Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

45-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүәнең рухи ғибәҙәтханаһында табына алыуығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ

Йәһүәнең рухи ғибәҙәтханаһында табына алыуығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ

«Күкте лә, ерҙе [лә]... Булдырыусыға табынығыҙ!» (АСЫЛ. 14:7).

93-СӨ ЙЫР Беҙҙең осрашыуҙарҙы фатихала

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Фәрештә ниндәй хәбәр иғлан итә һәм был һүҙҙәр беҙҙең өсөн нимәне аңлата?

 ӘГӘР һеҙҙең менән фәрештә һөйләшә башлаһа, һеҙ уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмаҫ инегеҙме ни? Бөгөнгө көндәрҙә фәрештәнең «һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә һәм халыҡҡа» өндәшкәнен ишетәбеҙ. Ул нимә ти? «Алланан ҡурҡығыҙ һәм Уны данлағыҙ... Күкте лә, ерҙе, диңгеҙҙе, һыу сығанаҡтарын да Булдырыусыға табынығыҙ!» — ти (Асыл. 14:6, 7). Йәһүә берҙән-бер хаҡ Алла һәм бөтәһе лә уға табынырға тейеш. Беҙ Йәһүәгә уның бөйөк рухи ғибәҙәтханаһында хеҙмәт итә алғаныбыҙ өсөн бик рәхмәтле!

2. Йәһүәнең рухи ғибәҙәтханаһы нимә ул? ( «Рухи ғибәҙәтхана нимәне аңлатмай?» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

2 Рухи ғибәҙәтхана нимә ул һәм уның тураһында күберәк беҙ ҡайҙан белә алабыҙ? Рухи ғибәҙәтхана букваль бина түгел, ә Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбанына нигеҙләнгән Йәһүә хуплаған табыныу тәртибе. Ул ғибәҙәтхана тураһында илсе Павел Йәһүҙиәлә йәшәгән еврей халҡынан булған мәсихселәргә яҙған b.

3, 4. Ни өсөн Павел Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәр хаҡында борсолған һәм уларға нисек ярҙам иткән?

3 Ни өсөн Павел Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәргә был хатты яҙған? Уның кәм тигәндә ике сәбәбе була алған. Беренсенән, ул уларҙы дәртләндерергә теләгән. Был мәсихселәрҙең күптәре йәһүд динендә үҫкән. Ә хәҙер инде улар мәсихсе булып киткәс, уларҙың элекке дин етәкселәре уларҙан мыҫҡыллап көлә алған. Ни өсөн? Мәсихселәрҙең мөһабәтле ғибәҙәтханалары, ҡорбан килтереү урындары һәм баш руханиҙары булмаған. Бының арҡаһында Мәсихтең шәкерттәре бойоға алған һәм уларҙың имандары һүлпәнәйә алған (Евр. 2:1; 3:12, 14). Ә ҡайһы берҙәренең хатта кире йәһүд диненә ҡайтыу теләге тыуа алған.

4 Икенсенән, Павел имандаштарының иғтибарын бына нимәгә йүнәлткән: улар Алла Һүҙенән «ҡаты ризыҡты», йәғни тәрән һәм яңы рухи хәҡиҡәттәрҙе үҙләштерер өсөн көс һалырға тейеш булған (Евр. 5:11—14). Күрәһең, ул мәсихселәрҙең ҡайһы берҙәре һаман да Муса ҡануны буйынса йәшәгән. Ләкин Павел, был ҡанун буйынса килтерелгән ҡорбандар кешене гонаһтан тулыһынса таҙарта алмай икәнен аңлатҡан. Тап шуның өсөн дә был ҡанун ғәмәлдән сыҡҡан. Артабан илсе Павел үҙ хатында тәрәнерәк хәҡиҡәттәрҙе аңлатҡан. Ул мәсихселәргә Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбанына нигеҙләнгән һәм ысынлап та Аллаға яҡынлаштыра алған «яҡшыраҡ нәмә» тураһында һөйләгән (Евр. 7:18, 19).

5. Еврейҙарға яҙылған хатты уҡығанда беҙгә нимәне аңларға кәрәк һәм ни өсөн?

5 Павел еврей халҡынан булған имандаштарына үткәндә булғандарға тотонорға кәрәкмәй икәнен күрһәткән. Ул уларға: «Былар барыһы ла киләсәктә була торғандың күләгәһе генә, ә бөгөнгө ысынбарлыҡ — Мәсихтә», — тип яҙған (Кол. 2:17). Күләгә берәй әйбер тураһында дөйөм төшөнсә генә бирә. Шуның шикелле, еврейҙарҙың боронғо ваҡытта табыныуҙары Алла урынлаштырырға йыйынған яҡшыраҡ табыныуҙың «күләгәһе» генә булған. Беҙгә Йәһүәнең гонаһтарыбыҙ кисерелһен өсөн һәм беҙ уға ул теләгәнсә табына алһын өсөн нимә эшләгәнен аңларға кәрәк. Әйҙәгеҙ, «күләгәне» (йәһүдтәрҙең табыныуын) «ысынбарлыҡ» (мәсихселәрҙең табыныуы) менән сағыштырайыҡ. Был сағыштырыу беҙгә рухи ғибәҙәтхананың нимә икәнен һәм беҙҙең өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын аңларға ярҙам итер.

ИЗГЕ САТЫР

6. Изге сатыр нисек ҡулланылған булған?

6 Боронғо йәһүдтәрҙең табыныуы. Илсе Павел Йәһүәнең рухи ғибәҙәтханаһы тураһында әйткәндә, б. э. т. 1512 йылда Муса пәйғәмбәр урынлаштырған изге сатырҙың оҡшаш яҡтарын килтергән. («Боронғо йәһүдтәрҙең табыныуы. Мәсихселәрҙең табыныуы» тигән схеманы ҡарағыҙ.) Израилдәр урындан-урынға күсеп йөрөгәндә был сатырҙы үҙҙәре менән йөрөткән. Иерусалимда ғибәҙәтхана төҙөлгәнгә тиклем улар яҡынса 500 йыл дауамында уны ҡулланған (Сығ. 25:8, 9; Һан. 9:22). Был сатыр Аллаға табынырға һәм ҡорбандар килтерергә килгән израилдәр өсөн «осрашыу сатыры» булған (Сығ. 29:43—46). Ләкин изге сатыр шулай уҡ мәсихселәрҙә буласаҡ яҡшыраҡ табыныуҙы символлаштырған.

7. Рухи ғибәҙәтхана ҡасан барлыҡҡа килгән?

7 Мәсихселәрҙең табыныуы. Боронғо изге сатыр «күктәге Изге йорттоң... күләгәһе генә» булған. Ул Йәһүәнең бөйөк рухи ғибәҙәтханаһын символлаштырған. Шул сатыр тураһында Павел уның «бөгөнгө көн өсөн дә мәғәнәһе бар» тип яҙған (Евр. 8:5; 9:9). Тимәк, Павел еврейҙарға хат яҙғанда рухи ғибәҙәтхана инде булған. Ул б. э. 29 йылында барлыҡҡа килгән. Шул йылда Ғайса Мәсих һыуға сумдырылған, изге рух менән майланған булған һәм рухи ғибәҙәтханала Йәһүәнең «бөйөк Баш Руханийы» булып хеҙмәт итә башлаған (Евр. 4:14; Ғәм. 10:37, 38) c.

БАШ РУХАНИ

8, 9. Йәһүдтәрҙең баш руханиҙары бөйөк Баш рухани Ғайса Мәсихтән нимә менән айырылып торған? (Еврейҙарға 7:23—27).

8 Боронғо йәһүдтәрҙең табыныуы. Баш рухани Аллаға халыҡ исеменән мөрәжәғәт иткән. Һарун Израиль халҡының беренсе баш руханийы булған. Йәһүә уны изге сатыр ҡулланыла башлаған көндө үк билдәләгән. Әммә Павел әйтеүенсә, баш руханиҙар бер-береһен алмаштырып торған, сөнки «үлем арҡаһында улар үҙҙәренең хеҙмәтен дауам итә» алмаған d. (Еврейҙарға 7:23—27-не уҡығыҙ.) Ул баш руханиҙар камил булмаған, шуға күрә уларға үҙҙәре өсөн дә ҡорбан килтерергә кәрәк булған. Тап ошо яҡтан улар бөйөк Баш рухани Ғайса Мәсихтән айырылып торған.

9 Мәсихселәрҙең табыныуы. Бөйөк Баш руханийыбыҙ Ғайса Мәсих «кеше ҡулы менән түгел, ә Раббы Үҙе ҡорған ысын ғибәҙәт ҡылыу сатырында хеҙмәт итә» (Евр. 8:1, 2). Павел, «Ғайса мәңге тере» булғанға «Уның Руханилығы ла үҙгәрешһеҙ», тип аңлатҡан. Шулай уҡ, Ғайса «ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм... Ул, бүтән баш руханиҙар һымаҡ, көн һайын... үҙ гонаһтары... өсөн ҡорбан килтереүгә мохтаж түгел», тип яҙған Павел. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, тағы бер айырмаға иғтибар итәйек.

ҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ УРЫНДАР ҺӘМ ҠОРБАНДАР

10. Израилдәр баҡыр ҡорбан килтереү урынында килтергән хайуандар нимәне символлаштырған?

10 Боронғо йәһүдтәрҙең табыныуы. Изге сатырҙың кереү урыны янында баҡыр ҡорбан килтереү урыны булған (Сығ. 27:1, 2; 40:29). Ләкин ҡорбанға килтерелгән хайуандар кеше гонаһтарын тулыһынса юҡҡа сығара алмаған (Евр. 10:1—4). Изге сатырҙа өҙлөкһөҙ килтерелгән ҡорбандар киләсәктә кешелекте тулыһынса йолоп ала аласаҡ ҡорбандың образы булып торған.

11. Ғайса ниндәй ҡорбан килтереү урынында үҙ ғүмерен биргән? (Еврейҙарға 10:5—7, 10).

11 Мәсихселәрҙең табыныуы. Ғайса ергә кешеләрҙе йолоп алыр өсөн килгәнен белгән (Матф. 20:28). Һыуға сумдырылыуы менән Ғайса Йәһүә теләгәнде үтәргә әҙер булғанын күрһәткән (Яхъя 6:38; Гал. 1:4). Ғайса үлгән символик ҡорбан килтереү урыны — был Алланың «ихтыяры». Был «ихтыяр» буйынса, Алла Улы үҙенең камил ғүмерен ҡорбан итеп бирергә тейеш булған. Ғайса уға ышанғандарҙың һәр береһенең гонаһын ҡаплар өсөн үҙен «бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан итеп» биргән. (Еврейҙарға 10:5—7, 10-ды уҡығыҙ.) Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, изге сатырҙың эсендә нимә булғанын ҡарап сығайыҡ.

ИЗГЕ УРЫН ҺӘМ ИҢ ИЗГЕ УРЫН

12. Изге сатырҙың бүлмәләренә кем керә алған?

12 Боронғо йәһүдтәрҙең табыныуы. Изге сатырҙың һәм һуңыраҡ Иерусалимда төҙөлгән ғибәҙәтханаларҙың планировкаһы бер төрлө булған. Эсендә Изге урын Иң изге урындан шаршау менән бүленгән булған (Евр. 9:2—5; Сығ. 26:31—33). Изге урында алтын шәмдәл, хуш еҫле сайыр яндыра торған урын һәм Аллаға бағышланған икмәк өҫтәле булған. Унда үҙ хеҙмәттәрен башҡарыр өсөн тик «майланған руханиҙар» ғына инә алған (Һан. 3:3, 7, 10). Иң изге урында Йәһүәнең булыуын символлаштырған алтын килешеү һандығы торған (Сығ. 25:21, 22). Шаршау артына тик баш руханиға ғына керергә рөхсәт ителгән. Ул унда йылына бер мәртәбә генә — йолоу көнөндә генә кергән (Лев. 16:2, 17). Баш рухани үҙе өсөн дә, халыҡтың ҡылынған гонаһтары өсөн дә ҡорбанға үҙе менән хайуандың ҡанын алып ингән. Был йылдан-йылға дауам ителгән. Ваҡыт үтеү менән Йәһүә изге рухы ярҙамында үҙ хеҙмәтселәренә сатырҙың был бүлмәләре нимә символлаштырғанын аңлатҡан (Евр. 9:6—8) e.

13. Изге урын һәм Иң изге урын нимәне символлаштыра?

13 Мәсихселәрҙең табыныуы. Мәсихтең 144000 майланған шәкерте уның менән күктә руханиҙар булып хеҙмәт итәсәк (Асыл. 1:6; 14:1). Ерҙә йәшәгәндә үк Алла уларҙы изге рухы менән майлай һәм уллыҡҡа ала. Изге урын ошо үҙенсәлекле мөнәсәбәттәрҙе символлаштыра (Рим. 8:15—17). Иң изге урын Йәһүә йәшәгән күкте символлаштыра. Изге урынды Иң изге урындан айырып торған «Шаршау» — Ғайсаның тәне. Ул кеше тәнендә күккә инә алмаған. Үҙ тәнен кешеләр өсөн ҡорбанға биреп, Ғайса күккә күтәрелгән һәм бөтә майланған мәсихселәр өсөн күктәге тормошҡа юл асҡан. Күктәге бүләкте алыр өсөн улар ҙа физик тәнен ҡалдырырға тейеш (Евр. 10:19, 20; 1 Кор. 15:50). Терелтеүҙән һуң Ғайса рухи ғибәҙәтхананың Иң изге урынына ингән, ә һуңыраҡ уға бөтә майланған мәсихселәр ҡушыласаҡ.

14. Ни өсөн Йәһүә бөгөн хуплаған табыныу элекке булған табыныуға ҡарағанда яҡшыраҡ? (Еврейҙарға 9:12, 24—26).

14 Беҙ Йәһүәнең бөгөн ниндәй ғибәҙәт ҡылыу тәртибен хуплағанын күрҙек. Был табыныуҙың нигеҙендә Ғайсаның йолом ҡорбаны һәм руханилығы ята. Был тәртип элек булған тәртиптән күпкә яҡшыраҡ. Израилдә баш рухани кешеләр төҙөгән сатырҙың Иң изге урынына хайуандарҙың ҡаны менән кергән. Ә Ғайса «Алла алдында баҫырға тип, күктең үҙенә» ингән. Шулай итеп ул «гонаһты бөтөрөр өсөн» камил кеше булып йәшәү хоҡуғынан баш тартҡан. (Еврейҙарға 9:12, 24—26-ны уҡығыҙ.) Ғайсаның йолом ҡорбаны гонаһтарҙы мәңгегә бөтөрә. Күктә йәшәргә өмөтләнәбеҙме йә ерҙәме, беҙ бөтәбеҙ ҙә Йәһүәгә уның рухи ғибәҙәтханаһында табына алабыҙ. Был хаҡта беҙ һуңыраҡ белербеҙ.

ИХАТАЛАР

15. Изге сатырҙың ихатаһында кем хеҙмәт иткән?

15 Боронғо йәһүдтәрҙең табыныуы. Изге сатыр тирәләй ихата булған. Унда руханиҙар үҙ хеҙмәттәрен башҡарған. Унда ҙур баҡыр ҡорбан килтереү урыны, ә шулай уҡ һыу тултырылған «баҡыр диңгеҙ» булған. Руханиҙар хеҙмәттәрен башлар алдынан ундағы һыу менән йыуынған (Сығ. 30:17—20; 40:6—8). Һуңыраҡ төҙөлгән ғибәҙәтханаларҙың шулай уҡ тышҡы ихатаһы булған. Унда Аллаға табынырға килгән кешеләр керә алған.

16. Рухи ғибәҙәтхананың эске һәм тышҡы ихатаһында кемдәр хеҙмәт итә?

16 Мәсихселәрҙең табыныуы. Ғайсаның майланған ҡәрҙәштәре күктә руханиҙар булып хеҙмәт итер алдынан рухи ғибәҙәтхананың эске ихатаһында тоғро хеҙмәт итә. Ундағы һыу тултырылған «баҡыр диңгеҙ» уларға ла, бөтә мәсихселәргә лә әхлаҡи һәм рухи яҡтан таҙа булып ҡалырға кәрәклеген иҫкә төшөрә. Мәсихтең майланған ҡәрҙәштәренә булышлыҡ иткән «бихисап күп халыҡ» тураһында нимә әйтеп була? Улар Аллаға ҡайҙа хеҙмәт итә? Илсе Яхъя уларҙың «тәхет... алдында баҫып» торғандарын күргән. Был рухи ғибәҙәтхананың тышҡы ихатаһын символлаштыра. Улар унда Аллаға «көнө-төнө... хеҙмәт итә» (Асыл. 7:9, 13—15). Беҙ Йәһүәгә үҙенең бөйөк рухи ғибәҙәтханаһында хеҙмәт итергә мөмкинлек биргәне өсөн бик рәхмәтле!

ЙӘҺҮӘГӘ ТАБЫНА АЛЫУЫҒЫҘҘЫ ҠӘҘЕРЛӘГЕҘ

17. Йәһүәгә беҙ ниндәй ҡорбандар килтерәбеҙ?

17 Бөгөн бөтә мәсихселәр ҙә Йәһүәгә ҡорбан килтереү хөрмәтенә эйә. Был Батшалыҡ эшенә бағышланған ваҡытыбыҙ, көсөбөҙ һәм мөлкәтебеҙ булырға мөмкин. Илсе Павел әйтеүенсә, «Аллаға даими рәүештә данлау ҡорбаны килтерәйек, тимәк, Уның исемен телебеҙ менән маҡтайыҡ» (Евр. 13:15). Шулай итеп беҙ Йәһүәгә уға табына алғаныбыҙ өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы һәм уға иң яҡшыһын бирергә теләгәнебеҙҙе күрһәтербеҙ.

18. Нимә тураһында бер ҡасан да оноторға ярамай? (Еврейҙарға 10:22—25).

18 Еврейҙарға 10:22—25-те уҡығыҙ. Илсе Павел еврейҙарға яҙған хатының аҙағында доға ҡылыу, вәғәзләү, осрашыуҙарға йөрөү һәм ҡәрҙәштәрҙе нығытыу тураһында яҙған. Беҙгә быларҙы бер ҡасан да оноторға ярамай. «Раббы көнөнөң яҡынлашыуын» күреп, беҙгә «бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп» торорға кәрәк. Асылыш китабының һуңғы өлөшөндә Йәһүә фәрештәһенең ике тапҡыр «Аллаға баш эй!» тигән саҡырыуы яҙылған (Асыл. 19:10; 22:9). Фәрештәнең был һүҙҙәрҙе ҡабатлап әйтеүе был саҡырыуға ҡолаҡ һалыу бик мөһим икәнен күрһәтә. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең бөйөк рухи ғибәҙәтханаһы тураһындағы тәрән хәҡиҡәттәрҙе иҫтә тотайыҡ һәм Аллаға ғибәҙәт ҡыла алыуыбыҙҙы ҡәҙерләйек!

88-СЕ ЙЫР Миңә үҙ юлдарыңды күрһәт

a Йәһүәнең бөйөк рухи ғибәҙәтханаһы тураһындағы теманы тәрәнерәк тикшереү бик мөһим. Был ғибәҙәтхана нимә ул? Уның тураһында Павелдың еврейҙарға яҙған хатында нимә әйтелгәнен ентекләберәк тикшерербеҙ. Был белемдәр Йәһүәгә табына алыуыбыҙҙы ҡәҙерләргә ярҙам итер тип өмөтләнәбеҙ.

b jw.org сайтында «Еврейҙарға яҙылған хатҡа инеш һүҙ» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.

c Инжил китабының еврейҙарға яҙылған хатында ғына Ғайса Баш рухани тип атала.

d Бер белешмә буйынса, б. э. 70 йылында Иерусалимдағы ғибәҙәтхана емерелгән ваҡытҡа Израилдә яҡынса 84 баш рухани бер-береһен алмаштырған.

e Баш руханиҙың Йолоу көнөндә башҡарған эштәре нимәне символлаштырған? jw.org. сайтында «Сатыр» (урыҫ) тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.

g «Күҙәтеү манараһы» 2010 йылдың 15 июль сығарылышында 22-се биттә «Рухи ғибәҙәтхананың мәғәнәһен рух нисек асҡан?» (тат.) тигән рамканы ҡарағыҙ.