Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

27-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

«Өмөтөңдө Йәһүәгә бағла»

«Өмөтөңдө Йәһүәгә бағла»

«Өмөтөңдө Йәһүәгә бағла, ҡыйыу һәм ныҡ бул» (ЗӘБ. 27:14).

128-СЕ ЙЫР Ахырғаса сыҙам булайыҡ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. а) Йәһүә беҙгә ниндәй өмөт биргән? б) Йәһүәгә өмөтләнеү нимәне аңлата? («Аңлатманы» ҡарағыҙ.)

 ЙӘҺҮӘНЕ яратҡан бөтә кешеләрҙең матур киләсәккә өмөтө бар. Тиҙҙән Хоҙай ауырыуҙарҙы, ҡайғыларҙы һәм үлемде бөтөрәсәк (Асыл. 21:3, 4). Уның етәкселеге аҫтында йыуаш кешеләр бөтөн ерҙе ожмахҡа әйләндерәсәк (Зәб. 37:9—11). Шул саҡта беҙ уға тағы ла яҡыныраҡ булып китербеҙ. Был вәғәҙәләрҙең үтәлеүе тураһында уйлау иҫ киткес! Әммә беҙ уларҙың тормошҡа ашырына ни өсөн өмөтләнә алабыҙ? Сөнки Йәһүә биргән һүҙен бер ваҡытта ла боҙмай. Тимәк, беҙҙең Йәһүәгә өмөтләнергә * бөтә сәбәптәребеҙ бар (Зәб. 27:14). Шуға күрә беҙ Йәһүә үҙенең вәғәҙәләрен үтәйәсәк ваҡытты түҙемлек һәм шатлыҡ менән көтәбеҙ (Ишағ. 55:10, 11).

2. Йәһүә үҙ һүҙенә тоғро булғанын нисек иҫбатлаған?

2 Йәһүә үҙенең һүҙенә тоғро булыуын инде күрһәткән. Бына бер яҡшы миҫал. Асылыш китабында «һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм телдән сыҡҡан» кешеләр хаҡында яҙылған. Йәһүә уларҙы бергә йыясағы һәм улар уға берҙәмлектә хеҙмәт итәсәге тураһында вәғәҙә иткән. Был төркөм «бихисап күп халыҡ» тип атала (Асыл. 7:9, 10). Уның һанына төрлө илдәрҙә йәшәгән кешеләр керһә лә, улар — бер ҙур ғаилә. Был ғаиләлә мөхәббәт хакимлыҡ итә (Зәб. 133:1; Яхъя 10:16). Бынан тыш, улар ашҡынып вәғәзләй. Улар тыңларға теләгән кешеләргә иҫ киткес киләсәк тураһында һөйләргә әҙер (Матф. 28:19, 20; Асыл. 14:6, 7; 22:17). Һис шикһеҙ, «бихисап күп халыҡ» төркөмөнә ингән ҡәрҙәштәр был өмөттө бик ҡәҙерләй.

3. Шайтандың маҡсаты ниндәй?

3 Шайтан Йәһүәнең хеҙмәтселәрен өмөттән мәхрүм итергә теләй. Ул беҙҙе, Алла һеҙҙең менән ҡыҙыҡһынмай һәм үҙ вәғәҙәләрен үтәргә йыйынмай, тип ышандырырға тырыша. Был — уның маҡсаты. Әгәр ул өмөтөбөҙҙө ҡаҡшата алһа, беҙҙең ҡыйыулыҡ юғалтыуыбыҙ һәм Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтауыбыҙ ихтимал. Әйүп Йәһүәгә бүтән хеҙмәт итмәһен өсөн, Шайтан уны ла өмөттән мәхрүм итергә тырышҡан. Әйҙәгеҙ, быны ҡарап сығайыҡ.

4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр? (Әйүп 1:9—12).

4 Был мәҡәләлә беҙ ошондай һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ: Әйүпте Йәһүәнән ваз кисергә этәрер өсөн Шайтан ниндәй тактикаһын ҡулланған? (Әйүп 1:9—12-не * уҡығыҙ.) Әйүптең миҫалынан нимәгә өйрәнеп була? Ни өсөн Йәһүәнең беҙҙе яратҡанына һәм үҙ вәғәҙәләрен үтәйәсәгенә ышаныу мөһим?

ШАЙТАН ӘЙҮПТЕҢ ӨМӨТӨН ҠАҠШАТЫРҒА ТЫРЫШҠАН

5, 6. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Әйүптең тормошонда ниндәй ваҡиғалар булған?

5 Әйүп шатлыҡлы тормош алып барған. Уның Йәһүә менән дуҫлығы ныҡ булған. Уның ҙур берҙәм ғаиләһе һәм күп байлығы булған (Әйүп 1:1—5). Әммә бер көн эсендә Әйүп барыһын тиерлек юғалтҡан. Тәүҙә ул байлығынан мәхрүм ҡалған (Әйүп 1:13—17). Һуңыраҡ уның бөтә балалары вафат булған. Бер балаһын юғалтҡан ата-әсәнең ҡайғыһын күҙ алдына килтереүе ауыр. Ә Әйүп һәм уның ҡатыны ун балаһының үлгәне тураһында ишеткәс, ни тиклем ҙур ҡайғы, тетрәнеү һәм өмөтһөҙлөк кисергәндер! Әйүпте ҡайғы биләп алған. Изге Яҙмала уның тураһында: «Әйүп... өҫ кейемен йыртып ебәрҙе, шунан ...ергә йөҙтүбән [ҡапланды]», — тип әйтелә (Әйүп 1:18—20).

6 Шунан Шайтан Әйүпте һаулығынан һәм кешелек дәрәжәһенән мәхрүм иткән (Әйүп 2:6—8; 7:5). Ҡасандыр кешеләр Әйүпте хөрмәт иткән һәм уға кәңәш һорап килгән, ә хәҙер улар унан ситләшкән (Әйүп 31:18). Уның ағалары, дуҫтары һәм хатта ҡолдары уға ерәнеп ҡарай башлаған (Әйүп 19:13, 14, 16).

Йәһүә шаһиттарының күбеһенә Әйүптең хистәре таныш, сөнки улар үҙҙәре лә шуға оҡшаш һынауҙар менән осрашҡан. (7-се абзацты ҡарағыҙ.) *

7. а) Әйүп үҙенең ғазаптарында кемде ғәйепләй алған, әммә ул нимәне эшләмәгән? б) Рәсемгә иғтибар итегеҙ. Мәсихсенең тормошонда ниндәй осраҡтар була ала?

7 Шайтан Әйүпте, Йәһүә уның менән ҡәнәғәт түгел, шуға ғазаптар ебәрә, тип ышандырырға тырышҡан. Мәҫәлән, Алланың дошманы, көслө ел ебәреп, Әйүптең балалары бергә йыйылған йортто емергән (Әйүп 1:18, 19). Ул шулай уҡ, күктән ут яуҙырып, Әйүптең көтөүҙәрен генә түгел, хатта көтөүселәрен дә үлтергән (Әйүп 1:16). Әйүп былай тип уйлай алған: «Ел менән ут күктән килгәс, уларҙы Йәһүә ебәргәндер. Тимәк, мин Алланың асыуын сығарғанмын». Әйүптең уйҙары ниндәй генә булһа ла, ул күктәге Атаһын ҡәһәрләй башламаған. Ул Йәһүәнең уның өсөн эшләгән бөтә яҡшы эштәрен иҫендә тотҡан. Шуға күрә Әйүп, Алланан яҡшыһын да, насарын да ҡабул итергә кәрәк, тигән һығымтаға килгән. Ул: «Йәһүә исеме маҡталһын», — тип әйткән (Әйүп 1:20, 21; 2:10). Ауыр һынауҙарға ҡарамаҫтан, Әйүп Аллаға тоғро ҡалған. Ләкин Шайтан бирешергә йыйынмаған.

8. Шайтан артабан нимә эшләгән?

8 Шайтан Әйүптең рухын һындырыр өсөн хәйләкәр эш иткән: ул уның өс танышы аша тәьҫир итергә булған. Был ирҙәр, Әйүпкә килеп, һин гонаһ ҡылаһың һәм бар бәләләреңдә үҙең ғәйеплеһең, тип әйткән (Әйүп 22:5—9). Улар Әйүпте, тормошоңда күп яҡшы нәмәләр эшләһәң дә, Аллаға был кәрәкмәй, тип ышандырырға тырышҡан (Әйүп 4:18; 22:2, 3; 25:4). Был ирҙәр, Алла һине яратмай, һинең хаҡта ҡайғыртмай һәм уға хеҙмәт итеү мәғәнәһеҙ, тигән фекерҙе Әйүптең күңеленә һеңдерергә тырышҡан. Уларҙың һүҙҙәре Әйүпте бөтөнләй өмөтһөҙлөккә төшөрә алған.

9. Әйүпкә ҡыйыу һәм көслө булып ҡалырға нимә ярҙам иткән?

9 Әйүп менән булған хәлде күҙ алдына килтерәйек. Ул, ауыртыуҙан ғазапланып, көл өҫтөндә ултыра (Әйүп 2:8). Уның өҫтөнә бер ыңғай күп һынауҙар ябырылған. Ул бөтә балаларын юғалтҡан, шуның арҡаһында йөрәге һыҙлана. Бер нисә көн Әйүп бер һүҙ ҙә әйтә алмай, шуға күрә «дуҫтары» уны кәмһетә башлай (Әйүп 2:13—3:1). Әйүп һөйләшмәгәс, улар, бәлки, ул Йәһүәнән ваз кискән, тип уйлағандыр. Улар ни тиклем хаталанған! Бер ваҡыт Әйүп башын күтәрә лә ғәйепләүселәренең күҙҙәренә тура ҡарап: «Үлгәнсе үҙ сафлығымдан баш тартмам!» — тип әйтә (Әйүп 27:5). Әйүпкә ҡыйыу һәм көслө булып ҡалырға нимә ярҙам иткән? Ул ныҡ бойоҡҡан булһа ла, өмөтөн юғалтмаған. Алла уның ғазаптарын бөтөрәсәген ул көткән. Хатта үлһә лә, Йәһүә уны терелтәсәген Әйүп яҡшы белгән (Әйүп 14:13—15).

БЕҘ ӘЙҮПТӘН НИСЕК ӨЛГӨ АЛА АЛАБЫҘ?

10. Әйүптең осрағы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

10 Әйүптең осрағынан күренеүенсә, Шайтан беҙҙе Йәһүәнән ваз кисергә мәжбүр итә алмай. Шулай уҡ беҙгә ниндәй һынау менән осрашырға тура килгәнен Йәһүә бик яҡшы белә. Әйҙәгеҙ, Әйүптең осрағынан тағы нимәгә өйрәнеп булғанын ҡарап сығайыҡ.

11. Йәһүәгә артабан да таянһаҡ, нимәгә өмөтләнә алабыҙ? (Яҡуб 4:7).

11 Әйүптең тормошо шуны иҫбатлай: әгәр Йәһүәгә артабан да таянһаҡ, беҙ һәр һынауҙы еңеп сыға алырбыҙ һәм Шайтанға ҡаршы тора алырбыҙ. Шул саҡта Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Иблис... һеҙҙән ҡасыр». (Яҡуб 4:7-не уҡығыҙ.)

12. Терелеүгә ышаныу Әйүпкә нисек көс өҫтәгән?

12 Беҙҙең терелеүгә өмөтөбөҙ ныҡ булырға тейеш. Үткән мәҡәләлә ҡаралғанса, Шайтан, үлемдән ҡурҡыуыбыҙҙы ҡулланып, беҙҙе Алланан баш тартырға этәрә. Әйүп тураһында ла ул, үҙ ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн барыһын эшләйәсәк, хатта Алланан баш тартасаҡ, тип әйткән. Әммә Шайтан ни тиклем ныҡ яңылышҡан. Тормошоноң иң ауыр ваҡытында ла, үлем сигендә торғанда ла Әйүп Йәһүәгә тоғро ҡалған. Алла игелекле икәненә һәм барыһын төҙәтәсәгенә ул бер ҙә шикләнмәгән. Был Әйүпте нығытҡан. Әгәр Йәһүә уға тере саҡта ярҙам итмәһә лә, киләсәктә уны терелтәсәгенә ул ныҡ ышанған. Беҙ ҙә үлеләрҙең тереләсәгенә ныҡ ышанһаҡ, үлемдән ҡурҡыу беҙҙе Йәһүәнән баш тартырға мәжбүр итә алмаҫ.

13. Ни өсөн беҙгә Шайтандың тактикаһын белергә кәрәк?

13 Бөгөн Шайтан шундай уҡ тактика ҡуллана. Беҙгә уны яҡшы белергә кәрәк. Иғтибар итегеҙ уның ғәйепләүенә: «Үҙ йәне өсөн кеше [Әйүп кенә түгел] бөтә нәмәһен бирәсәк» (Әйүп 2:4, 5). Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Шайтан беҙҙе, һеҙ Йәһүәне яратмайһығыҙ һәм ауыр саҡта унан баш тартасаҡһығыҙ, тип ышандырырға тырыша. Шайтан, Алла һеҙҙе яратмай һәм һеҙ уға бер ваҡытта ла ярай алмаясаҡһығыҙ, тип раҫлай. Иблистең ниәттәре беҙгә билдәле булғанға, беҙ уның ялған һүҙҙәренә бер ваҡытта ла ышанмаясаҡбыҙ.

14. Һынауҙар нимәне күрһәтә ала? Миҫал килтерегеҙ.

14 Һынауҙар беҙгә үҙебеҙҙе яҡшыраҡ белергә мөмкинлек бирә. Әйүптең тормошонда булған бәләләр уға үҙенең етешһеҙлектәрен күрергә һәм уларҙы төҙәтергә ярҙам иткән. Мәҫәлән, ул үҙенә баҫалҡылыҡ етмәгәнен күргән (Әйүп 42:3). Һынауҙар беҙгә лә ниндәй мәсихсе икәнебеҙҙе белергә ярҙам итә. Николай * ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Һаулығы бик насар булыуға ҡарамаҫтан, уны төрмәгә ултыртҡандар. Ул былай тип һөйләй: «Төрмә рентген һымаҡ, мәсихсенең яҡшы сифаттары бармы, юҡмы икәнен күрһәтә». Етешһеҙлектәребеҙҙе билдәләгәндән һуң беҙ улар менән көрәшә алырбыҙ.

15. Кемдең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға кәрәк һәм ни өсөн?

15 Дошмандарҙы түгел, ә Йәһүәне тыңлау мөһим. Алла Әйүп менән һөйләшкәндә, Әйүп бик иғтибарлы булған. Уны уйланырға дәртләндерер өсөн Йәһүә уға бындайыраҡ һорауҙар биргән: «Мин барлыҡҡа килтергән нәмәләргә ҡара, һин минең сикһеҙ көсөмдө күрмәйһеңме ни? Һинең менән нимә булғанын мин яҡшы беләм. Мин һинең турала оноттом тип уйлайһыңмы әллә?» Баҫалҡы яуабынан күренеүенсә, Әйүп Йәһүәнең игелеге өсөн бик рәхмәтле булған. Ул: «Ҡолаҡтарым һинең турала ишеткән ине, әммә хәҙер һине күҙҙәрем менән күрәм», — тигән (Әйүп 42:5). Әйүп был һүҙҙәрҙе ҡасан әйткән? Күрәһең, ул ваҡытта ул әле көлдә ултырған. Уның тәне бик һыҙлаған, ә күңеле балаларының үлеме арҡаһында әрнегән. Тап шул ваҡытта Йәһүә уны яратыуына һәм хуплауына ышандырған (Әйүп 42:7, 8).

16. Ишағыя 49:15, 16-ла әйтелгәнсә, һынауҙар ваҡытында нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

16 Бөгөнгө ваҡытта ла ҡайһы бер кешеләр, Алла хеҙмәтселәре хөрмәткә лайыҡ түгел, тип һанай. Дошмандар, беҙҙең һәм ойошмабыҙҙың абруйын төшөрөргә теләп, яла яға (Матф. 5:11). Әйүптең миҫалынан күренеүенсә, Йәһүә беҙҙең һынауҙарҙа тоғро ҡалыуыбыҙға бер ҙә шикләнмәй. Күктәге Атайыбыҙ беҙҙе ярата һәм уға таянғандарҙы бер ҡасан да ҡалдырмай. (Ишағыя 49:15, 16-ны * уҡығыҙ.) Алла дошмандары таратҡан ялған ниндәй генә булһа ла һәм нисек кенә тәҡдим ителһә лә, уны тыңламағыҙ. Төркиәнән булған Джеймс ағай-ҡәрҙәштең ғаиләһе ауыр һынауҙарға дусар булған. Ул былай тип һөйләй: «Алла халҡы тураһындағы ялғанды тыңлау көсһөҙләндерә. Шуға күрә иғтибарыбыҙҙы Йәһүә биргән өмөткә йүнәлттек һәм ашҡынып хеҙмәт иттек. Был беҙгә шатлыҡ юғалтмаҫҡа ярҙам итте». Әйүп кеүек беҙ ҙә Йәһүәне тыңлайбыҙ. Дошмандарҙың бер ниндәй ҙә ялғаны өмөтөбөҙҙө һүндерә алмай.

ӨМӨТ ҺЕҘҘЕ НЫҒЫТЫР

Йәһүә Әйүпте тоғролоғо өсөн бүләкләгән. Әйүп ҡатыны менән оҙон, бәхетле тормошҡа кинәнеп йәшәгән. (17-се абзацты ҡарағыҙ.) *

17. Еврей китабының 11-се бүлегенән күренеүенсә, Аллаға тоғро булған ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың миҫалдары һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

17 Әлбиттә, Әйүп Йәһүәнең ауыр һынауҙар ваҡытында ҡыйыу һәм көслө булып ҡалған берҙән-бер хеҙмәтсеһе түгел. Илсе Павел Еврейҙарға яҙған хатында Алла хеҙмәтселәре тураһында улар «шул тиклем күп» тип яҙған (Евр. 12:1). Улар бөтәһе лә етди һынауҙар аша үткән һәм Йәһүәгә тоғро булып ҡалған (Евр. 11:36—40). Уларҙың ҡорбандары бушҡа булғанмы? Әлбиттә, юҡ! Алла вәғәҙәләренең барыһын да үтәлгәнен үҙ күҙҙәре менән күрмәһә лә, улар бөтөн йөрәктән уға таянған. Улар Йәһүәнең хуплауын тойған, шуға күрә уның вәғәҙәләре үтәләсәгенә шикләнмәгән (Евр. 11:4, 5). Уларҙың үрнәге беҙҙе артабан да Йәһүәгә таянырға дәртләндерә.

18. Һеҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә йыйынаһығыҙ? (Еврейҙарға 11:6).

18 Беҙ йәшәгән донъяла кешеләр уҫалланғандан-уҫаллана бара (2 Тим. 3:13). Шайтан Алла хеҙмәтселәренә һөжүм итеүҙән туҡтамай. Тормош юлыбыҙҙа беҙ күп һынауҙар менән осраша алабыҙ. Әммә беҙ «тере Аллаға өмөт бағлайбыҙ» (1 Тим. 4:10). Әйҙәгеҙ, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә көсөбөҙҙө йәлләмәйек. Әйүп алған бүләк беҙҙе «Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле» икәненә ышандыра (Яҡ. 5:11). Әйүп һымаҡ, Йәһүәгә тоғро булығыҙ. Шикләнмәгеҙ: Йәһүә «Уны эҙләгән кешеләргә» әжерен бирәсәк! (Еврейҙарға 11:6-ны уҡығыҙ.)

150-СЕ ЙЫР Ҡотолор өсөн, Хоҙайҙы эҙлә

^ Алланың ауыр һынауҙар кисергән хеҙмәтселәре тураһында уйланғанда, беҙ йыш ҡына Әйүпте иҫкә төшөрәбеҙ. Был тоғро хеҙмәтсенең осрағынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ? Шайтан беҙҙе Йәһүәнән баш тартырға мәжбүр итә алмай. Бынан тыш, Йәһүә беҙгә ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килгәнен яҡшы белә. Әйүптең ғазаптарын юҡ иткән кеүек, ул беҙҙең дә ғазаптарыбыҙҙы юҡ итәсәк. Быға ышанғаныбыҙ эштәребеҙҙән күренәме? Әгәр күренһә, беҙ ысынлап та Йәһүәгә өмөтләнәбеҙ, тип әйтеп була.

^ АҢЛАТМА. «Өмөтләнеү» тип тәржемә ителгән еврей һүҙе йыш ҡына нимәнеңдер тормошҡа ашыуын бик ныҡ теләп көтөүҙе аңлата. Шулай уҡ был һүҙ тулыһынса таяныу тигән фекерҙе лә үҙ эсенә алырға мөмкин (Зәб. 25:2, 3; 62:5).

^ Әйүп 1:9—12: «Шайтан Йәһүәгә былай тип яуап бирҙе: „Әллә Әйүп юҡҡа ғына Аллаға ҡурҡыу-хөрмәт күрһәтеп йәшәйме? 10 Һин үҙең уны, уның йортон һәм бөтә мөлкәтен яҡлап тораһың түгелме? Һин уның эштәрен фатихалайһың, уның малдары күбәйгән. 11 Әммә ҡулыңды һуҙып, уның бөтә мөлкәтен харап ит, шул саҡ ул һине асыҡтан-асыҡ ҡәһәрләйәсәк“. 12 Шунда Йәһүә Шайтанға былай тине: „Бына, уның бар нәмәһе һинең ҡулыңда. Тик үҙенә генә теймә!“ Һәм Шайтан Йәһүә янынан китеп барҙы».

^ Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ Ишағыя 49:15, 16: «Берәй ҡатын үҙенең имсәк балаһын онотормо? Йә үҙ ҡарынынан сыҡҡан улын йәлләмәҫме? Ул ҡатын балаһын онотһа ла, мин бер ҡасан да һине онотмам. 16 Бына, ус төптәремә уйып, мин һинең исемеңде яҙҙым. Һинең стеналарың һәр ваҡыт минең алдымда».

^ РӘСЕМДӘ: Әйүп менән ҡатынының тормошонда ҡот осҡос фажиғә булған: уларҙың бөтә балалары үлгән.

^ РӘСЕМДӘ: Әйүп һынауҙарҙа тоғро булып ҡалған. Улар ҡатыны менән Йәһүәнең фатихалары тураһында уйлана.