Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Нимә яҡшы, ә нимә насар? Ысынлап та ярҙам иткән кәңәштәр

Нимә яҡшы, ә нимә насар? Ысынлап та ярҙам иткән кәңәштәр

Изге Яҙмалағы кәңәштәр миллионлаған кешегә тормоштоң ниндәй дүрт өлкәһендә ярҙам иткәнен ҡарап сығайыҡ.

1. Никах

Кешеләрҙең никахҡа һәм ғаилә бәхетенең серенә ҡарата ҡараштары төрлө.

ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Һеҙҙең һәр берегеҙ ҡатынын үҙ-үҙен яратҡан кеүек яратһын, ә ҡатын иһә ирен хөрмәт итһен» (Ефестарға 5:33).

БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА? Алла — никахҡа Нигеҙ һалыусы, шуға күрә ул, ғаилә ныҡлы булһын өсөн, нимә кәрәк икәнен яҡшы белә (Марк 10:6—9). Ир менән ҡатын тәү сиратта үҙҙәре хаҡында түгел, ә бер-береһе тураһында ҡайғыртһа, ғаилә тормошо бәхетле була. Ҡатынын яратҡан ир уның хаҡында наҙ менән ҡайғырта һәм уның менән игелекле мөғәмәлә итә. Ә ҡатын ирен хөрмәт иткәнен һүҙҙәре һәм эштәре менән күрһәтә.

ТОРМОШТАН БЕР МИҪАЛ. Вьетнамда йәшәгән Куанг менән Тхиҙың никахтары бәхетһеҙ булған, һәм улар, бының менән инде бер нимә лә эшләп булмай, тип уйлаған. Куанг йыш ҡына ҡатынын рәнйеткән. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Мин Тхиҙың хистәре тураһында бер ҙә уйламай инем һәм уны йыш ҡына кәмһетә инем». Тхи ире менән айырылышырға теләгән. Ул былай ти: «Мин иремә ышаныс юғалттым һәм уны бүтән хөрмәт итә алманым».

Күпмелер ваҡыт үткәс, Куанг менән Тхи Изге Яҙма менән танышҡан һәм Ефестарға 5:33-тәге кәңәште ғаилә тормоштарында нисек ҡулланып булғанын белгән. «Изге Яҙмалағы был фекер миңә ҡатыным менән ни өсөн игелекле булырға кәрәклеген аңларға ярҙам итте, — тип әйтә Куанг. — Мин Тхиҙы яратырға, уның хаҡында матди, физик һәм эмоциональ яҡтан ҡайғыртырға тейеш икәнемде лә белдем. Шулай эшләй башлағас, ҡатынымдың яратыуын һәм хөрмәтен яулай алдым». Ә Тхи былай тип уртаҡлаша: «Ефестарға 5:33-тәге кәңәште ҡулланып иремә ҡарата хөрмәт күрһәткән һайын, мин уның яратыуын һәм ҡайғыртыуын йышыраҡ тоям, күңел тыныслығы ла кисерәм».

Ғаилә парҙары өсөн күберәк кәңәштәр табырға теләһәгеҙ, jw.org сайтында 2018 йылғы «Уянығыҙ!» журналының «Бәхетле ғаиләләрҙең 12 сере» тип аталған 2-се сығарылышын уҡығыҙ.

2. Башҡаларға ҡарата мөнәсәбәт

Йыш ҡына кешеләр үҙҙәренең тышҡы ҡиәфәте, расаһы, милләте, дине йә сексуаль йүнәлеше арҡаһында тиҫкәре мөнәсәбәт менән осраша.

ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Һәммә кешеләрҙе ихтирам итегеҙ» (1 Петр 2:17).

БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА? Изге Яҙма беҙҙе башҡа раса йә башҡа милләт кешеләрен һәм гомосексуалистарҙы нәфрәт итергә өйрәтмәй. Киреһенсә, ул беҙҙе һәр кешене, расаһына, милләтенә, бай йә ярлы булыуына ҡарамаҫтан, хөрмәт итергә өндәй (Ғәмәлдәр 10:34). Хатта беҙ башҡаларҙың ышаныуҙары менән риза булмаһаҡ та йә беҙгә уларҙың үҙҙәрен нисек тотоуҙары оҡшамаһа ла, беҙ уларҙы хөрмәт итергә һәм уларға ҡарата игелекле булырға тейеш (Матфай 7:12).

ТОРМОШТАН БЕР МИҪАЛ. Даньельде бала саҡтан уҡ, Азиянан күсеп килгән кешеләр ил өсөн хәүеф тыуҙыра, тип өйрәткәндәр. Шуға күрә ул Азиянан сыҡҡан кешеләрҙе күрә алмаған һәм йыш ҡына уларҙы башҡалар алдында мыҫҡыл иткән. «Мин, илен яратҡан һәр кеше шулай эшләргә тейеш, тип һанай инем, — ти Даньель. — Ундай тәртибем дөрөҫ түгел, тигән уй хатта башыма ла килмәй ине».

Ваҡыт үтеү менән Даньель Изге Яҙма менән танышҡан. Ул былай ти: «Миңә фекер йөрөтөү рәүешемде тулыһынса үҙгәртергә һәм кешеләргә Алла ҡараған һымаҡ ҡарарға өйрәнергә кәрәк ине. Ә уның өсөн кешенең ниндәй раса йә ниндәй милләттән булыуы мөһим түгел». Хәҙер Даньель кешеләр менән башҡаса мөғәмәлә итә. Ул былай тип бүлешә: «Хәҙер инде мин кешенең сығышына иғтибар итмәйем. Мин бөтә кешеләрҙе лә яратам һәм минең бөтә донъя буйлап дуҫтарым бар».

Был хаҡта күберәк белер өсөн jw.org сайтындағы 2020 йылғы «Уянығыҙ!» журналының (тат.) «Тиҫкәре ҡараштан һауығып буламы?» тип исемләнгән 3-сө сығарылышын уҡығыҙ.

3. Аҡса

Күптәр, аҡса бәхет килтерә һәм матур киләсәккә эйә булырға ярҙам итә, тип һанағанға, байып китергә тырыша.

ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Аҡыллылыҡ та, аҡса ла яҡлау бирә. Ләкин белем менән аҡыллылыҡтың өҫтөнлөгө шунда: улар үҙ эйәһенең ғүмерен һаҡлай» (Вәғәзсе 7:12).

БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА? Эйе, беҙ аҡсаға мохтаж, әммә ул беҙгә, һис шикһеҙ, ысын бәхет һәм матур киләсәк бирер, тип әйтеп булмай (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:11; 23:4, 5). Ысынында иһә, Алланың Изге Яҙмала яҙылған аҡыллы кәңәштәрен ҡулланһаҡ ҡына, беҙ ысын бәхеткә һәм имен киләсәккә ирешә алырбыҙ (1 Тимофейға 6:17—19).

ТОРМОШТАН БЕР МИҪАЛ. Индонезияла йәшәгән Кардо исемле ир кеше байып китер өсөн күп көс түккән. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Миндә күпселек кеше хыялланған нәмәләрҙең барыһы ла бар ине. Мин сәйәхәт иттем, бик ҡиммәтле әйберҙәр, машиналар, өйҙәр һатып алдым. Әммә был оҙаҡҡа һуҙылманы. Мине алданылар. Күп йылдар дауамында тир түгеп эшләгән аҡсаларым күҙ йомған арала юҡҡа сыҡты. Мин тормошомдо байлыҡ артынан ҡыуып үткәрҙем, әммә ахыр сиктә бары тик бушлыҡ, өмөтһөҙлөк кисерҙем һәм үҙемде булдыҡһыҙ итеп тойҙом».

Кардо Изге Яҙмалағы аҡсаға ҡағылышлы кәңәштәрҙе ҡуллана башлаған. Хәҙер ул күберәк аҡса эшләргә түгел, ә ябай тормош алып барырға тырыша. Ул былай ти: «Алла менән дуҫлыҡ ул иң ҙур байлыҡ икәнен аңланым. Хәҙер мин төндәрен тыныс йоҡлайым һәм үҙемде ысынлап та бәхетле итеп тоям».

Изге Яҙманың аҡсаға ҡарата ҡарашын белер өсөн, jw.org сайтындағы «Юғары белем һәм байлыҡ ышаныслы киләсәккә гарантия бирә аламы?» тигән мәҡәләне уҡығыҙ.

4. Секс

Енси мөнәсәбәттәр тураһында һүҙ сыҡҡанда, кешеләр нимә яраҡлы, ә нимә яраҡлы түгел икәне хаҡында төрлө фекер белдерә.

ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Алла һеҙҙең... аҙғынлыҡҡа юл ҡуймауығыҙҙы теләй, һәр береһе үҙ тәнен изге һәм саф итеп һаҡлаһын, Алланы белмәгән мәжүсиҙәр кеүек аҙғын нәфсегә юл ҡуймағыҙ» (1 Фессалоникаларға 4:3—5).

БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА? Изге Яҙмаға ярашлы, енси теләктәрҙе һәр төрлө юл менән ҡәнәғәтләндереү дөрөҫ түгел. Аҙғынлыҡ, йәғни енси әхлаҡһыҙлыҡ тигән һүҙ зина ҡылыуҙы, фәхешлекте, никахта тормаған кешеләр араһындағы енси мөнәсәбәтте, гомосексуализмды һәм хайуандар менән енси мөнәсәбәткә инеүҙе үҙ эсенә ала (1 Коринфтарға 6:9, 10). Енси мөнәсәбәттәр — ул Алланың бүләге. Уның ниәте буйынса, был бүләккә тик законлы никахта торған ир менән ҡатын ғына эйә була ала (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:18, 19).

ТОРМОШТАН БЕР МИҪАЛ. Австралияла йәшәгән Кайли былай тип һөйләй: «Элек мин, кейәүҙә булмай тороп енси тормош менән йәшәү миңә үҙемде һөйөклө һәм яҡлаулы итеп тойорға ярҙам итер, тип уйлай торғайным. Әммә ысынында киреһенсә булып сыҡты. Мин үҙемде ташланған итеп тойҙом һәм күңел әрнеүе кисерҙем».

Һуңыраҡ Кайли Изге Яҙманың енси мөнәсәбәттәр тураһында нимәгә өйрәткәнен белгән һәм ундағы кәңәштәрҙе ҡуллана башлаған. Ул былай ти: «Мин асыҡ итеп шуны күрәм: Алланың нормалары беҙгә яҡлау булып тора, шуға күрә мин һәр ваҡыт Йәһүә ҡарашынан дөрөҫ булғанды эшләргә тырышам. Хәҙер минең ирем бар, һәм мин үҙемде һөйөклө һәм яҡлаулы итеп тоям. Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе ҡулланыу мине йән әрнеүҙәренән һәм күңел ғазаптарынан һаҡланы».

Был тема тураһында күберәк белер өсөн, jw.org сайтындағы «Изге Яҙмала никахҡа тиклем бергә йәшәү тураһында нимә әйтелә?» тигән мәҡәләне уҡығыҙ.

Барлыҡҡа килтереүсебеҙ беҙҙең нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен белеүебеҙҙе теләй. Алланың әхлаҡ нормаларын гел дә тотоп йәшәү еңел булмаһа ла, тырышлыҡтарыбыҙ бушҡа булмаҫ. Бер ҙә шикләнмәйенсә, был беҙгә ысын бәхет килтерәсәк, тип әйтеп була.