗГЕ ЯҘМАНЫ УҠЫҒАНДА, ЙӘҺҮӘНЕҢ ДӨРӨҪ ЭШ ИТЕҮЕНӘ ШИКЛӘНМӘГЕҘ

3. Изге Яҙманың ҡайһы бер өҙөктәре Йәһүәгә ҡарата ышанысыбыҙҙы нисек һынай ала?

 3 Ҡайһы саҡта беҙ, Изге Яҙманы уҡығанда, Йәһүәнең ни өсөн шундай ҡарар ҡабул иткәнен йәки берәй кеше менән былай йә тегеләй эш иткәнен аңламайбыҙ. Мәҫәлән, Муса көндәрендә Алла шәмбе көнө утын йыйған бер Израиль кешеһен үлемгә хөкөм иткән. Ә зина ҡылған һәм кеше үлтергән Дауыт батшаны ул ғәфү иткән (Һан. 15:32, 35; 2 Сам. 12:9, 13). Кемдер, бәлки, былай тип аптырайҙыр: «Ни өсөн Йәһүә Дауытты ауыр гонаһтары өсөн кисергән, ә икенсе кешене етди булмаған хатаһы өсөн үлемгә хөкөм иткән?» Шундай шиктәрҙән арыныр өсөн Изге Яҙманы уҡығанда ниндәй өс яҡҡа иғтибар итергә кәрәклеген ҡарап сығайыҡ.

4. Башланмыш 18:20, 21-ҙә һәм Ҡанун 10:17-лә яҙылған һүҙҙәр Йәһүәнең һәр ваҡыт ғәҙел эш иткәненә ышанысыбыҙҙы нисек нығыта?

4 Изге Яҙмала һәр осраҡта ла бөтә нескәлектәр килтерелмәй. Мәҫәлән, беҙ Дауыттың тәүбә иткәнен беләбеҙ (Зәб. 51:2—4). Әммә шәмбе көнө утын йыйған кеше тураһында нимә әйтеп була? Ул ҡылған эшенә үкенгәнме? Ә, бәлки, ул элек тә Йәһүәнең ҡанундарын боҙғандыр һәм киҫәтеүҙәргә ҡолаҡ һалмағандыр? Изге Яҙмала был турала әйтелмәй. Әммә Йәһүә «һис тә ғәҙелһеҙлек ҡылмай» икәненә беҙ ышанабыҙ (Ҡан. 32:4). Кешеләргә башҡаларҙың ҡараштары, хөрәфәттәр йә башҡа нәмәләр тәьҫир итергә мөмкин, ә Алла, ҡарарҙар ҡабул иткәндә, бөтә яҡтарҙы ла иҫәпкә ала. (Башланмыш 18:20, 21; Ҡанун 10:17-не * уҡығыҙ.) Йәһүәне һәм уның нормаларын яҡшыраҡ белгән һайын, беҙҙең уға ышанысыбыҙ үҫә бара. Моғайын, Изге Яҙманы уҡығанда, беҙҙең әлегә яуабыбыҙ булмаған һорауҙар тыуып торор. Шулай ҙа Йәһүәнең «бөтә юлдары ғәҙел» икәненә шикләнмәҫ өсөн беҙ уның тураһында етерлек беләбеҙ (Зәб. 145:17).

5. Камилһыҙлыҡ ғәҙеллек хисенә нисек тәьҫир итә? (Шулай уҡ  «Камилһыҙлыҡ ғәҙеллеккә ҡарашыбыҙҙы боҙа» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

5 Камилһыҙлыҡ ғәҙеллеккә ҡарашыбыҙҙы боҙа. Алла беҙҙе үҙенә оҡшатып барлыҡҡа килтергән, шуға күрә берәй кем менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итһәләр, был беҙҙе күңелһеҙләндерә (Баш. 1:26). Беҙ бөтә яҡтарҙы иҫәпкә алдыҡ тип уйлаһаҡ та, камилһыҙлығыбыҙ беҙгә дөрөҫ баһа бирергә ҡамасауларға мөмкин. Мәҫәлән, Йәһүә Ниневияла йәшәгән кешеләрҙе йәлләгәс, Юныстың ни тиклем ҡәнәғәтһеҙ булғанын иҫләйһегеҙме? (Юныс 3:10—4:1). Һөҙөмтәлә был ваҡиға нимә менән тамамланған? 120 000-дән ашыу кеше тәүбә иткән һәм тере ҡалған! Күреүебеҙсә, Йәһүәгә түгел, ә Юнысҡа үҙ ҡарашын үҙгәртергә кәрәк булған.

6. Ни өсөн Йәһүә үҙенең ҡарарҙарын аңлатып торорға тейеш түгел?

6 Йәһүә үҙ ҡарарҙарын кешеләргә аңлатырға тейеш түгел. Эйе, элек Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә үҙенең ҡарарҙарына ҡарата борсолоу белдерергә рөхсәт иткән (Баш. 18:25; Юныс 4:2, 3). Ҡайһы ваҡыт ул уларға ни өсөн былай йә тегеләй эшләгәнен аңлатып биргән (Юныс 4:10, 11). Шулай ҙа Йәһүә бер кем алдында ла яуап тоторға тейеш түгел. Нимә генә эшләһә лә, ул, Барлыҡҡа килтереүсе булараҡ, хуплауыбыҙға мохтаж түгел (Ишағ. 40:13, 14; 55:9).

КҮРҺӘТМӘЛӘР БИРЕЛГӘНДӘ, ЙӘҺҮӘНЕҢ ДӨРӨҪ ЭШ ИТЕҮЕНӘ ЫШАНЫҒЫҘ

7. Беҙ ниндәй ауырлыҡ менән осрашырға мөмкин һәм ни өсөн?

7 Йәһүәнең һәр ваҡытта ла дөрөҫ эш иткәненә беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Ә бына уның ерҙәге вәкилдәренә беҙ нисек ҡарайбыҙ? Йыйылыштарҙа үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алған ҡәрҙәштәр хаҡында беҙҙең бындай һорау тыуырға мөмкин: «Улар ысынлап та Йәһүәнең күрһәтмәләре буйынса эш итәме, әллә үҙҙәре дөрөҫ тип һанағанды эшләйме?» Боронғо ваҡытта йәшәгәндәрҙең дә шундай уҡ шиктәре тыуа алған. Әйҙәгеҙ,  3-сө абзацта килтерелгән фекерҙәрҙе иҫебеҙгә төшөрәйек. Шәмбе көнөн боҙған кешенең туғаны былайыраҡ уйлай алған: «Үлем ҡарарын иғлан итер алдынан, Муса Йәһүәнең фекерен дөрөҫ аңланы микән?» Урияның дуҫтары ла, Дауыт тейешле язанан ҡасыр өсөн үҙ дәрәжәһенән файҙаланды, тигән һығымтаға килә алған. Хәҡиҡәт шунда: Йәһүә ерҙәге вәкилдәренә ныҡ ышана, тимәк, беҙ ҙә уларға ышанырға тейеш. Әгәр уларға ышанмаһаҡ, Йәһүәгә ышанабыҙ, тип әйтә алмайбыҙ.

8. Ғәмәлдәр 16:4, 5-тәге һүҙҙәр менән бөгөнгө йыйылыштарҙың эш итеүе араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?

8 Бөгөн Йәһүә «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» аша ерҙәге ойошмаһы менән етәкселек итә (Матф. 24:45). Беренсе быуаттағы етәксе кәңәшмә һымаҡ, был «хеҙмәтсе» бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙ хаҡында ҡайғырта һәм өлкәндәргә күрһәтмәләр бирә. (Ғәмәлдәр 16:4, 5-те уҡығыҙ.) Ә өлкәндәр, үҙ сиратында, алған күрһәтмәләрҙе йыйылыштарҙа ҡуллана. Ойошма һәм өлкәндәр аша бирелгән күрһәтмәләрҙе үтәһәк, беҙ Йәһүәгә ышанысыбыҙҙы күрһәтербеҙ.

9. Ниндәй осраҡтарҙа беҙгә өлкәндәрҙең ҡарарҙары буйынса эш итеүе еңел булмаҫҡа мөмкин һәм ни өсөн?

9 Ҡайһы ваҡыт өлкәндәрҙең ҡарарҙары буйынса эш итеүе еңел түгел. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа күп кенә йыйылыштар һәм райондар үҙгәртеп ойошторолдо. Шуға өлкәндәр ҡайһы бер вәғәзселәрҙең башҡа йыйылышҡа күсеүҙәрен һораны. Был Батшалыҡ залдарын яҡшыраҡ ҡулланырға ярҙам итте. Әгәр һеҙгә башҡа йыйылышҡа күсергә тәҡдим итһәләр, дуҫтарығыҙ һәм туғандарығыҙ менән айырылыу, моғайын, күңелһеҙләндерер. Әлбиттә, Алла күктән өлкәндәргә туранан-тура кемде ниндәй йыйылышҡа күсерергә кәрәк икәнен әйтмәй. Шуға күрә лә беҙгә өлкәндәрҙең күрһәтмәләре буйынса эш итеүе ауыр булырға мөмкин. Әммә Йәһүә уларға ышана икән, беҙ ҙә ышанырға тейеш *.

10. Еврейҙарға 13:17 буйынса, ни өсөн беҙгә өлкәндәрҙе тыңларға кәрәк?

10 Өлкәндәрҙең күрһәтмәләре беҙгә оҡшамаһа ла, ни өсөн уларҙы тыңларға кәрәк? Шулай эшләп, беҙ Алла халҡы араһында булған берҙәмлекте һаҡларбыҙ (Ефес. 4:2, 3). Әгәр бөтә ҡәрҙәштәр, баҫалҡылыҡ сағылдырып, өлкәндәр кәңәшмәһе ҡабул иткән ҡарарҙарға буйһонһа, йыйылышта тыныслыҡ һәм шатлыҡ хөкөм һөрөр. (Еврейҙарға 13:17-не уҡығыҙ.) Ә иң мөһиме, өлкәндәрҙе тыңлап, беҙ Йәһүәгә ышанысыбыҙҙы күрһәтербеҙ. Ул бит үҙе өлкәндәргә беҙҙең хаҡта ҡайғыртырға ҡушҡан (Ғәм. 20:28).

11. Өлкәндәрҙең күрһәтмәләренә тағы ла нығыраҡ ышанырға беҙгә нимә ярҙам итер?

11 Беҙгә өлкәндәр кәңәшмәһенән алған күрһәтмәләргә тағы ла нығыраҡ ышанырға нимә ярҙам итер? Шикләнмәгеҙ, ағай-ҡәрҙәштәр, йыйылышҡа ҡағылышлы һорауҙарҙы ҡарағанда, һәр ваҡыт изге рух һорап доға ҡыла. Улар шулай уҡ Йәһүәнең ойошмаһы биргән принциптарҙы һәм күрһәтмәләрҙе иғтибар менән тикшерә. Өлкәндәр Йәһүәне һөйөндөрөргә һәм Алланың халҡы тураһында мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡайғыртырға теләй. Был тоғро ирҙәр үҙ вазифаһын нисек итеп үтәгәндәре хаҡында Аллаға яуап бирәсәк (1 Пет. 5:2, 3). Уйлап ҡына ҡарағыҙ, донъяны милли, дини һәм сәйәси ҡаршылыҡтар тарҡата. Ә Йәһүә халҡы бер хаҡ Аллаға берҙәмлектә табына. Был Йәһүәнең фатихаһы менән генә мөмкин!

12. Кеше тәүбә итәме, юҡмы икәнен аңлар өсөн, өлкәндәр ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырға тейеш?

12 Йәһүә өлкәндәргә йыйылыштарҙы саф килеш һаҡларға ҡуша. Әгәр мәсихсе етди гонаһ ҡылһа, ул йыйылышта ҡала аламы, юҡмы, тигән һорау тыуа. Шул саҡта Йәһүә өлкәндәрҙән нимә көтә? Уларға мәсихсе гонаһ ҡылғанына үкенәме, юҡмы икәнен асыҡларға кәрәк. Ул, бәлки, тәүбә итәм, тип әйтәлер, әммә насар эшен нәфрәт итәме? Уның был гонаһты бүтән ҡабатламаҫҡа теләге ҙурмы? Әгәр мәсихсе насар йоғонто яһаған кешеләр арҡаһында гонаһ ҡылған булһа, ул был аралашыуҙы өҙөргә әҙерме? Өлкәндәр доға ҡыла, бөтә факттарҙы иҫәпкә алып Изге Яҙманы тикшерә һәм мәсихсенең гонаһына ҡарата ҡарашын аңларға тырыша. Шунан улар гонаһ ҡылған мәсихсе йыйылышта ҡала аламы, юҡмы икәнен хәл итә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ул йыйылыштан сығарылырға тейеш (1 Кор. 5:11—13).

13. Дуҫыбыҙҙы йәки туғаныбыҙҙы йыйылыштан сығарһалар, беҙ нимә тураһында борсолорға мөмкин?

13 Ниндәй осраҡтарҙа беҙгә өлкәндәргә ышаныуы ауыр булырға мөмкин? Әгәр беҙ йыйылыштан сығарылған мәсихсе менән яҡын таныш булмаһаҡ, өлкәндәрҙең ҡарары менән, моғайын, еңел ризалашырбыҙ. Ә беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙҙе йыйылыштан сығарһалар, нимә эшләрбеҙ? Бәлки, кемгәлер ошондай һорауҙар тынғы бирмәйҙер: «Өлкәндәр бөтә факттарҙы иҫәпкә алдымы икән? Йәһүә уларҙың урынында булһа, нисек эш итер ине?» Беҙгә өлкәндәрҙең ҡарары менән ризалашырға нимә ярҙам итер?

14. Дуҫыбыҙҙы йә туғаныбыҙҙы йыйылыштан сығарһалар, өлкәндәргә ышанырға нимә ярҙам итер?

14 Онотмағыҙ: тәүбә итмәгән мәсихсене йыйылыштан сығарырға Йәһүә үҙе ҡуша. Был уға ғына түгел, ә шулай уҡ бөтә йыйылышҡа ла файҙа килтерә. Ундай кеше Алла халҡы араһында ҡалған булһа, ул, моғайын, башҡа ҡәрҙәштәрҙе лә гонаһҡа этәрер ине (Гал. 5:9). Бынан тыш, ул ҡылған эше ни тиклем етди икәнен аңламаҫ ине, шулай уҡ уның үҙгәрергә һәм Йәһүә менән дуҫлығын ҡайтарырға теләге булмаҫ ине (Вәғ. 8:11). Әйҙәгеҙ, өлкәндәрҙең йыйылыштан сығарыу тураһындағы һорауға етди ҡарағанына шикләнмәйек. Улар бит боронғо Израилдәге хөкөмсөләр һымаҡ, «кеше өсөн түгел, ә Йәһүә өсөн хөкөм» итә (2 Йыл. 19:6, 7).

ХӘҘЕРҘӘН ЙӘҺҮӘГӘ ЫШАНЫС ҮҪТЕРЕП, БЕҘ КИЛӘСӘККӘ ӘҘЕРЛӘНӘБЕҘ

Ҙур афәт ваҡытында бирелгән күрһәтмәләргә ышанырға һәм буйһонорға нимә ярҙам итер? (15-се абзацты ҡарағыҙ.)

15. Ни өсөн беҙгә хәҙерге ваҡытта Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ ышанырға кәрәк?

15 Был донъяның ахыры тиҙ яҡынлашып килгәнгә, беҙгә Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ ышанырға кәрәк. Сөнки «ҙур афәт» ваҡытында күрһәтмәләр биреләсәк һәм улар беҙгә, бәлки, сәйер йә ҡуллана алмаҫлыҡ булып тойолор. Әлбиттә, Йәһүә беҙгә күктән туранан-тура өндәшмәйәсәк. Ул, моғайын, күрһәтмәләрҙе билдәләнгән ҡәрҙәштәр аша бирер. Ул ваҡытта: «Был күрһәтмәләрҙе Йәһүә биргәнме, әллә ағай-ҡәрҙәштәр үҙҙәре уйлап сығарғанмы?» — тип шикләнеү урынлы булмаҫ. Кешелек тарихының был хәл иткес ваҡытында һеҙ үҙегеҙҙе нисек тоторһоғоҙ? Шул турала уйланығыҙ: хәҙерге ваҡытта һеҙ яуаплы ағай-ҡәрҙәштәрҙең ҡарарҙарына нисек ҡарайһығыҙ? Әгәр һеҙ уларҙың күрһәтмәләрен ҡабул итеп шунда уҡ үтәйһегеҙ икән, моғайын, ҙур афәт ваҡытында ла шулай уҡ эш итерһегеҙ (Лука 16:10).

16. Йәһүәгә ышанысыбыҙ яҡын киләсәктә нисек һыналырға мөмкин?

16 Йәһүә яуыз донъяны юҡ иткәндә, беҙ уның хөкөм ҡарарҙарына нисек ҡарарбыҙ? Әлбиттә, беҙ күптәрҙең, шул иҫәптән туғандарыбыҙҙың хәҡиҡәткә килеүен теләйбеҙ. Әммә Армагеддонда Ғайса, Алланан билдәләнгән хөкөмсө булараҡ, уларҙың киләсәгенә ҡағылышлы һуңғы ҡарар ҡабул итер (Матф. 25:31—33; 2 Фес. 1:7—9). Кемгә шәфҡәтлек күрһәтергә, ә кемгә юҡ икәнен беҙ түгел, ә Йәһүә үҙе ҡарар итер (Матф. 25:34, 41, 46). Беҙ Йәһүәнең ҡарарҙары менән ризалашырбыҙмы йә был беҙҙең өсөн абыныу ташы булырмы? Шуныһы ап-асыҡ: Йәһүәгә ышанысыбыҙҙы инде бөгөн нығытырға кәрәк. Шул саҡта беҙ киләсәктә лә уның дөрөҫ эш итеүенә тулыһынса ышанырбыҙ.

17. Ни өсөн һеҙ Йәһүәнең был яуыз донъяны юҡ итерен теләйһегеҙ?

17 Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ инде ожмахта. Һеҙ Йәһүәнең хөкөм ҡарарҙарын тормошҡа ашырғанын үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ. Ялған дин, ҡомһоҙ коммерция һәм кешелеккә күп ҡайғы килтергән сәйәси система инде юҡ. Ауырыуҙар, ҡартлыҡ һәм яҡындарыбыҙҙың үлеме тормошобоҙҙо бүтән күңелһеҙләндермәй. Шайтан һәм уның ендәре мең йылға упҡынға ташланған. Тиҙҙән уларҙың фетнәһенән бер эҙ ҙә ҡалмаясаҡ (Асыл. 20:2, 3). Хәҙер беҙ бик бәхетле, сөнки Йәһүәнең дөрөҫ эш итеүенә тулыһынса ышандыҡ.

18. Һандар 11:4—6 һәм 21:5-те уҡып, израилдәрҙең хаталарынан ниндәй һабаҡ алып була?

18 Нисек уйлайһығыҙ, яңы донъяла йәшәй башлағас, беҙгә һәр нәмәлә лә Йәһүәнең дөрөҫ эш итеүенә ышанырға еңел булырмы? Мысыр ҡоллоғонан азат ителгәс, израилдәрҙең үҙҙәрен нисек тотҡанын иҫебеҙгә төшөрәйек. Ҡайһы берәүҙәр Мысыр ризығын һағынып зарлана башлаған. Ә мөғжизәле рәүештә бирелгән манна тураһында улар: «Беҙ ерәнгес был икмәкте күрә алмайбыҙ инде», — тип мыжыған. (Һандар 11:4—6 *; 21:5-те * уҡығыҙ.) Ҙур афәттән һуң беҙ ҙә шундай тоҙаҡҡа эләгергә мөмкинме? Ерҙе емеректәрҙән таҙартып ожмахҡа әйләндерер өсөн күпме ваҡыт кәрәк буласағын беҙ теүәл белмәйбеҙ. Моғайын, шарттар тәүҙә әллә ни яҡшы булмаҫтыр һәм эш бик күп булыр. Яңы донъяла зарланырға теләк тыумаҫмы? Шулай булмаһын өсөн инде хәҙер Йәһүәнең ҡайғыртыуын ҡәҙерләргә өйрәнергә кәрәк.

19. Был мәҡәләнең төп фекерҙәрен һөйләп бирегеҙ.

19 Йәһүә һәр ваҡыт дөрөҫ эш итә. Быға шикләнергә ярамай. Шулай уҡ беҙгә Йәһүәнең күрһәтмәләрен еткергән ҡәрҙәштәргә ышанырға кәрәк. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең «тыныс ҡалып миңә таянһағыҙ, көслө булырһығыҙ» тигән һүҙҙәрен бер ваҡытта ла онотмайыҡ (Ишағ. 30:15).

98-СЕ ЙЫР Изге Яҙма — Алла Һүҙе

^ Был мәҡәләлә Йәһүәгә һәм уның ерҙәге вәкилдәренә ышаныс үҫтереү бик мөһим икәне тураһында әйтелә. Шулай уҡ бындай һорауҙарға яуап бирелә: был ышаныс Алла хеҙмәтселәренә бөгөн ниндәй файҙа килтерә һәм киләсәктәге һынауҙарға беҙҙе нисек әҙерләй?

^ Ҡанун 10:17: «Аллағыҙ Йәһүә — аллалар Аллаһы һәм раббылар Раббыһы, бөйөк, ҡеүәтле һәм ҡурҡыу-хөрмәт уятыусы Алла, ул һәр кемгә бер тигеҙ ҡарай һәм ришүәт алмай».

^ Айырым осраҡтарҙа вәғәзселәр етди сәбәптәре арҡаһында башҡа йыйылышҡа күсмәй. 2002 йылдың ноябрь айында сыҡҡан «Беҙҙең изге хеҙмәтебеҙҙә» (урыҫ) «Һорауҙар рамкаһын» ҡарағыҙ.

^ Һандар 11:4—6: «Унан һуң улар араһындағы башҡа халыҡ кешеләре үҙҙәренең ҡомһоҙ теләктәрен белдерә башланы, һәм израилдәр ҙә: „Кем беҙгә ашарға ит бирер? — тип, ҡабат иларға тотондо. — 5 Беҙ Мысырҙа бушлай ашаған балыҡты, шулай уҡ ҡыяр, ҡарбуз, һуған һәм һарымһаҡты шул тиклем һағынабыҙ! 6 Ә хәҙер беҙ хәлһеҙләнә барабыҙ. Ошо маннанан башҡа бер нәмә лә күрмәйбеҙ“».

^ Һандар 21:5: «Алла менән Мусаға ҡаршы сығып, былай тине: „Ниңә һеҙ беҙҙе Мысырҙан сығарып, сүлдә үлергә алып килдегеҙ? Ризыҡ та, һыу ҙа юҡ бит бында. Беҙ ерәнгес был икмәкте күрә алмайбыҙ инде“».