Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

12-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүәнең ижади эштәренән уның тураһында күберәк белегеҙ

Йәһүәнең ижади эштәренән уның тураһында күберәк белегеҙ

«Ғаләм барлыҡҡа килтерелгәндән башлап Уның күренмәгән сифаттары... Ул барлыҡҡа килтергән нәмәләр аша асыҡ күренә һәм аңлашыла» (РИМ. 1:20).

6-СЫ ЙЫР Күктәр Алла данын иғлан итә

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Әйүп нимә ярҙамында Йәһүә тураһында күберәк белә алған?

 ҺИС ШИКҺЕҘ, Йәһүә Алла менән аралашыу Әйүптең хәтеренә ғүмерлеккә уйылып ҡалған. Әйүпкә Алланың зирәклегенә һәм үҙ хеҙмәтселәре хаҡында хәстәрлек күрә алыуына ныҡ ышаныс кәрәк булған. Шуға күрә Йәһүә уның иғтибарын ижади эштәренең ҡайһы берҙәренә йүнәлткән. Мәҫәлән, Йәһүә Әйүптең иҫенә шуны төшөргән: ул хайуандар хаҡында ҡайғырта икән, бигерәк тә уның хаҡында ҡайғыртасаҡ (Әйүп 38:39—41; 39:1, 5, 13—16). Әйүп, Йәһүәнең ижади эштәре тураһында уйланып, күп нәмәгә өйрәнгән.

2. Йәһүәнең ижади эштәрен күҙәтергә нимә ҡамасауларға мөмкин?

2 Беҙ ҙә, Алланың ижади эштәрен күҙәтеп, уның тураһында күпте белә алабыҙ. Әммә ризалашырһығыҙ, был еңел түгел. Ҙур ҡалала йәшәһәк, тәбиғәтте бөтөнләй күрмәйбеҙ, тип әйтеп була. Хатта ауылда йәшәһәк тә, Йәһүәнең барлыҡҡа килтергән нәмәләрен күҙәтергә ваҡытыбыҙ булмаҫҡа мөмкин. Әйҙәгеҙ, ни өсөн быға ваҡыт бүлеү һәм көс һалыу мөһим икәнен ҡарап сығайыҡ. Беҙ шулай уҡ Йәһүәнең һәм Ғайсаның өйрәтеүҙә ижади эштәргә иғтибар иткәнен һәм тәбиғәттән нисек күберәк һабаҡтар алып булғанын белербеҙ.

НИ ӨСӨН ЙӘҺҮӘНЕҢ ИЖАДИ ЭШТӘРЕН КҮҘӘТЕРГӘ КӘРӘК?

Йәһүә Әҙәмдең барлыҡҡа килтерелгән нәмәләргә шатланыуын теләгән һәм уға хайуандарға исем бирергә ҡушҡан (3-сө абзацты ҡарағыҙ.)

3. Йәһүә Әҙәмдең барлыҡҡа килтергән нәмәләргә шатланыуын теләгәнме? Аңлатығыҙ.

3 Йәһүә беренсе кешенең барлыҡҡа килтергән нәмәләргә шатланыуын теләгән. Алла Әҙәмде барлыҡҡа килтергәс, уны ожмахҡа урынлаштырған һәм уға ожмахты эшкәртергә, һаҡларға һәм уның сиктәрен киңәйтергә ҡушҡан (Баш. 2:8, 9, 15). Әҙәм орлоҡтарҙың шытыуын һәм сәскә атыуын күргәндә, моғайын, бик ныҡ һоҡланғандыр. Эден баҡсаһы хаҡында хәстәрлек күреү беренсе кеше өсөн бик ҙур хөрмәт булған! Йәһүә шулай уҡ Әҙәмгә хайуандарға исем бирергә ҡушҡан (Баш. 2:19, 20). Әлбиттә, Алла үҙе лә улар өсөн исемде һайлай алыр ине. Әммә был эште ул Әҙәмгә ышанып тапшырған. Хайуандарға исем бирер алдынан, Әҙәм уларҙы күҙәткән һәм уларҙың ҡылыҡтарына иғтибар иткән. Әҙәмгә был эш ҡәнәғәтлек килтергәндер. Был уға Атаһының зирәклеген, оҫталығын һәм ижади һәләттәрен тағы ла яҡшыраҡ күрергә ярҙам иткән.

4. а) Ни өсөн Йәһүәнең ижади эштәрен күҙәтергә кәрәк? б) Йәһүә барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙең ҡайһыһы һеҙгә күберәк оҡшай?

4 Ә ни өсөн беҙ Йәһүәнең ижади эштәрен күҙәтергә тейеш? Сөнки Йәһүә үҙе беҙҙе быға дәртләндерә. Ул былай ти: «Башығыҙҙы күтәреп, күккә ҡарағыҙ». Шунан һуң ул беҙгә: «Быларҙың барыһын кем барлыҡҡа килтергән?» — тигән һорау бирә. Яуап ап-асыҡ (Ишағ. 40:26). Күктә генә түгел, ә ерҙә лә, диңгеҙҙә лә Йәһүәнең ҡулдары яһаған иҫ киткес нәмәләр бик күп. Уларҙың барыһы ла беҙҙе уның тураһында күп нәмәгә өйрәтә (Зәб. 104:24, 25). Бынан тыш, Алланың кешене нисек барлыҡҡа килтергәне тураһында уйланығыҙ. Ул беҙгә тәбиғәткә ҡарата яратыу, ә шулай уҡ күреү, ишетеү, тойоу, тәм һәм еҫ һиҙеү һәләттәрен бүләк иткән. Бының ярҙамында беҙ Йәһүә барлыҡҡа килтергән төрлө нәмәләргә шатлана алабыҙ.

5. Римдарға 1:20-лә яҙылғанса, Йәһүәнең ижади эштәрен күҙәтеү ниндәй файҙа килтерә?

5 Изге Яҙмала Йәһүәнең ижади эштәрен күҙәтергә кәрәк булған тағы бер мөһим сәбәп килтерелә: улар беҙгә Йәһүәнең сифаттарын аса. (Римдарға 1:20-не уҡығыҙ.) Мәҫәлән, тәбиғәттең ни тиклем ғәжәйеп итеп барлыҡҡа килтергәненә иғтибар итегеҙ. Әллә был Йәһүәнең зирәклеген күрһәтмәйме ни? Шулай уҡ ҡәнәғәтлек килтергән ризыҡтың төрлөлөгө тураһында уйланығыҙ. Был Алланың кешеләрҙе яратҡанын иҫбатламаймы ни? Барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙән Йәһүәнең сифаттарын күргәндә, беҙ уны тағы ла яҡшыраҡ беләбеҙ һәм уға яҡыныраҡ булырға теләйбеҙ. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Йәһүәнең кешеләрҙе мөһим хәҡиҡәттәргә өйрәтер өсөн ижади эштәрен нисек ҡулланғанына иғтибар итәйек.

ЙӘҺҮӘ ИЖАДИ ЭШТӘРЕ АША ҮҘЕН АСА

6. Күсәр ҡоштарҙың осоуын күргәндә, беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ?

6 Йәһүә үҙе билдәләгән ваҡыт буйынса эш итә. Израиль халҡы йыл һайын февраль айының аҙағынан алып май айының уртаһына тиклем күктә ҡауҙыларҙың төньяҡҡа осоуын күргән. Алла израилдәргә: «Хатта ҡауҙы ла үҙенең ҡайтыу-китеү ваҡытын белә», — тигән (Ирем. 8:7). Йәһүә ҡоштарҙың ҡайтыу-китеү ваҡытын билдәләгән кеүек, үҙенең хөкөм ҡарарҙарын үтәйәсәк ваҡытты ла билдәләгән. Бөгөн күктә күсәр ҡоштарҙың осоуы Йәһүәнең был яуыз донъяны юҡ итәсәк ваҡытты билдәләгәнен иҫебеҙгә төшөрә (Аб. 2:3).

7. Ҡоштарҙың осоуын күреү беҙҙе нимәгә ышандыра? (Ишағыя 40:31).

7 Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә көс бирә. Йәһүә үҙенең йонсоған һәм бойоҡҡан хеҙмәтселәренә көс бирергә вәғәҙә итә. «Улар, бөркөттәр кеүек, үҙ ҡанаттарында күккә күтәрелер», — ти ул. (Ишағыя 40:31-ҙе b уҡығыҙ.) Израилдәр өсөн һауала бейектә бөркөттәрҙең осоуын күреү ғәҙәти булған. Был ҡоштар, йылы һауа ағымдарын ҡулланып, сәғәттәр буйы ҡанаттар ҡаҡмай оса ала. Ниндәй матур иҫкә төшөрөү! Йәһүә бөркөттәргә көс бирә икән, үҙ хеҙмәтселәренә лә көс бирәсәк. Һауала ҙур ҡоштоң ҡанаттар ҡаҡмай оса алғанын күргәндә, Йәһүәнең һеҙгә лә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс бирәсәген онотмағыҙ.

8. Әйүп, Йәһүәнең ижади эштәре тураһында уйланып, нимәгә өйрәнгән һәм ни өсөн беҙгә лә улар хаҡында уйланыу бик мөһим?

8 Йәһүә беҙҙең ышанысыбыҙға лайыҡ. Әйүп Йәһүә менән һөйләшеп алғандан һуң, уға тағы ла нығыраҡ ышана башлаған (Әйүп 32:2; 40:6—8). Алла Әйүптең иғтибарын барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙең күбеһенә, шул иҫәптән йондоҙҙарға, болоттарға һәм диңгеҙгә йүнәлткән. Йәһүә шулай уҡ ҡырағай үгеҙ һәм ат тураһында ла һөйләгән (Әйүп 38:32—35; 39:9, 19, 20). Алла улар ярҙамында үҙенең сағыштырғыһыҙ көсөн генә түгел, ә мөхәббәтен һәм бөйөк зирәклеген дә күрһәткән. Был аралашыу Әйүпкә Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ ышанырға ярҙам иткән (Әйүп 42:1—6). Барлыҡҡа килтерелгән нәмәләр тураһында белеү Йәһүәнең беҙҙән күпкә аҡыллыраҡ һәм көслөрәк икәнен иҫебеҙгә төшөрә. Тимәк, Алла ауырлыҡтарыбыҙҙы һәм ҡайғыларыбыҙҙы бөтөрә ала һәм мотлаҡ бөтөрәсәк. Был фекер беҙҙең Йәһүәгә ҡарата ышанысыбыҙҙы нығыта.

ҒАЙСА, ИЖАДИ ЭШТӘРГӘ ИҒТИБАР ИТЕП, ЙӘҺҮӘ ТУРАҺЫНДА ӨЙРӘТӘ

9, 10. Ҡояш менән ямғыр Йәһүә тураһында нимәгә өйрәтә?

9 Ғайса тәбиғәт донъяһы менән яҡшы таныш булған. Ул «оҫта һөнәрсе» булараҡ, Атаһы менән бергә Ғаләмде барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашҡан (Ғиб. һүҙ. 8:30). Һуңыраҡ, ерҙә йәшәгәндә, Ғайса шәкерттәрен өйрәтер өсөн Алланың ижади эштәрен миҫал итеп ҡулланған. Әйҙәгеҙ, уның нимәгә өйрәткәне тураһында беләйек.

10 Йәһүә бөтә кешеләрҙе ярата. Тауҙағы вәғәзендә Ғайса шәкерттәренең иғтибарын барлыҡҡа килтерелгән нәмәләрҙең икеһенә йүнәлткән. Был — ҡояш нуры һәм ямғыр. Күптәр өсөн был ғәҙәти нәмә, әммә уларҙың икеһе лә йәшәү өсөн бик мөһим. Йәһүә үҙенә хеҙмәт итмәгән кешеләрҙе был бүләктәренән мәхрүм итә алыр ине, әммә ул кешеләрҙе ярата, шуға күрә бөтәһен дә ҡояш һәм ямғыр менән тәьмин итә (Матф. 5:43—45). Ғайса, был миҫалды ҡулланып, беҙҙе мөһим нәмәгә өйрәтә: Йәһүә беҙҙең дә бөтә кешеләрҙе яратыуыбыҙҙы теләй. Ҡояш байыуы менән һоҡланғанда йә ямғыр яуыуын күргәндә, беҙ Йәһүәнең бөтә кешеләрҙе ярата икәне тураһында уйлана алабыҙ. Уның миҫалы беҙҙе лә бөтә кешеләрҙе яратырға һәм уларҙың һәр береһенә вәғәзләргә дәртләндерә.

11. Ҡоштарҙы күҙәтеү беҙҙе нисек нығыта ала?

11 Йәһүә ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғырта. Тауҙағы вәғәзендә Ғайса шулай уҡ: «Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы Күктәге Атағыҙ туйындыра», — тип әйткән. Ғайсаны тыңлаусылар, бәлки, тап шул ваҡытта күктә осҡан ҡоштарҙы күргәндер. Шунан һуң Ғайса наҙлы яратыу менән уларҙан: «Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни?» — тип һораған (Матф. 6:26). Йәһүә беҙҙе, физик ихтыяждарығыҙ хаҡында ҡайғыртасаҡмын, тип ышандыра (Матф. 6:31, 32). Ижади эштәрҙән алынған был һабаҡ бөгөн дә Алланың тоғро хеҙмәтселәренә көс өҫтәп тора. Испанияла йәшәгән һәм пионер булып хеҙмәт иткән йәш апай-ҡәрҙәш үҙенә яраҡлы йәшәү урыны таба алмағанға борсолған. Бер көндө ул, орлоҡ һәм емеш сүпләгән ҡоштарҙы күреп, дәртләнеп киткән. Ул былай ти: «Йәһүәнең был ҡоштар хаҡында хәстәрлек күреүе минең турала ла ҡайғыртасағын иҫемә төшөрҙө». Тиҙҙән шулай килеп сыҡҡан да. Апай-ҡәрҙәш үҙенә йәшәргә урын тапҡан.

12. Турғайҙарҙы күҙәтеп, беҙ Йәһүә тураһында нимә белә алабыҙ? (Матфей 10:29—31).

12 Йәһүә һәр беребеҙҙе ҡәҙерләй. Илселәрен вәғәзгә ебәрер алдынан Ғайса уларға ҡаршы килеүҙәрҙән ҡурҡмаҫҡа ярҙам иткән. (Матфей 10:29—31-ҙе уҡығыҙ.) Нисек итеп? Ул уларҙың иғтибарын Израиль илендә күп булған турғайҙарға йүнәлткән. Турғайҙар ул ваҡытта ла бер ни тормаған. Ләкин Ғайса шәкерттәренә: «Уларҙың береһе лә Атағыҙҙың рөхсәтенән башҡа ергә ҡолап төшмәҫ», — тигән. Ә шунан һуң ул: «Һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәк», — тип өҫтәгән. Ғайса үҙ шәкерттәрен, Йәһүә һәр берегеҙҙе ҡәҙерләй, тип ышандырғас, уларҙың эҙәрләүҙәрҙән ҡурҡырға бер сәбәбе лә булмаған. Ғайсаның шәкерттәре ҡалаларҙа, ауылдарҙа вәғәзләгәндә турғайҙарҙы күреп, моғайын, уның һүҙҙәрен иҫтәренә төшөргәндер. Һин дә бәләкәй генә турғайҙарҙы күргәндә, Йәһүәнең һине ни тиклем ныҡ яратҡанын һәм һин күп турғайҙарға ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк икәнеңде онотма. Алланың ярҙамы менән һин ҡыйыу булып, эҙәрләүҙәргә ҡаршы тора алаһың (Зәб. 118:6).

ЙӘҺҮӘНЕҢ ИЖАДИ ЭШТӘРЕНӘН УНЫҢ ТУРАҺЫНДА КҮБЕРӘК БЕЛЕР ӨСӨН НИМӘ ЭШЛӘЙ АЛАБЫҘ?

13. Тәбиғәттән Алла тураһында күберәк белер өсөн нимә эшләргә кәрәк?

13 Йәһүәнең ижади эштәренән беҙ күп һабаҡтар ала алабыҙ. Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк? Беренсенән, барлыҡҡа килтерелгән нәмәләрҙе күҙәтер өсөн ваҡыт бүлергә кәрәк. Икенсенән, уларҙың Йәһүә тураһында нимәгә өйрәткәне хаҡында уйланырға кәрәк. Әлбиттә, был еңел түгел. Камерунда йәшәгән Жеральди́на исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Мин ҙур ҡалала тыуып үҫтем, шуға күрә мин яҡшы аңлайым: тәбиғәтте күҙәтер өсөн күп көс һалырға кәрәк». Ә бына Альфо́нсо исемле өлкән былай тип бүлешә: «Йәһүәнең ижади эштәрен күҙәтер өсөн һәм улар уның тураһында нимә асҡанын күрер өсөн миңә бер үҙемә ҡалырға кәрәк. Ә бының өсөн ваҡытты планлаштырыу бик мөһим».

Дауыт барлыҡҡа килтерелгән нәмәләрҙе күҙәткән һәм уларҙың Йәһүә тураһында нимәгә өйрәткәндәре хаҡында уйланған (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14. Алланың ижади эштәре тураһында уйланғанда Дауыт нимәгә өйрәнгән?

14 Дауыт Алланың ижади эштәре тураһында бик тәрән уйланған. Ул Йәһүәгә: «Ҡулдарың башҡарған эштәреңә — күктәреңә, һин булдырған айға һәм йондоҙҙарға ҡарайым да уйланам: кем һуң ул үлемле кеше?! Шулай ҙа һин уны иҫеңдә тотаһың», — тигән (Зәб. 8:3, 4). Эйе, Дауыт төнгө күкте күҙәткәндә, Ғаләмдең күркәмлеге менән генә һоҡланып ҡалмаған, ул был йондоҙҙарҙың Алла тураһында нимәгә өйрәткәнен аңларға теләгән. Шулай итеп ул Алла бөйөк зирәклеккә һәм көскә эйә икәнен белгән. Шулай уҡ Дауыт үҙенең тәне әсә ҡарынында нисек итеп үҫкәне хаҡында уйланған. Ул тәненең ни тиклем ғәжәйеп итеп барлыҡҡа килтерелгәне тураһында уйлағанда, уның күңеле Йәһүәгә ҡарата рәхмәт хистәре менән тулған (Зәб. 139:14—17).

15. Йәһүәнең ижади эштәрен күҙәткәндә нисек беҙ уның күркәм сифаттарын күрә алабыҙ? Миҫал килтерегеҙ (Зәбур 148:7—10).

15 Һеҙ ҙә тәрән уйланыр өсөн, Дауыт кеүек, тәбиғәткә иғтибар итәһегеҙҙер. Тирәләй ҡараһағыҙ, Йәһүәнең күркәм сифаттарын сағылдырған күп нәмәне күреп була. Мәҫәлән, ҡояш ҡыҙҙырған эҫҫе көндө Алланың көсө тураһында уйлағыҙ (Ирем. 31:35). Әгәр һеҙ оя ҡорған ҡошто күреп ҡалһағыҙ, Йәһүәнең зирәклеге тураһында уйланығыҙ. Бәләкәй көсөктөң үҙ ҡойроғо менән уйнағанын күреү Алланың юмор тойғоһо бар икәнен иҫебеҙгә төшөрә. Һәм сабыйын ҡулында бәүелткән әсәй кешене күргәндә, Йәһүәгә уның мөхәббәте өсөн рәхмәттәр әйтегеҙ. Йәһүәне белер өсөн мөмкинлектәр бик күп. Сөнки уның ижади эштәре — ҙурҙары һәм бәләкәйҙәре, йыраҡтағылары һәм яҡындағылары — барыһы ла уны данлай. (Зәбур 148:7—10-ды c уҡығыҙ.)

16. Үҙебеҙгә ниндәй маҡсат ҡуйырға кәрәк?

16 Йәһүә Аллабыҙ зирәклеккә, мөхәббәткә, көскә һәм ижади һәләттәргә эйә. Уға тиң бер кем дә юҡ. Уның ошо һәм башҡа сифаттары ижади эштәрендә яҡшы күренә, тик уларға иғтибарлы ғына булырға кәрәк. Әйҙәгеҙ, барлыҡҡа килтерелгән нәмәләр менән һоҡланыр өсөн һәм уларҙың Йәһүәнең хаҡында нимәгә өйрәткәндәре тураһында уйланыр өсөн ваҡыт бүләйек. Был беҙгә Барлыҡҡа килтереүсебеҙгә тағы ла яҡыныраҡ булып китергә ярҙам итер (Яҡ. 4:8). Ә ата-әсәләр балаларына был яҡтан нисек ярҙам итә ала? Быны киләһе мәҡәләлә ҡарап сығырбыҙ.

5-СЕ ЙЫР Йәһүәнең ғәжәп эштәре

a Йәһүәнең ижади эштәре беҙҙе таң ҡалдыра. Беҙ ҡояштың ғәйәт ҙур көсөнә һәм сәскәләрҙең наҙына һоҡланабыҙ. Йәһүә барлыҡҡа килтергән бөтә нәмә уның тураһында күпкә өйрәтә. Ни өсөн Алланың ижади эштәрен күҙәтеүгә ваҡыт бүлергә кәрәк? Был беҙҙе нисек Аллаға яҡынлаштыра? Был һорауҙарға яуапты ошо мәҡәләлә ҡарап сығырбыҙ.

b Ишағыя 40:31: «Ә Йәһүәгә өмөтләнгәндәргә иһә яңынан көс инер. Улар, бөркөттәр кеүек, үҙ ҡанаттарында күккә күтәрелер. Улар йүгерһә лә, әлһерәмәҫ, йөрөһә лә, хәлһеҙләнмәҫ».

c Зәбур 148:7—10: «Йәһүәне ерҙән маҡтағыҙ, эй диңгеҙҙәге ҙур януарҙар һәм барлыҡ тәрән һыуҙар, 8 йәшен һәм боҙ, ҡар һәм ҡуйы болоттар, уның һүҙен үтәүсе дауыллы ел, 9 тауҙар һәм бөтә ҡалҡыулыҡтар, емеш ағастары һәм эрбет ағастары, 10 ҡырағай хайуандар һәм йорт хайуандары, һөйрәлеүселәр һәм ҡоштар».