Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

19-СЫ ЙЫР Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһе

Һеҙ йылдың иң мөһим көнөнә әҙерме?

Һеҙ йылдың иң мөһим көнөнә әҙерме?

«Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ» (ЛУКА 22:19).

ТӨП ФЕКЕР

Ни өсөн Ғайсаның үлемен иҫкә алыу кисәһе беҙҙең өсөн бик мөһим? Уға нисек әҙерләнеп була һәм башҡаларға был махсус осрашыуға килергә нисек ярҙам итә алабыҙ?

1. Ни өсөн Кисә — йылдың иң мөһим ваҡиғаһы? (Лука 22:19, 20).

 ЙӘҺҮӘ халҡы өсөн Ғайсаның үлемен иҫкә алыу кисәһе — йылдың иң мөһим көнө. Был — Ғайса урынлаштырған берҙән-бер байрам. (Лука 22:19, 20-не уҡығыҙ.) Ни өсөн беҙ был көндө түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ? Әйҙәгеҙ, бер нисә сәбәпте ҡарап сығайыҡ.

2. Ни өсөн беҙ Кисәне түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ?

2 Иҫкә алыу кисәһе беҙгә йоломдоң ҡиммәтлеге тураһында уйланырға ярҙам итә. Ул беҙгә Ғайсаның йолом ҡорбаны өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдереп булғанын иҫебеҙгә төшөрә (2 Кор. 5:14, 15). Өҫтәүенә, ҡәрҙәштәр менән йыйылып, беҙ бер-беребеҙҙе нығытабыҙ (Рим. 1:12). Шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүҙән туҡтаған ҡәрҙәштәр йыл һайын Кисәгә килә. Йылы ҡаршы алыуыбыҙ уларҙы рухландыра һәм ҡайһы берәүҙәр Йәһүәгә ҡайтырға була. Кисәгә ҡунаҡтар ҙа килә. Күргән-ишеткәндәре уларҙы хайран ҡалдыра һәм улар Изге Яҙманы өйрәнергә ризалаша. Ысынлап та, Кисә — беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле көн.

3. Кисә бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙҙе нисек берләштерә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

3 Иҫкә алыу кисәһе бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙҙе берләштерә. Ер шарының төрлө өлөштәрендә ҡояш байый барған һайын, Йәһүә шаһиттары был мөһим осрашыуға йыйыла. Унда беҙ йоломдоң мөһимлеген иҫкә төшөргән телмәр тыңлайбыҙ, ике йыр йырлайбыҙ һәм икмәк менән шарапты ҡулдан-ҡулға бирәбеҙ. Был осрашыуҙа дүрт доға яңғырай. Уларҙың һәр береһенән һуң беҙ ысын күңелдән «амин» тип әйтәбеҙ. Яҡынса 24 сәғәт дауамында был ваҡиға ер шарының бөтә йыйылыштарында үтә. Беҙ, берҙәм халыҡ булып, Йәһүәне һәм Ғайсаны данлайбыҙ. Улар беҙҙе күреп шатлана!

Иҫкә алыу кисәһе бөтә донъялағы ҡәрҙәшлегебеҙҙе берләштерә. (3-сө абзацты ҡарағыҙ.) f


4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

4 Был мәҡәләлә беҙ киләһе һорауҙарға яуап табырбыҙ: Ғайсаның үлемен иҫкә алыу кисәһенә нисек йөрәгебеҙҙе әҙерләп була? Ҡунаҡтар хаҡында нисек ҡайғырта алабыҙ? Күпмелер ваҡыт йыйылышҡа йөрөмәгән ҡәрҙәштәр өсөн нимә эшләй алабыҙ? Был һорауҙарға яуаптар ошо мөһим ваҡиғаға әҙерләнергә ярҙам итер.

ИҪКӘ АЛЫУ КИСӘҺЕНӘ НИСЕК ЙӨРӘГЕБЕҘҘЕ ӘҘЕРЛӘЙ АЛАБЫҘ?

5. а) Ни өсөн беҙгә йолом тураһында уйланырға кәрәк? (Зәбур 49:7, 8). б) «Ғайса ни өсөн үлгән?» тигән видеояҙманан нимә белдегеҙ?

5 Йөрәгебеҙҙе Кисәгә әҙерләр өсөн, беҙгә тәүҙә Ғайсаның йолом ҡорбаны тураһында уйланырға кәрәк. Беҙ бер ҡасан да үҙебеҙҙе гонаһтан һәм үлемдән ҡотҡара алмаҫ инек. (Зәбур 49:7, 8-ҙе уҡығыҙ; шулай уҡ «Ғайса ни өсөн үлгән?» a тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.) Шуға күрә Йәһүә беҙҙең өсөн үҙенең Улын биргән. Был Йәһүә өсөн дә, Ғайса өсөн дә оло ҡорбан булған (Рим. 6:23). Уларҙың беҙҙең хаҡҡа ҡылған игелеге тураһында күберәк уйланған һайын, беҙ йоломдо тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләй башлайбыҙ. Һуңыраҡ беҙ был мәҡәләлә, йолом үҙ эсенә нимәне ала икәнен ҡарап сығырбыҙ. Өҫтәүенә, Йәһүәгә һәм Ғайсаға йоломдо түләр өсөн, нимә кисерергә тура килгәне хаҡында һөйләшербеҙ.

6. Йолом нимә ул һәм ул ни өсөн кәрәк булған?

6 Йолом — нимәнелер ҡайтарыр өсөн түләнгән хаҡ. Әҙәм камил кеше булған, ләкин ул гонаһ ҡылған. Шулай итеп ул үҙе өсөн дә, балалары өсөн дә мәңге йәшәү мөмкинлеген юғалтҡан. Әҙәм юғалтҡанды ҡайтарыр өсөн, Ғайса үҙенең камил ғүмерен ҡорбан итеп биргән. Ғайсаның ерҙәге тормошо тураһында Изге Яҙмала: «Ул гонаһ ҡылманы, һәм Уның телендә мәкерлек табылманы», — тип әйтелә (1 Пет. 2:22). Шуға күрә үлгән саҡта Ғайсаның тормошо Әҙәм юғалтҡан тормошҡа тап килгән (1 Кор. 15:45; 1 Тим. 2:6).

7. Ерҙә йәшәгәндә Ғайса ниндәй һынауҙар менән осрашҡан?

7 Ерҙә йәшәгәндә Ғайса күп һынауҙар менән осрашҡан, шулай ҙа ул күктәге Атаһына һәр ваҡытта тыңлаусан булып ҡалған. Ул камил булып тыуһа ла, үҫкән саҡта уға камил булмаған ата-әсәһенә буйһонорға тура килгән (Лука 2:51). Үҫмер сағында, бәлки, кемдер уны ата-әсәһен тыңламаҫҡа йәиһә Алла ҡанундарын боҙорға этәргәндер. Олоғайғас, уға Иблистең ҡотҡоһона ҡаршы торорға тура килгән. Был дошман уға Аллаға хыянат итергә асыҡтан-асыҡ тәҡдим иткән (Матф. 4:1—11). Ғайсаны гонаһҡа этәрер өсөн, Шайтан бар көсөн һалған. Әгәр ул быны эшләй алһа, Ғайса йолом түләй алмаҫ ине.

8. Ғайса тағы нисек һыналған булған?

8 Хеҙмәтен башлағас, Ғайса башҡа һынауҙарға дусар булған. Дошмандары уны эҙәрләгән һәм бер нисә тапҡыр үлтерергә маташҡан (Лука 4:28, 29; 13:31). Уға шәкерттәренең хаталарын түҙеп торорға кәрәк булған (Марк 9:33, 34). Ғайсаны хөкөм иткәндә уны туҡмағандар һәм унан мыҫҡыллап көлгәндәр. Ул хурлыҡлы язалауҙан ғазапланып үлгән (Евр. 12:1—3). Ә үлеме алдынан ул яңғыҙы ҡалған. Йәһүә уны яҡламаған (Матф. 27:46) b.

9. Ғайсаның ҡорбаны һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙыра? (1 Петр 1:8).

9 Эйе, беҙҙе йолоп алыр өсөн, Ғайса күп ғазаптар аша үткән. Уның беҙҙең өсөн нимә эшләгәне тураһында уйланғанда, йөрәгебеҙ яратыу һәм рәхмәт хисе менән тула. (1 Петр 1:8-ҙе уҡығыҙ.)

10. Йәһүә йолом түләр өсөн ниндәй ҡорбандарға барған?

10 Йәһүәгә, йолом түләр өсөн, ниндәй ҡорбандарға барырға тура килгән? Йәһүә менән Ғайса араһындағы яратыуға тиң бер нәмә лә юҡ. Уларҙың дуҫлығы — атай кешенең улы менән араһында була алған иң яҡын мөнәсәбәттәр (Ғиб. һүҙ. 8:30). Ғайсаның ерҙә ниндәй һынауҙар аша үтергә тура килгәнен күреп, Йәһүәнең нимә хис иткәнен күҙ алдына килтерегеҙ. Улын ғәҙелһеҙ хөкөм итеүҙәрен, уны һанға һуҡмағандарын һәм ҡаты ғазаплауҙарын күреп, Йәһүәнең йөрәге бик әрнегән.

11. Улы үлгәндә, Йәһүәнең ниндәй хистәр кисергәнен аңларға нимә ярҙам итер?

11 Ата-әсә өсөн иң ҙур ҡайғы — баланың үлеме. Терелтеүгә иман көслө булһа ла, ул ҡайғыны тулыһынса баҫа алмай. Атай-әсәйҙең хистәрен күҙ алдына килтереп, беҙ Йәһүәнең яратҡан Улы ғазапланып үлгәндә ниндәй хистәр кисергәнен әҙ генә булһа ла аңлай алабыҙ (Матф. 3:17) c.

12. Кисәгә тиклем ҡалған ваҡытты нисек яҡшыраҡ ҡулланырға?

12 Кисәгә тиклем ваҡыт күп ҡалманы. Йолом тураһында күберәк белер өсөн, шәхси өйрәнеүҙә йә ғаилә өйрәнеүендә тикшеренеүҙәр үткәрегеҙ. «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмәне» (урыҫ) йәки башҡа материалдарҙы ҡулланығыҙ d. Шулай уҡ «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте» тигән эш дәфтәрендә килтерелгән график буйынса Изге Яҙманы уҡығыҙ. Ә Кисә үткән көндө иртәнге ғибәҙәт ҡылыуҙы ҡарарға онотмағыҙ. Әгәр беҙ йөрәгебеҙҙе әҙерләһәк, Иҫкә алыу кисәһенең мөһимлеген башҡаларға аңлата алырбыҙ (Езра 7:10).

БАШҠАЛАРҒА ЛА КИСӘНӘН ФАЙҘА АЛЫРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

13. Башҡа кешеләр Кисәнән файҙа алһын өсөн, беҙ нимә эшләй алабыҙ?

13 Башҡалар ҙа файҙа алһын өсөн, беҙ уларҙы Кисәгә саҡыра алабыҙ. Хеҙмәттә осратҡан кешеләрҙән тыш, саҡырырға теләгән кешеләрҙең исемлеген төҙөй алабыҙ. Туғандарыбыҙ, бергә эшләгән хеҙмәттәштәребеҙ, синыфташтарыбыҙ һәм башҡа таныштарыбыҙ тураһында ла онотмайыҡ. Баҫтырылған саҡырыу ҡағыҙы бөтһә, уларға электрон версияға һылтанма ебәрегеҙ. Кем белә, бәлки, бөтәһе лә килер! (Вәғ. 11:6).

14. Кешегә саҡырыу ҡағыҙы биреү уға нисек тәьҫир итергә мөмкин?

14 Кешене шәхсән саҡырыу уға ныҡ тәьҫир итергә мөмкин. Мәҫәлән, бер ир менән булған осраҡты ҡарап сығайыҡ. Ул Йәһүә шаһиты түгел. Элек ҡатыны уны Кисәгә күп тапҡыр саҡырһа ла, ул унда барырға теләмәгән. Ләкин бер көндө ул шатланып: «Мин дә Кисәгә барам», — тип ҡатынын ғәжәпләндергән. Ни өсөн ул был юлы ризалашҡан? «Ҡара, миңә саҡырыу ҡағыҙы бирҙеләр!» — тигән ул. Баҡһаң, был саҡырыуҙы уға таныш булған йыйылыш өлкәне биргән. Был ир кеше күп йылдар дауамында Кисәгә йөрөгән.

15. Кешене Кисәгә саҡырғанда нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?

15 Кешеләрҙе Кисәгә саҡырғанда, нимәне иҫәпкә алырға кәрәк? Беҙҙең осрашыуҙарҙа бер ҡасан да булмаған кешеләрҙең һорауҙары тыуырға мөмкин. Ҡайһы бер һорауҙарҙы күҙаллап, беҙ алдан әҙерләнә алабыҙ (Кол. 4:6). Мәҫәлән, кемдер бындай һорауҙар бирергә мөмкин: «Был сара нисек үтәсәк? Күпме ваҡыт дауамында? Унда нисек кейенеп килергә кәрәк? Инеү бушлаймы? Килгән кешеләрҙән аҡса йыялармы?» Кисәгә саҡырылған кешенән: «Бәлки, ниндәйҙер һорауҙарығыҙ барҙыр?» — тип ҡыҙыҡһынырға була. Әгәр ҙә булһа, уларға яуап бирергә кәрәк. Шулай уҡ уға «Ғайсаның үлемен иҫкә алығыҙ» һәм «Батшалыҡ залына рәхим итегеҙ!» тигән видеояҙмаларҙы күрһәтергә була. Кеше ул видеояҙмаларҙан осрашыуҙарҙың нисек үткәнен белә ала. Шулай уҡ «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың 28-се дәресендә күп фекерҙәр бар. Уларға ла иғтибар итеп була.

16. Ҡунаҡтарыбыҙҙың Кисәнән һуң ниндәй һорауҙары тыуырға мөмкин?

16 Кисәнән һуң ҡунаҡтарҙың яңы һорауҙары тыуырға мөмкин. Мәҫәлән, ошондай: «Ни өсөн бер кем дә икмәк менән шараптан ауыҙ итмәне? Ә ауыҙ иткән кешеләр булһа, ни өсөн улар бик әҙ? Һеҙ Кисәне ни тиклем йыш үткәрәһегеҙ? Йәһүә шаһиттарының бөтә осрашыуҙары ла шулай үтәме?» Был һорауҙарҙың күбеһе Иҫкә алыу кисәһенә бағышланған телмәрҙә ҡараласаҡ. Әммә осрашыуға беренсе тапҡыр килгән кеше күберәк мәғлүмәт алырға теләр. «Ни өсөн Йәһүә шаһиттары Раббының ашын башҡа диндәрҙеке кеүек үткәрмәйҙәр?» тигән мәҡәләлә ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бар. «Мәңгелек тормошҡа алып барған хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған кешеләргә» ярҙам итер өсөн Кисә алдынан һәм унан һуң да көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә теләйбеҙ (Ғәм. 13:48, ЯДТ).

ОСРАШЫУҘАРҒА ЙӨРӨМӘЙ БАШЛАҒАН ҠӘРҘӘШТӘРГӘ НИСЕК ЯРҘАМ ИТЕП БУЛА?

17. Осрашыуҙарға йөрөмәй башлаған ҡәрҙәштәргә өлкәндәр нисек ярҙам итә ала? (Йәзәкил 34:12, 16).

17 Өлкәндәр, осрашыуҙарға йөрөмәй башлаған имандаштарығыҙға Кисә осоронда нисек ярҙам итә алаһығыҙ? Уларға иғтибар бүлегеҙ. (Йәзәкил 34:12, 16-ны уҡығыҙ.) Кисә алдынан уларҙың һәр береһе менән бәйләнешкә инегеҙ. Ул ҡәрҙәштәр һеҙҙең яратыуығыҙҙы һәм игелегегеҙҙе тойһон. Уларҙы Кисәгә саҡырығыҙ, ә килһәләр, уларҙы йылы итеп ҡаршы алығыҙ. Был ҡәҙерле ҡәрҙәштәргә Йәһүәгә ҡайтырға ярҙам итер өсөн Кисәнән һуң да улар менән аралашып тороғоҙ (1 Пет. 2:25).

18. Осрашыуҙарға йөрөмәй башлаған ҡәрҙәштәр өсөн беҙҙең һәр беребеҙ нимә эшләй ала? (Римдарға 12:10).

18 Осрашыуҙарға йөрөмәй башлаған ҡәрҙәштәр өсөн һәр беребеҙ нимә эшләй ала? Кисәгә килһәләр, уларға яратыу, игелек һәм хөрмәт күрһәтегеҙ. (Римдарға 12:10-ды уҡығыҙ.) Онотмағыҙ, Йәһүәнең ҡәҙерле һарыҡтарына был осрашыуға килеү еңел булмағандыр. Бәлки, улар, имандаштарым минең турала нимә уйлар, нимә әйтер, тип ҡурҡҡандыр e. Шуға күрә уларҙы уңайһыҙ хәлдә ҡалдыра алған һорауҙар бирмәгеҙ һәм йөрәктәрен әрнеткән һүҙҙәр әйтмәгеҙ (1 Фес. 5:11). Был ҡәрҙәштәр — беҙҙең рухи ғаиләбеҙ. Беҙ улар менән Аллаға яңынан табына башлауыбыҙға бик шат! (Зәб. 119:176; Ғәм. 20:35).

19. Ни өсөн Ғайсаның әмерҙәренә тыңлаусан булыу һәм уның үлемен иҫкә алыу бик мөһим?

19 Беҙ Ғайсаға үҙенең үлемен йыл һайын иҫкә алырға әмер биргәненә бик рәхмәтле. Кисәлә булыу мөһим, был беҙҙең үҙебеҙгә лә, башҡаларға ла файҙа килтерә (Ишағ. 48:17, 18). Йәһүәгә һәм Ғайсаға ҡарата мөхәббәтебеҙ үҫә, шулай уҡ беҙ уларҙың беҙҙең хаҡҡа эшләгәндәрен ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Ҡәрҙәштәр менән дуҫлығыбыҙ нығына, бынан тыш, беҙ башҡаларға Мәсихтең йолом ҡорбаны ярҙамында ниндәй киләсәк асылғаны тураһында белергә ярҙам итәбеҙ. Иҫкә алыу кисәһе — йылдың иң мөһим көнө. Әйҙәгеҙ, уға тағы ла яҡшыраҡ әҙерләнәйек!

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Иҫкә алыу кисәһенә йөрәгебеҙҙе нисек әҙерләп була?

  • Ҡунаҡтар Кисәнән файҙа алһын өсөн нимә эшләп була?

  • Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөмәй башлаған ҡәрҙәштәр хаҡында нисек ҡайғыртып була?

18-СЕ ЙЫР Йолом өсөн рәхмәтлебеҙ

a Был мәҡәләлә килтерелгән мәҡәләләрҙе һәм видеояҙмаларҙы табыр өсөн, jw.org сайтында эҙләү юлына кәрәкле һүҙҙәр индерегеҙ.

b «Күҙәтеү манараһы» 2021 йылдың апрель сығарылышында «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

d  «Өйрәнеү өсөн тәҡдимдәр» тигән рамканы ҡарағыҙ.

e  «Йыйылыш уларҙы нисек ҡаршы алды?» тигән рамканы һәм фотоһүрәтте ҡарағыҙ. Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөмәй башлаған ир ҡәрҙәш Батшалыҡ залына керергә ҡыймай. Шулай ҙа ул үҙ ҡурҡыуын еңә. Уны йылы итеп ҡаршы алалар һәм ул имандаштары менән шатланып аралаша.

f ФОТОҺҮРӘТТӘ. Ер шарының бер өлөшөндә Йәһүә шаһиттары Кисәгә инде килгән, ә ерҙең башҡа өлөшөндә уларҙың имандаштары был ваҡиғаға әле әҙерләнеп кенә йөрөй.