Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

27-СЕ ЙЫР Алла улдарын донъяға күрһәтер

«Мин бер ҡасан да һине ташламам»!

«Мин бер ҡасан да һине ташламам»!

«Алла: „Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам“, — тип әйткән» (ЕВР. 13:5).

ТӨП ФЕКЕР

Ни өсөн беҙ, майланған мәсихселәр күккә алынғас, Йәһүәнең ерҙә хеҙмәт иткән хеҙмәтселәрен ярҙамһыҙ ҡалдырмаясағына ышана алабыҙ?

1. Бөтә майланған мәсихселәр ҡасан күктә йыйыласаҡ?

 ЭЛЕК Йәһүәнең хеҙмәтселәрен «майланған мәсихсенең һуңғыһы ҡасан күккә алынасаҡ?» тигән һорау ҡыҙыҡһындырған. Ҡасандыр беҙ, майланған мәсихселәрҙең ҡайһы берҙәре Армагеддонды кисереп, күпмелер ваҡыт дауамында ерҙә йәшәйәсәк, тип уйлай торғайныҡ. Әммә «Күҙәтеү манараһы» 2013 йылдың 15 июль сығарылышынан ерҙә йәшәгән бөтә майланғандарҙың Армагеддон башланғансы күккә алынасағын белдек (Матф. 24:31).

2. Ниндәй һорау тыуырға мөмкин һәм был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Ләкин Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән «бүтән һарыҡтар» менән «бөйөк афәт» ваҡытында нимә булыр? (Яхъя 10:16; Матф. 24:21). Бөгөн ҡайһы берәүҙәр һөйөклө майланған ҡәрҙәштәре күккә алынғас, үҙҙәрен юғалған йә ташланған кеүек тойор тип борсола. Әйҙәгеҙ, Изге Яҙмалағы ике хикәйәгә иғтибар итәйек һәм борсолор өсөн сәбәптәр юҡ икәнен беләйек.

НИМӘ БУЛМАЯСАҠ?

3, 4. Ҡайһы берәүҙәр нимә тураһында борсола һәм ни өсөн?

3 Ҡайһы берәүҙәр, Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәр күккә алынғас, «бүтән һарыҡтар» хәҡиҡәттән китер, тип борсолорға мөмкин. Бәлки, был ҡурҡыуҙар Изге Яҙмала яҙылған ҡайһы бер ваҡиғалар арҡаһында тыуалыр. Ике миҫалға иғтибар итәйек. Баш рухани Йодай Алланың ҡыйыу хеҙмәтсеһе булған. Ул һәм уның ҡатыны Йәһәшәбәт Йәһүәш исемле малайҙы яҡлаған һәм яҡшы батша булып китергә ярҙам иткән. Йодай тере саҡта был батша Йәһүәгә табынған. Әммә баш рухани үлгәс, Йәһүәш яуызлыҡ ҡыла башлаған. Ул яуыз түрәләрҙе тыңлаған һәм Йәһүәнән ваз кискән (2 Йыл. 24:2, 15—19).

4 Шулай уҡ икенсе быуатта йәшәгән мәсихселәр тураһында һөйләшәйек. Илселәрҙең һуңғыһы Яхъя имандаштарына яҡшы йоғонто яһаған һәм уларға Йәһүәгә тоғро ҡалырға ярҙам иткән (3 Яхъя 4). Башҡа илселәр менән бергә ул көсәйеп барған мөртәтлеккә ҡаршы көрәшкән (2 Фес. 2:7; 1 Яхъя 2:18). Ләкин Яхъяның үлеменән һуң мөртәтлек янғын кеүек тиҙ таралған. Бер нисә тиҫтә йыл эсендә йыйылыштар хәҡиҡәттән ныҡ йыраҡлашҡан.

5. Изге Яҙмалағы хикәйәләрҙән ниндәй һығымта яһау дөрөҫ булмаҫ ине?

5 Изге Яҙмалағы был ике хикәйә, майланған мәсихселәр күккә күтәрелгәс, «бүтән һарыҡтар» менән оҡшаш хәл буласағын күрһәтәме? Ул ваҡытта тоғро мәсихселәр Йәһүәш кеүек ерҙә яуызлыҡ ҡыла башлармы? Йә икенсе быуатта йәшәгән мәсихселәр кеүек мөртәттәр булып китерме? Был һорауҙарҙың барыһына ла «һис тә юҡ» тигән яуап биреп була. Беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ: майланған мәсихселәр күккә күтәрелгәс, «бүтән һарыҡтар» артабан да Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итер, ә ул улар хаҡында ҡайғыртыр. Ни өсөн беҙ быға ышанабыҙ?

САФ ҒИБӘҘӘТ ЗЫЯН КҮРМӘЙӘСӘК

6. Ниндәй өс осорҙо беҙ ҡыҫҡаса ҡарап сығырбыҙ?

6 Киләсәктә беҙҙе ауыр ваҡыттар көтһә лә, саф ғибәҙәт зыян күрмәйәсәк. Изге Яҙмала бөгөнгө көндәр тураһында яҙылғандар беҙҙе быға инандыра. Был көндәр боронғо Израиль көндәренән һәм беҙҙең эраның икенсе быуат көндәренән ныҡ айырылып тора. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, был өс осорҙо: 1) боронғо Израиль ваҡыттарын, 2) илселәр үлгәндән һуң булған ваҡыттарҙы һәм 3) бөгөнгө көндәрҙе, йәғни «яңынан торғоҙоу ваҡыттарҙы» ҡыҫҡаса ҡарап сығайыҡ (Ғәм. 3:21, ЯДТ).

7. Алла халҡы һәм батшалар яуыз юлды һайлаһа ла, ни өсөн Аллаға тоғро израилдәрҙең өмөттәре өҙөлмәгән?

7 Боронғо Израиль ваҡыттары. Ғүмеренең аҙағында Муса израилдәргә: «Мин яҡшы беләм, һеҙ үлемемдән һуң, һис шикһеҙ, яуыз эштәр ҡылырһығыҙ һәм мин һеҙгә барырға ҡушҡан юлдан тайпылырһығыҙ», — тип әйткән (Ҡан. 31:29). Шулай уҡ Муса пәйғәмбәр израилдәрҙе, Аллаға буйһонмаһағыҙ, әсирлеккә китерһегеҙ, тип киҫәткән (Ҡан. 28:35, 36). Уның һүҙҙәре тормошҡа ашҡанмы? Эйе. Быуаттар дауамында Израиль батшалары яуыз юлды һайлаған һәм Алла халҡын юлдан яҙҙырған. Бының арҡаһында Йәһүә үҙ халҡын кире ҡаҡҡан һәм ерҙә унан батшалар инде булмаған (Йәз. 21:25—27). Әммә Аллаға тоғро ҡалған израилдәр уның һүҙенең үтәлгәнен күргән (Ишағ. 55:10, 11). Был уларға хеҙмәттәрен дауам итергә ҡыйыулыҡ өҫтәгән.

8. Икенсе быуатта мәсихселәр йыйылышының хәҡиҡәттән ситкә китеүе беҙҙе ғәжәпләндерергә тейешме? Аңлатығыҙ.

8 Илселәр үлгәндән һуң булған ваҡыттар. Икенсе быуаттағы мәсихселәр йыйылышының хәҡиҡәттән ситкә тайпылыуы беҙҙе ғәжәпләндерергә тейешме? Юҡ. Ғайса мөртәтлектең шулай киң тараласағы тураһында алдан әйткән (Матф. 7:21—23; 13:24—30, 36—43). Ғайсаның был пәйғәмбәрлеге беренсе быуатта инде үтәлә башлағанын илсе Павел, Петр һәм Яхъя раҫлаған (2 Фес. 2:3, 7; 2 Пет. 2:1; 1 Яхъя 2:18). Икенсе быуатта мәсихселәр йыйылышы тамам боҙолған. Шулай итеп христиан дине барлыҡҡа килгән һәм ул Бөйөк Вавилондың өлөшө булып киткән. Был пәйғәмбәрлек тә үтәлгән.

9. Беҙҙең көндәр боронғо Израиль заманынан һәм икенсе быуаттағы ваҡыттарҙан нимә менән айырылып тора?

9 «Бар нәмәне яңынан торғоҙоу ваҡыттары». Беҙҙең көндәр боронғо Израиль көндәренән һәм икенсе быуатта мөртәтлек киң таралған ваҡыттан айырылып тора. Беҙҙең көндәр нисек атала? Ғәҙәттә, беҙ уны — «ахырызаман» тип атайбыҙ (2 Тим. 3:1). Изге Яҙманан күренеүенсә, шул ваҡыттан алып тағы ла мөһимерәк һәм ваҡыт буйынса тағы ла оҙонораҡ осор башланған. Ул осор Алла Батшалығы кешелекте камиллыҡҡа алып килгәс һәм ерҙе ожмахҡа әйләндергәс тамамланасаҡ. Был осор «бар нәмәне яңынан торғоҙоу ваҡыттары» тип атала (Ғәм. 3:21, ЯДТ). Ул 1914 йылда башланған. Ул ваҡытта нимә торғоҙолған булған? Ғайса күктәге тәхеткә ултыртылған. Шулай итеп, Дауыттың тоҡомонан булған һәм Йәһүәнең вәкиле булып торған идарасы яңынан барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, Йәһүә саф ғибәҙәтте торғоҙа башлаған (Ишағ. 2:2—4; Йәз. 11:17—20). Ул яңынан ташландыҡ хәлгә килерме?

10. а) Бөгөнгө көндәрҙәге саф ғибәҙәт тураһында нимә яҙылған? (Ишағыя 54:17). б) Ни өсөн шундай пәйғәмбәрлектәр киләсәккә ышанысыбыҙҙы нығыта?

10 Ишағыя 54:17-не уҡығыҙ. «Һиңә ҡаршы яһалған бер ҡорал да уңышлы булмаҫ!» — тигән пәйғәмбәрлек тураһында уйлап ҡына ҡарағыҙ. Был пәйғәмбәрлек беҙҙең көндәрҙә үтәлә. Шулай уҡ беҙгә бындай йыуатыусы һүҙҙәр ҙә ҡағыла: «Бөтә улдарыңды Йәһүә өйрәтер, улдарыңдың тыныслығы мул булыр. Һин тәҡүәлектә нығырһың. ...Бер нәмәнән ҡурҡмаҫһың һәм ҡотоң алынмаҫ, сөнки былар һиңә яҡын килмәҫ» (Ишағ. 54:13, 14). Хатта «был донъяның илаһы» Шайтан да Йәһүәнең хеҙмәтселәре алып барған аң-белем таратыу эштәрен туҡтата алмай (2 Кор. 4:4). Саф ғибәҙәт торғоҙолған, һәм ул бер ҡасан да зыян күрмәйәсәк. Ул мәңгегә ҡаласаҡ. Беҙгә ҡаршы яһалған бер ҡорал да уңышлы булмаҫ!

НИМӘ БУЛЫР?

11. Майланғандар күккә киткәс, «бихисап күп халыҡҡа» бер нәмәнән дә ҡурҡырға кәрәкмәгәненә ни өсөн ышана алабыҙ?

11 Майланғандар күккә киткәс, нимә булыр? Онотмағыҙ, Ғайса — беҙҙең Көтөүсебеҙ. Ул йыйылыштарҙың Башы. Ул үҙе беҙгә: «Һеҙҙең бер генә Нәсихәтсегеҙ бар, ул да булһа — Мәсих», — тигән (Матф. 23:10). Беҙҙең идара итеүсе Батшабыҙ үҙенең шәкерттәре хаҡында ҡайғыртасаҡ. Шуға күрә беҙгә бер нәмәнән дә ҡурҡырға кәрәкмәй. Әлбиттә, беҙ Ғайсаның киләсәктә ерҙәге хеҙмәтселәренә күрһәтмәләрҙе нисек еткерәсәген белмәйбеҙ. Ләкин Изге Яҙмалағы ваҡиғаларҙы ҡарап сығыу беҙгә рух өҫтәр.

12. Йәһүә үҙ халҡы хаҡында нисек ҡайғыртҡан: а) Муса үлгәндән һуң? б) Ильяс яңы йөкләмә алғандан һуң? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

12 Муса пәйғәмбәр израилдәр Вәғәҙә ителгән ергә ингәнгә тиклем үк вафат булған. Унһыҙ Алла халҡы ярҙамһыҙ ҡалғанмы? Юҡ. Улар тоғро булғанда Йәһүә улар хаҡында ҡайғыртҡан. Муса үлер алдынан Йәһүә уға Ешуаны халыҡ өҫтөнән юлбашсы итеп ҡуйырға ҡушҡан. Быға тиклем Муса Ешуаны тиҫтәләгән йылдар дауамында өйрәткән (Сығ. 33:11; Ҡан. 34:9). Бынан тыш, Йәһүә зирәк һәм тәжрибәле ир-аттарҙы мең баш, йөҙ баш, илле баш һәм ун баш итеп билдәләгән (Ҡан. 1:15). Күреүебеҙсә, Алла үҙ халҡын ташламаған. Оҡшаш хәл Ильяс пәйғәмбәр көндәрендә булған. Ул күп йылдар дауамында израилдәргә Аллаға табыныуҙа саф ҡалырға ярҙам иткән. Әммә ваҡыт үтеү менән Йәһүә уға Йәһүҙиәлә икенсе йөкләмә биргән (2 Бат. 2:1; 2 Йыл. 21:12). Ә ун ҡәбиләле Израиль батшалығында тоғро хеҙмәтселәр Алланан нисек күрһәтмәләр алған? Бер нисә йыл дауамында Ильяс пәйғәмбәр Елисейҙы өйрәткән. Шулай уҡ «пәйғәмбәрҙәр улдары» ла булған (2 Бат. 2:7). Күрәһең, был пәйғәмбәрҙәр бергә белем алған. Тимәк, Алла халҡына күрһәтмәләр бирә алырлыҡ тоғро һәм ышаныслы ир-аттар булған. Йәһүә үҙ ниәтен тормошҡа ашырыуын дауам иткән һәм үҙенең тоғро хеҙмәтселәре хаҡында ҡайғыртҡан.

Муса (һул яҡтағы рәсемдә) һәм Ильяс (уң яҡтағы рәсемдә) үҙҙәренә алмашҡа ышаныслы ярҙамсылар әҙерләй. (12-се абзацты ҡарағыҙ.)


13. Еврейҙарға 13:5-тә яҙылған һүҙҙәр беҙҙе нимәгә ышандыра? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

13 Был миҫалдарҙы иҫтә тотоп, майланғандарҙың һуңғыһы күккә алынғас, нимә буласағы тураһында уйланығыҙ. Фараздар ҡылып ултырыуҙың кәрәге юҡ. Изге Яҙма беҙгә ябай булһа ла мөһим хәҡиҡәтте аса: Йәһүә үҙ халҡын бер ҡасан да ҡалдырмаясаҡ. (Еврейҙарға 13:5-те уҡығыҙ.) Беҙҙең менән етәкселек иткән майланғандарҙың бәләкәй генә төркөмө, Муса һәм Ильяс кеүек, башҡаларҙы өйрәтеүгә күп иғтибар бүлә. Тиҫтәләгән йылдар дауамында Етәксе кәңәшмәләге ҡәрҙәштәр бүтән һарыҡтар араһында булған ирҙәрҙе Алла халҡы хаҡында ҡайғыртырға өйрәтә. Мәҫәлән, улар өлкәндәр, район күҙәтеүселәре, филиал комитетының ағзалары, Вефилдәге яуаплы ҡәрҙәштәр, миссионерҙар һәм башҡалар өсөн төрлө мәктәптәр ойошторған. Етәксе кәңәшмәнең төрлө комитеттарында ярҙамсылар бар. Етәксе кәңәшмә уларҙы ла өйрәтә. Был ярҙамсылар үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ ала һәм ойошманың күп эштәрен башҡара. Майланғандар күккә киткәс, улар Ғайсаның һарыҡтары хаҡында ҡайғыртыуын дауам итер өсөн бик яҡшы өйрәтелгән.

Етәксе кәңәшмәнең ағзалары тырышып хеҙмәт итә. Улар үҙенең ярҙамсыларын өйрәтә һәм өлкәндәр, район күҙәтеүселәре, филиал комитетының ағзалары, Вефилдәге яуаплы ҡәрҙәштәр һәм бөтә донъяла хеҙмәт иткән миссионерҙар өсөн мәктәптәр ойоштора. (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)


14. Был мәҡәләнең төп фекере ниндәй?

14 Был мәҡәләнең төп фекере шундай: бөйөк афәт тамамланыр алдынан һуңғы майланған мәсихсе күккә алынғас, ерҙәге саф ғибәҙәт юҡҡа сыҡмаясаҡ. Ғайса Мәсихтең ярҙамында беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Әлбиттә, ул ваҡытта Алла халҡына Магог еренән Гог һөжүм итәсәк. Ләкин был һөжүм ҡыҫҡа һәм уңышһыҙ буласаҡ (Йәз. 38:18—20). Беҙ Йәһүәгә артабан да ашҡынып хеҙмәт итәсәкбеҙ, һәм ул беҙҙе ҡотҡарасаҡ. Илсе Яхъя илаһи күренештә Мәсихтең һарыҡтары араһында булған «бихисап күп халыҡты» күргән. Яхъяға улар тураһында, улар бөйөк афәтте кисереп сыҡты, тип әйтелгән булған (Асыл. 7:9, 14). Эйе, Йәһүә беҙҙе мотлаҡ ҡотҡарасаҡ!

15, 16. Асылыш 17:14-тәге һүҙҙәр буйынса, майланған мәсихселәр Армагеддон ваҡытында нимә эшләр һәм ни өсөн был беҙҙе рухландыра?

15 «Ә майланғандар менән нимә булыр? Улар ерҙән алынғас, нимә эшләр?» тигән һорауҙар тыуырға мөмкин. Изге Яҙмала тура яуап бар. Унда, сәйәси көстәр «Бәрәс менән һуғышасаҡ», тип яҙылған. Әлбиттә, улар еңеләсәк, сөнки артабан: «Бәрәс уларҙы еңәсәк», — тип яҙылған. Ә уға кем ярҙам итәсәк? Яуапты беҙ шул уҡ аятта табабыҙ: «Уның менән бергә булғандар иһә саҡырылғандар, һайланып алынғандар һәм тоғролар». (Асылыш 17:14-те уҡығыҙ.) Улар кем? Терелгән майланғандар! Шуға күрә бөйөк афәт бөтөр алдынан майланғандарҙың иң һуңғыһы күккә алынғас, уларға яңы йөкләмә бирелер — уларға һуғышта ҡатнашырға кәрәк булыр. Ниндәй ғәжәйеп йөкләмә! Майланғандарҙың ҡайһы берҙәре хәҡиҡәткә килер алдынан һуғыш суҡмары булған, ә кемдер хатта һуғышҡа барған. Ләкин мәсихсе булып киткәс, башҡалар менән татыу йәшәргә өйрәнгән (Гал. 5:22; 2 Фес. 3:16). Улар хәҙер ҡулдарына ҡорал алмай. Ләкин күктә майланғандарға Мәсих һәм изге фәрештәләр менән бергә Алланың дошмандарына ҡаршы һуғышырға тура килер.

16 Уйлап ҡына ҡарағыҙ, ҡайһы бер майланған мәсихселәр оло йәштә, уларҙың инде көстәре лә әҙ. Әммә күктә йәшәр өсөн терелгәс, улар ҡеүәтле рухи заттар булып китер. Ғәскәри-Батша Ғайса менән бергә улар Армагеддон һуғышында иңгә-иң һуғышасаҡ. Шунан һуң улар Мәсих менән бергә кешеләргә камиллыҡҡа өлгәшергә ярҙам итер. Майланғандар, көслө рухи заттар булараҡ, яратҡан ҡәрҙәштәре өсөн күпкә күберәкте эшләй алыр.

17. Армагеддон ваҡытында Алланың бөтә хеҙмәтселәренең яҡланған буласағын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

17 Армагеддон башланғас, башҡа һарыҡтарға нимә эшләргә кәрәк булыр? Уларға тик Йәһүәгә таянырға һәм уның күрһәтмәләре буйынса эш итергә кәрәк булыр. Был үҙ эсенә нимәне ала? Изге Яҙмала беҙҙе йыуатҡан һүҙҙәр бар. Унда: «Бар, халҡым, эске бүлмәләреңә ин һәм артыңдан ишектәреңде яп. Алланың ярһыуы баҫылғансы, бер аҙға ғына йәшенеп тор», — тип әйтелә (Ишағ. 26:20). Ул ваҡытта Алланың күктәге һәм ерҙәге тоғро хеҙмәтселәре хәүефһеҙлектә буласаҡ. Илсе Павел кеүек беҙ ҙә «күренмәгән етәкселәр һәм көстәр ҙә, хәҙерге һәм киләсәктәге нәмәләр ҙә, Алла мөхәббәтенән беҙҙе айыра алмаясағына» ышанабыҙ (Рим. 8:38, 39). Онотмағыҙ, Йәһүә һеҙҙе ярата һәм бер ҡасан да ташламаясаҡ!

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Майланғандарҙың һуңғыһы күккә күтәрелгәс, нимәнән ҡурҡырға кәрәкмәй?

  • Ни өсөн беҙ саф ғибәҙәттең зыян күрмәйәсәгенә ышанабыҙ?

  • Ни өсөн беҙ Йәһүәнең үҙ халҡын бер ҡасан да ташламаясағына бер ҙә шикләнмәйбеҙ?

8-СЕ ЙЫР Йәһүә — һыйыныр урыныбыҙ