Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

7-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

51-СЕ ЙЫР Беҙ Аллаға бағышландыҡ!

Нәзирҙәрҙән нимәгә өйрәнәбеҙ?

Нәзирҙәрҙән нимәгә өйрәнәбеҙ?

«Үҙенең нәзир булыуының бөтә көндәрендә ул Йәһүә өсөн изге» (ҺАН. 6:8).

ТӨП ФЕКЕР

Нәзирҙәрҙең өлгөһө беҙҙе нисек ҡыйыу булырға һәм Йәһүә өсөн ҡорбандарға барырға өйрәтә?

1. Йәһүәнең хеҙмәтселәре тарих дауамында ниндәй рух сағылдырған?

 ҺЕҘ Йәһүә менән булған мөнәсәбәттәрегеҙҙе ҡәҙерләйһегеҙме? Беҙ быға бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Күптәр һеҙҙең хистәрегеҙҙе уртаҡлаша. Бөтә быуаттар дауамында Йәһүәне ысын күңелдән яратҡан кешеләр булған (Зәб. 104:33, 34). Алла өсөн улар ҙур ҡорбандарға барған. Шуны уҡ боронғо Израилдә йәшәгән нәзирҙәр тураһында ла әйтеп була. Улар кем булған? Һәм уларҙың өлгөһө беҙҙе нимәгә өйрәтә?

2. а) Нәзирҙәр кемдәр улар? (Һандар 6:1, 2). б) Ни өсөн ҡайһы бер израилдәр нәзир антын биргән?

2 «Нәзир» тип тәржемә ителгән еврей һүҙе «айырылған», «бағышланған» тигән мәғәнә йөрөтә. Был һүҙ Йәһүәгә махсус рәүештә хеҙмәт итер өсөн ҡорбандарға барған израилдәрҙе яҡшы һүрәтләй. Муса ҡануны буйынса, күпмелер ваҡыт дауамында нәзир a булып йәшәргә теләгән ир-ат йә ҡатын-ҡыҙ Йәһүәгә махсус ант бирә алған. (Һандар 6:1, 2-не уҡығыҙ.) Израиль кешеһе был антты, йәғни тантаналы вәғәҙәне биреп, башҡа израилдәрҙән талап ителмәгәнде үтәргә әҙер булған. Улай булғас, ни өсөн ҡайһы берәүҙәр нәзир булып китергә ҡарар иткән? Моғайын, уны быға Йәһүәгә ҡарата тәрән яратыу һәм уның фатихалары өсөн рәхмәтле булыу рухландырғандыр (Ҡан. 6:5; 16:17).

3. Алла хеҙмәтселәре боронғо нәзирҙәргә ҡайһы яғы менән оҡшаш?

3 Муса ҡануны ғәмәлдән сыҡҡас һәм уның урынына «Мәсих ҡануны» килгәс, нәзирҙәр ваҡыты үткән (Гал. 6:2; Рим. 10:4). Ләкин Йәһүәнең хеҙмәтселәре бөгөн дә, боронғо нәзирҙәр кеүек, уға бөтә йөрәге һәм бөтә йәне, бөтә аҡылы һәм бөтә көсө менән хеҙмәт итергә теләй (Марк 12:30). Беҙ был вәғәҙәне үҙебеҙҙе Йәһүәгә бағышлағанда бирәбеҙ. Был ант уның ихтыяры буйынса йәшәргә һәм ҡорбандарға барырға әҙер булыуыбыҙҙы күрһәтә. Нәзирҙәрҙең миҫалын тикшереп, үҙебеҙгә ҡиммәтле һабаҡтар табырбыҙ. Улар беҙгә бағышланыуыбыҙ буйынса йәшәргә ярҙам итер (Матф. 16:24) b. Әйҙәгеҙ, бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.

ҠОРБАНДАРҒА БАРЫРҒА ӘҘЕР БУЛЫҒЫҘ

4. Һандар 6:3, 4-тә әйтелгәнсә, нәзирҙәр ниндәй ҡорбандарға барған?

4 Һандар 6:3, 4-те уҡығыҙ. Нәзирҙәргә иҫерткес эсемлек эсергә һәм йөҙөм ағасының емештәрен, шул иҫәптән киптерелгән емештәрен дә ашарға ярамаған. Башҡалар был ризыҡтарҙы ашай һәм эсә алған, сөнки бының бер насарлығы ла булмаған. Шарап — Йәһүәнең кешеләргә биргән бүләктәренең береһе. Изге Яҙмала шарап тураһында, «кеше күңелен [шатландыра]», тип әйтелгән (Зәб. 104:14, 15). Был ризыҡтар кеше тормошон күңеллерәк итһә лә, нәзирҙәр уларҙан үҙ ихтыяры менән баш тартҡан c.

Ә һеҙ нәзирҙәр кеүек ҡорбандарға барырға әҙерме? (4—6-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


5. Мадиан менән Марсела ниндәй ҡорбандарға барған һәм ни өсөн?

5 Нәзирҙәр кеүек беҙ ҙә, Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итер өсөн, ҡорбандарға барабыҙ. Мадиа́н менән Марсе́ланың d миҫалына иғтибар итәйек. Улар мул тормош алып барған. Мадиан ҡәрҙәштең аҡсалы эше булған, шуға күрә улар матур һәм уңайлы фатирҙа йәшәгән. Әммә улар Йәһүә өсөн күберәкте эшләргә теләгән. Шуға күрә улар тормошон ябайлаштырырға булған. «Беҙ әкренләп сығымдарыбыҙҙы кәметә башланыҡ — ти улар. — Бәләкәйерәк фатирға күстек һәм машинабыҙҙы һаттыҡ». Мадиан менән Марсела шундай ҡорбандарға барырға тейеш булғанмы? Юҡ. Әммә шулай эшләп, улар хеҙмәткә күберәк ваҡыт бүлә алған. Шундай ҡарар ҡабул итеп, улар ҡәнәғәтлек һәм бәхет тойған.

6. Ни өсөн мәсихселәр ҡорбандарға бара? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

6 Бөгөн мәсихселәр теократик эштәргә күберәк ваҡыт бағышлар өсөн ҡорбандарға барырға әҙер (1 Кор. 9:3—6). Йәһүә беҙҙән быны талап итмәй. Шулай уҡ беҙ баш тартҡан нәмәләр үҙенән-үҙе насар тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр яратҡан эшен ҡалдырған йәиһә өй һалыуҙан һәм хатта өйҙә бесәй йә эт тотоуҙан баш тартҡан. Күптәр ғаилә ҡормаҫҡа, ә кемдер бала тапмаҫҡа ҡарар иткән. Башҡалар, туғандарын ҡалдырып китергә тура килһә лә, вәғәзселәргә ихтыяж булған ерҙәргә күсенгән. Беҙ Йәһүәгә иң яҡшыһын бирергә теләйбеҙ, шуға күрә әҙерлек менән шундай ҡорбандарға барабыҙ. Шикләнмәгеҙ: Йәһүә уға хеҙмәт итер өсөн һалған тырышлыҡтарығыҙҙы — ҙурмы улар, бәләкәйме — бик ҡәҙерләй (Евр. 6:10).

БАШҠАЛАРҘАН АЙЫРЫЛЫП ТОРОРҒА ӘҘЕР БУЛЫҒЫҘ

7. Нәзир ниндәй ауырлыҡтар менән осраша алған? (Һандар 6:5). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

7 Һандар 6:5-те уҡығыҙ. Нәзирҙәр сәстәрен ҡырҡмаҫҡа ант биргән. Шулай эшләп улар Йәһүәгә тулыһынса буйһонғанын күрһәткән. Әгәр израиль кешеһе оҙаҡ ваҡыт дауамында нәзир булып йөрөһә, уның сәстәре оҙон булып үҫеп киткән һәм башҡалар быны күрмәй ҡалмаған. Янындағылары уны рухландырғанда уға үҙ антына тоғро ҡалырға еңелерәк булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Израиль тарихында нәзирҙәрҙе хөрмәт итмәгән ваҡыттар ҙа булған. Амос пәйғәмбәр көндәрендә мөртәт булып киткән израилдәр нәзирҙәргә, күрәһең, уларҙы антын боҙорға ҡотортоп, шарап эсергә тәҡдим иткән (Амос 2:12). Ҡайһы саҡта нәзиргә үҙ антына тоғро ҡалыр өсөн һәм башҡаларҙан айырылып торор өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк булған.

Нәзир башҡаларҙан айырылып торорға әҙер булған. (7-се абзацты ҡарағыҙ.)


8. Беньямин ҡәрҙәшебеҙҙең осрағы һеҙҙе нисек рухландырҙы?

8 Оялсан булһаҡ та, Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ башҡаларҙан айырылып торорға ҡурҡмаҫбыҙ. Бына Норвегияла йәшәгән 10 йәшлек Бе́ньямин ҡәрҙәшебеҙҙең осрағы. Уларҙың мәктәбендә Украинаны яҡлау маҡсатында сара үткән. Балалар, Украина байрағы төҫөндәге кейемдәргә кейенеп, йыр йырларға тейеш булған. Был патриотик тантанала ҡатнашмаҫ өсөн Беньямин ситтәрәк торорға булған. Ләкин уҡытыусыһы уны күреп ҡалған һәм ҡысҡырып: «Кил бында, беҙҙең менән йырла. Бөтәбеҙ ҙә һине көтәбеҙ!» — тип саҡырған. Беньямин уның янына килеп ҡыйыулыҡ менән: «Был сәйәсәт менән бәйле, шуға күрә мин ҡатнашмаясаҡмын. Күп кенә Йәһүә шаһиттары һуғышҡа бармаҫ өсөн төрмәлә ултыра», — тигән. Уҡытыусыһы уны иғтибар менән тыңлаған һәм уға ҡатнашмаҫҡа рөхсәт иткән. Әммә синыфташтары, ни өсөн улар менән бергә йырламағаны хаҡында белергә теләп, һорауҙар бирә башлаған. Беньямин бик ныҡ тулҡынланған, хатта саҡ илап ебәрмәгән. Шулай ҙа ул уҡытыусыға һөйләгәндәрен бөтә класс алдында ҡыйыулыҡ менән һөйләп биргән. Шунан һуң Беньямин Йәһүәнең ярҙамы менән үҙ ҡараштарын яҡлай алғаны тураһында ата-әсәһенә һөйләгән.

9. Беҙ нисек Йәһүәнең йөрәген шатландыра алабыҙ?

9 Беҙ Йәһүәнең ихтыярын үтәргә ҡарар иттек, шуға күрә башҡаларҙан айырылып торабыҙ. Эштә, мәктәптә Йәһүә шаһиттары булыуыбыҙҙы әйтер өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк. Был донъя кешеләренең ҡараштары һәм тәртибе насарая барғанға, беҙгә, моғайын, Изге Яҙманың принциптары буйынса йәшәү һәм һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләү тағы ла ауырыраҡ була барыр (2 Тим. 1:8; 3:13). Әммә онотмағыҙ: Аллаға хеҙмәт итмәгән кешеләрҙән айырылып торорға ҡурҡмаһаҡ, Йәһүәнең йөрәген шатландырырбыҙ (Ғиб. һүҙ. 27:11; Мал. 3:18).

ЙӘҺҮӘ ТОРМОШОҒОҘҘА БЕРЕНСЕ УРЫНДА БУЛҺЫН

10. Ни өсөн Һандар 6:6, 7-лә яҙылған талап нәзирҙәр өсөн һынау була алған?

10 Һандар 6:6, 7-не уҡығыҙ. Нәзирҙәргә үлгән кешегә яҡынлашырға ярамаған. Ләкин был талап, айырыуса яҡын кешеһе үлгәндә, нәзир өсөн һынау була алған. Ерләү йолалары кешенең мәйет янында булыуын талап иткән (Яхъя 19:39, 40; Ғәм. 9:36—40). Ант биргәнгә күрә нәзир был йоланы үтәмәгән. Хатта ныҡ ҡайғырған саҡта ла, ул көслө иман сағылдырып, үҙ антына тоғро ҡалған. Йәһүә үҙенең тоғро хеҙмәтселәренә шундай ауыр һынауҙарҙы еңеп сығырға көс биргән.

11. Ғаиләгә бәйле ҡарарҙар ҡабул иткәндә мәсихсе үҙен нисек тоторға тейеш? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

11 Мәсихселәр булараҡ, беҙ Аллаға бағышланыу антына етди ҡарайбыҙ. Был ғаилә менән бәйле ҡарарҙарға ла ҡағыла. Беҙ ғаиләләге вазифаларыбыҙҙы мөмкин тиклем яҡшыраҡ үтәргә тырышабыҙ. Шул уҡ ваҡытта яҡындарыбыҙҙың теләктәрен Йәһүәнең талаптарынан өҫтөнөрәк ҡуймайбыҙ (Матф. 10:35—37; 1 Тим. 5:8). Ҡай саҡ беҙгә, Йәһүәне ҡыуандырыр өсөн, туғандарыбыҙға оҡшамаған ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә.

Һеҙ иң ауыр шарттарҙа ла Йәһүәне беренсе урынға ҡуйырға әҙерме? (11-се абзацты ҡарағыҙ.) e


12. Ғаиләһендә ауырлыҡ тыуғас, Александру үҙен нисек тотҡан?

12 Бына Алекса́ндру һәм уның ҡатыны Дори́наның осрағы. Улар бер йыл самаһы Изге Яҙманы өйрәнгән. Шунан һуң Дорина өйрәнеүҙе ҡалдырырға ҡарар иткән һәм иренең дә шулай эшләүен теләгән. Ләкин ире уға ипле генә өйрәнеүҙе ҡалдырмаясағы тураһында әйткән. Доринаға был оҡшамаған һәм ул иренә өйрәнергә ҡамасаулай башлаған. Александру былай ти: «Мин уның ни өсөн үҙен шулай тотҡанын аңларға тырыштым. Ләкин был еңел булманы. Ҡайһы саҡта ҡатынымдың тәнҡитләү һәм сәнскеле һүҙҙәре арҡаһында өйрәнеүҙе ташларға теләнем». Шулай ҙа Александру Йәһүәне тормошонда беренсе урынға ҡуйыуын дауам иткән, шул уҡ ваҡытта ҡатынына яратыу һәм хөрмәт сағылдырған. Һөҙөмтәлә уның иҫ киткес үрнәге ҡатынын Изге Яҙманы яңынан өйрәнә башларға дәртләндергән. Ваҡыт үтеү менән Дорина һыуға сумдырылған. (jw.org сайтында «Хәҡиҡәт тормошто үҙгәртә» тигән рубриканан «Александру һәм Дорина Вэкар. „Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле“» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.)

13. Йәһүәгә һәм яҡындарыбыҙға ҡарата яратыуҙы нисек сағылдырып була?

13 Йәһүә никах ҡоролошон барлыҡҡа килтергән һәм ғаиләләрҙең бәхетле булыуын теләй (Ефес. 3:14, 15). Шуға күрә уның һүҙҙәре буйынса йәшәһәк, беҙ ысындан да бәхетле буласаҡбыҙ. Яҡындарығыҙ тураһында ҡайғыртығыҙ, уларҙы яратығыҙ һәм хөрмәт итегеҙ (Рим. 12:10). Шикләнмәгеҙ, Йәһүә уға хеҙмәт итер өсөн һалған тырышлыҡтарығыҙҙы бик ҡәҙерләй.

БЕР-БЕРЕГЕҘҘЕ НӘЗИРҘӘР КЕҮЕК БУЛЫРҒА РУХЛАНДЫРЫҒЫҘ

14. Кем айырыуса рухландырғыс һүҙҙәргә мохтаж?

14 Бөгөн Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләгәндәр уны яратҡанға күрә ҡорбандарға барырға әҙер. Ҡайһы саҡта был еңел түгел. Бер-беребеҙҙе һүҙҙәребеҙ менән нығытып, шундай рух сағылдырырға ярҙам итә алабыҙ (Әйүп 16:5). Йыйылышығыҙҙа Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итер өсөн тормоштарын ябайлаштырған ҡәрҙәштәр бармы? Мәктәптә ауыр булһа ла, башҡаларҙан айырылып торорға ҡурҡмаған йәш ҡәрҙәштәрҙе беләһегеҙме? Ғаиләләге ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан Йәһүәгә тоғро ҡалған өйрәнеүселәр һәм ҡәрҙәштәр тураһында нимә әйтеп була? Ҡыйыулыҡ һәм фиҙаҡәрлек сағылдырып, Йәһүә өсөн шундай ҡорбандарға барған имандаштарыбыҙ маҡтауға лайыҡ. Әйҙәгеҙ, уларға рухландырғыс һүҙҙәр әйтер өсөн һәр мөмкинлекте ҡулланайыҡ (Фил. 4, 5, 7).

15. Ҡайһы берәүҙәр тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашҡан ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итә?

15 Ҡайһы саҡта беҙ тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашҡан ҡәрҙәштәргә ғәмәли ярҙам күрһәтә алабыҙ (Ғиб. һүҙ. 19:17; Евр. 13:16). Шри-Ланкала йәшәгән оло йәштәге апай тап шулай эшләгән дә. Пенсияһына өҫтәмә аҡса бирелә башлағас, ул йыйылышындағы пионер булып хеҙмәт иткән ике йәш ҡыҙ ҡәрҙәшкә ярҙам итергә ҡарар иткән. Ул уларҙың хеҙмәттәрен дауам итеүҙәрен теләгән, шуға күрә ай һайын билдәле бер сумма аҡса биргән. Улар был аҡсанан телефон сығымдарын ҡаплаған. Ниндәй иҫ киткес үрнәк!

16. Нәзирҙәрҙең анты тураһында белеп, беҙ нимәгә өйрәндек?

16 Үҙ теләге менән ҡорбандарға барған нәзирҙәр беҙгә иҫ киткес өлгө ҡалдырған! Был йәһәттән беҙ Йәһүә тураһында нимә белдек? Йәһүә беҙҙең уны шатландырырға теләгәнебеҙҙе һәм бағышланыу антын үтәр өсөн ҡорбандарға барырға әҙер булыуыбыҙҙы белә. Алла уны яратҡаныбыҙҙы күрһәтергә мөмкинлек биреп, беҙҙе хөрмәт итә (Ғиб. һүҙ. 23:15, 16; Марк 10:28—30; 1 Яхъя 4:19). Ул уның хаҡына ҡорбандарға барыуыбыҙҙы күрә һәм уларҙы ҡәҙерләй. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, артабан да Йәһүәгә иң яҡшыһын биреп, уға арымай-талмай хеҙмәт итәйек!

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Нәзирҙәрҙең фиҙаҡәрлеге һәм ҡыйыулығы нимәлә күренгән?

  • Беҙ бер-беребеҙҙе нәзирҙәр кеүек булырға нисек рухландыра алабыҙ?

  • Нәзирҙәрҙең анты Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәренә ышанғанын нисек күрһәтә?

124-СЕ ЙЫР Һәр ваҡыт тоғролоҡ күрһәтәбеҙ

a Белеүебеҙсә, бер нисә нәзирҙе Йәһүә үҙе билдәләгән. Ләкин күпселек осраҡтарҙа израилдәр үҙ теләге менән ант биреп нәзир булып киткән. ( «Йәһүә билдәләгән нәзирҙәр» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

b Ҡайһы саҡта беҙҙең әҙәбиәттә нәзирҙәр тулы ваҡытлы хеҙмәтселәр менән сағыштырыла. Ләкин был мәҡәләнән беҙ Йәһүәнең һыуға сумдырылған бөтә хеҙмәтселәренең дә нәзирҙәр кеүек була алғанын белербеҙ.

c Нәзирҙәрҙең анты, ғәҙәттә, ниндәйҙер өҫтәмә вазифалар башҡарыуҙы талап итмәгән.

d jw.org сайтында «Йәһүә шаһиттары тормошонан осраҡтар» тигән рубриканан «Беҙ тормошобоҙҙо ябайлаштырырға булдыҡ» тигән мәҡәләне (тат.) ҡарағыҙ.

e РӘСЕМДӘ. Нәзир үҙ өйөнөң түбәһенән үлгән туғанын ерләргә алып китеп барғандарын ҡарап тора. Ләкин биргән анты арҡаһында ул яҡын кешеһен ерләүҙә ҡатнаша алмай.