Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

44-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Алла Һүҙенең «иңенә һәм буйына, бейеклегенә һәм тәрәнлегенә» төшөнөгөҙ

Алла Һүҙенең «иңенә һәм буйына, бейеклегенә һәм тәрәнлегенә» төшөнөгөҙ

«Иңен һәм буйын, бейеклеген һәм тәрәнлеген» белергә тырышығыҙ (ЕФЕС. 3:18).

95-СЕ ЙЫР Хәҡиҡәт яҡтыһы яҡтырғандан-яҡтыра бара

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1, 2. Изге Яҙманы нисек яҡшыраҡ уҡырға һәм өйрәнергә була? Миҫал килтерегеҙ.

 КҮҘ алдына килтерегеҙ: һеҙ өй алырға йыйынаһығыҙ, ти. Һуңғы ҡарар ҡабул итер алдынан, һеҙ нимә күрергә теләр инегеҙ? Өйҙөң тышҡы яғы һүрәтләнгән фотонымы? Юҡтыр. Һеҙ, моғайын, өйҙө тирәләй йөрөп, эсенә кереп, бөтә бүлмәләрен ҡарап сығырһығыҙ. Бәлки, был өй нисек төҙөлгәнен белер өсөн уның проектын тикшерерһегеҙ. Эйе, буласаҡ өйөгөҙҙөң бөтә нескәлектәрен белергә теләрһегеҙ.

2 Изге Яҙманы уҡығанда һәм өйрәнгәндә шулай уҡ эш итһәк, яҡшы булыр. Бер Изге Яҙманы тикшереүсе был китапты «тәрән нигеҙҙә торған бейек манаралы ҙур бина» менән сағыштырған. Улай булғас, Изге Яҙмала яҙылғандарҙы белеп бөтөп буламы? Әгәр һеҙ уны тик уҡып ҡына сыҡһағыҙ, «Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарын» ғына белә алырһығыҙ (Евр. 5:12). Ләкин, өй һатып алғандағы кеүек, Изге Яҙманың «эсенә» кереп, уның күп төрлө нескәлектәрен тикшерергә кәрәк. Изге Яҙманы өйрәнеүҙә яҡшы ысул — уның өлөштәре бер-береһе менән нисек бәйле икәнен күреү. Шулай уҡ ниндәй хәҡиҡәттәргә ышанғанығыҙҙы ғына түгел, уларға ни өсөн ышанғанығыҙҙы ла аңларға тырышығыҙ.

3. Илсе Павел ҡәрҙәштәрен нимәгә дәртләндергән һәм ни өсөн? (Ефестарға 3:14—19).

3 Изге Яҙманы яҡшы аңлар өсөн уны тәрән өйрәнергә кәрәк. Илсе Павел ҡәрҙәштәрен Алла Һүҙен ентекләп тикшерергә һәм хәҡиҡәттең «иңенә һәм буйына, бейеклегенә һәм тәрәнлегенә» төшөнөргә дәртләндергән. Шулай итеп уларҙың иманы нығыр ине һәм улар ныҡ «нигеҙҙә» торор ине. (Ефестарға 3:14—19-ҙы уҡығыҙ.) Беҙгә лә шулай эшләргә кәрәк. Алла Һүҙенең мәғәнәһенә яҡшыраҡ төшөнөр өсөн уны нисек тикшерергә? Был йәһәттән нимә ярҙам иткәнен, әйҙәгеҙ, ҡарап сығайыҡ.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ХӘҠИҠӘТТЕҢ ТӘРӘНЛЕГЕН ТИКШЕРЕГЕҘ

4. Изге Яҙманы өйрәнеү нисек Йәһүәгә яҡыныраҡ булып китергә ярҙам итер? Миҫалдар килтерегеҙ.

4 Мәсихселәр булараҡ, беҙ Изге Яҙманың өҫтөн-мөҫтөн белемдәре менән генә ҡәнәғәтләнмәйбеҙ. Беҙ «Алла тәрәнлектәрен дә» аңларға теләйбеҙ һәм изге рух ярҙамында быны эшләй алабыҙ (1 Кор. 2:9, 10). Үҙегеҙ өсөн ҡыҙыҡ булған теманы йә һорауҙы һайлап, уны тәрәнерәк ҡарап сыға алаһығыҙ. Шундай өйрәнеү һеҙгә Йәһүәгә яҡыныраҡ булып китергә ярҙам итер. Мәҫәлән, Алланың боронғо ваҡытта үҙ хеҙмәтселәренә яратыуын нисек сағылдырғанын тикшерегеҙ һәм был уның һеҙҙе лә яратҡанын нисек иҫбатлағанын күрегеҙ. Йә боронғо израилдәрҙең ғибәҙәт ҡылыуын бөгөнгө көндәрҙә мәсихселәрҙең табыныуы менән сағыштырығыҙ һәм оҡшаш яҡтарын табығыҙ. Шулай уҡ Ғайсаның тормошонда һәм хеҙмәтендә үтәлгән пәйғәмбәрлектәрҙе тикшерергә була.

5. Шәхси өйрәнеү ваҡытында һеҙ ниндәй темаларҙы яҡшыраҡ белергә теләр инегеҙ?

5 Изге Яҙманы тәрән тикшергән ҡәрҙәштәрҙән улар ниндәй темаларҙы яҡшыраҡ белергә теләгәндәрен һорағандар. Уларҙың ҡайһы бер яуаптары  «Шәхси өйрәнеү өсөн темалар» тигән рамкала килтерелә. Ундай тикшереүҙе үткәреү бик ҡыҙыҡлы. Һеҙ «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексын» (урыҫ) йә «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмәне» (урыҫ) ҡуллана алаһығыҙ. Изге Яҙманы төрлө яҡтан тикшереү «Алла тураһында белем» табырға ярҙам итер һәм иманығыҙҙы нығытыр (Ғиб. һүҙ. 2:4, 5). Әйҙәгеҙ, бер нисә тәрән хәҡиҡәттәргә иғтибар итәйек. Һеҙ һуңыраҡ уларҙы ентекләберәк ҡарап сыға алаһығыҙ.

ЙӘҺҮӘНЕҢ НИӘТЕ ТУРАҺЫНДА УЙЛАНЫҒЫҘ

6. а) Ниәт пландан нимә менән айырылып тора? б) Ни өсөн Йәһүәнең ергә һәм кешеләргә ҡарата ниәтен мәңгелек тип атап була?

6 Изге Яҙмала Алланың ниәте тураһында нимә әйтелгәненә иғтибар итәйек. Ниәт менән план араһында ҙур айырма бар. Планды берәй ергә барыр өсөн алдан һайланған юл менән сағыштырып була. Әммә юлда берәй кәртә килеп сыҡһа, план селпәрәмә килергә мөмкин. Ә ниәтте беҙ барырға теләгән урын менән сағыштырып була. Унда нисек барып етеүебеҙ мөһим булмаһа ла, беҙ ҡайҙа барырға теләгәнебеҙҙе яҡшы беләбеҙ. Әгәр нимәлер ҡамасаулаһа, беҙ икенсе юл менән бара алабыҙ. Йәһүә беҙгә ергә һәм кешеләргә ҡарата «мәңгелек ниәтен» асҡан (Ефес. 3:11). Беҙ уға бының өсөн бик рәхмәтле. Алла уны Изге Яҙма аша яйлап асҡан. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар булһа ла, Йәһүә һәр ваҡыт уңышҡа өлгәшә, сөнки ул бөтә нәмәне «үҙ ниәтен тормошҡа ашырыр өсөн» эшләй (Ғиб. һүҙ. 16:4). Йәһүә ниәтләгәнде бер кем дә, бер ҡасан да емерә алмаясаҡ. Йәһүәнең ниәте ниндәй һәм уға уны үтәр өсөн ниндәй үҙгәрештәр яһарға тура килгән?

7. Беренсе кешеләр фетнә күтәргәндән һуң, Йәһүә үҙ ниәтен үтәр өсөн нимә эшләгән? (Матфай 25:34).

7 Алла беренсе кешеләргә улар өсөн нимә ниәтләгәнен асҡан. Ул уларға былай тигән: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ... Ерҙәге бөтә йәнлектәр өҫтөнән хакимлыҡ итегеҙ» (Баш. 1:28). Әҙәм менән Һауаның фетнәһе арҡаһында кешеләр гонаһҡа батҡан. Ләкин был фетнә Йәһүәгә үҙ ниәтен үтәргә ҡамасаулай алмаған. Ул үҙенең беренсе маҡсатына өлгәшер өсөн башҡа ысул ҡулланған. Алла кешеләргә һәм ергә ҡарата үҙ ниәтен үтәр өсөн, күктә Батшалыҡ урынлаштырырға ҡарар иткән. (Матфай 25:34-те уҡығыҙ.) Билдәле ваҡытта Йәһүә ергә үҙенең берҙән-бер Улын ебәргән. Ғайса кешеләргә был Батшалыҡ тураһында һөйләгән һәм беҙҙе гонаһ менән үлемдән йолоп алыр өсөн үҙ ғүмерен биргән. Шулай итеп Йәһүәнең бөйөк яратыуы күрһәтелгән. Шунан һуң Ғайса, Алла Батшалығының батшаһы булып китһен өсөн, күктәге тормошҡа терелтелгән булған. Ләкин Йәһүәнең ниәте тураһында быны ғына түгел, ә күберәкте белеп була.

Йәһүәнең күктәге һәм ерҙәге бөтә тоғро хеҙмәтселәренең берҙәмлектә уға табынған ваҡытты күҙ алдына килтерегеҙ! (8-се абзацты ҡарағыҙ.)

8. а) Изге Яҙманың төп темаһы нимәлә? б) Йәһүәнең ниәте үҙ эсенә тағы нимәне ала? (Ефестарға 1:8—11). (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

8 Изге Яҙманың төп темаһы нимәлә? Йәһүә, Мәсих Батшалығы ярҙамында ергә ҡарата ниәтен үтәп, үҙенең изге исемен яҡлаясаҡ. Йәһүәгә үҙ ниәтен үтәргә бер нәмә лә ҡамасаулай алмай. Алла үҙенең бөтә вәғәҙәләренең үтәләсәгенә гарантия бирә (Ишағ. 46:10, 11; Евр. 6:17, 18). Ваҡыт үтеү менән ер ожмахҡа әйләнәсәк һәм Әҙәм менән Һауаның тәҡүә тоҡомдары мәңге шатланып йәшәйәсәк (Зәб. 22:26). Ләкин Алланың ниәте үҙ эсенә күберәкте ала. Йәһүәнең ерҙәге һәм күктәге бөтә хеҙмәтселәре берҙәм буласаҡ. Улар бөтәһе лә Бөйөк Алланың хакимлығын таныясаҡ һәм уға тоғро буласаҡ. (Ефестарға 1:8—11-ҙе уҡығыҙ.) Йәһүәнең үҙ ихтыярын нисек үтәйәсәге тураһында уйланыу таң ҡалдыра!

КИЛӘСӘК ТУРАҺЫНДА УЙЛАҒЫҘ

9. Изге Яҙманы уҡып, беҙ киләсәк тураһында ни тиклем күпте белә алабыҙ?

9 Йәһүәнең Эден баҡсаһында әйткән пәйғәмбәрлегенә иғтибар итәйек. Ул Башланмыш 3:15-тә яҙылған b. Унда Алла үҙ ниәтен нисек үтәйәсәген аңлатҡан. Ләкин унда яҙылған ваҡиғалар меңәрләгән йылдар үткәс кенә яйлап үтәлә башлаған. Мәҫәлән, Алла Ибраһимға, уның тоҡомдарының береһе Мәсих булып китә, тип вәғәҙә иткән (Баш. 22:15—18). Шунан һуң б. э. 33-сө йылында «йылан» Ғайсаны үксәһенән саҡҡан (Ғәм. 3:13—15). Ә тоҡом Шайтандың башын емергәнсе, кәм тигәндә, мең йыл үтергә тейеш. Шул саҡта был пәйғәмбәрлек тулыһынса үтәләсәк (Асыл. 20:7—10). Изге Яҙманан шулай уҡ Шайтан донъяһы менән Йәһүә ойошмаһының араһындағы дошманлыҡ иң юғары нөктәһенә барып еткәс нимә буласағы тураһында күберәк белеп була.

10. а) Тиҙҙән ниндәй ваҡиғалар буласаҡ? б) Беҙ аңыбыҙҙы һәм йөрәгебеҙҙе киләсәк ваҡиғаларға нисек әҙерләй алабыҙ? (Төшөрмәлә килтерелгән китапты ҡарағыҙ.)

10 Изге Яҙмала пәйғәмбәрлек итеп әйтелгән хайран ҡалырлыҡ ваҡиғалар тураһында уйлап ҡарағыҙ. Халыҡтар тәүҙә «барыһы ла тыныс һәм имен» тип иғлан итер (1 Фес. 5:2, 3). Шунан улар бөтә ялған диндәргә һөжүм итер (Асыл. 17:16). Шулай итеп бөйөк афәт башланыр. Унан һуң кешеләр «болоттар өҫтөнән ҡөҙрәт һәм бөйөк дан менән килә ятҡан Әҙәм Улын күрер». Бәлки, был тәбиғи булмаған күренештәр булыр (Матф. 24:30). Шунан Ғайса кешелекте хөкөм итер һәм һарыҡтарҙы кәзәләрҙән айырыр (Матф. 25:31—33, 46). Әммә бөтә был ваҡыт эсендә Шайтан эшһеҙ ултырмаҫ. Асыуынан сығып ул халыҡтар берләшмәһен (Магог еренән Гогты) Йәһүәнең хеҙмәтселәренә һөжүм итергә этәрер (Йәз. 38:2, 10, 11). Билдәле бер ваҡытта ерҙә йәшәгән майланған мәсихселәр күккә күтәрелер. Улар Ғайса һәм уның күктәге ғәскәре менән бергә Армагеддонда һуғышыр. Был бөйөк афәттең һуңғы нөктәһе булыр (Матф. 24:31; Асыл. 16:14, 16) c. Шунан һуң Мәсихтең меңйыллыҡ идараһы башланыр (Асыл. 20:6).

Һеҙ миллиардлаған йылдар дауамында Йәһүә тураһында белемдәр алырһығыҙ. Шул ара эсендә мөнәсәбәттәрегеҙ ни тиклем яҡын булып китәсәк (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

11. Мәңгелек тормош беҙҙең алдыбыҙҙа ниндәй мөмкинлектәр аса? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

11 Мең йыл үткәс киләсәктә нимә булғанына күҙ һалайыҡ. Изге Яҙмала Барлыҡҡа килтереүсебеҙ «кешеләрҙең күңеленә мәңгелек һалған» тип әйтелә (Вәғ. 3:11). Бының һеҙҙең өсөн нимә аңлатҡанын һәм Йәһүә менән мөнәсәбәттәрегеҙгә нисек тәьҫир иткәне тураһында уйлап ҡына ҡарағыҙ. «Йәһүәгә яҡынлаш» тигән китаптың (урыҫ) 319-сы битендә ошондай матур һүҙҙәр яҙылған: «Йөҙәр, меңәр, миллионлаған һәм хатта миллиардлаған йылдар йәшәп тә беҙ Йәһүә Аллабыҙ тураһында бөгөнгә ҡарағанда күпкә күберәкте белербеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙгә асылмаған иҫәпһеҙ-һанһыҙ хәҡиҡәттәр булыр. [...] Мәңгелек тормош иҫ киткес матур һәм төрлө нәмәләргә бай буласаҡ! Ә иң мөһиме, беҙ күктәге Атабыҙҙы тағы ла яҡшыраҡ белә алырбыҙ!» Был ваҡыт килгәнсе, беҙ, Алла Һүҙен тикшереүебеҙҙе дауам итеп, тағы ниндәй белемдәр таба алырбыҙ?

КҮКТӘРГӘ КҮҘ ҺАЛЫҒЫҘ

12. Беҙгә күктәргә күҙ һалырға нимә ярҙам итер? Миҫал килтерегеҙ.

12 Алла Һүҙе «бейеклектәрҙә торған» Йәһүә эргәһендә булыуҙың нисек икәнен күҙ алдына килтерергә ярҙам итә (Ишағ. 33:5). Изге Яҙмала Йәһүә һәм уның ойошмаһының күктәге өлөшө тураһында иҫ киткес нескәлектәр асыла (Ишағ. 6:1—4; Дан. 7:9, 10; Асыл. 4:1—6). Мәҫәлән, Йәзәкил «күктәр асылғас» күргән һоҡландырғыс нәмәләр тураһында уҡый алабыҙ! (Йәз. 1:1).

13. Ғайсаның күктәге хеҙмәтендә һеҙ нимәне ҡәҙерләйһегеҙ? (Еврейҙарға 4:14—16).

13 Ғайсаның күктә ниндәй дәрәжәлә булыуы тураһында уйланығыҙ. Ул идара итеүсе Батша һәм мәрхәмәтле Баш рухани. Уның ярҙамында беҙ «Алланың мәрхәмәт тәхете янына» яҡынлаша алабыҙ. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, беҙ Алланың беҙгә мәрхәмәт күрһәтәсәгенә һәм «кәрәк булғанда» ярҙам итәсәгенә ышанып доға ҡыла алабыҙ. (Еврейҙарға 4:14—16-ны уҡығыҙ.) Йәһүәнең һәм Ғайсаның үткәндә һәм бөгөн беҙҙең өсөн нимә эшләгәндәре тураһында көн һайын уйланайыҡ (2 Кор. 5:14, 15). Уларҙың беҙгә ҡарата мөхәббәте беҙҙә лә яратыу үҫтерһен һәм ысын күңелдән Йәһүәгә табынырға дәртләндерһен.

Кешеләргә Йәһүә шаһиты һәм Ғайсаның шәкерте булып китергә ярҙам иткәнегеҙгә яңы донъяла шатланыуығыҙҙы күҙ алдына килтерегеҙ! (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14. Йәһүәгә һәм Ғайсаға рәхмәтле булғаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

14 Кешеләргә Йәһүә шаһиты һәм Ғайсаның шәкерте булып китергә ярҙам итеп, беҙ Алланы һәм Ғайсаны ни тиклем ныҡ яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ (Матф. 28:19, 20). Павел Аллаға һәм Мәсихкә рәхмәтле булған һәм тап шуға шулай эш иткән дә. Ул Йәһүәнең «бөтөн кешеләрҙең дә ҡотолоуын һәм хәҡиҡәтте таныуын» теләгәнен белгән (1 Тим. 2:3, 4). Павел бирелеп хеҙмәт иткән һәм мөмкин тиклем күп кешегә вәғәзләгән. Шуға күрә ул «һис юғы бер нисәүһен ҡотҡарыу өсөн, мин бөтәһе өсөн барыһына әйләндем» тип әйтә алған (1 Кор. 9:22, 23).

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОҒОҘҘО ШАТЛЫҠЛЫ ИТҺЕН

15. Зәбур 1:2-лә әйтелгәнсә, беҙҙе нимә бәхетле итә?

15 Мәҙхиә йырлаусы бәхетле һәм уңышлы кеше тураһында «ул Йәһүә ҡанунынан рәхәтлек таба һәм көнө-төнө уның ҡануны тураһында уйлана» тип яҙған (Зәб. 1:1—3, төшөрмә). Изге Яҙманы тәржемә итеүсе Джозеф Ротергам был аятты аңлатҡанда ундай кеше тураһында былай тигән: «...ул Алла нәсихәтен шул тиклем ныҡ ярата, хатта өйрәнеүгә сумып китеп уны эҙләй һәм уның өҫтөндә оҙаҡ уйлана. [...] ...Әгәр көн аҙағында ул, Изге Яҙманы тағы ла яҡшыраҡ аңлай башланым, тип әйтмәһә, был көн уның өсөн заяға үткән» (Joseph Rotherham. Studies in the Psalms). Изге Яҙманың эстәлеге бик бай һәм нескәлектәр менән тулы. Ул нескәлектәрҙең бәйләнештәрен тикшереү ҡәнәғәтлек килтерә. Алла Һүҙенең тәрәнлегенә сумып, уның серҙәрен асыу шундай күңелле!

16. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

16 Йәһүә үҙенең Һүҙендә күп һоҡландырғыс хәҡиҡәттәр асҡан. Кемдер, мин уларҙы бер ҡасан да аңлай алмам, тип ҡурҡалыр. Ләкин улай тип әйтергә ашыҡмағыҙ. Киләһе мәҡәләлә беҙ шундай тәрән хәҡиҡәттәрҙең береһен — рухи ғибәҙәтхана тураһындағы хәҡиҡәтте белербеҙ. Уның тураһында Илсе Павел еврейҙарға яҙған хатында әйтеп киткән. Был мәҡәләне тикшереү һеҙгә ҡәнәғәтлек килтерәсәгенә бер ҙә шикләнмәйбеҙ.

94-СЕ ЙЫР Алла Һүҙе өсөн рәхмәтлебеҙ

a Изге Яҙманы ғүмер буйы өйрәнергә була. Был беҙҙе күктәге Атабыҙға яҡынлаштырған шатлыҡлы шөғөл. Был мәҡәләнән беҙ Алла Һүҙенең «иңенә һәм буйына, бейеклегенә һәм тәрәнлегенә» төшөнөү нимә икәнен белербеҙ.

b «Күҙәтеү манараһы» 2022 йылдың июль айы сығарылышында «Боронғо пәйғәмбәрлек һәм һеҙ» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

c Киләсәктә буласаҡ донъяны тетрәндергес ваҡиғаларға әҙер булыр өсөн «Алла Батшалығы идара итә!» тигән китаптың (тат.) 230-сы битен ҡарағыҙ.