Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

18-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Рухи маҡсаттарҙы нисек һайларға һәм уларға нисек өлгәшергә?

Рухи маҡсаттарҙы нисек һайларға һәм уларға нисек өлгәшергә?

«Уңышың бөтөнөһөнә лә асыҡ күренһен өсөн, ошо ҡушылған эштәр менән мәшғүл бул, үҙеңде шуларға бағышла» (1 ТИМ. 4:15).

84-СЕ ЙЫР Ҙур эштәргә ашҡынабыҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Беҙ ниндәй рухи маҡсаттар ҡуя алабыҙ?

 МӘСИХТЕҢ ысын шәкерттәре булараҡ, беҙ Йәһүәне ныҡ яратабыҙ. Беҙ уға хеҙмәттә иң яҡшыһын бирергә теләйбеҙ. Әммә Йәһүә өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә теләһәк, рухи маҡсаттар b ҡуйырға кәрәк. Мәҫәлән, мәсихселәргә хас сифаттар үҫтерергә, файҙалы оҫталыҡтарға өйрәнергә һәм башҡаларға ярҙам итер өсөн мөмкинлектәр эҙләргә була.

2. Ни өсөн рухи маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға өлгәшергә кәрәк?

2 Ни өсөн рухи яҡтан үҫеү темаһы беҙҙе ҡыҙыҡһындырырға тейеш? Төп сәбәп — беҙ күктәге ҡайғыртыусан Атабыҙҙы шатландырырға теләйбеҙ. Беҙ һәләттәребеҙҙе һәм оҫталыҡтарыбыҙҙы Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә тулыһынса ҡулланғанда, ул бик ҡыуана. Бынан тыш, рухи яҡтан үҫһәк, беҙ ҡәрҙәштәргә күберәк файҙа килтерә алырбыҙ (1 Фес. 4:9, 10). Хәҡиҡәттә нисә генә йыл булһаҡ та, һәр беребеҙгә рухи яҡтан үҫергә кәрәк. Әйҙәгеҙ, бының өсөн нимә эшләп булғанын ҡарап сығайыҡ.

3. Илсе Павел Тимофейҙы нимәгә дәртләндергән? (1 Тимофейға 4:12—16).

3 Илсе Павел Тимофейға үҙенең беренсе хатын яҙғанда, был йәш егет инде тәжрибәле өлкән булған. Шулай ҙа Павел уны артабан да рухи яҡтан үҫергә дәртләндергән. (1 Тимофейға 4:12—16-ны уҡығыҙ.) Әйҙәгеҙ, Павелдың һүҙҙәре тураһында уйланайыҡ. Иғтибар итегеҙ, ул Тимофейҙы ике өлкәлә яҡшырырға өндәй: 1) мөхәббәт, иман, сафлыҡ һымаҡ күркәм сифаттарҙы үҫтерергә, 2) уҡыу, вәғәзләү һәм өйрәтеү оҫталыҡтарын яҡшыртырға. Тимофейҙың миҫалынан беҙ рухи яҡтан үҫер өсөн дөрөҫ маҡсаттар ҡуйырға кәрәк икәнен күрербеҙ. Бынан тыш, хеҙмәттә күберәк эшләр өсөн ниндәй мөмкинлектәр булғанын белербеҙ.

КҮРКӘМ СИФАТТАР ҮҪТЕРЕГЕҘ

4. Тимофейға файҙалы хеҙмәтсе булырға нимә ярҙам иткән? (Филипптарға 2:19—22).

4 Тимофейға Йәһүәнең файҙалы хеҙмәтсеһе булырға нимә ярҙам иткән? Уның иҫ киткес сифаттары. (Филипптарға 2:19—22-не уҡығыҙ.) Павел, Тимофей тураһында яҙғанда, уның баҫалҡы, тоғро, тырыш һәм ышаныслы булғаны тураһында әйткән. Тимофей ҡәрҙәштәрҙе бик яратҡан һәм улар тураһында эскерһеҙ ҡайғыртҡан. Шуға күрә Павел уны бик ҡәҙерләгән һәм уға етди йөкләмәләр тапшырырға ҡурҡмаған (1 Кор. 4:17). Әгәр беҙ мәсихселәргә хас сифаттарҙы үҫтерһәк, Йәһүә беҙҙе тағы ла нығыраҡ яратыр, һәм беҙ йыйылыш өсөн күберәк файҙа килтерә алырбыҙ (Зәб. 25:9; 138:6).

Һеҙгә ниндәй сифатты үҫтерергә кәрәклеген билдәләгеҙ (5, 6-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

5. а) Һеҙгә ниндәй сифатты яҡшыртырға кәрәклеген нисек билдәләргә? б) Фотоһүрәттән күренеүенсә, апай-ҡәрҙәшкә кеше хәленә инә белергә нимә ярҙам итә?

5 Конкрет маҡсат ҡуйығыҙ. Йәһүәгә доға ҡылып, үҙегеҙгә ниндәй яҡтан яҡшырырға кәрәк булғаны тураһында уйланығыҙ. Үҙегеҙ үҫтерергә теләгән берәй сифатты һайлағыҙ. Бәлки, һеҙгә кеше хәленә инә белеү йә ҡәрҙәштәргә ярҙам итергә теләк етмәйҙер. Ә, бәлки, ҡәрҙәштәр менән татыуыраҡ булырға һәм ғәфү итергә өйрәнергә кәрәктер. Яҡын дуҫығыҙ был хаҡта нимә уйлағаны тураһында һорарға була (Ғиб. һүҙ. 27:6).

6. Берәй сифатты үҫтерергә маҡсат ҡуйһағыҙ, нимә эшләй алаһығыҙ?

6 Маҡсатығыҙға ынтылығыҙ. Был йәһәттән һеҙгә нимә ярҙам итер? Мәҫәлән, һеҙ үҫтерергә теләгән берәй сифатты һайлап, уны бөтә яҡтан тикшерә алаһығыҙ. Әйтәйек, һеҙ ғәфү итергә өйрәнергә теләйһегеҙ, ти. Изге Яҙмала башҡаларҙы еңел ғәфү иткән һәм ғәфү итмәгән кешеләр тураһында яҙылған. Уларҙың миҫалдары хаҡында уйланығыҙ. Әлбиттә, был йәһәттән иң яҡшы өлгө беҙгә Ғайса Мәсих ҡалдырған (Лука 7:47, 48). Ул иғтибарын кешеләрҙең хаталарына тупламаған, ә уларҙың ниндәй була алғандарын күргән. Ә бына фарисейҙар башҡаларға кәмһетеп ҡараған (Лука 18:9). Был ике ҡапма-ҡаршы миҫалдар тураһында уйланып, үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Мин кешеләргә нисек ҡарайым? Уларҙың ниндәй сифаттарына иғтибарымды туплайым?» Әгәр һеҙгә кемделер ғәфү итеүе ауыр булһа, уның яҡшы сифаттарын иҫкә төшөрөгөҙ һәм уларҙы яҙып ҡуйығыҙ. Ә шунан үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Ғайса Мәсих был кеше тураһында нимә уйлай? Ул уны кисерер инеме?» Шундай һорауҙар һеҙгә үҙегеҙҙе рәнйеткән кешегә башҡаса ҡарарға ярҙам итер. Бәлки, һеҙгә тәүҙә ғәфү итеүе ауыр булыр, әммә тырышлыҡтар һалһағыҙ, ваҡыт үтеү менән ғәфү итеүе еңелерәк булыр.

ФАЙҘАЛЫ ОҪТАЛЫҠТАРҒА ӨЙРӘНЕГЕҘ

Батшалыҡ залын хеҙмәтләндереүҙә ярҙам итер өсөн оҫталыҡтарға өйрәнегеҙ (7-се абзацты ҡарағыҙ.) f

7. Йәһүә оҫта хеҙмәтселәрен нисек ҡуллана? (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:29).

7 Тағы бер яҡшы маҡсат — берәй файҙалы оҫталыҡҡа өйрәнеү. Филиалдарҙы, Конгресс залдарын һәм Батшалыҡ залдарын төҙөүҙә ҡатнашҡан ҡәрҙәштәр тураһында уйлағыҙ. Уларҙың күбеһе быға тиклем төҙөү эштәрендә ҡатнашмаған, әммә был проекттарҙа тәжрибәле ҡәрҙәштәр менән иңгә-иң эшләп, улар күпкә өйрәнгән. Фотоһүрәттә күреүебеҙсә, ағай-ҡәрҙәштәр ҙә, апай-ҡәрҙәштәр ҙә ойошмабыҙҙың биналарын хеҙмәтләндерергә өйрәнә. «Мәңгелек Батша» Йәһүә Алла һәм «батшаларҙың Батшаһы» Ғайса Мәсих эшсән хеҙмәтселәрҙең ҡулдары менән бөйөк эштәр башҡара (1 Тим. 1:17; 6:15, ЯДТ; Ғибрәтле һүҙҙәр 22:29-ҙы c уҡығыҙ). Беҙ үҙебеҙҙе түгел, ә Йәһүәне данлар өсөн ысын күңелдән эшләргә һәм оҫталыҡтарыбыҙҙы ҡулланырға теләйбеҙ (Яхъя 8:54).

8. Ниндәй оҫталыҡ үҫтерергә кәрәклеген нисек билдәләргә?

8 Конкрет маҡсат ҡуйығыҙ. Һеҙ ниндәй оҫталыҡҡа өйрәнә алыр инегеҙ? Был һорауҙы йыйылыш өлкәндәренә йә район күҙәтеүсеһенә бирә алаһығыҙ. Мәҫәлән, улар һеҙгә өйрәтеү һәм сығыш яһау һәләттәрен яҡшыртырға кәрәк тип әйтһә, һеҙ уларҙан, был һәләттәрҙең ниндәйҙәре өҫтөндә эшләһәм, яҡшыраҡ булыр, тип һорай алаһығыҙ. Унан һуң яйлап шул маҡсаттарға өлгәшергә тырышығыҙ. Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк?

9. Берәй оҫталыҡҡа өйрәнеү маҡсатына нисек өлгәшеп була?

9 Маҡсатығыҙға ынтылығыҙ. Әйтәйек, һеҙ уҡытыу һәләтегеҙҙе яҡшыртырға теләйһегеҙ, ти. Шул саҡта «Уҡыу һәм өйрәтеү оҫталығын яҡшырт» тигән брошюраны ентекләп өйрәнергә кәрәк булыр. Шунан аҙна уртаһындағы осрашыуҙа сығыш яһар алдынан тәжрибәле телмәрсенең һеҙҙе тыңлауын һорағыҙ. Ул һеҙгә нимәне яҡшыртырға кәрәк булғанын әйтер. Оҫта уҡытыусы ғына түгел, ә шулай уҡ тырыш һәм ышаныслы кеше булырға ла ынтылығыҙ (Ғиб. һүҙ. 21:5; 2 Кор. 8:22).

10. Һайлаған оҫталығыбыҙҙы яҡшыртырға нимә ярҙам итер? Миҫал килтерегеҙ.

10 Әгәр һеҙ өйрәнергә теләгән оҫталыҡ ауыр бирелһә, нимә эшләргә? Бирешмәгеҙ! Гэри исемле ағай-ҡәрҙәшкә шыма һәм тиҙ уҡыуы ауыр булған. Ҡәрҙәштәр уның йыйылыш осрашыуҙарында уҡыуын һорағас, ул бик ныҡ уңайһыҙланған. Әммә ул төшөнкөлөккә бирелмәгән һәм тырышып өйрәнгән. Уға яҡшы уҡый белгән ҡәрҙәштәр һәм баҫмаларыбыҙҙа килтерелгән кәңәштәр бик ярҙам иткән. Хәҙер ул сәхнәлә үҙен иркен тоя һәм хатта конгрестарҙа телмәрҙәр менән сығыштар яһай.

11. Тимофейға һымаҡ беҙгә лә хеҙмәттә күберәк эшләргә нимә ярҙам итер?

11 Тимофей ялҡынлы телмәрсе йә күренекле уҡытыусы булып киткәнме? Изге Яҙмала был хаҡта бер нимә лә әйтелмәй, әммә Тимофей, Павелдың кәңәшен ҡулланып, йыйылышта үҙ вазифаларын яҡшыраҡ үтәй башлаған (2 Тим. 3:10). Шуның шикелле, беҙ ҙә оҫталығыбыҙҙы үҫтерһәк, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә күберәк эшләй алырбыҙ.

БАШҠАЛАРҒА ЯРҘАМ ИТЕР ӨСӨН МӨМКИНЛЕКТӘР ЭҘЛӘГЕҘ

12. Ҡәрҙәштәр беҙгә ниндәй ярҙам күрһәтә?

12 Башҡаларҙың ярҙамы беҙгә бик кәрәк. Мәҫәлән, ауырыған ҡәрҙәштәр дауаханалар менән бәйләнеш тотоу комитеттарында хеҙмәт иткән ағай-ҡәрҙәштәргә һәм больнисҡа килеп йөрөгән ҡәрҙәштәргә шундай рәхмәтле! Тормошобоҙҙа ауыр осорҙар булғанда беҙгә ваҡыт бүлгән, тыңлаған һәм йыуатҡан өлкәндәргә бик рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ беҙҙең менән өйрәнеүгә барырға һәм үҙ фекерҙәре менән бүлешергә әҙер булған тәжрибәле пионерҙарҙы ла бик ҡәҙерләйбеҙ. Бөтә был ҡәрҙәштәр ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙер. Әгәр имандаштарыбыҙға ярҙамға килергә әҙер булһаҡ, беҙ ҙә шундай уҡ шатлыҡ кисерербеҙ. Ғайса Мәсих былай тигән: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» (Ғәм. 20:35). Ҡәрҙәштәргә күберәк файҙа килтерергә теләһәгеҙ, һеҙгә нимә ярҙам итер?

13. Маҡсат ҡуйғанда нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?

13 Маҡсаттың яҡшы билдәләнгән булыуы бик мөһим. Әйтәйек, һеҙ йыйылышта күберәк эшләргә теләйһегеҙ, ти. Был маҡсатҡа нисек өлгәшеп булғанын еңел генә әйтеп буламы? Һәм уға ҡасан өлгәшкәнегеҙҙе нисек белеп була? Шуға күрә маҡсатығыҙ аныҡ һәм яҡшы билдәләнгән булырға тейеш. Уны яҙып ҡуйыу һәм был маҡсатҡа өлгәшергә ярҙам иткән план төҙөү яҡшы булыр ине.

14. Ни өсөн беҙгә маҡсаттарыбыҙҙы үҙгәртергә әҙер булырға кәрәк?

14 Шулай уҡ беҙгә маҡсаттарыбыҙҙы үҙгәртергә әҙер булырға кәрәк, сөнки ҡайһы саҡта беҙ шарттарыбыҙға бер нисек тә тәьҫир итә алмайбыҙ. Мәҫәлән, Павелдың миҫалына иғтибар итәйек. Ул Фессалоника ҡалаһында яңы йыйылыш ойошторорға ярҙам иткән һәм, унда ҡалып, яңы мәсихселәргә ярҙам итергә теләгән. Әммә эҙәрләүҙәр арҡаһында уға ҡаланан китергә тура килгән (Ғәм. 17:1—5, 10). Әгәр Павел унда ҡалған булһа, ҡәрҙәштәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыр ине. Уға үҙ маҡсаттарын үҙгәртергә кәрәк булһа ла, ул күңелһеҙләнмәгән. Павел нимә эшләгән? Фессалоника ҡалаһындағы йыйылыш хаҡында ҡайғыртыр өсөн, Павел унда Тимофейҙы ебәргән (1 Фес. 3:1—3). Әлбиттә, ҡәрҙәштәр Тимофейға кәрәк саҡта ярҙам итергә әҙер булғаны өсөн бик рәхмәтле булған.

15. Беҙ үҙгәртә алмаған шарттар маҡсаттарыбыҙға нисек тәьҫир итергә мөмкин? Миҫал килтерегеҙ.

15 Павелдың тормошонда булған был осраҡ беҙҙе күп нәмәгә өйрәтә ала. Кеше берәй маҡсатҡа ынтылғанда уның шарттары үҙгәрергә мөмкин, һәм был маҡсат уның өсөн өлгәшә алмаҫлыҡ булып китә (Вәғ. 9:11). Әгәр һеҙҙең менән дә шулай булһа, үҙегеҙгә хәлегеҙҙән килгән башҡа бер маҡсат һайлағыҙ. Тед менән Хайди шулай эшләгән дә. Һаулыҡтары насарайғанға күрә, уларға Вефилдән китергә тура килгән. Әммә уларҙың Йәһүәгә ҡарата яратыуҙары һүрелмәгән. Шуға күрә хеҙмәт итер өсөн улар башҡа ысулдар эҙләй башлаған. Тәүҙә улар даими пионер булып хеҙмәт иткән. Күпмелер ваҡыт үткәс, уларҙы махсус пионер итеп билдәләгәндәр. Ә Тед район күҙәтеүсеһенең урынбаҫары булып хеҙмәт итер өсөн өйрәнеү үткән. Әммә һуңыраҡ ойошмабыҙҙа район күҙәтеүселәренең йәшенә ҡағылышлы талаптар үҙгәргән, шуға күрә Тед менән Хайди өсөн район хеҙмәте өлгәшә алмаҫлыҡ маҡсат булып киткән. Эйе, был бик ҡыҙғаныс. Әммә улар Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн башҡа мөмкинлектәр ҙә бар икәнен белгән. Тед былай ти: «Беҙ иғтибарыбыҙҙы хеҙмәттең бер төрөнә генә тупламаҫҡа өйрәндек».

16. Галаттарға 6:4-тә ниндәй һабаҡ бар?

16 Беҙ тормошобоҙҙа булған бөтә нәмәләрҙе контролдә тота алмайбыҙ. Шуға күрә Йәһүә һеҙҙе хөрмәтле вазифаларығыҙ өсөн генә ҡәҙерләй тип уйламағыҙ. Әлбиттә, үҙ мөмкинлектәребеҙҙе башҡаларҙыҡы менән сағыштырыу дөрөҫ түгел. Хайди ҡәрҙәш былай тип аңлата: «Әгәр тормошобоҙҙо башҡаларҙыҡы менән сағыштырһаҡ, шатлыҡ юғала». (Галаттарға 6:4-те уҡығыҙ.) Йәһүәгә һәм ҡәрҙәштәргә күберәк хеҙмәт итер өсөн мөмкинлектәр эҙләгеҙ d.

17. Киләсәктә өҫтәмә вазифаларға эйә булыр өсөн һеҙ инде хәҙер нимә эшләй алаһығыҙ?

17 Киләсәктә өҫтәмә вазифаларға эйә булыр өсөн ябай тормош алып барығыҙ һәм бурыстарға батмағыҙ. Ҙур маҡсаттарға ирешер өсөн бәләкәй маҡсаттар ҡуйығыҙ. Мәҫәлән, әгәр даими пионер булып хеҙмәт итергә теләһәгеҙ, һеҙ ярҙамсы пионер хеҙмәтенән башлай алаһығыҙ. Ағай-ҡәрҙәш хеҙмәт ярҙамсыһы булырға теләһә, инде бөгөн күберәк вәғәзләй ала, шулай уҡ ауырыған һәм оло йәштәге ҡәрҙәштәр хаҡында ҡайғырта ала. Бөгөн йыйған тәжрибәгеҙ һеҙгә хеҙмәттә күп мөмкинлектәр асыр. Һеҙгә ниндәй генә йөкләмәләр бирһәләр ҙә, уларҙы еренә еткереп башҡарығыҙ (Рим. 12:11).

Үҙегеҙгә конкрет һәм өлгәшә алырлыҡ маҡсат ҡуйығыҙ (18-се абзацты ҡарағыҙ.) g

18. Беверли апай-ҡәрҙәш беҙгә ниндәй үрнәк күрһәтә? Фотоһүрәтте ҡарағыҙ.

18 Нисә генә йәштә булһаҡ та, рухи маҡсаттар ҡуйып, беҙ уларға өлгәшә алабыҙ. 75 йәшлек Беверли апай-ҡәрҙәштең миҫалынан был яҡшы күренә. Насар һаулығы арҡаһында уға сығып йөрөүе ауыр булған. Әммә ул Иҫкә алыу кисәһенә саҡырыу кампанияһында актив ҡатнашырға теләгән. Быны эшләй алыр өсөн ул конкрет маҡсаттар ҡуйған. Үҙ маҡсаттарына өлгәшә алғас, ул бик ныҡ ҡыуанған. Уның шундай тырышлығы йыйылыштағы башҡа ҡәрҙәштәрҙе лә күберәк хеҙмәт итергә дәртләндергән. Оло йәштәге ҡәрҙәштәрҙең мөмкинлектәре сикле булһа ла, Йәһүә уларҙың хеҙмәтен бик ҡәҙерләй (Зәб. 71:17, 18).

19. Беҙ ниндәй рухи маҡсаттар ҡуя алабыҙ?

19 Үҙегеҙгә өлгәшә алырлыҡ маҡсаттар ҡуйығыҙ. Йәһүәгә оҡшаған сифаттар үҫтерегеҙ. Аллаға һәм уның ойошмаһына файҙа килтергән оҫталыҡтарға өйрәнегеҙ. Ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн мөмкинлектәр эҙләгеҙ e. Йәһүәнең ярҙамы менән, Тимофей һымаҡ, һеҙ ҙә уңышлы була алаһығыҙ. Шул саҡта уңыштарығыҙ «бөтөнөһөнә лә асыҡ» күренер (1 Тим. 4:15).

38-СЕ ЙЫР Алла һиңә ҡеүәт бирер

a Тимофей бик оҫта вәғәзсе булған, әммә илсе Павел уға артабан да һәләттәрен яҡшыртырға кәңәш биргән. Тимофей Павелдың кәңәшенә ҡолаҡ һалғанға, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә һәм ҡәрҙәштәренә ярҙам итеүҙә тағы ла файҙалыраҡ булып киткән. Һеҙҙең Йәһүә һәм йыйылыш өсөн күберәк эшләргә теләгегеҙ бармы? Беҙ быға бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Бының өсөн ниндәй маҡсаттар ҡуйырға кәрәк һәм уларға өлгәшергә нимә ярҙам итер?

b АҢЛАТМА. Рухи маҡсаттар ҡуйыу Йәһүәгә тулыраҡ хеҙмәт итергә һәм уны шатландырырға ынтылыуҙы аңлата.

c Ғибрәтле һүҙҙәр 22:29: «Үҙ эшендә оҫта кешене күргәнең бармы? Ул ябай кешеләр алдында түгел, ә батшалар алдында торор».

d «Йәһүә ихтыярын үтәр өсөн ойошторолған халыҡ» тигән китаптың (тат.) 10-сы бүлегендә «Ихтыяж ҙурыраҡ булған ерҙә хеҙмәт итеү» тигән өҫтәмә исемде ҡарағыҙ.

e «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китапта (тат.) «Алға таба ла рухи яҡтан үҫегеҙ» тигән 60-сы дәресте ҡарағыҙ.

f РӘСЕМДӘ: ағай-ҡәрҙәш ике апай-ҡәрҙәште Батшалыҡ залын хеҙмәтләндерергә өйрәтә. Улар алған оҫталыҡтарын яҡшы ҡуллана.

g РӘСЕМДӘ: насар һаулыҡ арҡаһында апай-ҡәрҙәш өйҙән сыға алмай. Әммә ул телефон аша вәғәзләй һәм кешеләрҙе Кисәгә саҡыра.