Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ белә инегеҙме?

Һеҙ белә инегеҙме?

Ни өсөн Дауыттың ғәскәрендә сит ил кешеләре лә хеҙмәт иткән?

ДАУЫТТЫҢ ғәскәре төрлө халыҡтан торған. Мәҫәлән, уның һуғышсыларының араһында аммонлы Сәлик, хетлы Урия һәм муавлы Итма булған (1 Йыл. 11:39, 41, 46) a. Бынан тыш, Дауыттың ғәскәрендә «кереттәр, фәләстәр һәм гефтар» хеҙмәт иткән (2 Сам. 15:18). Кереттәр һәм фәләстәр пелештиҙәрҙең яҡын туғандары тип һаналған (Йәз. 25:16). Ә гефтар — пелештиҙәр ерендә урынлашҡан Геф ҡалаһындағы кешеләр (Еш. 13:2, 3; 1 Сам. 6:17, 18).

Ни өсөн Дауыт үҙ ғәскәренә башҡа халыҡтан булған кешеләрҙе алған? Дауыт уларҙың уға, ә иң мөһиме, Йәһүәгә тоғро булып ҡаласаҡтарына ныҡ ышанған. Бер белешмәлә кереттәр, фәләстәр тураһында: «Улар Дауыттың идара итеү ваҡытының иң ауыр осоронда уға таяныс булған», — тип әйтелә («The New Interpreter’s Dictionary of the Bible»). Бында нимә тураһында һүҙ бара? «Израиль кешеләре, Дауытты ҡалдырып», фетнәсе Шева артынан киткәс, кереттәр һәм фәләстәр батша янында ҡалған һәм фетнәне баҫырға ярҙам иткән (2 Сам. 20:1, 2, 7). Һуңыраҡ Дауыттың Адания исемле улы батшалыҡты яулап алырға маташҡан. Ләкин кереттәр һәм фәләстәр Дауытҡа тоғролоҡ һаҡлап, Йәһүә батша итеп билдәләгән Сөләймәнде тәхеткә ултыртырға ярҙам иткән (1 Бат. 1:24—27, 38, 39).

Дауытҡа тоғро ҡалған тағы бер сит ил кешеһе — гефлы Иттай. Әбессәләм фетнә күтәреп израилдәрҙе үҙ яғына ауыштырғас, Иттай һәм уның 600 һуғышсыһы батша яҡлы булған. Сит ил кешеһе булараҡ, Иттай батша өсөн һуғышырға тейеш булмаған, һәм Дауыт уға был хаҡта әйткән. Ләкин Иттай батшаға: «Йәһүә менән һәм хужам батша менән ант итәм: хужам батша ҡайҙа ғына барһа ла, хеҙмәтсең шунда булыр. Мин хатта һинең менән үлергә лә әҙер!» — тип яуап ҡайтарған (2 Сам. 15:6, 18—21).

Иттай Йәһүәнең майланғаны Дауытҡа тоғро булған

Кереттәр, фәләстәр һәм гефтар Израиль халҡынан булмаһа ла, улар Йәһүәнең — хаҡ Алла булыуын, ә Дауыттың — уның майланғаны булғанын таныған. Дауыт уларға шундай ышаныслы булыуҙары өсөн бик рәхмәтле булғандыр!

a Ҡанун 23:3—6-ла әйтелгәнсә, Аммон һәм Муав кешеләре Йәһүә йыйылышының өлөшө була алмаған. Күрәһең, был уларҙың Алла халҡы булып китергә тулы хоҡуғы булмағанын аңлата. Шулай ҙа уларға израилдәр менән аралашырға һәм улар араһында йәшәргә рөхсәт ителгән. «Изге Яҙманы аңлау» энциклопедияһы (урыҫ), I том, 80-се бит.