Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Нимә яҡшы, ә нимә насар? Һәр кемгә ҡағылған һорау

Нимә яҡшы, ә нимә насар? Һәр кемгә ҡағылған һорау

Быға тиклем бер ҡасан да бармаған ергә барырға булһағыҙ, һеҙ нимә эшләрһегеҙ?

  1. 1. Үҙегеҙ дөрөҫ тип уйлаған йүнәлештә барырһығыҙ.

  2. 2. Башҡалар юлды белә тип, улар артынан барырһығыҙ.

  3. 3. Навигатор һәм карта ҡулланырһығыҙ йәки юлды белгән ышаныслы дуҫығыҙҙың ярҙамынан файҙаланырһығыҙ.

Беренсе йә икенсе вариантты һайлаһағыҙ һеҙ, әлбиттә, берәй ҡайҙа барып етерһегеҙ, әммә, моғайын, үҙегеҙ теләгән ергә түгелдер. Ә бына өсөнсө вариантты һайлаһағыҙ, һеҙ, һис шикһеҙ, маҡсатығыҙға ирешерһегеҙ.

Беҙҙең тормошобоҙ сәйәхәткә оҡшаш: һәр беребеҙ бәхетле киләсәккә юл табырға теләй. Әммә был юлды табырбыҙмы-юҡмы, күбеһенсә, ҡарарҙар ҡабул иткәндә, ниндәй кәңәштәргә таянып эш итеүебеҙҙән тора.

Беҙ ҡабул иткән ҡарарҙарҙың күбеһе мөһим түгелдер ҙә, әммә уларҙың ҡайһы берҙәре бик етди. Улар үҙебеҙҙең дә, яҡындарыбыҙҙың да тормошона йоғонто яһарға мөмкин. Ундай ҡарарҙар беҙҙең нимәне дөрөҫ, ә нимәне дөрөҫ түгел тип иҫәпләгәнебеҙҙе күрһәтә. Йыш ҡына улар тормоштоң ошондай өлкәләренә ҡағыла:

  • енси мөнәсәбәттәр һәм никах;

  • намыҫлыҡ, эш һәм аҡса;

  • балаларҙы тәрбиәләү;

  • тирә-яҡтағы кешеләр менән мөнәсәбәттәр.

Ундай ҡарарҙар үҙебеҙҙең дә, туғандарыбыҙҙың да киләсәгенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ икәненә нисек инанырға?

Һәр беребеҙ алдында ошондай һорау тора: әхлаҡи һорауҙарға бәйле ҡарарҙар тураһында әйткәндә, мин ниндәй принциптарға таянып эш итермен?

Ошо журналда беҙ бындай һорауҙарға яуап табырбыҙ: Изге Яҙма дөрөҫ юл күрһәтә икәненә ни өсөн ышанып була һәм ул беҙгә нисек ярҙам итә ала?