Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

38-СЕ ЙЫР Алла һиңә ҡеүәт бирер

Ҡурҡыуға бирелмәгеҙ — Йәһүәгә таянығыҙ

Ҡурҡыуға бирелмәгеҙ — Йәһүәгә таянығыҙ

2024 ЙЫЛДЫҢ АЯТЫ: «Ҡурҡҡанда, мин һиңә таянам» (ЗӘБ. 56:3).

ТӨП ФЕКЕР

Ҡурҡҡанда нисек Йәһүәгә таянырға һәм тыныс булып ҡалырға?

1. Ни өсөн беҙ ҡайһы саҡта ҡурҡабыҙ?

 БӨТӘҺЕНЕҢ дә ҡурҡҡан саҡтары була. Әлбиттә, Изге Яҙманы өйрәнгәнгә, беҙ үлгәндәрҙән, сихри көстәрҙән ҡурҡмайбыҙ, киләсәк өсөн дә борсолмайбыҙ. Ләкин беҙ ахырызаманда — һуғыштар, енәйәтселек, ауырыуҙар күп булған ваҡытта йәшәйбеҙ (Лука 21:11). Бынан тыш, эҙәрләүҙәрҙән һәм туғандарыбыҙҙың ҡаршы килеүенән хафаға төшөүебеҙ бар. Ә ҡайһы берҙәребеҙ, бөгөн һәм киләсәктә буласаҡ һынауҙарҙы нисек еңеп сығырмын, тип ҡурҡа.

2. Геф ҡалаһына килгәс, Дауыт ниндәй хәлгә эләккән?

2 Ҡайһы саҡта Дауыт та ҡурҡҡан. Мәҫәлән, ул Шаул батшанан ҡасып йөрөгәндә, пелештиҙәр ҡалаһы Гефҡа килгән. Тиҙҙән Геф ҡалаһының батшаһы Ахишҡа шундай хәбәр еткергәндәр: Дауыт — ул бит теге көслө һуғышсы, уның тураһында, Дауыт тиҫтәләгән мең пелештиҙе еңгән, тип йырлағандар. Шул хәбәр арҡаһында Дауыт бик ҡурҡҡан, сөнки Ахиш батша уны үлтерер тип борсолған (1 Сам. 21:10—12). Дауытҡа үҙ ҡурҡыуын еңергә нимә ярҙам иткән?

3. Дауытҡа ҡурҡыуҙарын еңергә нимә ярҙам иткән? (Зәбур 56:1—3, 11).

3 Дауыт Геф ҡалаһында булғанда ниндәй хистәр кисергәнен 56-сы мәҙхиәлә яҙған. Был мәҙхиәлә ул ҡурҡыуының сәбәптәрен һәм уларҙы нисек еңә алғанын аңлатҡан. Ул ҡурҡҡанда Йәһүәгә таянған, һәм бушҡа түгел. (Зәбур 56:1—3, 11-ҙе уҡығыҙ.) Йәһүә Дауытҡа бер план ҡорорға ярҙам иткән. Дауыт «аҡылһыҙ булып» ҡыланған. Һөҙөмтәлә Ахиш батша Дауытты тиҙерәк ҡыуып сығарырға ҡушҡан. Шулай итеп Дауыт ҡотолоп ҡалған (1 Сам. 21:13—22:1).

4. Йәһүәгә ышанысыбыҙҙы нисек нығытып була? Миҫал килтерегеҙ.

4 Ҡурҡыныс булғанда, Йәһүәгә ышаныу беҙгә лә тыныс булып ҡалырға һәм аҡыллы эш итергә ярҙам итә. Нисек итеп? Әйҙәгеҙ, бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, һеҙ етди ауырып киткәнһегеҙ, ти. Был яңылыҡты ишеткәс, һеҙҙе ҡурҡыу биләп ала. Ләкин һеҙҙе бик яҡшы табип дауалаясағын белеп ҡалаһығыҙ. Ул был ауырыуҙы дауалай белә һәм күп кешеләргә һауығырға ярҙам иткән. Бынан тыш, ул һеҙҙе иғтибар менән тыңлай һәм нимә борсоғанын аңларға тырыша. Ул һеҙгә һәйбәт дауаланыу тәҡдим итә. Һеҙ үҙегеҙҙе ышаныслы ҡулда итеп тояһығыҙ һәм борсолор өсөн сәбәптәр юҡ икәнен аңлайһығыҙ. Шуның шикелле, беҙ Йәһүәгә тулыһынса таянырға теләйбеҙ. Ә бының өсөн Йәһүәнең элек һәм бөгөн нимә эшләгәне, шулай уҡ киләсәктә нимә эшләйәсәге тураһында уйланырға кәрәк. Дауыт тап шулай эш иткән дә. Әйҙәгеҙ, уның 56-сы мәҙхиәлә яҙылған һүҙҙәрен ҡарап сығайыҡ һәм Йәһүәгә ышанысыбыҙҙы үҫтереп, нисек тыныс ҡалып булғаны тураһында уйланайыҡ.

ЙӘҺҮӘ ИНДЕ НИМӘ ЭШЛӘГӘН?

5. Үҙ ҡурҡыуҙарын еңер өсөн Дауыт нимә тураһында уйланған? (Зәбур 56:12, 13).

5 Дауыттың тормошона ҡурҡыныс янағанда, ул иғтибарын Йәһүәнең инде эшләгән эштәренә туплаған. (Зәбур 56:12, 13-тө уҡығыҙ.) Алла тураһында уйланыу уның өсөн ғәҙәти булған. Мәҫәлән, Дауыт уның ижади эштәре хаҡында уйлаған. Улар Йәһүәнең ғәйәт ҙур көскә эйә булыуын һәм кешеләрҙе бик ныҡ яратыуын иҫенә төшөргән (Зәб. 65:6—9). Шулай уҡ Дауыт Алланың үҙ хеҙмәтселәренең барыһына ла игелекле булыуы тураһында уйланған (Зәб. 31:19; 37:25, 26). Йәһүәнең шәхсән уның өсөн эшләгән эштәре Дауыттың күңелен йыуатҡан. Сабый саҡта уҡ Алла уның хаҡында ҡайғыртҡан һәм уны яҡлаған (Зәб. 22:9, 10). Һис шикһеҙ, шундай уйланыу Дауыттың Йәһүәгә ҡарата ышанысын нығытҡан!

Дауыт Йәһүәнең элек, бөгөн һәм киләсәктә нимә эшләйәсәге тураһында уйланған. Шулай итеп ул Йәһүәгә үҙ ышанысын нығытҡан. (5, 8, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) d


6. Ҡурҡыу биләп алғанда, Йәһүәгә таянырға нимә ярҙам итер?

6 Ҡурҡыу биләп алғанда үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Йәһүә ниндәй эштәр инде башҡарған?» Уның ижади эштәре тураһында уйланығыҙ. Мәҫәлән, ҡоштарға һәм сәскәләргә ҡарағыҙ. Улар Йәһүәгә оҡшатып барлыҡҡа килтерелмәһә лә һәм уға табына алмаһа ла, Хоҙай Тәғәлә уларҙы хәстәрләй. Алла улар тураһында шулай ҡайғырта икән, һеҙҙең хаҡта ул бигерәк тә ҡайғыртасаҡ (Матф. 6:25—32). Был турала уйланыу Йәһүәгә ҡарата ышанысығыҙҙы нығытыр. Шулай уҡ Алланың үҙ хеҙмәтселәрен нисек нығытҡаны тураһында уйлағыҙ. Һеҙ Йәһүәнең боронғо ваҡытта һәм бөгөнгө көндәрҙә йәшәгән хеҙмәтселәренең тормоштары тураһында уҡып, улар хаҡында күберәк белә алаһығыҙ a. Шулай уҡ Йәһүәнең һеҙҙең өсөн нимә эшләгәнен иҫкә төшөрөгөҙ. Ул һеҙҙе нисек үҙенә йәлеп итте? (Яхъя 6:44). Доғаларығыҙға нисек яуап бирә? (1 Яхъя 5:14). Һәм Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбаны һеҙҙең тормошоғоҙҙо нисек мәғәнәле һәм шатлыҡлы итә? (Ефес. 1:7; Евр. 4:14—16).

Йәһүәнең үткәндә, бөгөн һәм киләсәктә нимә эшләйәсәге тураһында уйланып, беҙ уға ҡарата ышанысыбыҙҙы нығытабыҙ. (6, 9, 10, 13, 14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) e


7. Данил пәйғәмбәр менән булған осраҡ нисек Ванесса ҡәрҙәшкә үҙ ҡурҡыуҙарын еңергә ярҙам иткән?

7 Гаитиҙа йәшәгән Ванесса b ҡәрҙәшебеҙ ҡот осҡос хәлгә эләккән. Йыраҡ түгел йәшәгән бер ир уға енси тәҡдимдәр менән бәйләнгән һәм көн һайын шылтыратып әхлаҡи смс-хәбәрҙәр ебәргән. Ванесса уға улар араһында бер ниндәй мөнәсәбәттәр була алмай икәнен яҡшы аңлатҡан. Ләкин ул тағы ла нығыраҡ ныҡышмалыҡ белдергән һәм хатта уға янай башлаған. «Мин бик ҡурҡтым», — тип әйтә Ванесса. Ул ҡурҡыуын нисек еңә алған? Ул үҙен яҡлар өсөн ғәмәли аҙымдар яһаған. Йыйылыш өлкәне уға полицияға мөрәжәғәт итергә ярҙам иткән. Шулай уҡ Ванесса Йәһүәнең боронғо ваҡытта үҙ хеҙмәтселәрен нисек яҡлағаны тураһында уйланған. Ул былай ти: «Беренсе булып Данил пәйғәмбәр иҫемә төштө. Ул бер нәмәлә лә ғәйепле булмаған, ләкин уны арыҫландар соҡорона ташлағандар. Шул саҡта ла Йәһүә уның хаҡында ҡайғыртҡан. Мин Йәһүәгә, был хәлде үҙ ҡулыңа ал, тип доға ҡылдым. Шунан һуң миңә тыныс булып китте» (Дан. 6:12—22).

ЙӘҺҮӘ БӨГӨН НИМӘ ЭШЛӘЙ?

8. Дауыт нимәгә инанған булған? (Зәбур 56:8).

8 Геф ҡалаһында булғанда Дауыттың ғүмеренә үлем ҡурҡынысы янаған, әммә ул ҡурҡыуға бирелмәгән. Бының урынына, ул Йәһүәнең әле уның өсөн нимә эшләгәненә иғтибар иткән. Ул Йәһүәнең уға йүнәлеш биргәнен, яҡлағанын һәм уның тойғоларын аңлағанын күргән. (Зәбур 56:8-ҙе уҡығыҙ.) Шулай уҡ Дауытҡа яҡын дуҫтары Йонафан менән Әхимәлик ярҙам иткән. Улар уға таяныс булған һәм уның хаҡында ҡайғыртҡан (1 Сам. 20:41, 42; 21:6, 8, 9). Шаул батша Дауытты үлтерергә маташһа ла, ул ҡотола алған. Быларҙың барыһы ла Дауытты шуға ышандырған: Йәһүә уның ауыр кисерештәрен һәм ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡанын яҡшы белә.

9. Йәһүә һәр беребеҙ тураһында нимә белә?

9 Беҙҙең менән дә шулай уҡ: Йәһүә һынауҙы ғына түгел, беҙҙең ниндәй хистәр кисергәнебеҙҙе лә күрә. Мәҫәлән, Алла мысырҙарҙың израилдәр менән ҡаты мөғәмәлә иткәндәрен һәм үҙ халҡының ниндәй ғазап сиккәнен күргән (Сығ. 3:7). Йәһүә Дауыттың ҡайғыһын да, уға ни тиклем ауыр икәнен дә белгән. Дауыт быға бер ҙә шикләнмәгән (Зәб. 31:7). Алла халҡы хатта үҙ аҡылһыҙлығы арҡаһында «ғазап сиккәндә, ул да [Алла ла] ғазап» сиккән (Ишағ. 63:9). Ҡурҡҡанда, нимә хис иткәнегеҙҙе Йәһүә аңлай һәм һеҙгә ҡурҡыуҙан арынырға ярҙам итергә теләй.

10. Ни өсөн беҙ Йәһүәнең ҡайғыртыуына һәм киләсәктә һәр төрлө һынауҙы еңергә ярҙам итәсәгенә ышана алабыҙ?

10 Етди һынауҙар ваҡытында ҡурҡыу Йәһүәнең ҡайғыртыуын күрергә ҡамасауларға мөмкин. Шул саҡта нимә эшләргә? Алланың ярҙамын күрер өсөн доға ҡылырға кәрәк (2 Бат. 6:15—17). Бәлки, күптән түгел йыйылышта яңғыраған телмәр йә кемдеңдер биргән яуабы һеҙҙе нығытҡандыр? Йә беҙҙең сайтыбыҙҙағы мәҡәлә, видеояҙма йә йыр һеҙгә көс өҫтәгәндер? Ә, бәлки, кемдер Изге Яҙмалағы берәй аят менән йә рухландырғыс фекер менән бүлешкәндер? Ҡайһы саҡта беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙең мөхәббәтен һәм көс өҫтәгән рухи ризыҡты ҡәҙерләп етмәйбеҙ. Ләкин был бүләктәр — Йәһүәнән (Ишағ. 65:13; Марк 10:29, 30). Улар Йәһүәнең яратыуын һәм уға һәр ваҡытта ла таяна алыуыбыҙҙы иҫбатлай (Ишағ. 49:14—16).

11. Айда ҡәрҙәшкә ҡурҡыуҙарын еңергә нимә ярҙам иткән?

11 Сенегалда йәшәгән А́йда исемле ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ ауыр ваҡытта Йәһүәнең ярҙамын күрергә тырышҡан. Ул ғаиләлә өлкән бала булғас, ата-әсәһе унан матди яҡтан ярҙам көткән. Ләкин Айда пионер булып хеҙмәт итергә теләгән. Шуға күрә ул әҙерәк эшләй башлаған. Туғандары, аҡса етмәүен күреп, ҡәнәғәтһеҙлек белдергән һәм уны ғәйепләй башлаған. «Мин атай-әсәйем хаҡында ҡайғырта алмаҫмын һәм туғандарым мине кире ҡағыр тип бик борсолдом, — тип әйтә Айда. — Хәлдең шулай хөртләнеп китеүендә мин Йәһүәне ғәйепләнем». Һуңыраҡ ул осрашыуҙа телмәр ишеткән. Айда былай тип дауам итә: «Докладсы шуны иҫемә төшөрҙө: йөрәгебеҙҙе нимә генә әрнетһә лә, Йәһүә хистәребеҙҙе аңлай. Өлкәндәр һәм дуҫтарым мине Йәһүәнең яратыуына ышандырып торҙо. Шулай итеп минең Аллаға ҡарата ышанысым яйлап ҡына нығый барҙы. Мин уның ярҙам итәсәгенә бер ҙә шикләнмәйенсә, доға ҡылдым. Йәһүәнең доғаларыма нисек яуап ҡайтарғанын күргәндә тыныслыҡ тоя инем». Ваҡыт үтеү менән Айда пионер булып хеҙмәт итә алырлыҡ һәм ата-әсәһен тәьмин итерлек эш тапҡан. «Мин тулыһынса Йәһүәгә таянырға өйрәндем. Хәҙер доға ҡылыуым була, ҡурҡыуҙарым шунда уҡ юҡҡа сыға», — тип әйтә Айда.

ЙӘҺҮӘ КИЛӘСӘКТӘ НИМӘ ЭШЛӘЙӘСӘК?

12. Зәбур 56:9-ҙа әйтелгәнсә, Дауыт нимәгә шикләнмәгән?

12 Зәбур 56:9-ҙы уҡығыҙ. Был аятта Дауытҡа үҙ ҡурҡыуҙарын еңергә тағы нимә ярҙам иткәнен күрәбеҙ. Уның тормошо һаман да ҡурҡыныс аҫтында булһа ла, ул Йәһүәнең киләсәктә уның өсөн нимә эшләйәсәге тураһында уйланған. Дауыт Йәһүәнең кәрәк саҡта уны яҡлаясағын һәм ҡотҡарасағын яҡшы белгән. Алла уға, һин Израилдең батшаһы булырһың, тип инде әйткән (1 Сам. 16:1, 13). Дауыт шуға ышанған: Йәһүә нимәнелер вәғәҙә итә икән, был үтәлмәй ҡалмай.

13. Йәһүә киләсәктә беҙҙең өсөн нимә эшләйәсәк?

13 Йәһүә һәр беребеҙ өсөн нимә эшләргә вәғәҙә итә? Беҙ, әлбиттә, унан бөтә ауырлыҡтарҙан ҡотҡарыуын көтмәйбеҙ c. Ләкин уның бөгөн дусар булған бөтә һынауҙарҙы һәм проблемаларҙы яңы донъяла юҡ итәсәген яҡшы беләбеҙ (Ишағ. 25:7—9). Барлыҡҡа килтереүсебеҙҙең үлгәндәрҙе терелтергә, беҙҙе физик һәм эмоциональ ауырыуҙарҙан һауыҡтырырға һәм бөтә дошмандарыбыҙҙы юҡ итергә көсө етерлек (1 Яхъя 4:4).

14. Нимә тураһында уйланырға була?

14 Ҡурҡыу биләп алғанда Йәһүәнең киләсәктә һеҙҙең өсөн нимә эшләйәсәге тураһында уйлағыҙ. Күҙ алдына килтерегеҙ: Шайтан һәм яуыз кешеләр инде юҡ, тормош рәхәт, янығыҙҙа тәҡүәлекте яратҡан кешеләр генә, һәм һеҙ көндән-көн камиллыҡҡа яҡынлашаһығыҙ. 2014 йылдың региональ конгресында сәхнәләштереү булған ине. Унда атай кеше үҙ ғаиләһенә Изге Яҙмалағы өмөт тураһында уйланырға ярҙам итте. Улар 2 Тимофейға 3:1—5-тәге аяттар ожмахта нисек яңғыраясағы тураһында уйланды. Ул аяттар бына ошолайыраҡ яңғырар ине: «Яңы донъяла бәхетле ваҡыт етер. Киләсәктә башҡаларҙы яратҡан, рухи нәмәләрҙе ҡәҙерләгән, тыйнаҡ, кеселекле, Алланы данлаған, ата-әсәһенә буйһонған, рәхмәтле, тоғро, туған йәнле, килешеүсән, башҡаларҙы яманламаған, тотанаҡлы, йомшаҡ, яҡшылыҡты яратҡан, хыянат итмәгән, юл ҡуйыусан, йыуаш, кәйеф-сафаға ҡарағанда Алланы нығыраҡ яратҡан һәм уға йән-тән менән бирелгән кешеләр йәшәр. Шундай кешеләр менән дуҫлаш». Ә һеҙ яҡындарығыҙ йә дуҫтарығыҙ менән яңы донъяның ниндәй буласағы тураһында уйланаһығыҙмы?

15. Ҡурҡыуҙарына ҡарамаҫтан Таняға Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға нимә ярҙам иткән?

15 Төньяҡ Македонияла йәшәгән Таняның миҫалына иғтибар итәйек. Ул Изге Яҙманы өйрәнә башлағас, ата-әсәһенең ҡаты ҡаршылығы менән осрашҡан. Әммә Таня Йәһүәнең киләсәктә буласаҡ фатихалары тураһында уйланған. Был уға үҙенең ҡурҡыуҙарына бирешмәҫкә ярҙам иткән. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Минең ҡайһы бер ҡурҡыуҙарым тормошҡа ашты. Әсәйем һәр осрашыуҙан һуң мине туҡманы. Улар атайым менән, Йәһүә шаһиты булып китһәң, һине үлтерәбеҙ, тип янаны». Ахырҙа Таняны өйҙән ҡыуып сығарғандар. Ул быларҙың барыһына ла нисек ҡараған? Ул былай тип бүлешә: «Әгәр мин Йәһүәгә тоғро ҡалһам, мин мәңге бәхетле булырмын. Хатта берәй нәмәнән мәхрүм ҡалһам да, Йәһүә яңы донъяла мул итеп ҡайтарыр һәм бөтә ҡайғы хәсрәттәр онотолор». Таня Йәһүәнән ваз кисмәгән. Һуңынан уның ярҙамы менән ул үҙенә йәшәргә урын тапҡан. Хәҙер ул кейәүҙә. Улар ире менән шатланып тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнаша.

ЙӘҺҮӘГӘ ЫШАНЫСЫҒЫҘҘЫ НЫҒЫТЫҒЫҘ

16. Лука 21:26—28-ҙәге һүҙҙәр үтәлә башлағанда беҙгә ҡыйыу булып ҡалырға нимә ярҙам итер?

16 Бөйөк афәт ваҡытында «кешеләр ҡурҡыштарынан аңдарын юғалтыр». Ә Алланың хеҙмәтселәре сыҙам һәм ҡыйыу ҡалыр. (Лука 21:26—28-ҙе уҡығыҙ.) Беҙгә нимә ярҙам итер? Беҙ инде Йәһүәгә таянырға өйрәнгәнбеҙ. Үткән абзацта иҫкә алынған Таня әйтеүенсә, үткәндә кисергәндәре уға яңы ауырлыҡтар менән көрәшергә ярҙам итә. Ул бына нимә ти: «Мин шуға ышанам: Йәһүә хәл итә алмаҫлыҡ бер проблема ла юҡ. Бөтә насар нәмәне ул яҡшыға әйләндерә ала. Ҡайһы саҡта һинең тормошоң башҡа кешеләрҙең ҡулында кеүек. Ләкин Йәһүә һәр ҡайһы кешенән дә көслөрәк. Хатта иң ауыр һынауҙың да башы булған кеүек аҙағы ла бар».

17. 2024 йылдың аяты беҙгә нисек ярҙам итер? (Тышлыҡтағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

17 Бөгөн беҙҙе күп нәмә ҡурҡыта ала. Әммә беҙ, Дауыт кеүек, ҡурҡыуҙарға үҙебеҙҙе биләп алырға юл ҡуймайбыҙ. Уның Йәһүәгә: «Ҡурҡҡанда, мин һиңә таянам», — тип әйткән һүҙҙәре 2024 йылға йыллыҡ аят итеп һайланды (Зәб. 56:3). Бер белешмәлә был аятҡа шундай комментарий бар: «Дауыт үҙенең ҡурҡыуҙары тураһында уйлап йөрөмәгән. Бының урынына, ул күҙҙәрен Ҡотҡарыусыһына төбәгән». Был аяттың һүҙҙәре һеҙҙе йыл буйы нығытып торһон. Ҡурҡыуҙар биләп алғанда уны иҫкә төшөрөгөҙ. Йәһүәнең үткәндәге, бөгөнгө һәм киләсәктә буласаҡ эштәре тураһында уйланыр өсөн ваҡыт табығыҙ. Шул саҡта һеҙ, Дауыттан өлгө алып: «Хоҙайыма таянам, ҡурҡмайым», — тип әйтә алырһығыҙ (Зәб. 56:4).

Тәбиғәт афәте ваҡытында ҡәрҙәшебеҙ йыллыҡ аят тураһында уйлана. (17-се абзацты ҡарағыҙ.)

ОШО ҺОРАУҘАР ӨҪТӨНДӘ УЙЛАНЫП, БЕҘ НИСЕК ҠУРҠЫУЫБЫҘҘЫ ЕҢӘ АЛАБЫҘ?

  • Йәһүә инде нимә эшләгән?

  • Йәһүә бөгөн нимә эшләй?

  • Киләсәктә Йәһүә нимә эшләйәсәк?

33-СӨ ЙЫР Йөгөңдө Йәһүәгә һал

a jw.org сайтында эҙләү юлына «имандарын өлгө итеп алығыҙ» йәиһә «тормоштағы осраҡтар» тигән һүҙбәйләнеш индерегеҙ. JW Library® ҡушымтаһында «Имандарын өлгө итеп алығыҙ» йәиһә «Йәһүә шаһиттарының биографиялары» тигән мәҡәләләр йыйынтығын асығыҙ.

b Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

d РӘСЕМДӘРҘӘ. Дауыт Йәһүәнең элек уға айыуҙы үлтерергә нисек ярҙам иткәне тураһында, Әхимәлик аша нығытҡаны тураһында һәм киләсәктә уны батша итәсәге тураһында уйлана.

e ФОТОҺҮРӘТТӘРҘӘ. Ир ҡәрҙәш төрмәлә Йәһүәнең уға тәмәкене ташларға нисек ярҙам иткәне тураһында, бөгөн дуҫтарының хаттары аша нисек нығытҡаны тураһында, киләсәктә яңы донъяла мәңгелек тормош бүләк итәсәге тураһында уйлана.