Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ белә инегеҙме?

Һеҙ белә инегеҙме?

Ни өсөн Изге Яҙмала ҡайһы бер һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр ҡабатлана?

ИЗГЕ ЯҘМАНЫ яҙған кешеләр ҡайһы саҡта ундағы һүҙбәйләнештәрҙе һүҙмә-һүҙ ҡабатлап яҙған. Ни өсөн? Әйҙәгеҙ, өс сәбәпте ҡарап сығайыҡ.

Изге Яҙма яҙылған ваҡыттар. Боронғо Израилдә күптәрҙең Ҡанун күсермәләре булмаған. Улар, ғәҙәттә, Ҡанунды изге сатыр алдында, ә һуңыраҡ ғибәҙәтхана алдында бергә йыйылғанда тыңлай алған (Ҡан. 31:10—12). Кешеләр бер нисә сәғәт дауамында торған килеш тыңлаған һәм төрлө тауыштар уларҙың иғтибарын ситкә йүнәлтә алған (Ниҡ. 8:2, 3, 7). Төп фекерҙәр ҡат-ҡат әйтелгәнгә күрә, израилдәр Ҡанундың һүҙҙәрен һәм Алланың күрһәтмәләрен иҫтә ҡалдырып, уларҙы ҡуллана алған (Лев. 18:4—22; Ҡан. 5:1).

Изге Яҙманың яҙылыу стиле. Изге Яҙманың яҡынса 10 проценты йырҙарҙан, шул иҫәптән Зәбур, Йырҙарҙың йыры, Иремияның илауы китаптарынан тора. Йырҙарҙың ҡайһы саҡта ҡушымталары булған. Улар йырҙың темаһына баҫым яһаған һәм тыңлаусыларға йырҙың һүҙҙәрен иҫтә ҡалдырырға ярҙам иткән. Мәҫәлән, Зәбур 115:9—11-ҙәге һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ: «Эй Израиль, Йәһүәгә таян, Ул ярҙамсың һәм ҡалҡаның һинең. Эй Һарун йорто, Йәһүәгә таян, Ул ярҙамсың һәм ҡалҡаның һинең. Йәһүәне тәрән хөрмәт итеүселәр, Йәһүәгә таянығыҙ, Ул ярҙамсығыҙ һәм ҡалҡанығыҙ һеҙҙең». Был һүҙҙәр ҡат-ҡат әйтелгәнгә, ҡиммәтле хәҡиҡәттәр йырлаусыларҙың иҫтәрендә һәм йөрәктәрендә уйылып ҡалған.

Ҡабатлауҙың маҡсаты. Ҡайһы саҡта Изге Яҙманы яҙыусылар төп һүҙҙәрҙе ҡабатлап, кешеләрҙең иғтибарын мөһим фекерҙәргә йүнәлткән. Йәһүә израилдәргә ҡан ашарға ярамағанлығын әйтергә теләп, Мусаға был күрһәтмәне күп тапҡыр ҡабатларға ҡушҡан. Алла, бөтә тере йәндең ғүмере ҡанда, йәғни ҡан ғүмерҙе символлаштыра икәненә баҫым яһарға теләгән (Лев. 17:11, 14). Һуңыраҡ илселәр һәм Иерусалимдағы йыйылыш өлкәндәре, Йәһүәне һөйөндөрөр өсөн нимә эшләргә ярамағанлығы тураһында яҙғанда, ҡандан тыйылырға кәрәклеге хаҡында тағы бер тапҡыр ҡабатлаған (Ғәм. 15:20, 29).

Йәһүә беҙҙең Изге Яҙмалағы өҙөктәрҙе уйламайынса ҡат-ҡат әйтеүебеҙҙе теләмәгән. Мәҫәлән, уның улы Ғайса: «Доға ҡылғанда... бер үк нәмәне ҡат-ҡат ҡабатламағыҙ», — тигән (Матф. 6:7). Шунан һуң ул Алланың ихтыяры буйынса нимә тураһында доға ҡылып булғанын исемләп сыҡҡан (Матф. 6:9—13). Шуға күрә беҙ доғаларыбыҙҙа бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатламаһаҡ та, бер үк нәмә тураһында ҡат-ҡат доға ҡыла алабыҙ (Матф. 7:7—11).

Әлбиттә, Алланың Изге Яҙмалағы билдәле бер һүҙҙәрҙе һәм һүҙбәйләнештәрҙе ҡабатларға сәбәбе булған. Был — Бөйөк Нәсихәтсенең беҙҙе өйрәтер өсөн ҡулланған күп төрлө ысулдарының береһе (Ишағ. 48:17, 18).