Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

10-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Һеҙ элекке йәшәү рәүешегеҙҙән арына алаһығыҙ!

Һеҙ элекке йәшәү рәүешегеҙҙән арына алаһығыҙ!

«Элекке йәшәү рәүешегеҙҙе кейемегеҙҙе сискәндәй сисеп ташланығыҙ» (КОЛ. 3:9).

29-СЫ ЙЫР Исемебеҙгә лайыҡ булып йәшәйбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Изге Яҙманы өйрәнә башлағанға тиклем һеҙҙең тормошоғоҙ ниндәй ине?

 ЙӘҺҮӘ шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башлағанға тиклем тормошоғоҙ ниндәй булды? Күптәрҙең быны хатта иҫенә лә төшөрәһе килмәй. Был донъя тышҡы ҡиәфәтебеҙгә, уйҙарыбыҙға һәм яҡшылыҡ менән яманлыҡты айыра белеү һәләтебеҙгә тәьҫир итә торғайны. Әгәр һеҙҙең осраҡта ла шулай булған булһа, «һеҙ... донъяла өмөтһөҙ һәм Аллаһыҙ» йәшәгәнһегеҙ, тип әйтеп була (Ефес. 2:12). Әммә Изге Яҙманы өйрәнеү һеҙҙең тормошоғоҙҙо бик ныҡ үҙгәртте.

2. Изге Яҙманы өйрәнеп, һеҙ нимә белдегеҙ?

2 Изге Яҙманы өйрәнә башлағас, күктә һеҙҙе яратҡан Атағыҙ бар икәнен белдегеҙ. Һеҙ уның менән дуҫлашырға һәм уның ҙур ғаиләһенең ағзаһы булып китергә теләнегеҙ. Әммә бының өсөн ҡарашығыҙҙы, йәшәү рәүешегеҙҙе һәм тышҡы ҡиәфәтегеҙҙе үҙгәртергә кәрәк икәнен аңланығыҙ. Бынан тыш, һеҙгә Йәһүәнең юғары нормалары буйынса йәшәргә өйрәнергә кәрәк булды (Ефес. 5:3—5).

3. Колосстарға 3:9, 10 буйынса, Йәһүә нимә эшләргә ҡуша һәм был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Барлыҡҡа килтереүсебеҙ һәм күктәге Атабыҙ булараҡ, Йәһүә үҙ ғаиләһендә тәртип ҡағиҙәләрен урынлаштырырға хоҡуҡлы. Һәм ул беҙҙән, әле сумдырылғанға тиклем, «элекке йәшәү рәүешен» сисеп ташлауыбыҙҙы талап итә *. (Колосстарға 3:9, 10-ды уҡығыҙ.) Был мәҡәлә һыуға сумдырылырға теләгән кешеләргә бындай өс һорауға яуап алырға ярҙам итер: 1) «Элекке йәшәү рәүеше» нимә ул? 2) Ни өсөн уны кейемде сискәндәй сисеп ташларға кәрәк? 3) Быны нисек эшләп була? Ә һыуға сумдырылғандар насар ғәҙәттәргә һәм һыҙаттарға кире ҡайтмаҫ өсөн нимә эшләп булғаны тураһында уйлана алыр.

«ЭЛЕККЕ ЙӘШӘҮ РӘҮЕШЕ» НИМӘ УЛ?

4. «Элекке йәшәү рәүешенән» арынмаған кешене һүрәтләп бирегеҙ.

4 «Элекке йәшәү рәүешенән» арынмаған кеше тән теләктәре хаҡында уйлай һәм улар буйынса йәшәй. Ундай кеше үҙен ҡулда тота белмәй, ғорур, үҙе тураһында ғына уйлай һәм яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәй. Ул порнография, шулай уҡ аяуһыҙ һәм әхлаҡһыҙ фильмдар ҡарай. Эйе, уның ниндәйҙер яҡшы сифаттары бар һәм уға, бәлки, насар һүҙҙәре һәм эштәре өсөн ояттыр. Шулай ҙа ул үҙгәрергә әллә ни теләмәй (Гал. 5:19—21; 2 Тим. 3:2—5).

«Элекке йәшәү рәүешенән» арынған кеше әшәке уйҙарына һәм ҡараштарына үҙ тормошона тәьҫир итергә бирмәй (5-се абзацты ҡарағыҙ.) *

5. «Элекке йәшәү рәүешен» кейемде сискәндәй сисеп ташлау нимәне аңлатмай?

5 Беребеҙ ҙә камил түгел, шуға күрә насар уйҙарҙан һәм теләктәрҙән әлегә тулыһынса арына алмайбыҙ. Ваҡыт-ваҡыт беҙ үкенескә килтергән хаталар эшләйбеҙ (Ирем. 17:9; Яҡ. 3:2). Әммә «элекке йәшәү рәүешен» сисеп ташлаған кеше насар уйҙары һәм тән теләктәре буйынса бүтән йәшәмәй. Ул бөтөнләй икенсе кеше булып китә (Ишағ. 55:7; Ғәмәлдәр 3:19-ҙы уҡығыҙ).

6. Ни өсөн Йәһүә беҙҙе «элекке йәшәү рәүешенә» хас булған уйҙарҙан һәм ғәҙәттәрҙән арынырға дәртләндерә?

6 Йәһүә беҙҙе насар уйҙарҙан һәм ғәҙәттәрҙән арынырға дәртләндерә, сөнки ул беҙҙе бик ярата һәм бәхетле булыуыбыҙҙы теләй (Ишағ. 48:17, 18). Насар теләктәре менән көрәшмәгән кеше үҙенә лә, башҡаларға ла зыян килтерә, ә Йәһүә быны бер ҙә теләмәй.

7. Римдарға 12:1, 2 буйынса, беҙ ниндәй һайлау яһарға тейеш?

7 Ҡайһы бер дуҫтарыбыҙ йә туғандарыбыҙ тормошобоҙҙағы үҙгәрештәргә ҡыуанмағандыр йә хатта беҙҙән көлгәндер (1 Пет. 4:3, 4). Улар, бәлки, былай тип әйткәндер: «Һин тормошоңа үҙең хужа! Бер кем дә һине нисек йәшәргә өйрәтергә тейеш түгел!» Әммә Аллаға буйһонорға теләмәгән кеше ысын азатлыҡҡа эйә була алмай. Сөнки уларҙы Шайтан һәм уның донъяһы формалаштыра. (Римдарға 12:1, 2-не уҡығыҙ.) Беҙ барыбыҙ ҙа һайлау алдында торабыҙ: артабан да Шайтан донъяһына хас булған «элекке йәшәү рәүеше буйынса» йәшәргәме йә Йәһүәгә үҙебеҙҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртергә рөхсәт итергәме? (Ишағ. 64:8).

«ЭЛЕККЕ ЙӘШӘҮ РӘҮЕШЕБЕҘҘӘН» НИСЕК АРЫНЫРҒА?

8. Нисек Йәһүә беҙгә «элекке йәшәү рәүешебеҙҙән» арынырға ярҙам итә?

8 Йәһүә беҙҙең ҡыҫҡа ваҡыт эсендә етди үҙгәрештәр яһай алмағаныбыҙҙы аңлай (Зәб. 103:13, 14). Әммә ул беҙҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Уның Һүҙе, изге рухы һәм ойошмаһы беҙгә зирәгерәк булырға ярҙам итә һәм көс өҫтәй. Моғайын, һеҙ үҙегеҙ ҙә быға инанғанһығыҙҙыр. Әйҙәгеҙ, элекке йәшәү рәүешебеҙҙе ҡалдырып, насар уйҙарға һәм эштәргә кире ҡайтмаҫҡа нимә ярҙам итә алғанын ҡарап сығайыҡ. Шулай уҡ һыуға сумдырылырға әҙер булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен беләйек.

9. Изге Яҙма һеҙгә нисек ярҙам итә ала?

9 Изге Яҙма ярҙамында үҙ-үҙегеҙҙе намыҫлы итеп тикшерегеҙ. Алла Һүҙен көҙгө менән сағыштырып була. Уға ҡарап, кеше уйҙарында, тәртибендә һәм һөйләшеүендә нимәне үҙгәртергә кәрәк икәнен күрә (Яҡ. 1:22—25). Шулай уҡ өйрәнеү үткәргән ҡәрҙәш йә рухи яҡтан етлеккән башҡа берәй мәсихсе һеҙгә кәңәш бирә ала. Мәҫәлән, улар Изге Яҙма ярҙамында көслө яҡтарығыҙҙы күрергә һәм нимәне үҙгәртергә кәрәк икәнен билдәләргә ярҙам итер. Улар шулай уҡ һеҙгә насар ғәҙәттәрҙән арыныр өсөн баҫмаларыбыҙҙан файҙалы кәңәштәр нисек табып булғанын аңлатыр. Һәм Йәһүә лә һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Ул һеҙҙең нимәгә мохтаж икәнегеҙҙе яҡшы белә, сөнки йөрәгегеҙҙе күрә (Ғиб. һүҙ. 14:10; 15:11). Шуға көн һайын доға ҡылыу һәм уның Һүҙен өйрәнеү ғәҙәтен үҫтерергә тырышығыҙ.

10. Элиҙың осрағы һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

10 Йәһүәнең беҙгә иң яҡшыһын ғына теләгәнен онотмағыҙ. Ул беҙҙең нимә генә эшләүебеҙҙе һораһа ла, был беҙгә файҙа килтерә. Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәгән кешеләр үҙҙәрен хөрмәт итә башлай, мәғәнәле тормош алып бара һәм бәхетле булып китә (Зәб. 19:7—11). Ә Йәһүәнең ҡарашын һанға һуҡмаған кешеләр үҙҙәренең хаталы эштәренең әсе эҙемтәләрен татый. Эли исемле бер ир кешенең Алланың нормаларын кире ҡағыу тураһында нимә әйткәненә иғтибар итегеҙ. Ата-әсәһе уны бала сағынан Йәһүәне яратырға өйрәтергә тырышҡан. Әммә үҫмер сағында Эли үҙенә насар дуҫтар һайлаған. Ул наркотиктар ҡулланған, әхлаҡһыҙ тормош алып барған һәм урлашҡан. Эли ҡыҙыу һәм аяуһыҙ булып киткән. Ул былай тип әйтә: «Мин атай-әсәйем өйрәткәнсә түгел, ә бөтөнләй киреһенсә эшләнем». Шулай ҙа Элиҙың бала саҡта алған белемдәре бушҡа булмаған. Ваҡыт үтеү менән ул яңынан Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Ул үҙендә ҙур үҙгәрештәр яһаған, насар ғәҙәттәренән арынған һәм 2000 йылда һыуға сумдырылған. Был Элиҙың тормошона нисек тәьҫир иткән? Йәһүәнең ярҙамы менән Элиҙың тормошо бик ныҡ үҙгәргән. Ул былай ти: «Хәҙер минең күңелем тыныс һәм намыҫым таҙа» *. Был осраҡтан күренеүенсә, Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәмәй башлаған кешеләр үҙҙәренә зыян ғына килтерә. Ләкин Йәһүә ундай кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.

11. Йәһүә нимәне нәфрәт итә?

11 Йәһүә күрә алмаған нәмәләрҙе нәфрәт итергә өйрәнегеҙ (Зәб. 97:10). Изге Яҙма буйынса, Йәһүә «тәкәббер күҙҙәр, ялған тел, ғәйепһеҙҙең ҡанын ҡойоусы ҡулдарҙы» нәфрәт итә (Ғиб. һүҙ. 6:16, 17). Ул «рәхимһеҙ һәм алдаҡсы кешеләрҙән» ерәнә (Зәб. 5:6). Быны Нух көндәрендә булған ваҡиғалар иҫбатлай: Алла яуыз кешеләрҙе юҡ иткән, «сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән» тулған (Баш. 6:13). Йәһүә нәфрәт иткән нәмәләр тураһында шулай уҡ Малахи пәйғәмбәр яҙған. Әгәр кеше, мәкерле эш итеп, үҙенең ғәйепһеҙ тормош иптәше менән айырылышһа, Алла бик асыулана. Ул шундай кешенең табыныуын хупламаҫ һәм уны яуапҡа тарттырыр (Мал. 2:13—16; Евр. 13:4).

Бер кем дә серегән ризыҡ ашамаҫ, сөнки был ерәнес. Шуның шикелле, Йәһүә нәфрәт иткән эштәрҙә ҡатнашыу тураһында хатта уйлау ҙа беҙҙең өсөн ерәнес булырға тейеш (11, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

12. «Яуызлыҡҡа ерәнеп ҡарағыҙ» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата?

12 Йәһүә беҙгә былай ти: «Яуызлыҡҡа ерәнеп ҡарағыҙ» (Рим. 12:9, ЯДТ). «Ерәнеү» тигән һүҙ көслө хистәр менән бәйле. Әгәр кеше нимәгәлер ерәнеп ҡараһа, ул бының турала хатта уйларға ла теләмәй. Мәҫәлән, серегән ризыҡ ашау беҙҙең башыбыҙға ла килмәҫ ине. Быны күҙ алдына килтереүҙән генә лә ҡоҫҡо килә. Йәһүә күрә алмағанды эшләү тураһындағы уйҙар беҙҙә шундай уҡ хистәр тыуҙырырға тейеш.

13. Ни өсөн беҙ дөрөҫ булмаған уйҙарҙы кире ҡағырға тейеш?

13 Дөрөҫ булмаған уйҙарҙы кире ҡағығыҙ. Уйҙарыбыҙ эштәребеҙгә ҙур йоғонто яһай. Бына ни өсөн Ғайса етди гонаһтарға килтерә алған уйҙарҙы башыбыҙға индермәҫкә кәңәш иткән (Матф. 5:21, 22, 28, 29). Әлбиттә, беҙ барыбыҙ ҙа Йәһүәне шатландырырға теләйбеҙ. Шуға күрә беҙгә башыбыҙға килгән насар уйҙарҙы шунда уҡ кире ҡағырға кәрәк.

14. Һөйләшеүебеҙ беҙҙең турала нимәне асыҡлай һәм үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирергә кәрәк?

14 Үҙ телегеҙгә хужа булығыҙ. Ғайса Мәсих былай тигән: «Кешенең ауыҙынан сыҡҡаны — йөрәгенән сыға» (Матф. 15:18). Эйе, беҙҙең нимә тураһында һөйләгәнебеҙ ниндәй кеше икәнебеҙҙе күрһәтә. Шуға күрә бындай һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ: «Дөрөҫөн әйтеү ауырлыҡтар тыуҙырһа, мин алдарға ярай тип уйламайыммы? Мин, никахта торған кеше булараҡ, ҡаршы енестәге кешегә тейешһеҙ иғтибар күрһәтмәйемме? Һөйләшкәндә, мин оятһыҙ йә мыҫҡыллы һүҙҙәр ҡулланмайыммы? Берәйһе мине асыуландырһа, ҡыҙып китмәйемме?» Эйе, был һорауҙар өҫтөндә уйланыу файҙалы булыр. Ниндәйҙер мәғәнәлә дөрөҫ булмаған һүҙҙәрҙе төймәләр менән сағыштырып була. Уларҙы ҡулланып, беҙ «элекке йәшәү рәүешебеҙҙең» төймәләрен элеп ҡуйған һымаҡ булабыҙ. Эйе, уны сисер өсөн беҙгә мыҫҡыллы һәм оятһыҙ һүҙҙәрҙән тулыһынса арынырға кәрәк.

15. «Элекке йәшәү рәүешебеҙҙе» бағанаға ҡаҙаҡлап ҡуйыу нимәне аңлата?

15 Тәүәккәллек менән эш итегеҙ. Үҙгәрергә кәрәклеген күрһәтер өсөн илсе Павел көслө образ ҡулланған. Ул былай тип әйткән: «Беҙҙең элекке, гонаһлы асылыбыҙ Ғайса Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа [«бағанаға», ЯДТ] ҡаҙаҡланды» (Рим. 6:6). Ғайса Мәсих Йәһүәнең ихтыярын үтәр өсөн язаланып үлергә әҙер булған. Шуның шикелле, беҙ ҙә Йәһүә нәфрәт иткән теләктәребеҙҙе һәм эштәребеҙҙе үлтерергә тейеш. Шул аҙымдарҙы эшләһәк кенә, беҙҙең таҙа выжданыбыҙ һәм мәңгелек тормошҡа өмөтөбөҙ булыр (Яхъя 17:3; 1 Пет. 3:21). Онотмағыҙ: Йәһүә, беҙгә ярарға теләп, үҙенең ҡаҡшамаҫ нормаларын үҙгәртмәйәсәк. Киреһенсә, улар буйынса йәшәргә теләһәк, беҙгә үҙгәрергә кәрәк (Ишағ. 1:16—18; 55:9).

16. Ни өсөн артабан да әхлаҡһыҙ теләктәр менән көрәш алып барырға кәрәк?

16 Артабан да әхлаҡһыҙ теләктәрегеҙ менән көрәшегеҙ. Быны һыуға сумдырылғандан һуң да эшләргә кәрәк булыр. Әйҙәгеҙ, Маурисиуҙың миҫалына иғтибар итәйек. Йәш саҡта ул гомосексуалист булған. Һуңыраҡ ул Йәһүә шаһиттарын осратҡан һәм Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Тормошонда ҙур үҙгәрештәр яһап, 2002 йылда Маурисиу һыуға сумдырылған. Йәһүәгә инде күп йылдар хеҙмәт итһә лә, ҡайһы ваҡыт уға дөрөҫ булмаған теләктәр менән көрәшергә тура килә. Ләкин ул бирешмәй. Маурисиу былай ти: «Шул әхлаҡһыҙ теләктәргә эйәрмәгәндә, мин Йәһүәне ҡыуандырам. Быны белеү миңә көс өҫтәй» *.

17. Набиханың миҫалы һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

17 Йәһүәнән ярҙам һорағыҙ һәм үҙ көсөгөҙгә түгел, ә уның рухына таянығыҙ (Гал. 5:22; Флп. 4:6). «Элекке шәхесте» сисер өсөн һәм уны ҡабат кеймәҫ өсөн күп тырышлыҡтар һалырға кәрәк. Быны Набиха исемле ҡатындың миҫалы иҫбатлай. Уға 6 йәш булғанда, атаһы уларҙы ташлап киткән. Был уның өсөн ауыр кисереш булған һәм күңелендә тәрән эҙҙәр ҡалдырған. Шуға күрә Набиха ауыр холоҡло булып үҫкән. Ул наркотиктар һата башлаған һәм һөҙөмтәлә бер нисә йылға төрмәгә эләккән. Төрмәгә аҙнаһына бер тапҡыр Йәһүә шаһиттары килеп йөрөгән, һәм Набиха Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡан. Ул үҙенең тормошонда етди үҙгәрештәр яһай башлаған. Набиха былай тип әйтә: «Ҡайһы бер насар ғәҙәттәрҙән арыныуы еңел булды. Әммә тәмәкене ташлау миңә бик ауыр бирелде». Набихаға был насар ғәҙәттән арыныр өсөн бер йылдан ашыу ваҡыт кәрәк булған. Ул былай тип дауам итә: «Йәһүәгә доға ҡылыу минең өсөн иң ҙур ярҙам булды». Ул башҡаларға былай ти: «Әгәр мин Йәһүәне шатландырыр өсөн үҙ тормошомдо үҙгәртә алдым икән, тимәк, был башҡаларҙың да хәленән килә» *.

ҺЕҘ ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛЫРҒА ЯРАҠЛЫ БУЛА АЛАҺЫҒЫҘ!

18. 1 Коринфтарға 6:9—11-ҙән күренеүенсә, Алланың күп хеҙмәтселәре нимәгә өлгәшә алған?

18 Әйҙәгеҙ, беренсе быуаттағы мәсихселәр тураһында уйлап алайыҡ. Улар һыуға сумдырылғанға тиклем кем булған? Уларҙың ҡайһы берәүҙәре зинасылар, гомосексуалистар һәм бурҙар булған. Әммә изге рухтың ярҙамы менән был ирҙәр һәм ҡатындар тулыһынса үҙгәрә алған, һәм Йәһүә уларҙы Ғайса Мәсихтең хакимдаштары булырға лайыҡ тип һанаған. (1 Коринфтарға 6:9—11-ҙе уҡығыҙ.) Шуның шикелле, беҙҙең көндәрҙә лә Изге Яҙма миллионлаған кешегә тормоштарын үҙгәртергә ярҙам иткән *. Улар үҙҙәрендә ныҡ тамырланған насар һыҙаттарҙан арына алған. Уларҙың миҫалдарынан күренеүенсә, һеҙ ҙә, үҙгәреп, һыуға сумдырылыр өсөн яраҡлы була алаһығыҙ.

19. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

19 Һыуға сумдырылыр өсөн «элекке йәшәү рәүешен» сисеү генә әҙ, шулай уҡ «яңы кеше» булып кейенергә кәрәк. Быға нисек өлгәшергә? Башҡалар нисек ярҙам итә ала? Киләһе мәҡәләлә был турала белербеҙ.

41-СЕ ЙЫР Эй Раббым, доғамды ишет

^ Һыуға сумдырылыр алдынан кешегә тормошонда етди үҙгәрештәр яһарға кәрәк. Был мәҡәләнән беҙ шуны белербеҙ: Изге Яҙмала әйтелгән «элекке йәшәү рәүеше» нимәне аңлата? ни өсөн унан арынырға кәрәк? һәм нисек быны эшләп була? Ә киләһе мәҡәләлә бөтәбеҙгә, шул иҫәптән һыуға сумдырылғандарға ла артабан «яңы кеше» булып кейенер өсөн нимә эшләргә кәрәклегенә иғтибар ителә.

^ АҢЛАТМА. «Элекке йәшәү рәүешен кейемде сискәндәй сисеп ташлағыҙ» тигән һүҙбәйләнеш Йәһүәнең күңелен әрнеткән ғәҙәттәрҙән һәм һыҙаттарҙан арыныуҙы аңлата. Быны кеше һыуға сумдырылғанға тиклем эшләргә тейеш (Ефес. 4:22).

^ «Күҙәтеү манараһының» (урыҫ) 2012 йылдың 1 апрель сығарылышында «Библия меняет жизнь. „Я решил вернуться к Иегове“» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ «Күҙәтеү манараһының» (тат.) 2012 йылдың 1 июль сығарылышында «Изге Яҙма тормошто үҙгәртә. „Улар миңә ҡарата бик мәрхәмәтле инеләр“» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ «Күҙәтеү манараһының» (урыҫ) 2012 йылдың 1 октябрь сығарылышында «Библия меняет жизнь. „Я стала злой и агрессивной“» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^  «Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» тигән рамканы ҡарағыҙ.

^ РӘСЕМДӘ: Йәһүә нәфрәт иткән нәмәләрҙән арыныу иҫке кейемде сисеп ташлауға оҡшаш.