Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

14-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Өлкәндәр, артабан да Павелдан өлгө алығыҙ!

Өлкәндәр, артабан да Павелдан өлгө алығыҙ!

«Минән өлгө алығыҙ» (1 КОР. 11:1).

99-СЫ ЙЫР Ҡәрҙәштәрем иҫәпһеҙ күп

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Илсе Павелдың өлгөһө өлкәндәргә нисек ярҙам итә ала?

 ИЛСЕ Павел ҡәрҙәштәрен ысын күңелдән яратҡан һәм улар өсөн бик күпте эшләгән (Ғәм. 20:31). Шуға күрә уларҙың да Павелға ҡарата наҙлы һәм йылы мөнәсәбәттәре булған. Мәҫәлән, Ефестағы өлкәндәрҙе иҫкә төшөрәйек. Улар, Павелды инде бүтән күрмәйәсәктәре тураһында белгәс, хатта илаған (Ғәм. 20:37). Беҙҙең көндәрҙә лә өлкәндәр ҡәрҙәштәрҙе эскерһеҙ ярата һәм улар өсөн ваҡыттарын да, көстәрен дә йәлләмәй (Флп. 2:16, 17). Әммә өлкәндәргә ҡайһы ваҡыт үҙ вазифаларын башҡарыуы еңел түгел. Шуға күрә был мәҡәлә улар өсөн файҙалы булыр.

2 Фиҙаҡәр өлкәндәр илсе Павелдан күп нәмәгә өйрәнә ала (1 Кор. 11:1). Павел, фәрештәләр һымаҡ, иҫ киткес һәләттәргә эйә булмаған. Камилһыҙ кеше булараҡ, ул ҡайһы саҡ хаталанған (Рим. 7:18—20). Ул үҙ тормошонда күп ауырлыҡтар менән осрашҡан. Шулай ҙа бирешмәгән һәм шатлығын юғалтмаған. Павелдың өлгөһө өлкәндәргә лә үҙ ауырлыҡтарын еңеп сығырға һәм шатлыҡтарын юғалтмаҫҡа ярҙам итә ала. Әйҙәгеҙ, быны ентекләберәк ҡарап сығайыҡ.

3. Был мәҡәләнән беҙ нимә белербеҙ һәм был беҙгә ниндәй яҡтан файҙалы булыр?

3 Был мәҡәләлә беҙ өлкәндәргә ауыр бирелгән дүрт өлкәне ҡарап сығырбыҙ: 1) вазифалар күп булғанда вәғәз эшенә дөрөҫ ҡараш һаҡлау, 2) ҡайғыртыусан көтөүсе булыу, 3) үҙ хаталарына дөрөҫ ҡараш һаҡлау һәм 4) башҡаларҙың етешһеҙлектәренә түҙемле булыу. Илсе Павелға был ауырлыҡтар таныш булған. Ул был ауырлыҡтарҙы нисек еңгән һәм өлкәндәр унан нимәгә өйрәнә ала? Был һорауҙарға яуаптарҙы ошо мәҡәләнән белербеҙ.

ВӘҒӘЗ ЭШЕНӘ ДӨРӨҪ ҠАРАШ ҺАҠЛАУ

4. Ни өсөн өлкәндәргә вәғәз эшен беренсе урынға ҡуйыу ауыр булырға мөмкин?

4 Ни өсөн был ауыр бирелә? Өлкәндәрҙең, вәғәз эшендә өлгө булыуҙан тыш, башҡа вазифалары ла бик күп. Улар аҙна уртаһында үткән осрашыуҙа рәйес вазифаһын үтәй, йыйылыш менән Изге Яҙма өйрәнеүен үткәрә һәм башҡа сығыштар яһай. Шулай уҡ улар хеҙмәт ярҙамсыларын тырышып өйрәтә һәм ҡәрҙәштәрҙе эскерһеҙ дәртләндереп тора (1 Пет. 5:2). Ҡайһы бер өлкәндәр Батшалыҡ залдарын һәм ойошманың башҡа биналарын төҙөүҙә һәм хеҙмәтләндереүҙә ҡатнаша. Шулай ҙа улар, һәр мәсихсе һымаҡ, вәғәз эшенә төп әһәмиәт бирергә тейеш (Матф. 28:19, 20).

5. Павел, вәғәзсе булараҡ, ниндәй өлгө ҡалдырған?

5 Павелдың өлгөһө. Павелға уңышлы вәғәзсе булырға нимә ярҙам иткән? Ул Филипптағы мәсихселәрҙе мөһимерәк нәмәләрҙе айыра белергә дәртләндергән һәм үҙе лә шулай эш иткән (Флп. 1:10, 11). Вәғәз эше уның тормошонда беренсе урында торған. Тиҫтәләгән йылдар дауамында ул кешеләрҙе «халыҡ алдында ла, өйҙән-өйгә йөрөп тә» өйрәткән (Ғәм. 20:20). Павел аҙнаһына бер тапҡыр йә үҙенә уңайлы ваҡытта ғына түгел, ә һәр мөмкинлекте ҡулланып вәғәзләгән. Мәҫәлән, Павел Афинала, Сила менән Тимофейҙы көткән арала, һөйөнөслө хәбәрҙе дәрәжәле кешеләргә һөйләгән, һәм уларҙың ҡайһы берҙәре мәсихсе булып киткән (Ғәм. 17:16, 17, 34). Хатта өйҙә хаҡ аҫтында булғанда ла, ул артабан да вәғәзләгән (Ғәм. 28:16—24; Флп. 1:13, 14).

6. Павел ҡәрҙәштәрен нимәгә өйрәткән?

6 Павел үҙ ваҡытын бик аҡыллы ҡулланған. Мәҫәлән, ул үҙе менән беренсе миссионер сәйәхәтенә — Маркты, ә икенсеһенә Тимофейҙы алған (Ғәм. 12:25; 16:1—4). Ҡәрҙәштәре менән бергә булғанда, Павел уларҙы йыйылыштар ойошторорға һәм көтөүсе вазифаларын үтәргә өйрәткән. Шулай уҡ өйрәтеү һәләттәрен үҫтерергә ярҙам иткән (1 Кор. 4:17).

Павел һымаҡ, вәғәзләр өсөн һәр мөмкинлекте ҡулланығыҙ (7-се абзацты ҡарағыҙ.) *

7. Өлкәндәр нисек итеп Павелдың Ефестарға 6:14, 15-тә яҙылған һүҙҙәре буйынса эш итә ала?

7 Һабаҡ. Өлкәндәр Павелдан ниндәй өлгө ала ала? Улар өйҙән-өйгә йөрөп кенә түгел, шулай уҡ уңайы сыҡҡанда, мәҫәлән, магазинда йә эш урындарында вәғәзләргә әҙер. (Ефестарға 6:14, 15-те уҡығыҙ.) Батшалыҡ залдарының төҙөлөш эштәре барғанда, уларҙың күршеләргә һәм төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеүселәргә вәғәзләргә мөмкинлектәре бар. Өлкәндәр, Павел һымаҡ, вәғәз ваҡытында ҡәрҙәштәрҙе, шул иҫәптән хеҙмәт ярҙамсыларын өйрәтә ала.

8. Ҡайһы ваҡыт өлкәндәргә нимә эшләргә кәрәк?

8 Йыйылыштағы йә райондағы вазифалар арҡаһында өлкәндәр вәғәз эшен икенсе урынға күсерергә тейеш түгел. Тимәк, ҡайһы бер осраҡтарҙа уларға «юҡ» тип әйтергә өйрәнергә кәрәк. Әйтәйек, өлкәнгә өҫтәмә хөрмәтле вазифалар тәҡдим итәләр, ти. Әммә доға ҡылып һәм барыһын ентекләп уйлап, ул «мин ризалашһам, мөһим эштәргә ваҡытым ҡалмаҫ» тигән һығымтаға килә. Мәҫәлән, ул аҙна һайын ғаилә өйрәнеүен үткәрә алмаҫ һәм регуляр рәүештә балалары менән бергә вәғәзләй алмаҫ. Өлкәндәр, хөрмәтле вазифаларҙан баш тартырға еңел булмаһа ла, шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙҙең һәр нәмәлә сама белеү теләгегеҙҙе фатихалар.

НИСЕК ҠАЙҒЫРТЫУСАН КӨТӨҮСЕ БУЛЫРҒА?

9. Вазифалары күп булғанға күрә, өлкәндәргә нимә ауыр бирелергә мөмкин?

9 Ни өсөн был ауыр бирелә? Йәһүә хеҙмәтселәренең тормоштарында ауырлыҡтар бик күп. Был һуңғы көндәрҙә барыһына ла нығытыу, йыуатыу һәм йылы һүҙ кәрәк. Ә кемделер рухи зыяндан киҫәтергә кәрәк (1 Фес. 5:14). Әлбиттә, өлкәндәр ҡәрҙәштәрҙең бөтә ауырлыҡтарын хәл итә алмай. Шулай ҙа Йәһүә был ағай-ҡәрҙәштәр, көстәренән килгәндең барыһын эшләп, уның һарыҡтарын нығытыр һәм яҡлар тип көтә. Эштәре күп булыуҙарына ҡарамаҫтан, өлкәндәр бының өсөн нисек ваҡыт таба ала?

Башҡаларҙы маҡтағыҙ һәм нығытығыҙ (10, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

10. 1 Фессалоникаларға 2:7-нән күренеүенсә, Павел нисек ҡәрҙәштәр хаҡында ҡайғыртҡан?

10 Павелдың өлгөһө. Павел үҙ ҡәрҙәштәрен һәр ваҡыт маҡтаған һәм уларҙы йылы һүҙҙәре менән нығытҡан. Өлкәндәр ҙә ҡәрҙәштәргә ҡарата шундай уҡ ҡайғыртыусан һәм наҙлы булырға тырыша. (1 Фессалоникаларға 2:7-не уҡығыҙ.) Павел имандаштарын үҙенең яратыуына, ә шулай уҡ Йәһүәнең яратыуына ышандырған (2 Кор. 2:4; Ефес. 2:4, 5). Башҡалар өсөн ул дуҫ булған һәм улар менән бергә ваҡыт үткәргән. Шулай уҡ ул уларға ышанған. Был нимәнән күренә? Павел уларға үҙенең ҡурҡыуҙары һәм етешһеҙлектәре тураһында асыҡ итеп һөйләгән (2 Кор. 7:5; 1 Тим. 1:15). Шулай ҙа Павел проблемаларын ҡәрҙәштәренең өҫтәренә һалмаған, ә тәү сиратта үҙе уларға ярҙам итергә тырышҡан.

11. Ни өсөн Павел ҡайһы саҡта имандаштарына кәңәш биргән?

11 Ҡайһы саҡта Павелға ҡәрҙәштәренә кәңәш бирергә тура килгән. Әммә ул быны асыуланып эшләмәгән. Киреһенсә, Павел улар хаҡында ҡайғыртҡан һәм уларҙы һәр төрлө ҡурҡыныстарҙан һаҡларға теләгән. Шуға күрә ул аңлайышлы һәм еңел ҡабул итә алырлыҡ кәңәштәр биргән. Мәҫәлән, Коринфтарға яҙған хатында Павел ҡәрҙәштәрҙе ҡаты шелтәләгән. Әммә һуңынан уның һүҙҙәренә нисек ҡарарҙар тип борсолған, шуға күрә Коринфҡа Титты ебәргән. Бәхеткә ҡаршы, Коринфтағы мәсихселәр Павелдың кәңәштәрен яҡшы ҡабул иткән. Павел быға бик шат булған (2 Кор. 7:6, 7).

12. Өлкәндәр ҡәрҙәштәрҙең иманын нисек нығыта?

12 Һабаҡ. Нисек өлкән Павелдан үрнәк ала ала? Ҡәрҙәштәр менән ваҡыт үткәреп һәм улар менән дуҫтарса аралашып. Бының өсөн йыйылыш осрашыуҙарына иртәрәк килергә була. Ғәҙәттә, кемгәлер йылы һүҙ әйтер өсөн һәм нығытыр өсөн күп ваҡыт кәрәкмәй. Ҡайһы саҡта бер-ике минут та етә (Рим. 1:12; Ефес. 5:16). Павелдың өлгөһөнә эйәргән өлкән тағы нимә эшләй ала? Ул Изге Яҙма ярҙамында ҡәрҙәштәрҙе нығыта һәм Алланың яратыуына ышандыра. Бынан тыш, ул ҡәрҙәштәргә үҙенең дә яратыуын белдерә. Ундай өлкән улар менән йыш аралаша һәм һәр ваҡыт маҡтарға тырыша. Әгәр ҡәрҙәшкә кәңәш бирергә тура килһә, ул быны Изге Яҙмаға нигеҙләнеп эшләй. Ҡәрҙәшкә хатаһы тураһында тура әйтһә лә, ул быны ипле генә эшләй, сөнки ҡәрҙәшен рәнйетергә теләмәй (Гал. 6:1).

ХАТАЛАРЫБЫҘҒА НИСЕК ДӨРӨҪ ҠАРАШ ҺАҠЛАРҒА?

13. Ҡайһы бер өлкәндәр үҙҙәренең камилһыҙлығына нисек ҡарай?

13 Ни өсөн был ауыр бирелә? Өлкәндәр камил түгел, беҙҙең һымаҡ улар ҙа хаталана (Рим. 3:23). Ҡайһы ваҡыт улар үҙҙәренең көсһөҙ яҡтарын дөрөҫ баһаламай. Берәүҙәре бәләкәй генә хатаһы арҡаһында үҙҙәрен булдыҡһыҙ итеп тоя. Ә икенселәре үҙ етешһеҙлектәренә бармаҡ аша ҡарай һәм үҙгәрергә кәрәк тип уйламай.

14. 2 Коринфтарға 4:7 буйынса, баҫалҡылыҡ Павелға үҙенең етешһеҙлектәренә дөрөҫ ҡарарға нисек ярҙам иткән?

14 Павелдың өлгөһө. Павел үҙенең етешһеҙлектәре менән бер үҙе генә көрәшә алмағанын баҫалҡылыҡ менән таныған. Ул, Йәһүә ярҙам итмәһә, уңышлы була алмағанын аңлаған. Элек Павел тәкәббер һәм аяуһыҙ кеше булған һәм мәсихселәрҙе эҙәрләгән. Әммә һуңыраҡ ул хаталанғанын аңлаған һәм башҡа кеше булып киткән (1 Тим. 1:12—16). Йәһүә уға ҡайғыртыусан, йәлләүсән һәм баҫалҡы көтөүсе булып китергә ярҙам иткән. Әммә Павел һаман да хаталар яһағанына бик әсенгән. Шулай ҙа ул хаталары тураһында ғына уйлап ултырмаған, ә Йәһүәнең үҙен ғәфү итеренә ышанған (Рим. 7:21—25). Павел үҙенән камиллыҡ көтмәгән. Киреһенсә, ул Ғайса һымаҡ булырға теләп, үҙен үҙгәртергә тырышҡан һәм баҫалҡылыҡ менән Йәһүәнән хеҙмәттә ярҙам һораған (1 Кор. 9:27; 2 Коринфтарға 4:7-не уҡығыҙ).

Үҙегеҙҙең көсһөҙ яҡтарығыҙҙан арынырға тырышығыҙ (14, 15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

15. Өлкәндәргә үҙҙәренең көсһөҙ яҡтарына нисек ҡарарға кәрәк?

15 Һабаҡ. Ағай-ҡәрҙәште өлкән итеп билдәләһәләр ҙә, ул камил булып китмәй. Шуға күрә Йәһүә уны хаталарын танырға һәм артабан да Мәсихтән өлгө алырға өндәй (Ефес. 4:23, 24). Үҙенең етешһеҙлектәрен күрер өсөн өлкәнгә Изге Яҙманы ентекләп өйрәнергә һәм тейешле үҙгәрештәр яһарға кәрәк. Шул саҡта Йәһүә уға вазифаларын яҡшы башҡарырға һәм бәхетле булырға ярҙам итер (Яҡ. 1:25).

НИСЕК БАШҠАЛАРҘЫҢ ЕТЕШҺЕҘЛЕКТӘРЕНӘ ТҮҘЕМЛЕ БУЛЫРҒА?

16. Әгәр өлкән башҡаларҙың етешһеҙлектәренә сиктән тыш иғтибар итһә, был нимәгә килтерер?

16 Ни өсөн был ауыр бирелә? Өлкәндәр ҡәрҙәштәр менән йышыраҡ аралашҡан һайын, уларҙың етешһеҙлектәрен асығыраҡ күрә башлай. Әгәр улар үҙҙәренә иғтибарлы булмаһа, ҡәрҙәштәргә ҡарата асыулы, тупаҫ һәм тәнҡитсел булып китеүҙәре ихтимал. Әммә өлкәндәр ундай тәртипкә юл ҡуйырға тейеш түгел. Сөнки Шайтан уларҙың шундай булыуҙарын теләй. Илсе Павел киҫәткәнсә, беҙгә был сифаттарҙан ҡасырға кәрәк (2 Кор. 2:10, 11).

17. Павел үҙенең ҡәрҙәштәренә нисек ҡараған?

17 Павелдың өлгөһө. Павел һәр ваҡыт ҡәрҙәштәренең яҡшы яҡтарын күрергә тырышҡан. Эйе, ҡайһы саҡта улар хаталанған, һәм хатта уларҙың ҡылыҡтары Павелға әрнеү килтергән. Әммә ул шуны яҡшы аңлаған: насар ҡылыҡ һәм насар кеше — бер үк нәмә түгел. Ул ҡәрҙәштәрен яратҡан һәм уларҙың яҡшы сифаттарын ҡәҙерләгән. Ҡайһы саҡта улар дөрөҫ эш итмәһә лә, Павел уларҙың ниәттәре яҡшы булғанына ышанған һәм уларға ярҙам итергә кәрәк икәнен аңлаған.

18. Павелдың Еводия менән Синтихияға ярҙам иткәненән нимәгә өйрәнеп була? (Филиптарға 4:1—3).

18 Павелдың Филипп ҡалаһындағы йыйылышта хеҙмәт иткән ике апай-ҡәрҙәшкә нисек ярҙам иткәнен иҫебеҙгә төшөрәйек. (Филиптарға 4:1—3-тө уҡығыҙ.) Еводия менән Синтихияның үҙ-ара ҡаршылыҡтары уларҙың мөнәсәбәттәрен боҙған. Әммә Павел уларға ҡарата тупаҫ һәм тәнҡитсел булмаған, ә киреһенсә, уларҙың яҡшы сифаттарына иғтибар иткән. Павел был тоғро апай-ҡәрҙәштәрҙең йыйылышта яҡшы абруй ҡаҙанғанын һәм Йәһүәнең уларҙы яратҡанын яҡшы белгән. Шундай ыңғай ҡараш уға нисек ярҙам иткән? Беренсенән, Павел Еводия менән Синтихияны татыулашырға өндәгән. Икенсенән, ул үҙе лә шатлыҡлы булып ҡалған һәм шул йыйылыштағы ҡәрҙәштәр менән дуҫлығын һаҡлаған.

Башҡаларҙы ҡаты хөкөм итмәгеҙ (19-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

19. а) Өлкәндәргә ҡәрҙәштәрҙең күркәм сифаттарына иғтибар итергә нимә ярҙам итер? б) Батшалыҡ залын йыйыштырыуҙа ҡатнашҡан өлкәндең фотоһүрәте һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

19 Һабаҡ. Өлкәндәр, иғтибарығыҙҙы ҡәрҙәштәрҙең яҡшы сифаттарына туплағыҙ. Камил булмаһаҡ та, һәр беребеҙҙә һоҡландырғыс сифаттар бар (Флп. 2:3). Әлбиттә, өлкәндәргә ҡайһы ваҡыт ҡәрҙәштәргә кәңәш бирергә тура килә. Әммә улар, Павел һымаҡ, ҡәрҙәштәрҙең яңылышыуҙарына түгел, ә уларҙың Йәһүәгә ҡарата яратыуына, фиҙаҡәр хеҙмәтенә һәм яҡшы ниәттәренә иғтибар итә. Өлкәндәр ҡәрҙәштәргә ҡарата ыңғай ҡараш һаҡлаһа, йыйылышта, ғаиләлә һымаҡ, йылы мөхит хөкөм һөрөр.

АРТАБАН ДА ПАВЕЛДАН ҮРНӘК АЛЫҒЫҘ

20. Өлкәндәргә Павелдың миҫалынан артабан да өйрәнергә нимә ярҙам итер?

20 Өлкәндәр, беҙ һеҙгә Павелдың миҫалын һәр яҡлап ҡарап сығырға кәңәш итәбеҙ. Был йәһәттән һеҙгә «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексы» (урыҫ) (Павел > Пример для старейшин) ярҙам итер. Унда килтерелгән материалды тикшергәндә, үҙегеҙгә бындай һорау бирегеҙ: «Нисек Павелдың миҫалы миңә өлкән вазифаларын үтәргә һәм шул уҡ ваҡытта шатлыҡлы булып ҡалырға ярҙам итер?»

21. Өлкәндәр нимәгә тулыһынса ышана ала?

21 Өлкәндәр, онотмағыҙ: Йәһүә һеҙҙең камил булыуығыҙҙы түгел, ә тоғро ҡалыуығыҙҙы көтә (1 Кор. 4:2). Йәһүә Павелдың фиҙаҡәр хеҙмәтен һәм тоғролоғон бик ҡәҙерләгән. Шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙгә лә хеҙмәттә башҡарған бар эштәрегеҙ өсөн рәхмәтле. Йәһүә бер ҡасан да «һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ» (Евр. 6:10).

87-СЕ ЙЫР Килеп, көс-дәрт ал!

^ Беҙ ҡайғыртыусан өлкәндәргә фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн бик рәхмәтле. Был мәҡәләлә улар осрашҡан дүрт ауырлыҡты ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ беҙ Павелдың үрнәге өлкәндәргә ауырлыҡтарҙы еңергә нисек ярҙам итә алғанын белербеҙ. Бынан тыш, был мәҡәлә беҙҙе өлкәндәрҙең хәленә инә белергә, уларҙы яратырға һәм уларға ярҙам итергә өйрәтер.

^ РӘСЕМДӘ: ағай-ҡәрҙәш эштән һуң хеҙмәттәшенә вәғәзләй.

^ РӘСЕМДӘ: өлкән башҡаларҙан ситләшкән ағай-ҡәрҙәште йылы ҡаршы ала.

^ РӘСЕМДӘ: ағай-ҡәрҙәш икенсеһенә үпкә һаҡлап йөрөмәҫкә кәңәш итә.

^ РӘСЕМДӘ: йәш ағай-ҡәрҙәш Батшалыҡ залын йыйыштырыуҙа ярҙам итергә теләк белдергән, ә үҙе телефонына мауығып тора. Әммә өлкән уны шелтәләмәй.