Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Мин бөтә ауырыуҙарҙы һауыҡтыра алған табипты таптым!

Мин бөтә ауырыуҙарҙы һауыҡтыра алған табипты таптым!

«ЫСЫНМЫ?! Мин бит бының тураһында бала сағымдан уҡ хыялланам!» — тип, янып торған күҙҙәр менән әйттем ике пациентыма. Был хәл 1971 йылда булды. Ул ваҡытта мин яңы ғына үҙ клиникамды асҡан инем. Ул пациенттарҙың кем булғанын, улар менән һөйләшеү нисек тормошомдо үҙгәрткәнен һәм ни өсөн бала сағымдағы хыялым тормошҡа ашырына ышанғанымды һөйләп бирергә рөхсәт итегеҙ.

Мин 1941 йылда Париж ҡалаһында тыуҙым. Беҙ ябай ғына йәшәнек. Мин уҡырға бик ярата инем. Һәм 10 йәшемдә туберкулез менән ауырып киткәс һәм мәктәпкә йөрөй алмағас ныҡ борсолдом. Үпкәгә көс төшмәһен өсөн табиптар күберәк ятырға кәңәш итте, шуға күрә мин бер нисә ай түшәктә яттым. Ләкин мин ваҡытты бушҡа үткәрмәнем: һүҙлектәр уҡыным һәм Париж университетының радиотапшырыуҙарын тыңланым. Табиптар, һин шәбәйҙең һәм мәктәпкә йөрөй алаһың тигәс, мин шатлығымдан түшәмгә тиклем һикерҙем. «Табиптар — улар ысын тылсымсылар!» — тип уйлап ҡуйҙым. Тап шул ваҡытта минең кешеләрҙе дауаларға хыялым тыуҙы. Атайым кем булырға теләйһең тип һорағанда, мин һәр ваҡыт: «Табип», — тип әйтә инем. Шулай итеп мин медицинаны ярата башланым.

ФӘН МИНЕ АЛЛАҒА ЯҠЫНЛАШТЫРҘЫ

Минең атай-әсәйем үҙҙәрен католиктар тип һанай ине, әммә минең Алла тураһында белемдәрем әҙ ине һәм күп һорауҙарыма яуаптар юҡ ине. Тормоштоң барлыҡҡа килеүенә мин университеттың медицина факультетында уҡый башлағас ҡына инандым.

Беренсе тапҡыр тюльпан сәскәһенең күҙәнәктәрен микроскоп аша ентекләп ҡарағанымды иҫләйем. Ул сәскәнең эҫенән һәм һыуыҡтан һаҡланыу реакцияһы төплө итеп уйланылған. Был мине таң ҡалдырҙы. Шулай уҡ мин цитоплазманың (күҙәнәктең эсендәге матдә) тоҙло мөхиттә бәләкәсәйгәнен, ә таҙа һыуҙа кире киңәйгәнен күҙәттем. Бының барыһы организмдарға үҙгәреп торған шарттарға күнегергә мөмкинлек бирә. Һәр күҙәнәк — бәләкәй генә хазина! Тормоштоң үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәгәненә мин тағы ла нығыраҡ инана башланым.

Икенсе курста мин Алланың барлығына өҫтәмә дәлилдәр таптым. Хәтерләйем, анатомия дәресендә беҙ кешенең ҡушар һөйәге тураһында һәм уның төҙөлөшө бармаҡтарға нисек бөгөлөргә һәм яҙылырға биргәне тураһында өйрәндек. Ҡушар мускулдарҙың һәм һеңерҙәрҙең бер-береһе менән тоташтырылыуы — ғәжәп бер мөғжизә! Мәҫәлән, ҡушар мускулдарҙың береһенән бармаҡтың икенсе фалангаһына тартылған һеңерҙе алайыҡ. Ул икегә бүленә һәм шулай итеп бәләкәй генә күпер барлыҡҡа килә, ә уның аҫтынан тағы бер һеңер үтә һәм тырнаҡтың фалангаһына килеп тоташа. Һеңерҙәр һөйәккә ныҡ һылашып тора, юғиһә бармаҡтарыбыҙ йәйә кеүек бөгөлөп, ә һеңерҙәр, йәйә кереше кеүек, ныҡ тартылып торор ине. Кеше тәнен оло аҡылға эйә булған шәхес уйлап сығарғаны минең өсөн ап-асыҡ ине!

Бала тыуған саҡта нимә булғаны тураһында белгәс, мин Барлыҡҡа килтереүсе менән тағы ла нығыраҡ һоҡлана башланым. Уҡытыусылар шуны аңлатты: бала, әсә ҡарынында булғанда, кислородты кендек бауы аша ала. Ул ваҡытта альвеолаларҙа (үпкәнең эсендәге ваҡ ҡына ҡыуыҡсалар) тын әле юҡ. Бала тыуыр алдынан бер нисә аҙна ҡалғас, альвеолаларҙың эске яғы сурфактант тигән матдә менән ҡаплана. Һәм бына, бала тыуып беренсе тын алғанда, ғәжәйеп механизмдар эшләй башлай. Сабыйҙың йөрәгендәге тишек ябыла, һәм ҡан үпкәгә аға башлай. Шул саҡта сурфактант үпкәнең эсендәге альвеолаларға йәбешергә бирмәй һәм улар тиҙ генә тын менән тула башлай. Шул мәлдә бала үҙе тын ала башлай!

Мин ошо мөғжизәләрҙе барлыҡҡа килтергән шәхес тураһында күберәк белергә теләнем, шуға күрә Изге Яҙманы ентекләп уҡый башланым. 3 000 йылдан ашыу элек Алла үҙ халҡына биргән гигиена тураһындағы ҡанун мине хайран ҡалдырҙы. Мәҫәлән, израилдәр тышҡа сыҡҡандан һуң тиҙәген күмеп ҡуйырға, йыш йыуынырға һәм йоғошло ауырыуҙың билдәләре булған кешене карантинға ябырға тейеш булған (Лев. 13:50; 15:11; Ҡан. 23:13). Изге Яҙма үҙ ваҡыты өсөн алдынғы булған, һәм был асыҡ күренә. Сөнки ғалимдар ауырыуҙарҙың нисек таралыуын ике быуат элек кенә аңлай башлаған. Бынан тыш, мин Левиттар китабындағы енси мөнәсәбәттәр гигиенаһына ҡағылышлы ҡанундарға иғтибар иттем (Лев. 12:1—6; 15:16—24). Улар халыҡҡа, дөйөм алғанда, һау-сәләмәт булып ҡалырға ярҙам иткән. Мин шуны аңланым: Барлыҡҡа килтереүсе, израилдәргә был ҡанундарҙы биреп, ҡайғыртыуын күрһәткән, һәм Алланың күрһәтмәләрен үтәү халыҡҡа файҙа килтергән. Изге Яҙма Алланан бирелгән китап икәненә мин инандым. Әммә ул ваҡытта мин уның исемен әле белмәй инем.

ТУЙЫБЫҘ ҺӘМ ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛЫУЫМ

Беҙ Лиди менән 1965 йылдың 3 апрелендә өйләнештек

Университетта уҡыған саҡта мин Лиди исемле бер һөйкөмлө ҡыҙ менән таныштым һәм уға ғашиҡ булдым. Беҙ 1965 йылда әле уҡыған саҡта өйләнештек. 1971 йылға беҙҙең инде өс балабыҙ бар ине. Аҙаҡ тағы өс балабыҙ тыуҙы. Лиди ғаиләлә лә, эшемдә лә минең өсөн алмаштырғыһыҙ ярҙамсы булды.

Мин өс йыл дауаханала эшләнем, ә һуңынан үҙемдең клиникамды астым. Күп тә үтмәҫтән, мин инде алда әйтеп киткән ирле-ҡатынлы пар клиникама килде. Иренә рецепт яҙғанда, ҡатыны: «Дарыуҙа ҡан булмаһа, яҡшы булыр ине», — тине. Мин аптырап: «Нисек инде? Ни өсөн?» — тип һораным. «Беҙ Йәһүә шаһиттары», — тине улар. Минең Йәһүә шаһиттары тураһында ла, уларҙың ҡанға ҡараштары тураһында ла бер ҙә ишеткәнем булманы. Шул саҡ теге ҡатын Изге Яҙманан ни өсөн улар ире менән ҡандан баш тартҡанын күрһәтте (Ғәм. 15:28, 29). Шунан һуң улар Алла Батшалығының идара итеү ваҡытында тормоштоң ниндәй буласағы хаҡында — ғазаптар, ауырыуҙар һәм үлем булмаясағы тураһында һөйләне (Асыл. 21:3, 4). Тап шул саҡта мин: «Ысынмы?! Мин бит бала сағымдан уҡ бының тураһында хыялланам! Мин кешеләрҙең ғазаптарын еңеләйтер өсөн табип булып киттем», — тинем. Мин әңгәмәгә шул тиклем мауығып киткәнмен, хатта сәғәт ярым ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Улар менән хушлашҡанда, мин инде күңелемдә католик түгел инем. Өҫтәүенә, мин һоҡланған Барлыҡҡа килтереүсенең исеме барлығын белдем. Уның исеме — Йәһүә!

Мин теге Шаһиттар менән тағы өс тапҡыр клиникамда осраштым. Һәм осрашҡан һайын, беҙ улар менән сәғәттәр буйы аралаштыҡ. Изге Яҙма тураһында ентекләберәк һөйләшер өсөн мин уларҙы өйөмә саҡырҙым. Лиди беҙҙең менән Изге Яҙма өйрәнергә ризалашһа ла, бала саҡтан белгән католик сиркәүенең өйрәтеүҙәре дөрөҫ түгел икәнен танырға теләмәне. Шуға күрә мин үҙебеҙгә руханиҙы саҡырҙым. Беҙ тик Изге Яҙма менән генә ҡулланырға һөйләштек. Беҙҙең бәхәстәр төнгә тиклем һуҙылды. Шул кистә Лиди хәҡиҡәт Йәһүә шаһиттарында икәненә тамам ышанды. Шул саҡтан алып беҙҙең Йәһүәгә ҡарата яратыуыбыҙ үҫә генә барҙы, һәм беҙ 1974 йылда һыуға сумдырылдыҡ.

ХӘҠИҠӘТТЕ ТОРМОШОМДА БЕРЕНСЕ УРЫНҒА ҠУЯМ

Алланың ниәте тураһында белеү тормошомдо тулыһынса үҙгәртте. Минең өсөн дә, Лиди өсөн дә Йәһүәгә хеҙмәт итеү иң мөһиме булды. Беҙ балаларыбыҙҙы ла Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәргә өйрәтергә тырыштыҡ. Аллаға һәм яҡындарыбыҙға ҡарата яратыу ғаиләбеҙҙе нығытты (Матф. 22:37—39).

Атай менән әсәй — бер команда, быны балаларыбыҙ яҡшы белә ине. Шулай уҡ Ғайсаның «„эйе“ тигән һүҙегеҙ — „эйе“, „юҡ“ тигәнегеҙ „юҡ“ булһын» тигән һүҙҙәре беҙҙең өйөбөҙҙә ҡағиҙә булып торғанын да аңлай ине (Матф. 5:37). Ҡайһы саҡта уларҙың быға инанған булыуҙары хатта күңелде йылыта ине. Бына бер ҡыҙыҡ осраҡ. Өлкән ҡыҙыбыҙға 17 йәш булғанда, Лиди уны урамға йәштәр янына сығарманы. Шунда әхирәтенең береһе: «Әсәйең рөхсәт итмәй икән, атайыңдан һора», — тигән. Ә ҡыҙыбыҙ уға: «Улай килеп сыҡмаҫ шул. Улар һәр ваҡыт бер яҡлы», — тип яуаплаған. Балаларыбыҙҙың алтыһы ла Изге Яҙманың принциптары ғаиләбеҙҙе берләштерә икәнен күрҙе. Ғаиләбеҙҙә күбеһе Йәһүә яғын һайланы, һәм беҙ быға бик шат.

Хәҡиҡәт тормошомдо үҙгәртһә лә, медицинаны һаман да яратам. Шуға күрә мин Франциялағы Вефилгә, табип булараҡ, үҙ ярҙамымды тәҡдим иттем. Элек Вефиль Париж ҡалаһында ине, ә хәҙер ул Лувье ҡалаһына күсте. Мин, Вефилдең штаттан тыш хеҙмәтсеһе булып, инде 50 йыл хеҙмәт итәм. Ул йылдар дауамында мин унда яҡын дуҫтар таптым. Уларҙың ҡайһы берҙәренә инде 90 йәштән күберәк. Күптән түгел мин бер йәш вефилсе менән таныштым. Әммә мин уны беләм икән! 20 йыл элек, ул тыуғанда, мин шул дауаханала акушер булып эшләй инем!

ЙӘҺҮӘ ҮҘ ХАЛҠЫ ТУРАҺЫНДА ҠАЙҒЫРТҠАНЫН КҮРӘМ

Ошо йылдар дауамында Йәһүәнең үҙ ойошмаһы аша халҡына нисек итеп күрһәтмәләр биргәнен һәм шулай итеп уларҙы яҡлағанын күп тапҡыр күрҙем. Был минең Йәһүәгә ҡарата яратыуымды тағы ла көсәйтте. Мәҫәлән, Етәксе кәңәшмә Йәһүә шаһиттарының табиптар берләшмәһе менән хеҙмәттәшлек итеүен яҡшыртыр өсөн 1980-се йылдарҙың башында Америкала махсус программаны ғәмәлгә индерҙе.

Артабан 1988 йылда Етәксе кәңәшмә Вефилдә дауалау буйынса мәғлүмәт бүлеген ойошторҙо. Башта был бүлек Америкала дауаханалар менән бәйләнеш тотоу комитеттарының эше өсөн яуаплы ине. Ул комитеттар Йәһүә шаһиттарына сифатлы дауалау алыр өсөн табиптарҙы табырға ярҙам итергә ойошторолған ине. Һуңыраҡ ундай комитеттар бөтә донъя буйынса, шул иҫәптән Францияла ла ойошторолдо. Йәһүә ойошмаһы медицина ярҙамына мохтаж булған ҡәрҙәштәр хаҡында яратыу сағылдырып ҡайғырта. Был мине таң ҡалдыра.

БАЛА САҒЫМДАҒЫ ХЫЯЛЫМ ИНДЕ ҮТӘЛӘ!

Беҙгә һаман да Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә оҡшай

Медицина минең беренсе мөхәббәтем булды. Әммә ваҡыт үтеү менән мин шуны аңланым: иң мөһиме — кешеләргә рухи яҡтан һауығырға ярҙам итеү. Уларға йәшәү Сығанағы Йәһүә Алла менән танышырға һәм уның менән дуҫ булырға кәрәк. Мин пенсияға сыҡҡас, беҙ Лиди менән даими пионер хеҙмәтен башланыҡ һәм ай һайын күп сәғәттәр Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләнек. Беҙ әле лә, көсөбөҙҙән килгәнсә, был ҡотҡарыу эшендә ҡатнашабыҙ.

Лиди менән 2021 йылда

Мин һаман да кешеләрҙе дауалайым, ләкин уларҙың хәлен ваҡытлыса ғына еңеләйтәм икәнен аңлайым. Сөнки хатта күренекле табиптар ҙа бөтә ауырыуҙарҙы һәм үлемде юҡ итә алмай. Шуға күрә әрнеүҙәр, ауырыуҙар һәм үлем булмаған ваҡытты түҙемһеҙлек менән көтәм. Ул ваҡыт оҙаҡламай килеп етәсәк, һәм мин Алланың барлыҡҡа килтергән нәмәләрен һәм шул иҫәптән кеше тәне нисек ғәжәйеп ҡоролғанын мәңге тикшерә алырмын. Эйе, минең бала сағымдағы хыялым тормошҡа инде аша башланы, әммә киләсәк тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ, һәм мин быға ныҡ ышанам!