Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

6-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

10-СЫ ЙЫР Йәһүә Алланы данла!

«Йәһүәнең исемен маҡтағыҙ»

«Йәһүәнең исемен маҡтағыҙ»

«Йәһүәнең хеҙмәтселәре, уны маҡтағыҙ, Йәһүәнең исемен маҡтағыҙ» (ЗӘБ. 113:1).

ТӨП ФЕКЕР

Ни өсөн беҙ һәр ваҡыт Йәһүәнең исемен маҡтарға әҙер булырға тейеш?

1, 2. Йәһүәнең исеменә яла яғылғас, уның хистәрен аңларға ниндәй миҫал ярҙам итә?

 КҮҘ алдына килтерегеҙ: яратҡан кешегеҙ һеҙҙең хаҡта ҡот осҡос ялған һөйләй, ти. Һеҙ бының алдаҡ икәнен беләһегеҙ, ләкин күптәр быға ышана. Ә иң насарырағы: был ялған тарала, һәм күптәр быны ысын тип һанай. Шул саҡта һеҙ үҙегеҙҙе нисек хис итер инегеҙ? Башҡалар беҙҙең турала насар һөйләгәндә был күңелебеҙҙе әрнетә, шулай бит? (Ғиб. һүҙ. 22:1).

2 Был миҫал беҙгә Йәһүәнең уның исеменә тап төшөрөлгәндә нимә хис иткәнен аңларға ярҙам итә. Фәрештәләрҙең береһе Һауаға Алла тураһында ялған һөйләгән, ә Һауа быға ышанған. Был ялған арҡаһында кешеләр Йәһүәгә ҡаршы фетнә күтәргән, һәм шулай итеп гонаһ менән үлем донъяға үтеп ингән (Баш. 3:1—6; Рим. 5:12). Бөгөнгө замандың бөтә проблемалары — үлем, һуғыштар, ғазаптар — Эден баҡсаһында Шайтан таратҡан ялғандан башланған. Был ялған һәм уның аяныс эҙемтәләре Йәһүәне рәнйетмәйме ни? Әлбиттә, рәнйетә. Шулай ҙа Йәһүә үпкәләмәгән һәм асыу һаҡламаған. Киреһенсә, ул бәхетле Алла булып ҡала (1 Тим. 1:11).

3. Беҙгә ниндәй хөрмәт тейгән?

3 Беҙгә Алланың исемен изгеләндереү хөрмәте тейгән. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, «Йәһүәнең исемен маҡтағыҙ» тигән һүҙҙәргә ҡолаҡ һалайыҡ (Зәб. 113:1). Йәһүәнең исемен маҡтап, беҙ Шайтандың ялғансы икәнен иҫбатлайбыҙ. Һеҙ Алланың исемен маҡтарға теләйһегеҙме? Был мәҡәләлә Йәһүәнең исемен ысын йөрәктән маҡтарға ярҙам иткән өс сәбәпте ҡарап сығырбыҙ.

БЕҘ, ЙӘҺҮӘНЕҢ ИСЕМЕН МАҠТАП, УНЫ ШАТЛАНДЫРАБЫҘ

4. Ни өсөн Йәһүәне маҡтау һүҙҙәребеҙ уны шатландыра? Миҫал килтерегеҙ. (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

4 Беҙ күктәге Атабыҙҙың исемен маҡтап, уны шатландырабыҙ (Зәб. 119:108). Ләкин Аллаһы Тәғәлә кешеләр кеүек башҡаларҙың маҡтауына һәм хуплауына мохтажмы? Юҡ. Миҫал килтерәйек. Бәләкәй генә ҡыҙ бала атаһына йүгереп килә лә уны муйынынан ҡосаҡлай ҙа: «Атаҡайым, мин һине ныҡ яратам!» — ти. Атай кеше йылмая. Ҡыҙының шундай наҙлы яратыуы уны шатландыра. Ни өсөн? Ул балаһының маҡтауына мохтажмы? Әлбиттә, юҡ. Ләкин ҡыҙының яратыуы һәм рәхмәтле булыуы уның күңелен йылыта. Ул белә: был сифаттар киләсәктә ҡыҙына бәхетле булырға ярҙам итәсәк. Шуның шикелле, беҙ ҙә күктәге Атабыҙҙы маҡтағанда ул шатлана.

Ҡыҙының яратыуы һәм рәхмәтле булыуы атай кешене шатландырған кеүек, Йәһүәнең исемен маҡтауыбыҙ уны шатландыра. (4-се абзацты ҡарағыҙ.)


5. Йәһүәнең исемен данлап, беҙ ниндәй ялғанды кире ҡағабыҙ?

5 Йәһүәнең исемен данлап, беҙгә ҡағылған ялғанды кире ҡағабыҙ. Шайтан, бер кеше лә Йәһүәнең изге исемен яҡлап тормаясаҡ, кәрәк булһа, ул Алланан ваз кисәсәк, ти (Әйүп 1:9—11; 2:4). Ләкин Әйүп, Йәһүәгә тоғро ҡалып, Шайтандың ялғансы икәнен иҫбатлаған. Ә беҙҙең турала нимә әйтеп була? Беҙ, Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итеп, уның исемен яҡлайбыҙ һәм уны шатландырабыҙ (Ғиб. һүҙ. 27:11). Был — һәр беребеҙ өсөн ҙур хөрмәт!

6. Беҙ Дауыт батшанан һәм левиттарҙан ниндәй үрнәк ала алабыҙ? (Ниҡәми 9:5).

6 Йәһүәне яратҡандар уны бөтә йөрәктән маҡтарға теләй. Дауыт батша: «Йәнем Йәһүәне маҡтаһын, бөтөн барлығым уның изге исемен данлаһын», — тип йырлаған (Зәб. 103:1). Эйе, Дауыт өсөн Йәһүәнең исемен маҡтау Алланың үҙен маҡтауға тиң булған. Алланың исеме уның абруйы менән тығыҙ бәйле. Шуға күрә был исемде ишеткәндә, беҙ шунда уҡ Алланың иҫ киткес сифаттарын һәм ғәжәйеп эштәрен иҫкә төшөрәбеҙ. Дауыт күктәге Алланың исемен юғары баһалаған һәм бөтә йөрәктән уны маҡтарға теләгән. Был яҡтан шулай уҡ левиттар ҙа үрнәк ҡалдырған. Улар Алланың исеме маҡтап бөтөргөһөҙ булыуын кеселек менән таныған. (Ниҡәми 9:5-те уҡығыҙ.) Һис шикһеҙ, шундай маҡтау Йәһүәнең йөрәген һөйөндөрә.

7. Йәһүәне хеҙмәттә һәм көндәлек тормошта нисек маҡтай алабыҙ?

7 Бөгөн беҙ Йәһүә хаҡында һөйләгәндә, һүҙҙәребеҙҙә йылы хистәр, рәхмәтле булыуыбыҙ һәм яратыуыбыҙ сағылһа, уны һөйөндөрәбеҙ. Вәғәзләгәндә кешеләрҙе Йәһүәгә йәлеп итеү — иң төп маҡсатыбыҙ икәнен иҫтә тотабыҙ. Беҙ уларҙың яратҡан Атайыбыҙға беҙҙең кеүек ҡарауҙарын теләйбеҙ (Яҡ. 4:8). Алла тураһында, уның исеме һәм уның мөхәббәт, ғәҙеллек, зирәклек, көс кеүек сифаттары тураһында һөйләү беҙгә шатлыҡ килтерә. Өҫтәүенә, беҙ, көндәлек тормошобоҙҙа Йәһүәнән үрнәк алып, уны маҡтайбыҙ һәм уны шатландырабыҙ (Ефес. 5:1). Шул саҡта башҡалар беҙҙең был донъя кешеләренән айырылып торғаныбыҙҙы күрер һәм, бәлки, ни өсөн шулай йәшәгәнебеҙҙе белергә теләр (Матф. 5:14—16). Һөҙөмтәлә эскерһеҙ кешеләр Алланың дуҫтары булырға теләр. Хеҙмәтебеҙ һәм тәртибебеҙ менән Йәһүәне маҡтағанда беҙ уның йөрәген шатландырабыҙ (1 Тим. 2:3, 4).

БЕҘ, ЙӘҺҮӘНЕҢ ИСЕМЕН МАҠТАП, ҒАЙСАНЫ ШАТЛАНДЫРАБЫҘ

8. Ни өсөн Ғайса Йәһүәнең исемен маҡтауҙа иң яҡшы үрнәк ҡалдырған тип әйтә алабыҙ?

8 Ерҙә лә, күктә лә Йәһүәне Улынан башҡа бер кем дә шул тиклем яҡшы белмәй (Матф. 11:27). Ғайса Атаһын бик ныҡ ярата һәм уның исемен маҡтауҙа ул беҙгә яҡшы үрнәк ҡалдырған (Яхъя 14:31). Үлеме алдынан, кисен, ул доға ҡылған һәм хеҙмәтенә һөҙөмтә яһап: «Мин Һинең исемеңде уларға белдерҙем», — тигән (Яхъя 17:26). Ул нимәне күҙ уңында тотҡан?

9. Кешеләргә күктәге Атаһын яҡшыраҡ белергә ярҙам итер өсөн Ғайса ниндәй ҡисса һөйләгән?

9 Ғайса кешеләргә Алланың исеме Йәһүә тип әйтеп кенә ҡалмаған. Ул ваҡытта еврейҙар был исемде инде белгән. Ләкин Ғайса кешеләргә Алланы яҡшыраҡ белергә ярҙам иткән (Яхъя 1:17, 18). Мәҫәлән, Тәүрат китабы Йәһүәнең шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан булыуын аса (Сығ. 34:5—7). Юлдан яҙған ул һәм уның атаһы тураһында һөйләп, Ғайса Йәһүәнең ни тиклем шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан булғанын асҡан (Лука 15:11—32). Эйе, Ғайса кешеләргә Атаһының ысынлап та ниндәй булғанын күрһәткән.

10. а) Ғайсаның Алланың исемен ҡулланғанын һәм башҡаларҙың да шулай эш итеүҙәрен теләгәнен ҡайҙан беләбеҙ? (Марк 5:19). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.) б) Ғайса беҙҙең нимә эшләүебеҙҙе теләй?

10 Ғайса үҙ Атаһының исемен әйтеүҙәрен теләгәнме? Әлбиттә. Ул ваҡытта йәшәгән ҡайһы бер дин әһелдәре, моғайын, Алланың изге исемен ҡысҡырып әйтергә ярамай тип һанағандыр. Ләкин Ғайса ундай йолаларға Атаһының исемен маҡтарға ҡамасауларға юл ҡуймаған. Ғайсаның гирасалар ерендә ен эйәләшкән бер кешене һауыҡтырғанын иҫкә төшөрәйек. Кешеләр ҡурҡыуға ҡалған һәм улар Ғайсаның унан тиҙерәк китеүҙәрен һораған. Ғайса тап шулай эш иткән дә (Марк 5:16, 17). Шулай ҙа Ғайса ул ерҙәрҙә Йәһүәнең исемен белеүҙәрен теләгән. Шуға күрә һауыҡҡан кешегә, туғандарына барып, нимә булғанын һөйләргә һәм уны Ғайса түгел, ә Йәһүә һауыҡтырҙы, тип әйтергә ҡушҡан. (Марк 5:19-ҙы a уҡығыҙ.) Ғайса бөгөн дә бөтә кешеләрҙең Алланың исемен ишетеүҙәрен теләй! (Матф. 24:14; 28:19, 20). Шуға күрә беҙ, вәғәзләгәндә был исемде ҡулланып, күктәге Батшабыҙ Ғайсаны шатландырабыҙ.

Ғайса ендәрҙән арынған кешегә Йәһүәнең уға нисек ярҙам иткәне тураһында һөйләргә ҡушҡан. (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)


11. Ғайса шәкерттәрен нимә тураһында доға ҡылырға өйрәткән һәм ни өсөн был бик мөһим? (Йәзәкил 36:23).

11 Йәһүә үҙ исемен изгеләндерергә һәм уны бөтә ғәйепләүҙәрҙән таҙартырға теләй. Ғайса быны яҡшы белгән. Бына ни өсөн Бөйөк Уҡытыусыбыҙ беҙҙе: «Күктәге Атайыбыҙ, исемең изге тип танылһын», — тип доға ҡылырға өйрәткән (Матф. 6:9). Ғайса Йәһүәнең исемен изгеләндереү — бөтәһенең дә алдында торған иң мөһим бәхәсле һорау икәнен яҡшы аңлаған. (Йәзәкил 36:23-тө уҡығыҙ.) Был бәхәсле һорауҙы хәл итер өсөн Ғайсанан башҡа бер кем дә — фәрештәләр ҙә, кешеләр ҙә — күберәкте эшләмәгән. Ләкин Ғайсаны ҡулға алғас, уны нимә өсөн хөкөм иткәндәр? Уның дошмандары Ғайсаны көфөр һүҙ һөйләүҙә ғәйепләгәндәр. Моғайын, тап шуның өсөн дә ҡулға алыныр алдынан Ғайса күңел ғазаптары кисергән (Лука 22:41—44).

12. Ғайса Атаһының исемен нисек иҫ киткес рәүештә изгеләндергән?

12 Атаһының исемен изгеләндерер өсөн Ғайсаға ҡот осҡос ғазапланыуҙарға, мыҫҡыллауҙарға һәм яла яғыуҙарға түҙергә тура килгән. Ул Атаһына тыңлаусан булғанын белгән, шуға күрә үҙен ғәйепле тип һанамаған (Евр. 12:2). Шулай уҡ шул ауыр саҡта уға Шайтан һөжүм иткәнен дә аңлаған (Лука 22:2—4; 23:33, 34). Әлбиттә, Шайтан, Ғайса Алланан ваз кисер, тип өмөтләнгән. Ул ни тиклем ныҡ яңылышҡан! Ғайса Шайтандың ялғансы булыуын һәм Йәһүәнең ауыр ваҡыттарҙа ла уға тоғро ҡалған хеҙмәтселәре булыуын иҫбатлаған.

13. Һеҙ нисек идара итеүсе Батшаны һөйөндөрә алаһығыҙ?

13 Ә һеҙ идара иткән Батшағыҙҙы һөйөндөрөргә теләйһегеҙме? Башҡаларҙы Йәһүә менән таныштырып, уның исемен маҡтауығыҙҙы дауам итегеҙ. Был Ғайсаның эҙҙәренән барыуығыҙҙы күрһәтер (1 Пет. 2:21). Уның кеүек һеҙ ҙә Йәһүәне һөйөндөрәһегеҙ һәм Шайтандың оятһыҙ ялғансы булыуын иҫбатлайһығыҙ.

БЕҘ, ЙӘҺҮӘНЕҢ ИСЕМЕН МАҠТАП, КЕШЕ ҒҮМЕРЕН ҠОТҠАРАБЫҘ

14, 15. Кешеләрҙе Йәһүә тураһындағы хәҡиҡәткә өйрәткәндә беҙ ниндәй ғәжәйеп үҙгәрештәр күрәбеҙ?

14 Беҙ Йәһүәнең исемен маҡтағанда, кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарабыҙ. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Шайтан кешеләрҙең аҡылын томалай (2 Кор. 4:4). Шуға күрә улар, Алла юҡ, ул кешеләр хаҡында ҡайғыртмай, ул аяуһыҙ, кешеләрҙе тамуҡта язалай, тигән ялғанға ышана. Был ялғандың бер генә маҡсаты бар: бер кем дә Алла менән танышырға теләмәһен өсөн, уның исеменә һәм абруйына тап төшөрөү. Ләкин беҙҙең эшмәкәрлегебеҙ Шайтандың бөтә пландарын тарҡата. Беҙ, Алланың исемен маҡтап, кешеләрҙе Алла тураһындағы хәҡиҡәткә өйрәтәбеҙ. Ниндәй һөҙөмтә менән?

15 Алла Һүҙендәге хәҡиҡәт ҙур көскә эйә. Алланың ысындан да ниндәй булыуы тураһында өйрәткәндә беҙ ғәжәйеп үҙгәрештәр күрәбеҙ. Кешеләр уның иҫ киткес сифаттарын күрә башлай. Йәһүәнең ҡөҙрәте уларҙа ҡурҡыу-хөрмәт уята (Ишағ. 40:26). Улар Алланың ғәҙел булыуына ышана (Ҡан. 32:4). Улар уның зирәклегенә өйрәнә (Ишағ. 55:9; Рим. 11:33). Шулай уҡ Алланың мөхәббәткә бай булыуы уларҙы йыуата (1 Яхъя 4:8). Йәһүәгә яҡынлашҡанда кешеләр мәңге йәшәү өмөтөнә эйә була. Йәһүәнең хеҙмәттәштәре булыу һәм кешеләргә уның дуҫтары булып китергә ярҙам итеү — беҙҙең өсөн оло хөрмәт! (1 Кор. 3:5, 9).

16. Алланың исемен белеү нисек ҡайһы берәүҙәргә тәьҫир иткән? Миҫалдар килтерегеҙ.

16 Ҡайһы берәүҙәргә Алланың исемен дә белеү етә. Был үҙенән-үҙе кешеләрҙең тормошон үҙгәртә ала. Мәҫәлән, Әлиә b исемле йәш ҡатын мосолман динендә үҫкән. Ләкин Алла уның өсөн йыраҡ булған һәм ул үҙен ситләтелгән итеп тойған. Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башлағас, барыһы ла үҙгәргән. Әлиә Алланы үҙенең дуҫы тип һанай башлаған. Алланың исемен күп кенә Изге Яҙма тәржемәләренән алып ташлағандарын һәм Раббы тигән титулға алмаштырғандарын белеп, ул бик аптыраған. Йәһүәнең исемен белеү, Әлиәнең тормошон тулыһынса үҙгәрткән. Ул шатлыҡ менән былай тип һөйләй: «Минең иң яҡын Дуҫымдың исеме бар!» Был Әлиәгә нисек тәьҫир иткән? «Хәҙер инде күңелем тыныс. Алланың исемен белеү — ҙур бәхет!» — тип дауам итә ул. Ә бына Стивтың миҫалы. Ул йәһүд ғаиләһендә дини тәрбиә алған. Диндәрҙең ике йөҙлө булыуын күреп, ул бер дингә лә ҡушылырға теләмәгән. Ул күберәк музыка яратҡан. Ләкин әсәһенең үлеменән һуң, ул Йәһүә шаһиты үткәргән бер Изге Яҙма өйрәнеүендә булған. Алланың исеме бар икәнен белеү уға ныҡ тәьҫир иткән. «Мин элек Алланың исемен белмәй инем. Тормошомда беренсе тапҡыр Алланың барлығын һәм уның шәхес икәнен аңланым. Мин үҙемә Дуҫ таптым!» — ти ул.

17. Ни өсөн һеҙ тәүәккәллек менән Йәһүәнең исемен артабан да маҡтарға теләйһегеҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

17 Вәғәзләгәндә һәм кешеләрҙе өйрәткәндә һеҙ Йәһүәнең изге исеме тураһында һөйләйһегеҙме? Алланың ысынлап та ниндәй булыуын күрергә ярҙам итәһегеҙме? Эйе булһа, тимәк, һеҙ уның изге исемен маҡтайһығыҙ. Кешеләрҙе күктәге Атабыҙҙың сифаттары менән таныштырып, уның изге исемен маҡтауҙан туҡтамағыҙ. Шулай итеп һеҙ уларҙың ғүмерен ҡотҡарырһығыҙ һәм батшабыҙ Ғайса Мәсихтең эҙҙәренән барырһығыҙ. Ә иң мөһиме, ҡайғыртыусан Атағыҙҙы — Йәһүәне һөйөндөрә алырһығыҙ. Әйҙәгеҙ, уның исемен мәңге маҡтайыҡ! (Зәб. 145:2).

Беҙ кешеләргә Йәһүә тураһында белем биреп һәм уның ысынында ниндәй булыуын күрергә ярҙам итеп, уның изге исемен маҡтайбыҙ. (17-се абзацты ҡарағыҙ.)

АЛЛАНЫҢ ИСЕМЕН МАҠТАП, БЕҘ НИСЕК...

  • Йәһүәне һөйөндөрәбеҙ?

  • Ғайса Мәсихте һөйөндөрәбеҙ?

  • кеше ғүмерен ҡотҡарабыҙ?

2-СЕ ЙЫР Һинең исемең — Йәһүә

a Марк Ғайсаның һүҙҙәрен өҙөмтә итеп килтергәндә Алланың исемен ҡулланған. Быға етди дәлилдәр бар. Шуға күрә Изге Яҙманың «Яңы донъя тәржемәһендә» был исем үҙ урынына ҡуйылған. «Өйрәнеү өсөн Изге Яҙмала» (тат.) был аятҡа комментарийҙы ҡарағыҙ.

b Исемдәр үҙгәртелгән.