Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Изге Яҙмала Йәһүәнең пәйғәмбәрлек итә алыуы тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙмала Йәһүәнең пәйғәмбәрлек итә алыуы тураһында асыҡ әйтелә (Ишағ. 45:21). Әммә унда Йәһүәнең был һәләтте ҡасан, нисек ҡулланғаны һәм киләсәк хаҡында күпме белергә теләгәне тураһында ентекләп әйтелмәй. Шуға күрә беҙ Йәһүәнең был һәләте тураһында барыһын да белмәйбеҙ. Ләкин беҙгә бына нимә билдәле.

Йәһүә өсөн, үҙе ҡуйған сиктәрҙән тыш, сиктәр юҡ. Алла сикһеҙ зирәклеккә эйә һәм нимә теләй шуны алдан әйтә ала (Рим. 11:33). Ул камил рәүештә тотанаҡлы, шуға киләсәк тураһында ҡайһы бер нәмәләрҙе белмәҫкә ҡарар итә ала. (Ишағыя 42:14 менән сағыштырығыҙ.)

Йәһүә үҙ ниәтен тормошҡа ашыра. Был уның пәйғәмбәрлек итә алыу һәләте менән нисек бәйле? Ишағыя 46:10-да былай тип яҙылған: «Мин баштан уҡ нимә булырын, боронғо замандан әле башҡарылмаған нәмәләрҙе алдан әйтәм. Мин: „Ҡарарым һис шикһеҙ үтәлер, теләгәнемде эшләрмен“, — тип әйтәм».

Йәһүәнең пәйғәмбәрлек итә алыуының сәбәбе нимәлә? Уның үҙ ниәттәрен тормошҡа ашырыр өсөн көсө бар. Мәҫәлән, беҙ берәй фильмдың нимә менән бөтөрөн белергә теләһәк, шунда уҡ уның аҙағында нимә булғанын ҡарай алабыҙ. Ләкин Йәһүә киләсәктә нимә булырын белер өсөн улай эшләмәй. Ул билдәле ваҡытта нимә буласағын алдан ҡарар итә һәм ул әйткәндәр үтәлһен өсөн ваҡиғаларҙы кәрәкле яҡҡа йүнәлтә (Сығ. 9:5, 6; Матф. 24:36; Ғәм. 17:31).

Шуға күрә Изге Яҙмала Йәһүәнең киләсәккә ҡағылышлы ниәттәре тураһында әйтелгәндә, хәҙерге тәржемәләрҙә «ҡарар ителгән», «ниәтләнем» һәм «әҙерләйем» тигән һүҙҙәр ҡулланыла (2 Бат. 19:25; Ишағ. 46:11; Ирем. 18:11). Төп нөсхәһендә был ҡылымдар «көршәксе» тигән һүҙгә оҡшаш (Ирем. 18:3, 4) Оҫта көршәксе балсыҡтан матур һауыт яһай алған кеүек, Алла ла үҙ ихтыярын үтәр өсөн, ваҡиғаларҙы үҙгәртә йә башҡа яҡҡа йүнәлтә ала (Ефес. 1:11).

Йәһүә ихтыяр ирке бүләген хөрмәт итә. Алла кешеләрҙең яҙмышын билдәләмәй: ул уларҙы игелекле эштәр башҡарырға ла мәжбүр итмәй һәм юҡ ителеүгә килтергән яуыз эштәр ҡылырға ла этәрмәй. Йәһүә үҙебеҙгә тормош юлын һайларға мөмкинлек бирә, һәм шул уҡ ваҡытта беҙҙе дөрөҫ эш итергә өндәй.

Ике миҫал ҡарап сығайыҡ. Тәүҙә Ниневия халҡы тураһында һөйләшәйек. Улар бик күп яуызлыҡ ҡылған, шуға күрә Йәһүә, уларҙың ҡалаһы юҡҡа сығасаҡ, тигән пәйғәмбәрлек әйткән. Ләкин тәүбә иткәс, «Алла уларға бәлә килтереү ниәтенән кире» ҡайтҡан һәм бәлә ебәрмәгән (Юныс 3:1—10). Йәһүә хөкөм ҡарарын үҙгәрткән, сөнки улар киҫәтеүгә ҡолаҡ һалған.

Икенсе миҫал — Кир тураһындағы пәйғәмбәрлек. Изге Яҙмала, ул йәһүдтәрҙе әсирлектән азат итәсәк һәм Йәһүәнең ғибәҙәтханаһын торғоҙорға бойороҡ бирәсәк, тип алдан яҙылған булған (Ишағ. 44:26—45:4). Был пәйғәмбәрлекте Фарсы батшаһы Кир үтәгән (Езра 1:1—4). Ул хаҡ Аллаға табынмаһа ла, Йәһүә уны пәйғәмбәрлектең үтәлешендә ҡулланған (Ғиб. һүҙ. 21:1). Ләкин Йәһүә уны үҙенең хеҙмәтсеһе булып китергә мәжбүр итмәгән.

Әлбиттә, беҙ Йәһүәнең пәйғәмбәрлек иткәндә ниндәй факттарҙы иҫәпкә алғанын белә алмайбыҙ, сөнки бер кеше лә уның уйҙарын тулыһынса аңлап бөтөрә алмай (Ишағ. 55:8, 9). Шулай ҙа ул асҡан хәҡиҡәттәр уның дөрөҫ эш итеүенә, шул иҫәптән киләсәк тураһында әйтеүенә ышанысыбыҙҙы нығыта.