Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2 | «Яҙмалар аша бирелгән йыуаныс»

2 | «Яҙмалар аша бирелгән йыуаныс»

ИЗГЕ ЯҘМАЛА БЫЛАЙ ТИЕЛӘ: «Элек яҙылғандарҙың барыһы ла сыҙамлығыбыҙ һәм Яҙмалар аша бирелгән йыуаныс ярҙамында беҙҙә өмөт булһын тип, беҙгә өгөт-нәсихәт бирер өсөн яҙылған» (РИМДАРҒА 15:4, ЯДТ).

Был нимәне аңлата?

Изге Яҙмала йыуаныслы фекерҙәр табырға була. Улар беҙгә тиҫкәре фекер йөрөтөү менән көрәшер өсөн көс өҫтәй һәм сыҙам булырға ярҙам итә. Шулай уҡ Изге Яҙмала өмөт биргән хәбәр бар. Яҡын киләсәктә бер кем дә эмоциональ ғазаптарҙан яфаланмаясаҡ.

Был нисек ярҙам итә ала?

Беҙ бөтәбеҙ ҙә ваҡыт-ваҡыт бойоғабыҙ һәм әрнеүле хис-тойғолар кисерәбеҙ. Әммә депрессиянан интеккән һәм тынғыһыҙлыҡ кисергән кешеләр күңелде ғазаплаған хис-тойғолар менән көн һайын көрәшеп йәшәй. Уларға Изге Яҙма нисек ярҙам итә ала?

  • Изге Яҙмала тиҫкәре уйҙарҙы алмаштыра алған күп кенә ыңғай фекерҙәр бар (Филиптарға 4:8). Изге Яҙманы уҡып, беҙ аҡылыбыҙҙы йыуаныслы уйҙар менән тултырабыҙ. Ундай уйҙар иһә беҙгә хис-тойғоларыбыҙҙы йүгәндә тоторға ярҙам итә (Зәбур 94:18, 19).

  • Изге Яҙма, мин бер нәмәгә эшкинмәгән, булдыҡһыҙ кеше, тигән уйҙан арынырға ярҙам итә (Лука 12:6, 7).

  • Изге Яҙмалағы күп кенә өҙөктәр беҙҙе шуға ышандыра: беҙ бер үҙебеҙ түгел, Алла — Барлыҡҡа килтереүсебеҙ хистәребеҙҙе тулыһынса аңлай (Зәбур 34:18; 1 Яхъя 3:19, 20).

  • Изге Яҙма, Алла күңелде әрнеткән хәтирәләрҙе юйыр, тип вәғәҙә итә (Ишағыя 65:17; Асылыш 21:4). Тиҫкәре уйҙар һәм хистәр солғап алғанда, ошо вәғәҙә бирешмәҫкә ярҙам итә.