Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Файҙалы кәңәштәр. Өйрәнеү өсөн тәҡдимдәр

Файҙалы кәңәштәр. Өйрәнеү өсөн тәҡдимдәр

Изге Яҙмалағы яңыса аңлатылған хәҡиҡәттәрҙе нисек үҙ ваҡытында белеп торорға?

Беҙ иҫ киткес ваҡытта йәшәйбеҙ! Йәһүә бөгөн үҙенең Һүҙендә яҙылған хәҡиҡәттәрҙе бығаса тиклем булмағандай күберәк аңлата (Дан. 12:4). Әммә яңыса аңлатылған һорауҙарҙы үҙ ваҡытында тикшереп барыу еңел түгел. Уларҙы ҡайҙан табып була?

• «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексында» (урыҫ) «Яңыса аңлатыу» («Уточнение в понимании») тигән өҫтәмә исемдә ундай хәҡиҡәттәрҙең тулы исемлеге килтерелә. Был исемлек йылдарға ҡарап бүленгән. Уны табыр өсөн «Күҙәтеү манараһының электрон китапханаһын» йәки «Күҙәтеү манараһының онлайн-китапханаһын» асығыҙ һәм эҙләү юлына тырнаҡтар эсенә «яңыса аңлатыу» («уточнение в понимании») тип яҙығыҙ.

• «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмәлә» (урыҫ) ҡыҫҡараҡ исемлек килтерелә. Был исемлек темаларға бүленгән. Уны табыр өсөн «Йәһүә шаһиттары» тигән теманы, шунан «Ҡараштар һәм ышаныуҙар» («Взгляды и убеждения») һәм «Яңыса аңлатыу» («Уточнение в понимании») тигән өҫтәмә исемдәрҙе бер-бер артлы асығыҙ.

Шәхси өйрәнеү ваҡытында һуңғы йылдарҙағы аңлатыуҙы һайлағыҙ, уны тикшерегеҙ һәм уны үҙгәртер өсөн Изге Яҙмала ниндәй сәбәптәр килтерелгәненә иғтибар итегеҙ.