Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Әгәр мәсихсе, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән сәбәбе булмайынса, айырылышып башҡаға өйләнһә, йыйылыш уның элекке һәм яңы никахына нисек ҡарарға тейеш?

Мәсихсе икенсе тапҡыр өйләнһә, йыйылыш алдында уның элекке никахы юҡҡа сыға, ә яңыһы ғәмәлгә инә. Ни өсөн шулай итеп әйтеп була? Был һорауҙы аңлар өсөн, әйҙәгеҙ, Ғайсаның айырылышыу һәм яңынан никахҡа кереү тураһындағы һүҙҙәрен ентекләп тикшерәйек.

Ғайса әйтеүенсә, айырылышыр өсөн Алла рөхсәт иткән бер генә сәбәп бар. Был сәбәп тураһында Матфей 19:9-ҙа яҙылған: «Һеҙгә әйтәм: ир кеше, ҡатынының зина ҡылыу сәбәбе булмайынса, уны айырып башҡаға өйләнһә, ул зина ҡыла». Был һүҙҙәрҙән күренеүенсә: 1) айырылышыр өсөн берҙән-бер сәбәп — зина ҡылыу, йәғни енси әхлаҡһыҙлыҡ, 2) шундай сәбәбе булмай тороп, ҡатынынан айырылып башҡаға өйләнгән ир кеше зина ҡыла a.

Ғайсаның һүҙҙәре, ҡатынына хыянат иткән һәм уның менән айырылышҡан иргә Изге Яҙма яңынан өйләнергә рөхсәт итә, тигәнде аңлатамы? Мотлаҡ түгел. Ире хыянат иткән ҡатын, ғәйепһеҙ яҡ булараҡ, уны ғәфү итергәме, юҡмы икәнен үҙе ҡарар итә. Әгәр ҡатын ғәфү итмәһә һәм улар айырылышһа, айырылышыу процесы үткәндән һуң, улар икеһе лә яңы никахҡа инә ала.

Башҡаса ла булырға мөмкин. Ҡатын, никахын һаҡлап ҡалырға теләп, ирен ғәфү итә һәм уға был хаҡта әйтә. Мәҫәлән, ҡатындың татыулашырға тырышҡанына ҡарамаҫтан, ире айырылыша, ти. Шул саҡта ирҙең Изге Яҙма буйынса яңы никахҡа инергә нигеҙе бармы? Юҡ, сөнки ҡатыны, никахын һаҡларға теләп, ирен кисерә. Әгәр ир, Изге Яҙманың ҡарашын һанға һуҡмайынса, ҡабат өйләнһә, ул тағы зина ҡыла. Тимәк, өлкәндәргә яңынан хоҡуҡ комитетын ойошторорға кәрәк (1 Кор. 5:1, 2; 6:9, 10).

Әгәр мәсихсе, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән сәбәбе булмайынса, ҡабат өйләнһә, йыйылыш уның элекке һәм яңы никахына нисек ҡарарға тейеш? Изге Яҙма ҡарашынан был ир кеше беренсе ҡатыны менән һаман да никах бәйләнештәрендә торамы? Ирен кисерергә әҙер булған ҡатын никахын һаҡлап ҡала аламы? Ирҙең яңы ҡатыны менән мөнәсәбәттәре енси әхлаҡһыҙлыҡ булып һаналырға тейешме?

Йыйылыш шундай никахтарға элек нисек ҡараған? Беҙ былай тип уйлай торғайныҡ: ғәйепһеҙ ҡатын тере булһа, кейәүгә сыҡмаһа йә енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылмаһа, хыянат иткән ирҙең яңы ҡатыны менән мөнәсәбәттәре енси әхлаҡһыҙлыҡ булып һанала. Әммә Ғайсаның Матфей 19:9-ҙа яҙылған һүҙҙәренә ҡайтайыҡ. Унда ғәйепһеҙ тормош иптәше тураһында бер нәмә лә әйтелмәй, тейерлек. Ғайса, ир кеше Изге Яҙмаға нигеҙләнгән сәбәбе булмайынса айырылышһа һәм башҡаға өйләнһә, ул зина ҡыла, тип әйткән. Тимәк, айырылышыу һәм ҡабат өйләнеү элекке никах бәйләнештәрен өҙә.

«Һеҙгә әйтәм: ир кеше, ҡатынының зина ҡылыу сәбәбе булмайынса, уны айырып башҡаға өйләнһә, ул зина ҡыла» (Матф. 19:9).

Әгәр ир айырылышып икенсе ҡатынға өйләнһә, ғәйепһеҙ тормош иптәше никахын һаҡлап ҡала алмай, хатта быны эшләргә әҙер булһа ла. Уларҙың элекке никахы тарҡалған, һәм ирен ғәфү итергәме, юҡмы тигән һайлау ҡатын алдында инде бүтән тормай. Шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк: был ирҙең яңы ҡатыны менән мөнәсәбәттәре йыйылыш алдында енси әхлаҡһыҙлыҡ булып һаналмай b.

Беҙ ир кешенең ҡатынына хыянат итеүе айырылышыуға килтергән осраҡты ҡарап сыҡтыҡ. Әммә былай ҙа булырға мөмкин: ир кеше зина ҡылмай, әммә айырылыша һәм башҡаға өйләнә. Йәки ир кеше зина ҡылмайынса ҡатынынан айырыла, ә һуңынан енси әхлаҡһыҙлыҡта ғәйепле була һәм, ҡатыны уны ғәфү итергә әҙер булһа ла, башҡаға өйләнә. Был осраҡтарҙа айырылышыу һәм яңы никахҡа инеү тормош иптәшенә хыянат итеү булып һанала һәм элекке никахтың бәйләнештәрен өҙә. Шулай итеп яңы никах законлы булып һанала. «Күҙәтеү манараһының» 2006 йыл 15 сентябрь сығарылышында (урыҫ) 30-сы биттә былай тип әйтелгән ине: «Хәҙер ул ир яңы никахта тора. Шуға күрә яңы никахты еңел генә тарҡатып, элекке никахҡа ҡайтып булмай. Элекке никах айырылышыу, зина ҡылыу һәм яңы никах ҡороу арҡаһында тарҡалған».

Был яңы аңлау никахтың изгелеген һәм зина ҡылыу гонаһының ауырлығын бер нисек тә кәметмәй. Әгәр ағай-ҡәрҙәш, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән сәбәбе булмай тороп, айырылышһа һәм Изге Яҙманың ҡарашын иҫәпкә алмайынса яңы никах ҡорһа, ул зина ҡылыуҙа ғәйепле булыр. Уның ҡылығын хоҡуҡ комитеты ҡараясаҡ. (Әгәр уның яңы ҡатыны Йәһүә шаһиты булһа, уның да эшен хоҡуҡ комитеты тикшерер, сөнки ул да зина ҡылыуҙа ғәйепле.) Ағай-ҡәрҙәштең яңы ҡатыны менән мөнәсәбәттәре енси әхлаҡһыҙлыҡ булып һаналмаһа ла, уға йыйылышта йылдар дауамында хөрмәтле вазифалар тапшырылмаясаҡ. Ул яҡшы исем ҡаҙанғас һәм уның әшәке эше онотолғас ҡына, уға хөрмәтле вазифалар бирелер. Ундай ағай-ҡәрҙәшкә йыйылышта ниндәйҙер йөкләмәләр бирер алдынан, өлкәндәргә шуны иҫәпкә алырға кәрәк: ул ҡатынынан ҡотолор өсөн мәкерле ниәттәр ҡормағанмы? балиғ булмаған балаларын ташламағанмы? шулай булһа, улар артабан нисек йәшәгән? (Мал. 2:14—16).

Изге Яҙмаға нигеҙләнгән сәбәбе булмайынса айырылышҡан һәм яңы никах ҡорған кеше үҙенә лә, яҡындарына ла күп ҡайғы килтерә. Йәһүә никахты изге тип һанай, шуға күрә мәсихселәр ҙә никахҡа шулай уҡ ҡарарға тейеш (Вәғ. 5:4, 5; Евр. 13:4).

a Был мәҡәләлә хыянат иткән яҡ — ир, ә ғәйепһеҙ яҡ ҡатын булған осраҡ ҡарала, әммә тормошта киреһенсә лә булырға мөмкин. Был Ғайсаның Марк 10:11, 12-лә яҙылған һүҙҙәренән күренә.

b Был яңы аңлау. Элек беҙ ғәйепһеҙ ҡатын үлмәһә, яңынан кейәүгә сыҡмаһа йә енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылмаһа, ирҙең яңы ҡатыны менән мөнәсәбәттәрен зина ҡылыу тип һанай инек.