Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

6-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Изге Яҙма үҙенең Авторы тураһында нимәгә өйрәтә?

Изге Яҙма үҙенең Авторы тураһында нимәгә өйрәтә?

«Һиңә әйткән бар һүҙҙәремде китапҡа яҙып ҡуй» (ИРЕМ. 30:2).

96-СЫ ЙЫР Алла Һүҙе — хазина

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Ни өсөн беҙ Аллаға Изге Яҙма өсөн рәхмәтле?

 БЕҘ Йәһүәгә Изге Яҙма өсөн бик рәхмәтле! Был китап аша Алла беҙгә көндәлек ауырлыҡтарыбыҙҙы еңеп сығыр өсөн аҡыллы кәңәштәр бирә. Ул шулай уҡ киләсәккә иҫ киткес өмөт бүләк иткән. Ә иң мөһиме, Йәһүә Изге Яҙмала үҙе тураһында һөйләй. Алланың күркәм сифаттары тураһында уйланыу күңелебеҙгә тәьҫир итә һәм уның менән яҡын дуҫлыҡта булырға дәртләндерә (Зәб. 25:14).

2. Йәһүә кешеләргә үҙе тураһында нисек һөйләгән?

2 Йәһүә кешеләрҙең уның тураһында белеүҙәрен теләй. Элек ул үҙе тураһында төштәр, күренештәр һәм хатта фәрештәләр аша һөйләгән (Һан. 12:6; Ғәм. 10:3, 4). Ә был төштәр, күренештәр һәм фәрештәләрҙән килгән хәбәрҙәр яҙылмаған булһа, улар беҙгә файҙа килтерер инеме? Бына ни өсөн Йәһүә үҙе тураһында һөйләргә теләгәнде китапҡа яҙырға ҡушҡан (Ирем. 30:2). «Алланың юлы камил», шуға күрә ул беҙҙең менән һөйләшер өсөн һайлаған ысул иң яҡшы икәненә бер ҙә шикләнмәйбеҙ (Зәб. 18:30).

3. Изге Яҙма бөгөнгө көндәргә тиклем һаҡланып ҡалһын өсөн, Йәһүә нимә эшләгән? (Ишағыя 40:8).

3 Ишағыя 40:8-ҙе b уҡығыҙ. Бына инде меңәрләгән йылдар дауамында Аллаға тоғро булған ирҙәр һәм ҡатындар Изге Яҙманан үҙҙәре өсөн аҡыллы кәңәштәр таба. Был нисек мөмкин һуң? Изге Яҙманың өлөштәре бит тиҙ туҙа торған материалдарға яҙылған булған һәм тәүге ҡулъяҙмаларҙың береһе лә бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалмаған. Ләкин Йәһүә Яҙмаларҙың күсермәләренең күп булыуы хаҡында ҡайғыртҡан. Күсереп яҙыусылар камил булмаһа ла, улар үтә тырыш булған. Бына Еврей Яҙмаларын тикшергән бер ғалимдың һүҙҙәре: «Башҡа бер ниндәй боронғо әҫәр ҙә беҙҙең көндәргә тиклем шул ҡәҙәр теүәл килеп етмәгән, тип ышаныс менән әйтә алабыҙ». Шуға күрә материалдарҙың тиҙ туҙыуына, күп ваҡыт үтеүгә һәм күсереп яҙыусыларҙың камилһыҙлығына ҡарамаҫтан, бөгөн Изге Яҙмала Йәһүәнең фекерҙәре һаҡланып ҡалғанына бер ҙә шикләнмәйбеҙ.

4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

4 Йәһүә — һәр «игелекле һәм камил бүләктең» Сығанағы (Яҡ. 1:17). Изге Яҙма — Алла биргән иң яҡшы бүләктәрҙең береһе. Бүләк биреүсенең беҙҙе һәм ихтыяждарыбыҙҙы ни тиклем яҡшы белгәнен уның бүләгенән күреп була. Шуны уҡ Изге Яҙма тураһында ла әйтеп була. Был бүләк менән танышҡанда, беҙ Йәһүә тураһында күпте белә алабыҙ. Ул беҙҙе һәм беҙ нимәгә мохтаж икәнебеҙҙе бик яҡшы белә. Изге Яҙмала Йәһүәнең өс сифаты — зирәклек, ғәҙеллек һәм мөхәббәт тураһында нимә әйтелгәнен был мәҡәләлә ҡарап сығырбыҙ. Әйҙәгеҙ тәүҙә Алланың зирәклеге тураһында беләйек.

ИЗГЕ ЯҘМАЛА АЛЛАНЫҢ ЗИРӘКЛЕГЕ АСЫЛА

5. Изге Яҙма Алланың зирәклеге менән тулы икәне нимәнән күренә?

5 Йәһүә беҙҙең уның аҡыллы кәңәштәренә мохтаж икәнебеҙҙе белә. Изге Яҙма уның зирәклеге менән тулы. Ундағы кәңәштәр кешеләргә ыңғай йоғонто яһай. Ул кешеләрҙең тормошон үҙгәртә. Тәүраттың тәүге китаптарын яҙғандан һуң Муса пәйғәмбәр израилдәргә: «Был һеҙҙең өсөн буш һүҙҙәр түгел, улар — һеҙҙең өсөн тормош», — тип әйткән (Ҡан. 32:47). Изге Яҙма буйынса йәшәгән кешеләр бөтә яҡтан уңышлы булған һәм бәхетле тормош алып барған (Зәб. 1:2, 3). Ваҡыт үтһә лә, Изге Яҙма һаман да кешеләрҙең тормошон яҡшырта. Мәҫәлән, jw.org сайтында «Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» тигән рубриканан ҡәрҙәштәребеҙҙең 20-нән ашыу биографияһын уҡып була. Уларҙың миҫалы Алла Һүҙенең бөгөн дә «үҙ эшен алып [барғанын]» иҫбатлай (1 Фес. 2:13).

6. Изге Яҙма башҡа китаптарҙан нимә менән айырылып тора?

6 Бер ниндәй китап та Изге Яҙмаға тиңләшә алмай. Ни өсөн улай тип әйтеп була? Сөнки уның Авторы — ҡөҙрәтле, мәңге Йәһүә Алла, ул сағыштырғыһыҙ зирәклеккә эйә. Күп кенә китаптар үҙҙәренең авторҙарынан оҙағыраҡ «йәшәһә» лә, уларҙың кәңәштәре ваҡыт үтеү менән файҙаһыҙ булып китә. Ә Изге Яҙмалағы аҡыллы принциптар мәңге. Улар тарихтың төрлө осоронда йәшәгән кешеләргә файҙа килтергән. Был изге китапты уҡығанда һәм уҡығаныбыҙ тураһында уйлағанда, уның Авторы, үҙенең ҡеүәтле изге рухын ҡулланып, беҙгә Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе тормошобоҙҙа нисек ҡулланырға кәрәклеген күрергә ярҙам итә (Зәб. 119:27; Мал. 3:16; Евр. 4:12). Эйе, Изге Яҙманың тере Авторы беҙгә ярҙам итергә бик теләй. Бына ни өсөн Изге Яҙманы даими уҡыу бик мөһим!

Изге Яҙма Алла халҡын боронғо ваҡытта нисек берләштергән һәм бөгөн нисек берләштерә? (7, 8-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

7. Изге Яҙма боронғо ваҡытта Алла халҡын нисек берләштергән?

7 Алла Һүҙе кешеләрҙе берләштерә ала. Бында ла Алланың зирәклеге сағыла. Израилдәр Вәғәҙә ителгән ергә ингәс, был илдең төрлө ерҙәрендә төпләнгән. Берәүҙәре — балыҡсы, икенселәре — игенсе, ә кемдер көтөүсе булып киткән. Бер урында йәшәгән израилдәр башҡа урындарҙа йәшәгән ҡәрҙәштәре тураһында еңел генә онота алған. Шуға күрә Йәһүә үҙ халҡын йылына бер нисә тапҡыр бергә йыйған. Уларға Яҙмалар уҡылған һәм аңлатылған (Ҡан. 31:10—13; Ниҡ. 8:2, 8, 18). Илдең төрлө яҡтарынан килгән миллионлаған Алла хеҙмәтселәренең Иерусалимда йыйылыуы ни тиклем шатлыҡлы булғандыр! Шулай итеп Йәһүә үҙ халҡына берҙәм булып ҡалырға ярҙам иткән. Һуңыраҡ мәсихсе йыйылышы барлыҡҡа килгәс, унда күп телдә һөйләшкән, сығыштары менән төрлө булған ирҙәр һәм ҡатындар килгән. Алла Һүҙен яратҡанға, улар хаҡ Аллаға берҙәм хеҙмәт иткән. Хәҡиҡәтте ҡабул иткән кешеләр Алла Һүҙен осрашыуҙар һәм ҡәрҙәштәр ярҙамында ғына аңлай алған (Ғәм. 2:42; 8:30, 31).

8. Изге Яҙма бөгөн Алла халҡын нисек берләштерә?

8 Зирәк Аллабыҙ үҙенең Һүҙе ярҙамында хеҙмәтселәрен артабан да өйрәтә һәм берләштерә. Унда Йәһүә тураһында белергә кәрәк булған бөтә хәҡиҡәттәр бар. Беҙ йыйылыш осрашыуҙарына һәм конгрестарға даими йөрөйбөҙ. Беҙгә унда Изге Яҙманы уҡыйҙар һәм аңлаталар. Шулай итеп тап Изге Яҙма ярҙамында беҙ Йәһүәгә «иңгә-иң» хеҙмәт итә алабыҙ (Саф. 3:9).

9. Изге Яҙманы аңлар өсөн ниндәй сифат бик мөһим? (Лука 10:21).

9 Йәһүәнең зирәклеген асыҡлаған тағы бер дәлилгә иғтибар итәйек. Изге Яҙманың күп өлөштәре баҫалҡы кешеләр генә аңлай алырлыҡ итеп яҙылған. (Лука 10:21-ҙе уҡығыҙ.) Белеүебеҙсә, Изге Яҙманы бөтә ерҙә лә уҡыйҙар. Бер ғалим былай тигән: «Изге Яҙма иң уҡылған китап ҡына түгел, ә ҙур иғтибар бирелеп уҡылған китап та». Шулай ҙа баҫалҡы кешеләр генә уның мәғәнәһенә төшөнә һәм белгәндәрен тормошта ҡуллана (2 Кор. 3:15, 16).

10. Изге Яҙмала Йәһүәнең зирәклеге тағы нисек сағыла?

10 Йәһүәнең зирәклеге тағы нимәлә сағыла? Алла Изге Яҙманы тулайым үҙ халҡын өйрәтер өсөн генә түгел, ә шулай уҡ һәр хеҙмәтсеһен айырым өгөтләр өсөн һәм йыуатыр өсөн ҡуллана. Уның Һүҙен уҡығанда һәр беребеҙ Йәһүәнең иғтибарын тоя ала (Ишағ. 30:21). Берәй ауырлыҡ менән осрашҡас, Изге Яҙманан кәңәш эҙләгәндә, тап үҙегеҙгә кәрәкле аят тапҡанығыҙ булдымы? Шундай хәл, моғайын, күп тапҡыр булғандыр. Ә бит Изге Яҙма миллионлаған кеше өсөн яҙылған. Нисек инде унда тап беҙгә кәрәкле мәғлүмәт була ала? Быға ғәжәпләнергә кәрәкмәй, сөнки уның Авторы сикһеҙ зирәклеккә эйә (2 Тим. 3:16, 17).

ИЗГЕ ЯҘМАЛА АЛЛАНЫҢ ҒӘҘЕЛЛЕГЕ САҒЫЛА

11. Изге Яҙманың яҙылыуында Алланың кеше айырмауы нисек сағыла?

11 Йәһүәнең тағы бер күркәм сифаты — ғәҙеллек (Ҡан. 32:4). Ғәҙел кеше бөтә кешегә бер тигеҙ ҡарай. Шуны уҡ Йәһүә тураһында ла әйтеп була (Ғәм. 10:34, 35; Рим. 2:11). Уның кеше айырмауы Изге Яҙманың күп телдәрҙә яҙылғанынан күренә. Изге Яҙманың беренсе 39 китабы башлыса еврей телендә яҙылған булған, сөнки боронғо ваҡытта йәшәгән Алланың хеҙмәтселәре тап шул телдә һөйләшкән. Әммә беренсе быуатҡа табан грек теле киң таралған. Шуға күрә Изге Яҙманың ҡалған 27 китабы грек телендә яҙылған. Йәһүә Изге Яҙманың тик бер телдә генә яҙылыуын талап итмәгән. Бөгөн ерҙә 8 миллиардҡа яҡын кеше йәшәй һәм улар төрлө телдә һөйләшә. Улай булғас, был кешеләр Йәһүә тураһында нисек белә алыр?

12. Данил 12:4-тә яҙылған пәйғәмбәрлек бөгөн нисек үтәлә?

12 Йәһүә Данил пәйғәмбәр аша, ахырғы ваҡытта «ысын белем артыр», йәғни Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте күптәр аңлар, тип вәғәҙә иткән. (Данил 12:4-те c уҡығыҙ.) Был белем Изге Яҙманы һәм уға нигеҙләнгән әҙәбиәтте тәржемә итеү, баҫтырыу һәм таратыу эше ярҙамында арта. Изге Яҙма — иң күп телгә тәржемә ителгән һәм иң киң таралған китап. Әммә коммерция ойошмалары сығарған Изге Яҙманың тәржемәләре бик ҡиммәткә төшә. Йәһүәнең хеҙмәтселәре иһә Изге Яҙманы тулыһынса йә өлөшләтә 240-тан ашыу телгә тәржемә иткән, һәм теләгән һәр кеше уны бушлай ала ала. Һөҙөмтәлә һәр милләттән булған кешеләр был донъяның аҙағы килгәнсе «Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе» ишетә ала (Матф. 24:14). Ғәҙел Аллабыҙ мөмкин тиклем күберәк кешенең, Изге Яҙманы уҡып, уның менән танышыуын теләй, сөнки ул бөтәбеҙҙе лә бик ярата.

ИЗГЕ ЯҘМАЛА АЛЛАНЫҢ МӨХӘББӘТЕ САҒЫЛА

13. Ни өсөн Изге Яҙманың нисек яҙылыуында Йәһүәнең яратыуы күренә тип әйтеп була? (Яхъя 21:25).

13 Изге Яҙма Авторының иң бөйөк сифаты — мөхәббәт (1 Яхъя 4:8). Йәһүәнең Изге Яҙмаға нимәне индергәне, ә нимәне индермәгәне тураһында уйланығыҙ. Ул беҙгә уның дуҫтары булып китер өсөн, бәхетле тормош алып барыр өсөн һәм мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн иң кәрәклеһен генә әйткән. Йәһүә беҙҙе яратҡанға күрә кәрәкмәгән мәғлүмәт бирмәгән. (Яхъя 21:25-те уҡығыҙ.)

14. Изге Яҙма тағы нисек итеп Йәһүәнең беҙҙе яратҡанын иҫбатлай?

14 Йәһүәнең Изге Яҙма аша беҙҙең менән нисек һөйләшеүенән дә уның яратыуы күренә. Мәҫәлән, Изге Яҙмала тормошобоҙҙоң һәр өлкәһенә ҡағылышлы ҡағиҙәләрҙең оҙон исемлеге килтерелмәй. Киреһенсә, Йәһүә беҙҙе уйланырға дәртләндерә. Шуға күрә уның Һүҙендә тормошсан миҫалдар, сағыу пәйғәмбәрлектәр һәм ғәмәли кәңәштәр яҙылған. Шулай итеп Изге Яҙма беҙҙе Алланы яратырға һәм уға ысын күңелдән тыңлаусан булырға дәртләндерә.

Йәһүәнең боронғо ваҡытта үҙ хеҙмәтселәре хаҡында нисек ҡайғыртҡаны тураһында уйланыу ни өсөн мөһим? (15-се абзацты ҡарағыҙ.)

15. а) Йәһүә Изге Яҙманы уҡыған кешеләр хаҡында нисек ҡайғырта? б) Фотоһүрәткә ҡарағыҙ. Ҡыҙыҡай, йәш ағай-ҡәрҙәш һәм оло йәштәге апай-ҡәрҙәш Изге Яҙманың ниндәй персонаждары тураһында уйлана? (Баш. 39:1, 10—12; 2 Бат. 5:1—3; Лука 2:25—38).

15 Изге Яҙманан күренеүенсә, Йәһүә беҙҙе ныҡ ҡайғырта. Уның Һүҙендә кешенең хис-тойғоларын һүрәтләгән күп хикәйәләр бар. Беҙ Изге Яҙмалағы персонаждарҙың хистәрен аңлай алабыҙ, сөнки «улар беҙҙең кеүек үк кеше булған» (Яҡ. 5:17). Әммә иң мөһиме, Йәһүәнең улар менән нисек мөғәмәлә иткәне тураһында уҡығанда, беҙ уның «ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле» икәнен тағы ла яҡшыраҡ аңлайбыҙ (Яҡ. 5:11).

16. Изге Яҙмала гонаһ ҡылған кешеләр тураһында уҡығанда Йәһүә хаҡында нимә беләбеҙ? (Ишағыя 55:7).

16 Алла Һүҙе Йәһүәнең яратыуын тағы нисек аса? Изге Яҙма, хаталар ҡылһаҡ та, Аллабыҙ беҙҙе ташлап китмәйәсәк, тип ышандыра. Израилдәр Йәһүәгә ҡаршы ҡат-ҡат гонаһ ҡылған. Әммә улар тәүбә иткәс, Йәһүә уларҙы кисергән. (Ишағыя 55:7-не d уҡығыҙ.) Беренсе быуаттағы мәсихселәр ҙә Йәһүәнең уларҙы яратҡанын белгән. Илсе Павел имандаштарына, гонаһ ҡылған, әммә һуңынан тәүбә иткән кешене «ғәфү итегеҙ һәм йыуатығыҙ», тигән (2 Кор. 2:6, 7; 1 Кор. 5:1—5). Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен хата эшләгәндәре өсөн кире ҡаҡмай, киреһенсә, ул беренсе булып аҙым яһай, төҙәтә һәм кире ҡайтырға саҡыра. Бының тураһында уҡыу күңелде йылыта. Бөгөн дә гонаһ ҡылған, әммә тәүбә иткән кеше менән ул, шулай уҡ мөғәмәлә итәм, тип вәғәҙә бирә (Яҡ. 4:8—10).

ИЗГЕ ЯҘМАНЫ — АЛЛАНЫҢ КАМИЛ БҮЛӘГЕН ҠӘҘЕРЛӘГЕҘ

17. Ни өсөн Изге Яҙманы — Алланан килгән иҫ киткес бүләк тип атап була?

17 Ни өсөн Изге Яҙманы — Йәһүәнән килгән иҫ киткес бүләк тип атап була? Күреүебеҙсә, Изге Яҙма Йәһүәнең зирәклеген, ғәҙеллеген һәм мөхәббәтен аса. Был китап Йәһүәнең беҙҙең менән танышырға теләгәнен иҫбатлай. Ул беҙҙең уның менән дуҫ булып китеүебеҙҙе теләй.

18. Йәһүәгә уның камил бүләге — Изге Яҙма өсөн рәхмәттәребеҙҙе нисек белдерә алабыҙ?

18 Беҙ Изге Яҙманың күктәге Атабыҙҙан килгән камил бүләк булыуын иҫтә тоторға теләйбеҙ (Яҡ. 1:17). Был китап өсөн рәхмәттәребеҙҙе нисек белдерә алабыҙ? Уны уҡып һәм уның хаҡында уйланып. Шул саҡта Изге Яҙманың бөйөк Авторы тырышлыҡтарыбыҙҙы фатихалар, һәм беҙ «Алла тураһында белем» табырбыҙ (Ғиб. һүҙ. 2:5).

98-СЕ ЙЫР Изге Яҙма — Алла Һүҙе

a Изге Яҙма беҙгә Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итә. Был Изге китаптан Алланың зирәклеге, ғәҙеллеге, мөхәббәте тураһында нимә белә алабыҙ? Был һорауға яуап Изге Яҙманы тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә һәм уға күктәге Атабыҙҙың ҡиммәтле бүләгенә кеүек ҡарарға ярҙам итер.

b Ишағыя 40:8: «Йәшел сирәм ҡорой, сәскә кибә, ә Аллабыҙҙың һүҙе мәңге тора».

c Данил 12:4: «Ә һин, Данил, ахырғы ваҡытҡа тиклем был һүҙҙәрҙе сер итеп һаҡла һәм китапты мисәтләп ҡуй. Күптәр уны ентекләп тикшерер, һәм ысын белем артыр».

d Ишағыя 55:7: «Яуыз кеше — үҙ юлын, уҫал кеше үҙ уйҙарын ҡалдырһын. Ул Йәһүәгә ҡайтһын, һәм Алла уға мәрхәмәт күрһәтер, Аллабыҙға кире килһен, сөнки ул уны ихластан кисерер».