Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

19-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

22-СЕ ЙЫР Алла Батшалығы килһен!

Яҡын киләсәктә Йәһүә кешеләрҙе нисек хөкөм итер?

Яҡын киләсәктә Йәһүә кешеләрҙе нисек хөкөм итер?

«[Йәһүә] бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй» (2 ПЕТ. 3:9).

ТӨП ФЕКЕР

Ни өсөн беҙ Йәһүәнең бөйөк афәт ваҡытында ҡабул иткән ҡарарҙары дөрөҫ һәм ғәҙел буласағына шикләнмәйбеҙ?

1. Ни өсөн беҙ ғәжәйеп ваҡытта йәшәйбеҙ тип әйтеп була?

 БЕҘ ғәжәйеп ваҡытта йәшәйбеҙ! Көн һайын тиерлек күҙ алдыбыҙҙа Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр үтәлә. Мәҫәлән, беҙ төньяҡ һәм көньяҡ батшаларҙың донъя өҫтөнән хакимлыҡ итер өсөн бер-береһе менән тартышыуын күрәбеҙ (Дан. 11:40, төшөрмә). Шулай уҡ беҙ Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙең киң ҡолас алыуын һәм миллионлаған кешеләрҙең уны ҡабул итеүен күҙәтәбеҙ (Ишағ. 60:22; Матф. 24:14). Бынан тыш, беҙ үҙ ваҡытында мул рухи аҙыҡ алабыҙ (Матф. 24:45—47).

2. Яҡын киләсәк тураһында бөтә нәмәне белмәһәк тә, беҙ нимәгә ышана алабыҙ?

2 Йәһүә киләсәктә нимә буласағын яйлап аса (Ғиб. һүҙ. 4:18; Дан. 2:28). Беҙ әлегә нимәнелер белмәйбеҙ. Ләкин бөйөк афәт башланыр алдынан Аллаға тоғро ҡалыр өсөн һәм берҙәмлекте һаҡлар өсөн кәрәк булған бөтә нәмәне белербеҙ. Тәүҙә был мәҡәләлә ҡайһы бер ваҡиғаларға ҡарашыбыҙҙы ни өсөн үҙгәртергә кәрәклеген ҡарап сығырбыҙ. Шунан һуң киләсәк тураһында нимә белгәнебеҙҙе һәм күктәге Атабыҙ нисек эш итәсәге тураһында һөйләшербеҙ.

НИМӘНЕ БЕҘ БЕЛМӘЙБЕҘ?

3. Элек беҙ, бөйөк афәт башланғас, Йәһүәгә ышанмаған кешеләр менән нимә булыр тип уйлағайныҡ һәм ни өсөн?

3 Элек беҙ, бөйөк афәт башланғас, Йәһүәгә ышанмаған кешеләр уның халҡына ҡушыла алмаҫ һәм Армагеддонда иҫән ҡалмаҫ, тип өйрәтә торғайныҡ. Ни өсөн беҙ шундай һығымтаға килдек? Сөнки Туфан киләсәктәге ваҡиғалар өсөн миҫал булып тора, тип уйлағайныҡ. Беҙ Туфан алдынан Йәһүә кәмәнең ишеген япҡан кеүек, бөйөк афәт ваҡытында ла кешеләр өсөн «ишек ябыласаҡ», йәғни бер кемдең дә ҡотолор өсөн мөмкинлеге булмаясаҡ, тигән фекер йөрөтә торғайныҡ (Матф. 24:37—39).

4. Туфан ваҡытында булған бөтә ваҡиғалар ҙа беҙҙең өсөн пәйғәмбәри мәғәнә йөрөтәме? Аңлатығыҙ.

4 Туфан ваҡытында булған бөтә ваҡиғалар ҙа бөгөнгө көндәрҙә пәйғәмбәри мәғәнә йөрөтәме? Изге Яҙмала быға дәлилдәр юҡ a. Эйе, Ғайса үҙенең килер көндәрен Нух көндәре менән сағыштырған. Ләкин ул, Туфан алдынан булған бөтә ваҡиғалар ҙа киләсәктә ҙур күләмдә үтәлер, тип әйтмәгән. Шулай уҡ Йәһүәнең кәмәнең ишеген япҡаны ниндәйҙер пәйғәмбәри мәғәнә йөрөтөр, тип әйтмәгән. Шулай ҙа Нух һәм Туфан ваҡытындағы хәбәрҙәр беҙҙең өсөн фәһемле.

5. а) Туфан алдынан Нухтың Аллаға ышаныуы нимәлә күренгән? (Еврейҙарға 11:7; 1 Петр 3:20). б) Вәғәз эшебеҙ Нухтың вәғәзләүенә ҡайһы яҡтан оҡшаш?

5 Нух, «Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп», кәмә төҙөй башлаған. (Еврейҙарға 11:7; 1 Петр 3:20-не уҡығыҙ.) Шулай уҡ бөгөн дә һөйөнөслө хәбәрҙе ишеткән кешеләр иманын эштәр менән күрһәтергә тейеш (Ғәм. 3:17—20). Петр Нух тураһында ул «тәҡүә тормошто вәғәзләгән» тигән (2 Пет. 2:5). Әммә үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, Нух Туфан алдынан ерҙәге бөтә кешегә вәғәзләгәнме-юҡмы, беҙ белмәйбеҙ. Бөгөн Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәр бөтә донъяла иғлан ителә. Шулай ҙа күпме генә тырышлыҡтар һалһаҡ та, ахыр килгәнсе ерҙә йәшәгән һәр кешегә вәғәзләй алмаҫбыҙ. Ни өсөн?

6, 7. Ни өсөн ахыр килгәнсе ерҙә йәшәгән һәр кешегә һөйөнөслө хәбәрҙе еткерә алмаҫбыҙ тип әйтеп була?

6 Ғайса бөгөнгө көндәрҙәге вәғәз эше тураһында былай тигән: «Бар халыҡтар ҙа ишетһен өсөн, Батшалыҡ хаҡындағы был һөйөнөслө хәбәр бөтә ер йөҙө буйлап вәғәзләнер» (Матф. 24:14). Был пәйғәмбәрлек бөгөн ғәйәт ҙур күләмдә үтәлә. Батшалыҡ тураһындағы хәбәр 1 000 ашыу телдә яңғырай һәм jw.org сайты ярҙамында ерҙә йәшәгән күпселек кеше уны ишетә.

7 Ғайса үҙ шәкерттәренә «бөтә ҡалаларҙы әйләнеп сығып та өлгөрмәҫһегеҙ» тигән (Матф. 10:23; 25:31—33). Ул шәкерттәренең һәр кеше менән һөйләшеп өлгөрмәүен күҙ уңында тотҡан. Ғайсаның һүҙҙәре бөгөнгө көндәргә лә ҡағыла. Миллионлаған кеше вәғәз эше сикләнгән ерҙәрҙә йәшәй. Бынан тыш, минут һайын донъяла йөҙәрләгән бала тыуа. «Һәр милләткә һәм нәҫелгә» һөйөнөслө хәбәрҙе еткерер өсөн, беҙ бөтә мөмкинлектәрҙе ҡулланабыҙ (Асыл. 14:6). Ләкин донъяның ахыры килгәнсе беҙ ерҙә йәшәгән һәр кешегә вәғәзләй алмаҫбыҙ.

8. Йәһүәнең киләсәктәге хөкөм ҡарарҙары тураһында ниндәй һорауҙар тыуырға мөмкин? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)

8 Шуға күрә ошондай һорауҙар тыуырға мөмкин: «Бөйөк афәт килгәнсе һөйөнөслө хәбәрҙе ишетергә мөмкинлеге булмаған кешеләр менән нимә булыр? Йәһүә һәм уның хакимлыҡҡа эйә булған Улы был кешеләр менән нисек мөғәмәлә итер?» (Яхъя 5:19, 22, 27; Ғәм. 17:31). Был мәҡәләнең төп аятында әйтелгәнсә, Йәһүә «бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен көтә» (2 Пет. 3:9; 1 Тим. 2:4). Беҙ Йәһүәнең һөйөнөслө хәбәрҙе ишетергә мөмкинлеге булмаған кешеләрҙе нисек хөкөм итерен әлегә белмәйбеҙ. Йәһүә беҙгә быны әле асманы. Әлбиттә, ул бөтә нәмәне асырға тейеш түгел дә.

Бөйөк афәткә тиклем һөйөнөслө хәбәрҙе ишетергә мөмкинлеге булмаған кешеләр менән Йәһүә нисек мөғәмәлә итер? (8-се абзацты ҡарағыҙ.) c


9. Йәһүә беҙгә Изге Яҙма аша нимәне асҡан?

9 Йәһүә беҙгә киләсәктә нимә эшләргә йыйынғаны тураһында ҡайһы бер нәмәләрҙе асҡан. Мәҫәлән, Изге Яҙмала «тәҡүә булмағандар», йәғни һөйөнөслө хәбәрҙе ишетеп үҙ тормоштарын үҙгәртергә мөмкинлеге булмаған кешеләр тереләсәк, тип яҙылған (Ғәм. 24:15; Лука 23:42, 43). Был башҡа мөһим һорауҙар тыуҙыра.

10. Тағы ниндәй һорауҙар тыуырға мөмкин?

10 Йәһүә бөйөк афәт ваҡытында үлгәндәрҙе терелтерме, әллә уларҙың терелергә өмөтө юҡмы? Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Йәһүәнең Армагеддонда юҡ ителәсәк дошмандары терелмәйәсәк (2 Фес. 1:6—10). Ә бөйөк афәт ваҡытында ауырыуҙан, ҡартлыҡтан, фәжиғәле хәлдән йәиһә башҡа кешенең ҡулынан үлгәндәр тураһында нимә әйтеп була? (Вәғ. 9:11; Зәк. 14:13). Уларҙың ҡайһы берҙәре яңы донъяла «тәҡүә булмағандар» терелгәндә улар араһында булырмы? Был һорауҙарға беҙҙең яуаптар юҡ.

НИМӘНЕ БЕҘ БЕЛӘБЕҘ?

11. Кешеләр Армагеддонда нимәгә ҡарап хөкөм ителәсәк?

11 Киләсәктәге ваҡиғалар тураһында беҙ ҡайһы бер нәмәләрҙе беләбеҙ. Мәҫәлән, белеүебеҙсә, Ғайса кешеләрҙе уның ҡәрҙәштәре менән нисек мөғәмәлә итеүенә ҡарап хөкөм итәсәк һәм, «көтөүсе һарыҡтарҙы кәзәләрҙән айырған шикелле, кешеләрҙе ике төркөмгә» бүләсәк (Матф. 25:40). Ғайсаға һәм уның ҡәрҙәштәренә булышлыҡ иткән кешеләр «һарыҡтар» иҫәбенә инер. Шулай уҡ, белеүебеҙсә, бөйөк афәт башлағандан һуң Мәсихтең ҡайһы бер ҡәрҙәштәре ниндәйҙер ваҡыт дауамында ерҙә йәшәйәсәк. Улар күккә Армагеддон башланыр алдынан ғына күтәрелер. Тимәк, Мәсихтең ҡәрҙәштәре ерҙә булғанда эскерһеҙ кешеләрҙең, күрәһең, уларға һәм улар алып барған эшкә булышлыҡ күрһәтергә мөмкинлеге булыр (Матф. 25:31, 32; Асыл. 12:17).

12, 13. «Бөйөк Вавилондың» тар-мар ителеүен күреп, ҡайһы берәүҙәр үҙен нисек тоторға мөмкин? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)

12 Белеүебеҙсә, бөйөк афәт «Бөйөк Вавилондың» тар-мар ителеүенән башланасаҡ. Шул саҡта ҡайһы бер кешеләр Йәһүә шаһиттарының уларға күптән үк был хаҡта әйткәнен иҫенә төшөрөр. Был уларҙың ҡайһы берҙәрен Йәһүә яғына баҫырға дәртләндерерме? (Асыл. 17:5; Йәз. 33:33).

13 Муса көндәрендә булған ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрәйек. Израилдәр Мысырҙан сыҡҡан саҡта уларға «шаҡтай күп башҡа халыҡ кешеләре лә» ҡушылған (Сығ. 12:38). Күрәһең, уларҙың ҡайһы берҙәре Мусаның ун яза тураһындағы һүҙҙәренең үтәлә башлағанын күреп, Йәһүәгә ышана башлаған. Бөйөк Вавилон тар-мар ителгәс, шундай хәл булһа һәм кешеләр Армагеддон алдынан беҙгә ҡушылһа, беҙ: «Был ниндәй ғәҙелһеҙлек!» — тип уйларбыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Беҙ күктәге Атабыҙ кеүек булырға теләйбеҙ. Ул «шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан Алла. Йәһүә ярһырға ашыҡмай, тоғро мөхәббәткә бай һәм әйткән һүҙен һәр ваҡыт үтәй» (Сығ. 34:6) b.

«Бөйөк Вавилондың» юҡ ителеүен күреп, ҡайһы бер кешеләр, бәлки, Йәһүә шаһиттарының уларға күптән был хаҡта әйтеүен иҫенә төшөрөр. (12, 13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.) d


14, 15. Кешенең мәңге киләсәге уның ҡасан үлеүенә һәм уның ҡайҙа йәшәүенә бәйлеме? Аңлатығыҙ (Зәбур 33:4, 5).

14 Ҡайһы саҡта беҙ кемдеңдер: «Туғаным бөйөк афәт башлағансы үлһә, яҡшыраҡ булыр ине, шул саҡта ул терелер ине, исмаһам», — тигән һүҙҙәрен ишетә алабыҙ. Әлбиттә, ундай һүҙҙәр артында яҡшы ниәттәр тора. Ләкин кешенең мәңге тормошо уның ҡасан үлеүенә бәйлеме ни? Йәһүә — камил Хөкөмсө һәм ул ғәҙел һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итә. (Зәбур 33:4, 5-те уҡығыҙ.) Беҙ «Бөтә ерҙең Хөкөмдарының» ғәҙел эш итәсәгенә бер ҙә шикләнмәйбеҙ (Баш. 18:25).

15 Шулай уҡ кешенең мәңге киләсәге уның ҡайҙа йәшәүенә бәйле түгел. Бөгөн миллионлаған кеше Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе ишетергә мөмкинлек булмаған илдәрҙә йәшәй. Йәһүәнең уларҙы шул илдә йәшәгәнгә күрә «кәзәләр» иҫәбенә индереүе башҡа һыймаҫлыҡ! (Матф. 25:46). Бөтә ерҙең ғәҙел Хөкөмсөһө был кешеләр хаҡында беҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡайғыра. Йәһүә бөйөк афәт ваҡытында ваҡиғаларҙы ҡайһы яҡҡа йүнәлтәсәген беҙ белмәйбеҙ. Ләкин ул бөтә халыҡтар алдында үҙ изгелеген күрһәткәндә, бәлки, был кешеләрҙең ҡайһы берҙәре уға ышаныр һәм уның яғына баҫыр (Йәз. 38:16).

Бөйөк афәт ялған диндең юҡ ителеүенән башланасаҡ. Был берәй кемде Йәһүә яғына баҫырға этәрерме?

16. Беҙ Йәһүә тураһында нимә беләбеҙ? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

16 Изге Яҙманы өйрәнеп, беҙ Йәһүәнең кеше ғүмерен ни тиклем юғары баһалағанын белдек. Беҙ мәңге йәшәй алһын өсөн, ул үҙенең Улын ҡорбан иткән (Яхъя 3:16). Беҙ бөтәбеҙ ҙә уның наҙлы ҡайғыртыуын тоябыҙ (Ишағ. 49:15). Алла һәр беребеҙҙе исемдәребеҙ менән белә. Хатта үлһәк тә, ул беҙҙе терелтә ала, сөнки ул беҙҙе яҡшы белә: шәхесебеҙҙең һәр нескәлеген һәм бөтә хәтирәләребеҙҙе иҫендә тота (Матф. 10:29—31). Йәһүәнең һәр кешегә ҡарата камил хөкөм ҡарары сығарасағына тулыһынса ышана алабыҙ. Күктәге Атабыҙ зирәк, тәҡүә һәм мәрхәмәтле бит (Яҡ. 2:13).

Беҙ Йәһүәнең һәр кеше хаҡында ғәҙел хөкөм ҡарары сығарасағына тулыһынса ышанабыҙ. Күктәге Атайыбыҙ зирәк, тәҡүә һәм мәрхәмәтле бит. (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)


17. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

17 Был төҙәтелгән аңлатыуҙар вәғәз эше менән нисек бәйле? Улар уны тағы ла мөһимерәк итә. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Беҙҙе һөйөнөслө хәбәрҙе ашҡынып вәғәзләргә нимә этәрә? Был һорауҙарҙы беҙ киләһе мәҡәләлә ентекләп ҡарап сығырбыҙ.

76-СЫ ЙЫР Алланы данлау ҙур шатлыҡ килтерә

b Бөйөк Вавилон юҡ ителгәндән һуң Магог еренән Гог Алла халҡына һөжүм итәсәк. Ул ваҡытта Йәһүәнең хеҙмәтселәре генә түгел, ә бөйөк афәт ваҡытында уларға ҡушылғандар ҙа һынауҙарға дусар буласаҡ.

c ФОТОҺҮРӘТТӘРҘӘ. Һөйөнөслө хәбәр бөтә ер шары буйынса вәғәзләнһә лә, бөтә кешеләрҙең дә уны ишетергә мөмкинлеге юҡ. Бына өс сәбәп: 1) был фотола һүрәтләнгән ҡатын йәшәгән илдә ниндәйҙер бер дин өҫтөнлөк алғанға күрә унда вәғәзләү ҡурҡыныс; 2) был ғаилә йәшәгән илдә сәйәси режим арҡаһында вәғәз тыйылған һәм унда вәғәзләү ҡурҡыныс; 3) был ир йәшәгән ергә Йәһүә шаһиттары барып етә алмай.

d ФОТОҺҮРӘТТӘРҘӘ. Йыйылышҡа оҙаҡ йөрөмәгән йәш ҡыҙ Изге Яҙмала «Бөйөк Вавилондың» юҡ ителеүе тураһында яҙылғанды иҫенә төшөрә. Был уны Йәһүәнән ҡотолоу эҙләргә дәртләндерә һәм ул Йәһүә шаһиты булған ата-әсәһенә килә. Гонаһ ҡылған кешеләрҙең Йәһүәгә ҡайтыуҙарын күреп, беҙ улар өсөн шатланабыҙ һәм күктәге Атабыҙ кеүек уларға ҡарата мәрхәмәтле һәм ҡыҙғаныусан булырға теләйбеҙ.