Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

43-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә һеҙгә ҡеүәт бирәсәк

Йәһүә һеҙгә ҡеүәт бирәсәк

«Алла... ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк» (1 ПЕТ. 5:10).

38-СЕ ЙЫР Алла һиңә ҡеүәт бирер

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Боронғо ваҡытта йәшәгән Йәһүәнең хеҙмәтселәре ҡайҙан көс алған?

 ИЗГЕ ЯҘМАЛА Алланың бөйөк эштәр башҡарған тоғро хеҙмәтселәре тураһында яҙылған. Ләкин уларҙың хатта иң көслөләре лә ҡайһы саҡта үҙҙәрен көсһөҙ итеп тойған. Мәҫәлән, Дауыт батша ҡайһы ваҡыт үҙен «тау кеүек ныҡ» тойған, әммә ҡайһы ваҡыт уны көслө ҡурҡыу биләп алған (Зәб. 30:7). Алланың рухы ярҙамында Самсон ғәйәт ҙур көскә эйә булһа ла, Йәһүә ярҙам итмәгән булһа, ул көсһөҙләнеп башҡа кешеләр һымаҡ буласағын аңлаған (Хөк. 14:5, 6; 16:17). Йәһүәнең был тоғро хеҙмәтселәре унан көс алғанға ғына көслө булған.

2. Ни өсөн илсе Павел «көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен» тип әйтә алған? (2 Коринфтарға 12:9, 10).

2 Илсе Павел да Йәһүәнең көсөнә мохтаж икәнен таныған. (2 Коринфтарға 12:9, 10-ды уҡығыҙ.) Беҙҙеке кеүек уның да сәләмәтлеге менән проблемалары булған (Гал. 4:13, 14). Ваҡыт-ваҡыт уға яҡшылыҡ эшләү теләге өсөн көрәшергә кәрәк булған (Рим. 7:18, 19). Ә ҡайһы саҡта тормоштағы шарттар арҡаһында ул үҙен юғалып киткәндәй тойған (2 Кор. 1:8, 9). Ләкин шул ваҡытта Йәһүә уға етмәгән көстө биреп торған. Бының ярҙамында ул бөтә һынауҙарҙы йырып сыға алған.

3. Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙарға яуап алырбыҙ?

3 Йәһүә беҙҙе лә көслө итергә вәғәҙә итә (1 Пет. 5:10). Әммә беҙҙән нимәлер талап ителә. Миҫал килтерәйек. Машинаның моторы машинаға йөрөргә көс бирә. Ләкин водитель ҡайҙалыр барырға теләһә, ул газ педаленә баҫырға тейеш. Беҙҙең менән дә шулай уҡ. Йәһүә — көс Сығанағы. Ләкин көс алыр өсөн эш итергә кәрәк. Көсөбөҙ булһын өсөн, Йәһүә беҙгә нимә биргән? Уны алыр өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Алланың өс хеҙмәтсеһенең миҫалын ҡарап сығып, был һорауҙарға яуап алырбыҙ. Беҙ Йәһүәнең Юныс пәйғәмбәрҙе, Ғайсаның әсәһе Мәрйәмде һәм илсе Павелды нисек нығытҡанын ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ Йәһүәнең бөгөн үҙ хеҙмәтселәрен нисек нығытыуын күрербеҙ.

ДОҒА ҠЫЛЫУ ҺӘМ ИЗГЕ ЯҘМАНЫ ӨЙРӘНЕҮ ҺЕҘҘЕ ҠЕҮӘТЛЕ ИТӘ

4. Йәһүәнән ярҙам алыр өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

4 Йәһүәнән көс алыуҙың бер ысулы — доға ҡылыу. Үтенестәребеҙгә яуап итеп Йәһүә беҙгә «саманан тыш ҙур ҡөҙрәт» бирә ала (2 Кор. 4:7). Шулай уҡ беҙ Алла Һүҙен уҡып һәм уның өҫтөндә уйланып көс алабыҙ (Зәб. 86:11). Изге Яҙмалағы һөйөнөслө хәбәр ҙур көскә эйә бит (Евр. 4:12). Доға ҡылыу һәм Изге Яҙманы уҡыу һынауҙарҙа ныҡ ҡалырға, шатлыҡ юғалтмаҫҡа һәм ауыр йөкләмәне башҡарырға ярҙам итәсәк. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең Юныс пәйғәмбәрҙе нисек нығытҡанын ҡарап сығайыҡ.

5. Ни өсөн Юныс пәйғәмбәр Йәһүәнең ярҙамына бик мохтаж булған?

5 Юныс пәйғәмбәр бик аяныс хәлгә эләккән. Йәһүә уға еңел булмаған йөкләмә биргәс, ул ҡасып киткән. Һөҙөмтәлә көслө дауыл ваҡытында уның ғүмере ҡыл өҫтөндә булған. Бынан тыш, ул карапта булған башҡа кешеләрҙең ғүмерҙәрен дә ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған. Юнысты диңгеҙгә ташлағас, уны ҙур балыҡ йотҡан. Ә ул, балыҡ эсенә эләгермен тип, бер ҙә уйламағандыр. Балыҡтың эсендә ҡараңғы һәм ҡурҡыныс булған. Ул ниндәй хистәр кисергән? Ғүмерем ошонда өҙөлөр микән, Йәһүә минән баш тартҡан микән, тип борсолғандыр. Юнысҡа, моғайын, бик ҡурҡыныс булғандыр.

Юнысҡа һынауҙы йырып сығырға нимә ярҙам иткән һәм беҙ унан нисек өлгө ала алабыҙ? (6—9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

6. Балыҡ эсендә булғанда Юнысҡа ныҡ ҡалырға нимә ярҙам иткән? (Юныс 2:1, 2, 7).

6 Юнысҡа япа-яңғыҙ булғанда нимә көс өҫтәгән? Йәһүәгә доға ҡылыу. (Юныс 2:1, 2, 7-не уҡығыҙ.) Юныс Йәһүәне тыңламаһа ла, Алланың уның тәүбә итеүен күргәненә һәм үтенестәренә мотлаҡ яуап бирәсәгенә бер ҙә шикләнмәгән. Шулай уҡ Юныс Алла тарафынан рухландырылған яҙмалар өҫтөндә уйланған. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Юныс китабының 2-се бүлегендә яҙылған уның доғаһында Зәбур китабынан алынған күп кенә һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр осрай. (Мәҫәлән, Юныс 2:2, 5-те Зәбур 69:1; 86:7 менән сағыштырығыҙ.) Күреүебеҙсә, Юныс яҙмаларҙан был өҙөктәрҙе яҡшы белгән. Улар өҫтөндә уйланып, Юныс Йәһүәнең бөтә нәмәне хәл итә аласағына һәм уға ярҙам итәсәгенә ышанған. Һуңыраҡ, Юныс ҡотолоп ҡалғас, Йәһүә биргән яңы йөкләмәне үтәргә әҙер булған (Юныс 2:10—3:4).

7, 8. Тайвандә йәшәгән бер ағай-ҡәрҙәшкә һынауҙарҙы йырып сығырға нимә ярҙам итә?

7 Юныстың миҫалы беҙгә төрлө һынауҙарҙы йырып сығырға ярҙам итә ала. Мәҫәлән, Тайвандә йәшәгән Чжими́н b исемле ағай-ҡәрҙәш етди ауырыуҙан интегә. Бынан тыш, ғаиләһе уны иманы арҡаһында йәберләй. Чжимин доға ҡылыуҙан һәм өйрәнеүҙән көс таба. Ул былай тип бүлешә: «Проблемаларым күбәйгәндә башыма төрлө борсолоулы уйҙар керә, улар миңә тынысланырға һәм иғтибарымды өйрәнеүгә тупларға ҡамасаулай». Әммә Чжимин бирешмәй. Ул былай тип дауам итә: «Тәүҙә мин Йәһүәгә доға ҡылам. Шунан мин, наушниктар кейеп, Батшалыҡ йырҙарын тыңлайым. Ә ҡайһы саҡта мин тынысланғансы, уларҙы шым ғына йырлайым. Һуңынан мин өйрәнеүгә тотонам».

8 Чжимин ҡәрҙәшкә шәхси өйрәнеүе ваҡытында белгәндәре файҙа килтерә. Бына бер миҫал. Ул бер ҡатмарлы операциянан һуң аңына килгән саҡта шәфҡәт туташы, гемоглобины түбән булғанға күрә ҡан ебәрергә кәрәк, тип әйткән. Күптән түгел генә Чжимин бер апай-ҡәрҙәш тураһында уҡыған. Уға ла оҡшаш операция яһағандар. Апай-ҡәрҙәш гемоглобины күпкә түбәнерәк булһа ла, ҡан ебәреүҙән баш тартҡан һәм шәбәйеп киткән. Был осраҡ Чжимин ҡәрҙәшкә Йәһүәгә тоғро ҡалырға көс өҫтәгән.

9. Һынауҙар арҡаһында хәлдән тайһағыҙ, нимә эшләй алаһығыҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

9 Борсолоуҙар арҡаһында доға ҡылыуы ауыр йә өйрәнергә хәл булмаҫҡа ла мөмкин. Һеҙҙең менән шулай булғаны бармы? Онотмағыҙ, Йәһүә һеҙҙең хәлегеҙҙе тулыһынса аңлай. Шуға күрә доғағыҙ бик ябай булһа ла, Йәһүә һеҙгә кәрәклеһен бирә (Ефес. 3:20). Физик йә эмоциональ әрнеүҙәр арҡаһында уҡыуы, өйрәнеүе ауыр булһа, Изге Яҙманың йәиһә беҙҙең әҙәбиәттәребеҙҙең аудиояҙмаларын тыңлап ҡарағыҙ. Шулай уҡ jw.org сайтыбыҙҙағы берәй йырҙы тыңлағыҙ йә видеояҙманы ҡарағыҙ. Йәһүәгә доға ҡылһағыҙ, ә шунан ойошмабыҙ тәҡдим иткән рухи аҙыҡ менән туҡланһағыҙ, һеҙ уға һеҙҙе көслө итергә мөмкинлек бирәһегеҙ.

ҠӘРҘӘШТӘРҘЕҢ ЯРҘАМЫ ҺЕҘҘЕ ҠЕҮӘТЛЕ ИТӘ

10. Ҡәрҙәштәр беҙҙе нисек нығыта ала?

10 Йәһүә беҙҙе ҡәрҙәштәр аша нығыта (Кол. 4:10, 11). Беҙ һынауҙар менән осрашҡанда йә өҫтөбөҙгә берәй ауыр йөкләмә ябырылғанда, улар беҙҙең өсөн күңел йыуанысы була ала (Ғиб. һүҙ. 17:17). Бәлә-ҡаза килгәндә беҙ уларға айырыуса мохтаж. Беҙ хәлдән тайғанда, улар беҙгә ғәмәли ярҙам күрһәтә, йыуата һәм Йәһүәгә тоғро ҡалырға ярҙам итә. Әйҙәгеҙ, Ғайсаның әсәһе Мәрйәм башҡаларҙан ниндәй ярҙам алғанына иғтибар итәйек.

11. Ни өсөн Мәрйәм Йәһүәнең көсөнә мохтаж булған?

11 Мәрйәмгә Йәһүәнең ихтыярын үтәр өсөн унан көс кәрәк булған. Ул Ябраил фәрештәнән кейәүҙә булмайынса ауырға ҡаласағы тураһында белгән. Уның өҫтөнә ниндәй яуаплылыҡ ятҡаны хаҡында уйлап ҡына ҡарағыҙ! Мәрйәмдең балалар тәрбиәләүҙә тәжрибәһе булмаған, ә уға бит Мәсих булып китәсәк бала хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәк булған. Бынан тыш, уға буласаҡ ире менән һөйләшергә тура килгән. Ул Йософҡа енси мөнәсәбәткә инмәйенсә ауырға ҡалғанын нисек аңлатыр? (Лука 1:26—33).

12. Мәрйәм үҙенә кәрәкле көстө ҡайҙан алған? (Лука 1:39—45).

12 Мәрйәм был үҙенсәлекле һәм яуаплы йөкләмәне үтәр өсөн ҡайҙан көс алған? Ул башҡаларҙан ярҙам эҙләгән. Мәҫәлән, ул Ябраил фәрештәнән үҙенең йөкләмәһе тураһында күберәк һөйләргә һораған (Лука 1:34). Тиҙҙән ул «таулы Йәһүҙиәлә урынлашҡан бер ҡалала» йәшәгән туғаны Елизаветаға барған. Унда барып ул бик яҡшы эш иткән. Елизавета Мәрйәмде маҡтаған һәм, изге рух менән һуғарылып, уның буласаҡ улы тураһында пәйғәмбәрлек әйткән. (Лука 1:39—45-те уҡығыҙ.) Мәрйәм, Йәһүә «Үҙенең ҡулы менән бөйөк эштәр башҡарҙы», тигән (Лука 1:46—51). Йәһүә Мәрйәмде Ябраил һәм Елизавета аша нығытҡан.

13. Ҡәрҙәштәр Боливиянан булған бер апай-ҡәрҙәшкә нисек ярҙам иткән?

13 Мәрйәм кеүек һеҙ ҙә Алланың башҡа хеҙмәтселәренән ярҙам эҙләй алаһығыҙ. Боливияла йәшәгән Дасури́ исемле апай-ҡәрҙәш тап шундай ярҙамға мохтаж булған. Уның атаһы үлемесле сир менән ауырып киткән. Шуға күрә Дасури уның хаҡында хәстәрлек күргән һәм һәр ваҡыт дауаханала уның янында булған (1 Тим. 5:4). Ҡайһы саҡта уға бик ныҡ ауыр булған. Дасури былай тип бүлешә: «Мин бүтән түҙә алмағанымды күп тапҡыр тойҙом». Ул башҡаларҙан ярҙам һорағанмы? Тәүҙә һорамаған. Ул былай тип аңлата: «Мин ҡәрҙәштәрҙе мәшәҡәтләргә теләмәнем. „Минең бит Йәһүәм бар, миңә тағы кем кәрәк?“ — тип уйланым. Әммә һуңынан башҡаларҙан ситләшеп проблемаларымды япа-яңғыҙым хәл итергә маташҡанымды аңланым» (Ғиб. һүҙ. 18:1). Дасури бер нисә дуҫына хат яҙырға һәм уларға үҙенең хәле тураһында һөйләргә ҡарар иткән. Ул былай тип дауам итә: «Ҡәҙерле ҡәрҙәштәремдең мине нисек нығытҡандарын һөйләп бөтөргөһөҙ. Улар дауаханаға ризыҡ алып килә торғайны һәм Изге Яҙманан күңелемде йыуатҡан аяттар менән бүлешә торғайны. Һин яңғыҙ түгел икәнеңде аңлау күңелде йылыта. Һин Йәһүәнең ҙур ғаиләһендә. Унда дуҫтарың ярҙам ҡулы һуҙырға, һинең менән бергә иларға һәм аҙаҡҡа тиклем һинең менән бергә көрәшергә әҙер».

14. Ни өсөн беҙгә өлкәндәрҙең ярҙамын ҡабул итергә кәрәк?

14 Йәһүә беҙҙе шулай уҡ өлкәндәр аша нығыта ала (Ишағ. 32:1, 2). Улар — уның бүләге. Ул өлкәндәрҙең уның халҡын нығытыуҙарын теләй. Әгәр нимәлер һеҙгә тынғы бирмәһә, өлкәндәр менән һөйләшеп алығыҙ. Уларҙың ярҙамын кире ҡаҡмағыҙ, ә шатланып ҡабул итегеҙ. Шулай итеп Йәһүә һеҙҙе көслө итер.

ӨМӨТ ҺЕҘҘЕ ҠЕҮӘТЛЕ ИТӘ

15. Бөтә мәсихселәргә ниндәй өмөт көс бирә?

15 Изге Яҙмаға нигеҙләнгән өмөт беҙҙе ҡеүәтле итә (Рим. 4:3, 18—20). Мәсихселәрҙең мәңге йәшәргә иҫ киткес өмөтө бар: кемдер — ерҙәге ожмахта, кемдер күктәге Батшалыҡта йәшәйәсәк. Был өмөт беҙгә һынауҙарҙы йырып сығырға, һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә һәм йыйылышта төрлө вазифалар башҡарырға көс бирә (1 Фес. 1:3). Шул уҡ өмөт — мәңгелек тормошҡа өмөт — илсе Павелды нығытып торған.

16. Ни өсөн Павел Алланың көсөнә мохтаж булған?

16 Павел ни өсөн Алланың көсөнә мохтаж булған? Коринфтарға яҙған хатында ул үҙен еңел генә ватыла алған балсыҡ һауыт менән сағыштырған. Павел уны ҡыҫырыҡлағандары, эҙәрләгәндәре һәм үҙенең нишләргә лә белмәй аптырашта ҡалғаны тураһында яҙған (2 Кор. 4:8—10). Ҡайһы саҡта ул үлем сигендә булған. Павел был һүҙҙәрҙе үҙенең өсөнсө миссионер сәйәхәтендә булғанда яҙған. Алда уны тағы ла етдиерәк һынауҙар көткән: халыҡ төркөмөнөң һөжүм итеүе, ҡулға алыныуы, карапта дауылға эләгеүе һәм төрмәгә ябылыуы.

17. Илсе Павелға һынауҙарҙа сыҙам ҡалырға нимә ярҙам иткән? (2 Коринфтарға 4:16—18).

17 Илсе Павел һынауҙарҙа сыҙам ҡала алған, сөнки иғтибарын үҙ өмөтөнә туплаған. (2 Коринфтарға 4:16—18-ҙе уҡығыҙ.) Ул коринфтарға, «тәне сереп тарҡала барһа ла», бирешмәгәне тураһында яҙған. Уның ҡарашы киләсәккә төбәлгән булған. Ул күктә мәңге йәшәү өмөтөн ҡәҙерләгән һәм уның хаҡына төрлө һынауҙарға барырға әҙер булған. Павел был өмөт тураһында уйланған һәм һөҙөмтәлә көндән-көн яңыра барған.

18. Өмөт Тихомирға һәм уның ғаиләһенә нисек көс бирә?

18 Болгарияла йәшәгән Тихомир ҡәрҙәште киләсәккә өмөтө нығыта. Бер нисә йыл элек уның ҡустыһы Здра́вко аварияла вафат булған. Ҡайғыһы Тихомирҙы ҡаҡшатҡан. Уны еңер өсөн ул ҡатыны һәм улы менән терелеү тураһында күберәк уйлай башлаған. Тихомир былай тип аңлата: «Мәҫәлән, беҙ Здравконы нисек ҡаршы алғаныбыҙҙы, уға ниндәй тәмлекәстәр бешергәнебеҙҙе, уны ҡаршы алыр өсөн кемде ҡунаҡҡа саҡырғаныбыҙҙы һәм һуңғы көндәр тураһында уға нимә һөйләгәнебеҙҙе күҙ алдына килтерәбеҙ». Тихомир әйтеүенсә, өмөт уларға бойоҡмаҫҡа һәм уның ҡустыһы тереләсәк ваҡытты көтөргә ярҙам итә.

Һеҙ яңы донъяла нимә менән шөғөлләнергә теләйһегеҙ? (19-сы абзацты ҡарағыҙ.) c

19. Киләсәккә өмөттө нисек нығытып була? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

19 Киләсәккә өмөтөбөҙҙө нисек нығытып була? Әгәр һеҙ ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнһәгеҙ, Изге Яҙмала ожмахта тормоштоң ниндәй буласағы тураһында уҡығыҙ (Ишағ. 25:8; 32:16—18). Үҙегеҙҙе унда күҙ алдына килтерегеҙ. Һеҙ кемде күрәһегеҙ? Нимә ишетәһегеҙ? Нимә хис итәһегеҙ? Хыялығыҙҙы йәнләндереп ебәрер өсөн әҙәбиәтебеҙҙә ожмах төшөрөлгән рәсемдәрҙе иғтибар менән ҡарағыҙ. «Яңы донъя килә!», «Яңы донъя күҙ алдымда» һәм «Был көн бик яҡын!» тигән музыкаль видеояҙмаларҙы ҡарағыҙ. Әгәр беҙ өмөтөбөҙҙө күҙҙән ысҡындырмаһаҡ, бөгөнгө проблемалар «ҡыҫҡа ғына ваҡытлы» һәм еңел булып күренер (2 Кор. 4:17). Һеҙ көслө була алһын өсөн, Йәһүә һеҙгә өмөт биргән!

20. Үҙегеҙҙе көсһөҙ итеп тойғанда һеҙгә нимә көс өҫтәр?

20 Үҙегеҙҙе көсһөҙ итеп тойғанда, бойоҡмағыҙ. Йәһүә һеҙҙе нығытасаҡ (Зәб. 108:13). Һеҙ унан көс ала алһын өсөн, Алла бар кәрәклеһен биргән. Шуға күрә ауыр йөкләмәне үтәргә, һынауҙарҙа сыҙам ҡалырға йә шатлыҡ һаҡларға кәрәк булғанда нимә эшләргә? Йәһүәгә ҡайнар доға ҡылығыҙ, шәхси өйрәнеү үткәреп уның күрһәтмәләрен эҙләгеҙ, ҡәрҙәштәрҙең ярҙамын ҡабул итегеҙ, яңы донъяны йышыраҡ күҙ алдына килтерегеҙ. Шул саҡта «бөтә ауырлыҡтар алдында түҙемле һәм сабыр булыуығыҙ өсөн, Уның [Алланың] данының ҡөҙрәте менән нығытылырһығыҙ» (Кол. 1:11).

33-СӨ ЙЫР Йөгөңдө Йәһүәгә һал

a Был мәҡәлә беҙгә һынауҙар менән осрашҡанда йә ауыр йөкләмәләр ябырылғанда ярҙам итер. Шулай уҡ беҙ был мәҡәләнән Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәрен нисек нығытҡанын һәм унан ярҙам алыр өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен белербеҙ.

b Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

c ФОТОҺҮРӘТТӘРҘӘ. Һаңғырау апай-ҡәрҙәш Изге Яҙмалағы вәғәҙәләр тураһында уйлана, музыкаль видеояҙманы ҡарай һәм үҙен яңы донъяла күҙ алдына килтерә.