Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

15-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Һеҙ «һөйләгән һүҙҙәрегеҙҙә» башҡалар өсөн өлгөмө?

Һеҙ «һөйләгән һүҙҙәрегеҙҙә» башҡалар өсөн өлгөмө?

«Һөйләгән һүҙҙәреңдә... иман тотоусылар өсөн өлгө бул» (1 ТИМ. 4:12).

90-СЫ ЙЫР Бер-беребеҙҙе дәртләндерәйек

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Кем беҙгә һөйләү һәләтен бүләк иткән?

 ҺӨЙЛӘҮ һәләте — ҡайғыртыусан Аллабыҙҙың бүләге. Барлыҡҡа килтерелгәндән алып Әҙәм күктәге Атаһы менән һүҙҙәр ҡулланып аралашҡан. Ул хатта, тел байлығын киңәйтер өсөн, яңы һүҙҙәр уйлап сығара алған. Мәҫәлән, Әҙәм был һәләтте хайуандарға исемдәр биргәндә ҡулланған (Баш. 2:19). Һәм үҙенең ҡатыны булып киткән иҫ киткес матур Һауа менән һөйләшә башлағас, Әҙәмдең ни тиклем бәхетле булғанын күҙ алдына ғына килтерегеҙ! (Баш. 2:22, 23).

2. Боронғо ваҡытта һәм беҙҙең көндәрҙә һөйләү һәләтен дөрөҫ ҡулланмаған кешеләрҙең миҫалдарын килтерегеҙ.

2 Күп тә үтмәҫтән, Йәһүә бүләк иткән һөйләү һәләте дөрөҫ ҡулланылмай башлаған. Иблис Һауаны алдаған. Шундай алдыҡ кешеләрҙе гонаһҡа килтергән, һәм улар камиллыҡтарын юғалтҡан (Баш. 3:1—4). Һуңынан Әҙәм үҙ хаталарында Һауаны һәм хатта Йәһүәне ғәйепләгән (Баш. 3:12). Ҡабил ҡустыһы Һабилды үлтергәндән һуң, Йәһүәгә уның тураһында алдап һөйләгән (Баш. 4:9). Һуңыраҡ Ҡабилдың тоҡомо Ламех шиғыр яҙған. Был шиғырҙың һүҙҙәре ул ваҡытта йәшәгән кешеләрҙең ни тиклем аяуһыҙ булғандарын тасуирлаған (Баш. 4:23, 24). Ә бөгөнгө көндәр тураһында нимә әйтеп була? Сәйәси етәкселәр күп кеше алдында әҙәпһеҙ һүҙҙәр әйтергә оялмай. Фильмдар әшәке һүҙҙәр менән тулы. Балалар — мәктәптә, ололар эштә оятһыҙ һүҙҙәр ишетә. Бының барыһы йәмғиәттең әхлаҡи нормалары ни тиклем түбән төшкәнен асыҡ күрһәтә.

3. Ниндәй ҡурҡыныс тураһында оноторға ярамай һәм был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Әгәр һаҡ булмаһаҡ, тирә-яғыбыҙҙа ишеткән оятһыҙ һәм тупаҫ һүҙҙәр беҙҙең һөйләшеүебеҙҙә лә сағылыр. Беҙ Йәһүәне шатландырырға теләйбеҙ, шуға күрә ундай һүҙҙәрҙе ҡулланмайбыҙ. Ләкин был ғына әҙ, беҙ шулай уҡ һөйләү һәләтебеҙҙе Йәһүәне данлар өсөн ҡулланырға тейеш. Әйҙәгеҙ, быны өс өлкәлә нисек эшләп булғанын ҡарап сығайыҡ: 1) хеҙмәттә, 2) йыйылыш осрашыуҙарында һәм 3) көндәлек аралашыуыбыҙҙа. Әммә тәүҙә ни өсөн Йәһүәгә беҙҙең нимә һәм нисек әйткәнебеҙ мөһим икәнен беләйек.

ҺӨЙЛӘҮ РӘҮЕШЕБЕҘ ЙӘҺҮӘ ӨСӨН МӨҺИМ

Һөйләшеүебеҙ беҙҙең турала нимәне асыҡлай? (4, 5-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) f

4. Малахи 3:16 буйынса, ни өсөн Йәһүәгә нимә тураһында һөйләүебеҙ мөһим?

4 Малахи 3:16-ны b уҡығыҙ. Был аятта әйтелгәнсә, Йәһүә кешеләрҙең һөйләшеүҙәрен иғтибар менән тыңлай, шулай уҡ унан ҡурҡҡан һәм уның исеме тураһында уйланған кешеләрҙең исемдәрен «хәтер китабына» яҙып бара. Ни өсөн ул быны эшләй? Кешенең һүҙҙәре уның эске булмышын күрһәтә. Ғайса: «Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була», — тип бушҡа ғына әйтмәгән (Матф. 12:34). Йәһүәне ни тиклем яратҡаныбыҙ һөйләшеүебеҙҙән күренә. Үҙен яратҡандарға ул мәңгелек тормош бүләк итәсәк.

5. а) Алланың хеҙмәтселәре өсөн ниндәй һөйләшеү урынлы түгел? б) Фотоһүрәттән күренеүенсә, Йәһүәне телебеҙ менән шатландырырға теләһәк, беҙгә нимәнән ҡасырға кәрәк?

5 Йәһүә табыныуыбыҙҙы хуплармы, юҡмы икәне беҙҙең һөйләгән һүҙҙәребеҙҙән тора (Яҡ. 1:26). Алланы яратмаған кешеләр, уҫал һүҙҙәр ҡулланып, тупаҫ һәм эре итеп һөйләшә (2 Тим. 3:1—5). Әлбиттә, мәсихселәр улай һөйләшмәй. Беҙ телебеҙ менән Йәһүәне шатландырырға теләйбеҙ. Ләкин беҙ хеҙмәттә һәм йыйылыш осрашыуҙарында әҙәпле, ә яҡын кешеләребеҙ менән тупаҫ һөйләшһәк, Йәһүә беҙҙең менән ҡәнәғәт булмаҫ (1 Пет. 3:7).

6. Кимберли, һөйләү һәләтен дөрөҫ ҡулланып, нимәгә өлгәшкән?

6 Беҙ, һөйләү һәләтен дөрөҫ ҡулланғанда, үҙебеҙҙе Йәһүәнең хеҙмәтселәре итеп күрһәтәбеҙ. Шулай итеп тирә-яҡтағыларға «Аллаға хеҙмәт иткән һәм хеҙмәт итмәгән кеше араһындағы айырманы» күрергә ярҙам итәбеҙ (Мал. 3:18). Бына Кимберлиҙың c миҫалы. Өлкән кластарҙа уҡығанда, уларға синыфташы менән уртаҡ йөкләмә биргәндәр. Әҙерләнгән саҡта Кимберлиҙың синыфташы уның башҡаларҙан айырылып торғанын күргән: ул ғәйбәт һөйләмәй, тупаҫ һүҙҙәр әйтмәй һәм һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө. Синыфташына был шул тиклем тәьҫир иткән, ул хатта Изге Яҙманы өйрәнергә теләгән. Һөйләү һәләтебеҙҙе дөрөҫ ҡулланып кешеләрҙе хәҡиҡәткә йәлеп иткәндә, Йәһүә бик һөйөнә.

7. Һеҙ һөйләү һәләтен нисек ҡулланырға теләйһегеҙ?

7 Беҙ һөйләү һәләтен Йәһүәгә дан килтерер өсөн һәм ҡәрҙәштәребеҙгә яҡыныраҡ булыр өсөн ҡулланырға теләйбеҙ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, һөйләшеүҙә өлгө булырға ярҙам иткән бер нисә кәңәште ҡарап сығайыҡ.

ВӘҒӘЗДӘ

Вәғәздә үҙебеҙҙе кешеләр менән яғымлы тотһаҡ, Йәһүә һөйөнөр (8, 9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

8. Ғайсаның миҫалы беҙгә хеҙмәттә һөйләү һәләтен дөрөҫ ҡулланырға нисек ярҙам итер?

8 Кәмһетелгәндә, игелек һәм ихтирам менән һөйләшегеҙ. Ғайсаны нимәлә генә ғәйепләмәгәндәр: ул ашамһаҡ, эскесе, Иблистең хеҙмәттәше, көфөр һүҙ һөйләүсе, шәмбе көндөң ҡағиҙәһен тотмаусы тигәндәр (Матф. 11:19; 26:65; Лука 11:15; Яхъя 9:16). Әммә Ғайса уларҙың ғәйепләүҙәренә асыулы һүҙҙәр менән яуап ҡайтармаған. Ғайса кеүек, беҙ ҙә мыҫҡыл ителгәндә бер ҡасан да башҡаларҙы мыҫҡыл итергә тейеш түгел (1 Пет. 2:21—23). Әлбиттә, үҙеңде ҡулда тотоу еңел булмаҫҡа мөмкин (Яҡ. 3:2). Әммә беҙгә нимә ярҙам итер?

9. Вәғәздә телебеҙҙе тыйырға нимә ярҙам итер?

9 Вәғәздә һеҙҙең менән тупаҫ һөйләшһәләр, асыуланмағыҙ. Сэм исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Мин бына нимәне иҫтә тоторға тырышам: кеше хәҡиҡәтте ишетһә, үҙгәрергә мөмкин». Ҡайһы саҡта беҙ уңайһыҙ ваҡытта килгәнгә, өй хужаһы асыулана. Әйҙәгеҙ, Люсия исемле апай-ҡәрҙәштән үрнәк алайыҡ. Ул, асыулы кеше менән осрашҡанда, Йәһүәгә ҡыҫҡа доға ҡылып, тыныс булып ҡалырға һәм ҡыҙып китмәҫкә көс һорай.

10. 1 Тимофейға 4:13 буйынса, һеҙ үҙегеҙгә ниндәй маҡсат ҡуя алаһығыҙ?

10 Өйрәтеү оҫталығын үҫтерегеҙ. Тимофей тәжрибәле вәғәзсе булған, ләкин уға артабан да рухи яҡтан яҡшырырға кәрәк булған. (1 Тимофейға 4:13-тө уҡығыҙ.) Ә беҙ, уҡытыусы булараҡ, нисек яҡшыра алабыҙ? Беҙгә вәғәзгә яҡшы итеп әҙерләнергә кәрәк. Шулай уҡ өйрәтеү оҫталығын үҫтерергә баҫмаларыбыҙ ярҙам итә ала. Мәҫәлән, «Уҡыу һәм өйрәтеү оҫталығын яҡшырт» тигән брошюра һәм эш дәфтәрендә килтерелгән «Хеҙмәт итеү оҫталығын яҡшыртабыҙ» тигән бүлек. Һеҙ был һәм башҡа материалдар менән ҡулланаһығыҙмы? Яҡшы әҙерләнеү беҙгә вәғәздә ҡыйыулыҡ һәм ышаныс менән һөйләргә ярҙам итә.

11. Беҙгә уҡытыу оҫталығын үҫтерергә тағы нимә ярҙам итә ала?

11 Бынан тыш, беҙгә уҡытыу оҫталығын яҡшыртырға ҡәрҙәштәрҙең тәжрибәһе ярҙам итә ала. Сэм оҫта уҡытыусыларҙың ниндәй ысулдар ҡулланғанына иғтибар итә һәм шул ысулдарҙы хеҙмәттә ҡулланырға тырыша. Ә Татьяна исемле апай-ҡәрҙәш оҫта телмәрселәрҙең сығыштарын иғтибар менән тыңлай. Шулай эшләп, ул хеҙмәттә йыш күтәрелгән һорауҙарға яуап табырға һәм улар тураһында фекер алышырға өйрәнә.

ЙЫЙЫЛЫШ ОСРАШЫУҘАРЫНДА

Йыйылыш осрашыуҙарында ысын күңелдән йырлап, Йәһүәне данлайбыҙ (12, 13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

12. Ҡайһы берәүҙәргә нимә ауыр бирелә?

12 Беҙ, йыйылыш осрашыуҙарында яҡшы әҙерләнгән комментарийҙар биреп һәм йырҙар йырлап, һөйләшеүҙә өлгө була алабыҙ (Зәб. 22:22). Әммә ҡайһы берәүҙәр күп кеше алдында комментарий бирергә йә йырларға ояла. Һеҙгә был хистәр танышмы? Әгәр шулай булһа, башҡаларға шундай ҡурҡыуҙарын еңергә нимә ярҙам иткәнен белеү файҙалы булыр.

13. Йыйылыш осрашыуҙарында ысын күңелдән йырларға беҙгә нимә ярҙам итә ала?

13 Ысын күңелдән йырлағыҙ. Батшалыҡ залында йырҙар йырлағанда төп маҡсатыбыҙ — Йәһүәне данлау. Мәҫәлән, Сара исемле апай-ҡәрҙәшебеҙ үҙен йырсы тип һанамай, әммә ул йырҙар менән Йәһүәне данларға теләй. Шуға күрә ул осрашыуға әҙерләнгәндә йырҙарҙы ла йырлай һәм улар осрашыуҙың пункттары менән нисек бәйле икәнен аңларға тырыша. Сара былай тип аңлата: «Был миңә йырлау һәләтемә түгел, ә һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә иғтибар итергә ярҙам итә».

14. Әгәр оялсан булһағыҙ, һеҙгә осрашыуҙарҙа комментарий бирергә нимә ярҙам итер?

14 Фекер алышыуҙа даими ҡатнашығыҙ. Эйе, ҡайһы берәүҙәргә был бик ауыр бирелә. Татьяна ҡәрҙәш шуны таный: «Кеше алдында мин үҙемде уңайһыҙ хис итәм. Был тауышымдан күренмәһә лә, эсемдә мин ныҡ тулҡынланам. Шуға күрә осрашыуҙа комментарийҙар биреү минең өсөн үтә ауыр». Ләкин был Татьянаны туҡтатмай. Ул, осрашыуға әҙерләнгәндә, һорауға тәүге яуап ҡыҫҡа һәм тура булырға тейеш икәнен иҫтә тота. Бына ул ниндәй һығымтаға килгән: «Минең яуабым ҡыҫҡа һәм ябай булһа, был насар түгел, сөнки фекер алышыуҙы алып барған ҡәрҙәш тап шундай яуаптар көтә лә».

15. Йыйылыш осрашыуҙарында ҡатнашҡанда, нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

15 Хатта оялсан булмаған ҡәрҙәштәр ҙә ҡайһы ваҡыт комментарийҙар бирмәй. Ни өсөн? Джулиет былай тип аңлата: «Ҡай саҡ мин ҡулымды күтәрмәйем, сөнки комментарийым бигерәк ябай тип ҡурҡам». Онотмағыҙ: Йәһүә беҙ бирә алғандың иң яҡшыһын көтһә лә, уға йыйылышта биргән комментарийҙарыбыҙ бик оҡшай d. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, ҡурҡыуҙар арҡаһында Йәһүәне данлауҙан туҡтамайыҡ.

КӨНДӘЛЕК АРАЛАШЫУЫБЫҘҘА

16. Ниндәй һөйләшеүҙән һаҡланырға кәрәк?

16 «Яман теллелектән» баш тартығыҙ (Ефес. 4:31). Алдан әйтеп кителгәнсә, мәсихселәр араһында әшәке һөйләшеүҙәргә урын юҡ. Әммә яман теллелектең башҡа төрҙәре лә бар. Улар зыянһыҙ булып күренергә мөмкин. Мәҫәлән, башҡа мәҙәниәт йәки милләт кешеләре тураһында насар һөйләмәҫ өсөн һаҡ булырға кәрәк. Бынан тыш, беҙ бер кемде лә сәнскеле һүҙҙәр менән рәнйетергә теләмәйбеҙ. Бер ағай-ҡәрҙәш шуны таный: «Элек мин кешеләрҙән мыҫҡыллап көлә торғайным. Мин был зыянһыҙ шаяртыу ғына тип уйлаған инем, ә ысынбарлыҡта кешеләрҙең хистәрен яралағанмын икән. Ҡатыныма миңә был ғәҙәттән арынырға йылдар буйы ярҙам иткәне өсөн рәхмәтлемен. Уны йә башҡаларҙы һүҙҙәрем менән рәнйеткәндә, ул бының тураһында һуңыраҡ үҙебеҙ генә ҡалғанда әйтә торғайны».

17. Ефестарға 4:29-ҙа әйтелгәнсә, беҙ башҡаларҙы нисек нығыта алабыҙ?

17 Башҡаларҙы һүҙҙәрегеҙ менән нығытығыҙ. Янығыҙҙа булған кешеләр һеҙҙән тәнҡитләү йә зарланыу түгел, ә маҡтау һүҙҙәрен ишетһен. (Ефестарға 4:29-ҙы уҡығыҙ.) Израилдәрҙең рәхмәтле булыр өсөн сәбәптәре күп булһа ла, улар һәр ваҡыт зарланған. Зарланыу рухы йоғошло. Ун шымсының кире хәбәре арҡаһында «бөтә израилдәр Мусанан... зарлана» башлаған (Һан. 13:31—14:4). Ә маҡтау һүҙҙәре, киреһенсә, ҙур көскә эйә. Ифтахтың ҡыҙын иҫкә төшөрәйек. Әхирәттәренең маҡтауы уны хеҙмәтен дауам итергә рухландырған (Хөк. 11:40). Юғарыла иҫкә алынған Сара былай ти: «Маҡтау һүҙҙәре кешене Йәһүәнең һәм ҡәрҙәштәрҙең яратыуына ышандыра». Шуға күрә башҡаларҙы ысын күңелдән маҡтар өсөн мөмкинлектәр эҙләгеҙ.

18. Ни өсөн беҙ дөрөҫөн һөйләргә тейеш һәм был үҙ эсенә нимәне ала? (Зәбур 15:1, 2).

18 Дөрөҫөн һөйләгеҙ. Йәһүә яуыз кешеләрҙән ерәнә. Ул «ялған телде» нәфрәт итә (Ғиб. һүҙ. 6:16, 17). Хәҙерге ваҡытта кешеләр «алдамайынса йәшәп булмай» тигән принцип буйынса йәшәһәләр ҙә, беҙҙең өсөн Йәһүәнең ҡарашы үтә мөһим. (Зәбур 15:1, 2-не e уҡығыҙ.) Әлбиттә, беҙ асыҡтан-асыҡ алдамайбыҙ. Әммә беҙ шулай уҡ, ҡайһы бер яҡтарҙы йәшереп, кешелә яңылыш фекер тыуҙырмайбыҙ.

Әгәр беҙ насар һөйләшеүҙе яҡшы яҡҡа борһаҡ, Йәһүә шатлана (19-сы абзацты ҡарағыҙ.)

19. Ниндәй киҫәтеүҙе иҫтә тоторға кәрәк?

19 Ғәйбәт таратмағыҙ (Ғиб. һүҙ. 25:23; 2 Фес. 3:11). Джулиет былай ти: «Берәйһе ғәйбәт һөйләгәндә, был бик күңелһеҙләндерә. Һуңынан был кешегә нисек ышанырға? Ул минең турала ла башҡаларға ғәйбәт һөйләмәгәнен ҡайҙан беләйем?» Әгәр һеҙ һөйләшеү ғәйбәт таратыуға күсә башлағанын һиҙһәгеҙ, уны ыңғай яҡҡа бороғоҙ (Кол. 4:6).

20. Һөйләшеү һәләтегеҙҙе нисек ҡулланырға йыйынаһығыҙ?

20 Беҙ йәшәгән донъяла әшәке һүҙҙәр бик киң таралған, шуға күрә Алланы телебеҙ менән ҡыуандырыр өсөн күп көс һалырға кәрәк. Һөйләү һәләте — Йәһүәнән бирелгән бүләк һәм уны нисек ҡулланыуыбыҙ Йәһүә өсөн бик мөһим. Әгәр беҙ хеҙмәттә, йыйылыш осрашыуҙарында һәм көндәлек аралашыуҙа һөйләү һәләтебеҙҙе дөрөҫ ҡулланһаҡ, Алла беҙҙең тырышлыҡтарыбыҙҙы фатихалаясаҡ. Был донъя үҙ ахырына еткәс, Йәһүәне телебеҙ менән маҡтарға еңелерәк булыр (Йәһ. 15). Ә әлегә, әйҙәгеҙ, мәҙхиә йырлаусы әйткән һүҙҙәр буйынса йәшәйек. Ул былай тигән: «Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрем... һиңә хуш килһен ине, эй Йәһүә» (Зәб. 19:14).

121-СЕ ЙЫР Беҙгә тотанаҡлыҡ үҫтерергә кәрәк

a Йәһүә беҙгә иҫ киткес бүләк — һөйләү һәләте биргән. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек кеше уны Йәһүә теләгәнсә ҡулланмай. Был мәҡәләлә беҙ ошо һорауҙарға яуап алырбыҙ: был донъяның нормалары түбәнәйә барһа ла, беҙ нисек телебеҙҙе саф килеш һаҡлай һәм уны башҡаларҙы нығытыр өсөн ҡуллана алабыҙ? беҙ телебеҙ менән Йәһүәне хеҙмәттә, йыйылыш осрашыуҙарында һәм башҡалар менән аралашҡанда нисек шатландыра алабыҙ?

b Малахи 3:16: «Ул саҡта Йәһүәнән ҡурҡыусылар бер-береһе менән — һәр береһе үҙ яҡыны менән һөйләште, ә Йәһүә иғтибар итте һәм тыңлап торҙо. Уның алдында Йәһүәнән ҡурҡҡан һәм уның исеме тураһында уйланған кешеләр хаҡында хәтер китабы яҙыла ине».

c Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

d 2019 йылдың ғинуар айындағы «Күҙәтеү манараһында» «Йәһүәне йыйылышта данлағыҙ» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

e Зәбур 15:1, 2: «Эй Йәһүә, һинең сатырыңда кем ҡунаҡ була ала? Һинең изге тауыңда кем йәшәй ала? 2 Сафлыҡ юлынан йөрөүсе, тәҡүәлек буйынса эш итеүсе, үҙ йөрәгендә дөрөҫөн һөйләүсе кеше».

f РӘСЕМДӘ: ағай-ҡәрҙәш хеҙмәттә асыуланған кеше менән үҙен тупаҫ тота; йыйылыш осрашыуында ағай-ҡәрҙәш ысын күңелдән йырламай; апай-ҡәрҙәш телефондан ғәйбәт тарата.