Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

8-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Ҡәрҙәштәргә кәңәшегеҙҙе ҡабул итеүе еңелме?

Ҡәрҙәштәргә кәңәшегеҙҙе ҡабул итеүе еңелме?

«Май һәм фимиам күңелгә шатлыҡ килтергән кеүек, эскерһеҙ кәңәштән тыуған дуҫлыҡ та һөйөндөрә» (ҒИБ. ҺҮҘ. 27:9).

102-СЕ ЙЫР Хәлһеҙҙәргә ярҙам итәйек

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Бер ағай-ҡәрҙәш ниндәй хәлгә эләккән һәм унан нимәгә өйрәнгән?

 КҮП йылдар элек ике өлкән йыйылышҡа йөрөмәй башлаған бер апай-ҡәрҙәшкә килгән. Өлкәндәрҙең береһе уға йыйылышҡа йөрөүҙең мөһимлеген күрһәткән бер нисә аят уҡып сыҡҡан. Ул, үҙ вазифамды яҡшы үтәнем, тип уйлаған. Әммә улар китер алдынан, апай-ҡәрҙәш уның күҙҙәренә ҡарап: «Һеҙ бер нәмә лә аңламайһығыҙ», — тигән. Өлкәндәр, уға нимә менән осрашырға тура килгәне тураһында ҡыҙыҡһынмайынса, кәңәштәр биргән. Һөҙөмтәлә улар әйткән мөһим фекерҙәр файҙаһыҙ булған.

2 Шул осраҡты иҫенә төшөрөп, ағай-ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Шул саҡта мин: „Ниндәй ихтирамһыҙлыҡ!“ — тип уйлап ҡуйҙым. Әммә уйланғандан һуң мин, дөрөҫ аяттар уҡыр урынына, һин нисек йәшәйһең, бәлки, һиңә ярҙам кәрәктер, тигән дөрөҫ һорауҙар бирергә кәрәклеген аңланым». Шул осраҡтан ағай-ҡәрҙәш күп һабаҡтар алған. Хәҙер ул кеше хәленә инә белә һәм һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер.

3. Йыйылышта кем кәңәштәр бирә ала?

 3 Өлкәндәргә башҡаларға кәңәш биреү вазифаһы тапшырылған. Әммә ҡайһы ваҡыт быны башҡа ҡәрҙәштәр ҙә эшләй ала. Мәҫәлән, һәр ҡәрҙәш үҙенең дуҫына Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәш бирә ала (Зәб. 141:5; Ғиб. һүҙ. 25:12). Оло йәштәге апай-ҡәрҙәштәр йәшерәк апай-ҡәрҙәштәргә төрлө өлкәләрҙә кәңәш бирергә мөмкин. Шундай өлкәләрҙең ҡайһы берҙәре Титҡа 2:3—5-тә иҫкә алына. Һәм, әлбиттә, атай-әсәйҙәр ҙә балаларын киҫәтә һәм өгөтләй. Был мәҡәлә беренсе сиратта өлкәндәргә тәғәйенләнгән булһа ла, уны ҡарап сығыу барыбыҙға ла файҙалы булыр. Был мәҡәләлә яҡшы кәңәште нисек бирергә һәм кешегә уны ҡабул итеүе һәм ҡулланыуы еңел булһын өсөн нимә эшләп булғанын ҡарап сығырбыҙ (Ғиб. һүҙ. 27:9).

4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

4 Кәңәш бирер алдынан, шундай дүрт һорау өҫтөндә уйланыу бик яҡшы булыр ине: 1) Кәңәш бирергә беҙҙе нимә дәртләндерә? 2) Кәңәш ысынлап та кәрәкме? 3) Кем кәңәш бирергә тейеш? 4) Яҡшы кәңәш бирергә нимә ярҙам итер? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ.

КӘҢӘШ БИРЕРГӘ БЕҘҘЕ НИМӘ ДӘРТЛӘНДЕРӘ?

5. Кәңәш бирер алдынан, өлкән нимә эшләргә тейеш һәм ни өсөн? (1 Коринфтарға 13:4, 7).

5 Өлкәндәр ҡәрҙәштәрен ярата, шуға күрә улар яңылыш юлдан барғандарын төҙәтә (Гал. 6:1). Әммә кәңәш бирер алдынан, өлкәнгә мөхәббәт ниндәй булырға тейеш икәнен иҫенә төшөрөргә кәрәк. Илсе Павел былай тип яҙған: «Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле. Ул бөтөнөһөнә лә түҙә, бөтөн нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә». (1 Коринфтарға 13:4, 7-не уҡығыҙ.) Өлкән, был аяттар өҫтөндә уйланып, кәңәш бирергә яратыу дәртләндерәме икәнен билдәләй алыр. Әгәр өлкәндең һүҙҙәрендә йылылыҡ тойолһа, ҡәрҙәшкә уның кәңәшен ҡабул итеүе күпкә еңелерәк булыр (Рим. 12:10).

6. Илсе Павел ниндәй яҡтан яҡшы өлгө күрһәткән?

6 Илсе Павел яҡшы өлкән ниндәй булырға тейеш икәнен күрһәткән. Мәҫәлән, Фессалоникала йәшәгән мәсихселәр кәңәшкә мохтаж булған, һәм Павел уларға кәңәш бирергә оялмаған. Әммә ул үҙенең ике хатын да киҫәтеү менән түгел, ә маҡтау һүҙҙәре менән башлаған. Тәүҙә Павел уларҙың иманын, мөхәббәтен һәм сыҙамлығын телгә алған. Уның хаттарынан күренеүенсә, ул уларҙың шарттарын, ниндәй эҙәрлекләүҙәр аша үтергә тура килгәнен һәм уларға ни тиклем ауыр булғанын белгән (1 Фес. 1:3; 2 Фес. 1:4). Павел Фессалоникалағы ҡәрҙәштәргә башҡа мәсихселәр өсөн өлгө булып торғандары тураһында яҙған (1 Фес. 1:8, 9). Уларға шундай маҡтау һүҙҙәрен ишетеү ни тиклем күңелле булғандыр! Һис шикһеҙ, Павел ҡәрҙәштәрен бик яратҡан. Шуға күрә ул Фессалоникалағы мәсихселәргә яҙған ике хатында ла файҙалы кәңәштәр бирә алған (1 Фес. 4:1, 3—5, 11; 2 Фес. 3:11, 12).

7. Ни өсөн ҡайһы саҡта кәңәштәрҙе тыңлағы килмәй?

7 Кәңәште дөрөҫ бирмәһәк, нимә булырға мөмкин? Бер тәжрибәле өлкән былай ти: «Ҡайһы бер кәңәштәрҙе, улар насар булғанға түгел, ә асыуҙан сығып бирелгәнгә, тыңлағы килмәй». Һабаҡ нимәлә? Беҙ үҙебеҙҙән һорай алабыҙ: «Ни өсөн мин кәңәш бирергә теләйем? Сөнки был кеше минең асыуымды сығарамы йәки мин уны яратам һәм уға ярҙам итергә теләйемме?»

КӘҢӘШ ЫСЫНЛАП ТА КӘРӘКМЕ?

8. Кәңәш бирер алдынан, өлкәнгә ниндәй һорауҙар өҫтөндә уйланырға кәрәк?

8 Өлкәндәргә кәңәштәр бирергә ашыҡмаҫҡа кәрәк. Кәңәш бирер алдынан, өлкән үҙ-үҙенә бындай һорауҙар бирә ала: «Миңә ысынлап та нимәлер әйтергә кәрәкме? Төймәләйҙе дөйәләй итмәйемме? Изге Яҙмалағы берәй принцип боҙоламы йә был минең ҡарашым ғынамы?» Аҡыллы өлкәндәр «уйламайынса һөйләгән кеше» һымаҡ эш итергә теләмәй (Ғиб. һүҙ. 29:20). Өлкән ҡәрҙәшкә кәңәш бирергә кәрәкме, юҡмы икәненә шикләнһә, башҡа өлкән менән кәңәшләшә ала (2 Тим. 3:16, 17).

9. Тышҡы ҡиәфәт тураһында кәңәш бирергәме, юҡмы икәнен хәл иткәндә, Павелдың һүҙҙәре нисек ярҙам итә ала? (1 Тимофейға 2:9, 10).

9 Әйҙәгеҙ, бындай осраҡты күҙ алдына килтерәйек: өлкәнде бер вәғәзсенең тышҡы ҡиәфәте борсой. Ул үҙ-үҙенән һорай ала: «Был ҡәрҙәш Изге Яҙмалағы принципты боҙамы?» Өлкән был һорауҙарҙа үҙ белдегенә таяныу дөрөҫ түгел икәнен аңлай, шуға күрә башҡа бер өлкән менән йәки рухи яҡтан етлеккән вәғәзсе менән кәңәшләшеп алырға була. Улар бергәләп 1 Тимофейға 2:9, 10-да (уҡығыҙ) кейем тураһында яҙылған аяттарҙы иҫтәренә төшөрә. Павел мәсихселәргә «тыйнаҡ... әҙәп һәм намыҫ һаҡлап» кейенегеҙ тип әйткәндә, ҡаты ҡағиҙәләр урынлаштырмаған. Ул шулай уҡ кейергә яраған йә ярамаған кейемдәрҙең исемлеген килтермәгән. Павел мәсихселәрҙең, Изге Яҙмалағы принциптарҙы боҙмайынса, матур итеп кейенергә хоҡуҡтары булғанын таныған. Шуға күрә өлкән, башҡа өлкәндәр менән кәңәшләшеп, вәғәзсенең өҫ-башы тыйнаҡһыҙ һәм йыйылышҡа тап төшөрә тигән һығымтаға килгәс кенә, уға кәңәш бирә ала.

10. Башҡа мәсихселәрҙең ҡарарҙарын хөрмәт итергә нимә ярҙам итер?

10 Шуны аңлау мөһим: рухи яҡтан етлеккән ике мәсихсе төрлө ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкин. Уларҙың икеһенең дә ҡарарҙары дөрөҫ булыуы ихтимал. Шуға күрә үҙебеҙ дөрөҫ тип һанаған фекерҙе ҡәрҙәштәргә тағырға ярамай (Рим. 14:10).

КӘҢӘШТЕ КЕМ БИРЕРГӘ ТЕЙЕШ?

11, 12. Кәңәш бирергә кәрәк саҡта өлкән нимә тураһында уйланырға тейеш һәм ни өсөн?

11 Әгәр ҙә кәңәш бирергә кәрәк булһа, кем уны бирергә тейеш? Кейәүҙә булған апай-ҡәрҙәш менән йәки бала менән һөйләшер алдынан, өлкән ғаилә башлығы менән кәңәшләшергә тейеш. Бәлки, ғаилә башлығы үҙе барыһын да яйға һалырға ҡарар итер йәки ғаилә ағзаһына кәңәш бирелгән саҡта уларҙың янында булырға теләр *. Шулай уҡ  3-сө абзацта әйтелгәнсә, ҡайһы бер осраҡтарҙа йәш апай-ҡәрҙәш менән оло йәштәге апай-ҡәрҙәш һөйләшһә, яҡшыраҡ булыр.

12 Әммә был ғына етерлек түгел. Өлкәнгә бындай һорау өҫтөндә уйланырға кәрәк: «Был кәңәште мин бирһәм йә башҡа ҡәрҙәш бирһә яҡшыраҡ булырмы?» Мәҫәлән, үҙ-үҙен түбән баһалаған ҡәрҙәшкә шундай уҡ хистәр тойған өлкән кәңәш бирһә, күпкә яҡшыраҡ. Ундай өлкәнгә, моғайын, ҡәрҙәшкә ҡарата шәфҡәтле булырға еңелерәк булыр һәм уның һүҙҙәре нығыраҡ йоғонто яһар. Шул уҡ ваҡытта ҡәрҙәштәрҙе нығытыу һәм уларға кәңәш биреү вазифаһы бөтә өлкәндәргә лә тапшырылған икәнен аңлау бик мөһим. Шуға күрә, кәңәш бирергә кәрәк булһа, өлкән уны бирергә тейеш.

ЯҠШЫ КӘҢӘШ БИРЕРГӘ НИМӘ ЯРҘАМ ИТЕР?

Ни өсөн өлкән «тыңлауға өлгөр» булырға тейеш? (13, 14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

13, 14. Ни өсөн өлкән ҡәрҙәштәрҙе иғтибар менән тыңларға тейеш?

13 Иғтибар менән тыңлағыҙ. Кәңәш бирергә йыйынған өлкән үҙ-үҙенә бындай һорауҙар бирергә тейеш: «Был кешенең шарттары тураһында мин нимә беләм? Ул нисек йәшәп ята? Уның мин белмәгән ауырлыҡтары бармы? Хәҙер ул бигерәк тә нимәгә мохтаж?»

14 Бында Яҡуб 1:19-ҙағы «һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын» тигән һүҙҙәр бик урынлы. Өлкән бөтә факттарҙы ла иҫәпкә алдым тип уйларға мөмкин. Әммә ысынлап та шулаймы? Ғибрәтле һүҙҙәр 18:13-тә: «Һүҙҙе тыңламайынса яуап биреү — ахмаҡлыҡ һәм хурлыҡ», — тип әйтелә. Өҫтәүенә, был факттарҙы ситтән түгел, ә кешенең үҙенән ишетергә кәрәк. Шунан һуң ғына берәй нәмә әйтеп була. Был мәҡәләнең башында телгә алынған өлкәндең нимәгә өйрәнгәнен иҫебеҙгә төшөрәйек. Ул үҙе әҙерләгән фекерҙәрҙе әйтер алдынан, апай-ҡәрҙәштән: «Нисек йәшәп ятаһың? Бәлки, һиңә ярҙам кәрәктер?» — тип һорарға кәрәк булғанын аңлаған. Әгәр өлкән ҡәрҙәштең хәлен аңларға тырышһа, ул уны рәнйетмәйенсә үҙгәрергә дәртләндерә алыр.

15. Өлкәндәр Ғибрәтле һүҙҙәр 27:23-тәге принципты нисек ҡуллана ала?

15 Ҡәрҙәштәргә дуҫ булығыҙ. Әйтеп кителгәнсә, яҡшы кәңәш бирер өсөн, Изге Яҙманан аяттар уҡыу һәм уларҙы нисек ҡулланып булғанын аңлатыу ғына етерлек түгел. Ҡәрҙәштәр өлкәндәрҙең ҡайғыртыуын, аңлауын һәм ярҙам итергә теләүен тойорға тейеш. (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:23-тө * уҡығыҙ.) Өлкәндәргә йыйылыштағы ҡәрҙәштәр менән дуҫлашыр өсөн тырышлыҡтар һалырға кәрәк.

Кәңәш биреү еңелерәк булһын өсөн, өлкәндәр нимә эшләй ала? (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)

16. Өлкәнгә яҡшы кәңәш бирергә нимә ярҙам итер?

16 Өлкәндәр ҡәрҙәштәрҙең, яуаплы ҡәрҙәштәр беҙгә кәңәш бирергә кәрәк саҡта ғына килә, тип уйлауҙарын теләмәй. Шуға күрә өлкәндәр һәр ваҡыт ҡәрҙәштәрҙең янында булырға тырыша, ә уларҙың ниндәйҙер ауырлыҡтары тыуһа, улар шунда уҡ ярҙамға килергә әҙер. Күп йылдар өлкән булып хеҙмәт иткән бер ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Бергә ваҡыт үткәргәндә генә ныҡлы дуҫлыҡ барлыҡҡа килә, ә дуҫ кешегә кәңәш биреү күпкә еңелерәк». Шулай уҡ ҡәрҙәшкә лә ундай өлкәндән кәңәш алыуы рәхәтерәк.

Ни өсөн, кәңәш биргәндә, өлкән түҙемле һәм игелекле булырға тейеш? (17-се абзацты ҡарағыҙ.)

17. Өлкәндәргә айырыуса ниндәй ваҡытта түҙемле һәм игелекле булырға кәрәк?

17 Түҙемле һәм игелекле булығыҙ. Был сифаттар өлкәндәргә айырыуса ҡәрҙәш кәңәште кире ҡаҡҡанда кәрәк. Шул саҡта асыу хисе солғап алырға мөмкин, әммә өлкәндәр ярһып китергә тейеш түгел. Ғайса Мәсих тураһында бындай пәйғәмбәрлек әйтелгән: «Ул сатнаған ҡамышты ла һындырып төшөрмәҫ, быҫҡып ятҡан филтәне лә һүндермәҫ» (Матф. 12:20). Һәр өлкән, Ғайсанан өлгө алып, мәрхәмәтле булырға тырыша, шуға күрә ул Йәһүәгә, ҡәрҙәшкә кәңәште аңларға һәм ҡабул итергә ярҙам ит, тип доға ҡыла. Кәңәш алған ҡәрҙәшкә уны ҡабул итер өсөн ваҡыт кәрәк булырға мөмкин. Кәңәш дөрөҫ бирелһә, уны ҡабул итеүе еңел булыр. Шуға күрә өлкәндәргә игелекле һәм сабыр булырға кәрәк. Һәм, әлбиттә, кәңәш Изге Яҙмаға нигеҙләнгән булырға тейеш.

18. а) Кәңәш биргән кешегә нимәне иҫтә тоторға кәрәк? б) Рамкаға килтерелгән фотоһүрәттә атай-әсәйҙәр нимә тураһында фекер алыша?

18 Үҙ хаталарығыҙҙан һабаҡ алығыҙ. Беҙ камил түгел, шуға күрә был мәҡәләлә килтерелгән бөтә кәңәштәрҙе лә камил рәүештә ҡулланып булмай (Яҡ. 3:2). Хаталар булыр, әммә, әйҙәгеҙ, уларҙан һабаҡтар алырға тырышайыҡ. Әгәр ҡәрҙәштәр яратыуыбыҙҙы тойһа, уларға хаталарыбыҙҙы ғәфү итергә еңелерәк булыр. (Шулай уҡ  «Атай-әсәйҙәргә иҫкәрмә» тигән рамканы ҡарағыҙ).

 

ЙОМҒАҠЛАУ

19. Ниндәй кәңәштәрҙе ҡабул итеүе еңел?

19 Күреүебеҙсә, яҡшы кәңәш бирә белеү еңелдән түгел. Беҙ камил түгел һәм камил булмаған кешеләргә кәңәш бирәбеҙ. Шуға күрә был мәҡәләлә килтерелгән принциптар бик урынлы. Кәңәште беҙ дөрөҫ ниәттәрҙән сығып бирергә тейеш. Шулай уҡ кәңәште бирергә кәрәклегенә һәм уны тап беҙ бирергә тейеш икәненә инанырға кәрәк. Кәңәш бирер алдынан, кешенең хәленә инер өсөн уға һорауҙар бирергә һәм иғтибар менән тыңларға кәрәк. Үҙебеҙҙе уның урынына ҡуйыу мөһим. Беҙ ҡәрҙәштәр өсөн иғтибарлы һәм игелекле дуҫтар булырға теләйбеҙ. Әйҙәгеҙ, шуны онотмайыҡ: беҙ кәңәштәребеҙҙең файҙалы булыуын ғына түгел, ә еңел ҡабул ителеүен дә теләйбеҙ (Ғиб. һүҙ. 27:9).

103-СӨ ЙЫР Көтөүселәр — бүләк итеп бирелгән кешеләр

^ Кәңәш биреү еңелдән түгел. Кәңәшебеҙ күңелгә ятышлы һәм файҙалы булһын өсөн, ниндәй һүҙҙәр һайларға? Был мәҡәлә бөтәбеҙгә, айырыуса өлкәндәргә ҡәрҙәштәрҙең йөрәктәренә тәьҫир итә алған кәңәш бирергә ярҙам итер.

^ «Күҙәтеү манараһының» 2021 йылдың февраль сығарылышында «Баш булыу принцибы йыйылышта нисек ҡулланыла?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ Ғибрәтле һүҙҙәр 27:23: «Көтөүеңде яҡшылап ҡара. Һарыҡтарың тураһында яҡшылап ҡайғырт».