Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алла камил психик сәләмәтлек вәғәҙә итә

Алла камил психик сәләмәтлек вәғәҙә итә

Алла психик сәләмәтлеге ҡаҡшаған кешеләрҙе Изге Яҙма аша йыуата һәм файҙалы кәңәштәр бирә.

Әммә улай ғына ла түгел, Алла психик ауырыуҙарҙың сәбәбен мәңгегә юҡ итергә вәғәҙә итә.

Алла был вәғәҙәһен тормошҡа ашырғас, әрнеүле хистәр, йән ғазаптары һәм йөрәкте һыҙлатҡан хәтирәләр инде бер ҡасан да «иҫкә төшмәҫ һәм күңелгә лә килмәҫ» (Ишағыя 65:17).

Йәһүәнең күңелгә йыуаныс биргән был ғәжәп вәғәҙәһе ҡасан һәм нисек тормошҡа ашыр? Йәһүә шаһиттары һеҙгә был хаҡта күберәк белергә ысын күңелдән ярҙам итер.