Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Ҡуллана алырлыҡ ҡиммәтле фекерҙәр табығыҙ

Ҡуллана алырлыҡ ҡиммәтле фекерҙәр табығыҙ

Изге Яҙманы уҡығанда һәм уны тикшергәндә үҙебеҙгә файҙалы кәңәштәр таба алабыҙ. Изге Яҙманы уҡыу күберәк файҙа килтерһен өсөн нимә эшләп була?

Тәрәнерәк ҡаҙығыҙ. Нескәлектәргә иғтибар итегеҙ. Мәҫәлән, Изге Яҙмалағы был өҙөктө кем, ҡасан һәм ниндәй шарттарҙа яҙған? Кем өсөн яҙылған? Был өҙөктә яҙылған ваҡиғалар алдынан һәм уларҙан һуң нимә булған?

Һабаҡтар алығыҙ. Үҙегеҙгә ошондай һорауҙар бирегеҙ: «Был өҙөктә иҫкә алынған кешеләр нимә хис иткән? Ниндәй сифаттар сағылдырған? Мин ниндәй сифаттар үҫтерергә, ә ниндәйҙәренән һаҡланырға теләйем һәм ни өсөн?»

Белгәндәрегеҙҙе ҡулланығыҙ. Алған белемдәрегеҙҙе хеҙмәттә, тормошта ҡулланығыҙ. Шул саҡта Ғайсаның: «Белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ», — тигән һүҙҙәрен үҙегеҙ татырһығыҙ (Яхъя 13:17).

  • Иҫкәрмә. Аҙна уртаһында үткән осрашыуҙа «Алла Һүҙендәге хазиналар» тигән өлөш белгәндәрҙе тормошта ҡулланыуға йүнәлтелгән. Унда үҙ-үҙеңде тикшерергә, уйланырға ярҙам иткән һорауҙар һәм рәсемдәр бар. Улар материалдан күберәк файҙа алырға ярҙам итә.