Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Файҙалы кәңәштәр. Сайтыбыҙҙа эҙлә

Файҙалы кәңәштәр. Сайтыбыҙҙа эҙлә

jw.org сайтыбыҙҙың баш битендә сыҡҡан мәҡәләләрҙе нисек табырға?

Күп кенә ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәребеҙ хеҙмәттә jw.org сайтының баш битендә сыҡҡан мәҡәләләрҙе ҡуллана. Уларҙы еңел генә күсереп ебәрергә була, һәм улар йыш ҡына бөгөнгө ваҡиғалар менән бәйле пәйғәмбәрлектәрҙе аңлата. Был мәҡәләләр тураһында бер ағай-ҡәрҙәш былай тип яҙған: «Улар — хәҙер беҙгә хеҙмәттә иң кәрәк булған нәмә!»

Ләкин сайттағы мәғлүмәт йыш ҡына алмашынып тора. Кәрәк булған мәҡәләне нисек табырға һуң?

  • jw.org сайтының баш битендә өҫтәге мәҡәләнең аҫтында уң яҡта «Күберәк ҡарарға» тигән һылтанма бар. (Кеҫә телефонында был һылтанманы «Һайланған темалар» тигән өлөштөң һуңғы мәҡәләһенән һуң күрергә була.) Шул төймәгә баҫып һеҙ «Баш биттә һуңғы арала сыҡҡан мәҡәләләр» тигән биткә килерһегеҙ. Тап шунда һуңғы ваҡытта баш биттә сыҡҡан мәҡәләләрҙе табырға була.

  • jw.org сайтында йә JW Library® ҡушымтаһында «Китапхана» тигән һалынманы асығыҙ. Шунан «Мәҡәләләр йыйынтығы», ә һуңынан «Төрлө темалар» тигән төймәгә баҫығыҙ. Сайттың баш битендә сыҡҡан мәҡәләләрҙең күбеһен шул рубрикала табырға була.