Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

23-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

28-СЕ ЙЫР Кем Йәһүәнең дуҫы була ала?

Йәһүә беҙҙе үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра

Йәһүә беҙҙе үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра

«Сатырым улар менән булыр. Мин уларҙың Аллаһы булырмын» (ЙӘЗ. 37:27).

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүә кемде үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра, уларҙан нимә көтә һәм улар хаҡында нисек ҡайғырта?

1, 2. Йәһүәнең хеҙмәтселәре ниндәй хөрмәткә лайыҡ?

 ЙӘҺҮӘ һеҙҙең өсөн кем ул? Бәлки, һеҙ: «Ул — минең Атайым, минең Аллам, минең Дуҫым», — тип әйтерһегеҙ. Йәһүә тураһында тағы күпте әйтеп була. Ләкин Йәһүәне ҡунаҡсыл хужа итеп күҙ алдына килтерәһегеҙме?

2 Дауыт батша Йәһүәне — хужа, ә уның хеҙмәтселәрен ҡунаҡтар менән сағыштырған. Ул: «Эй Йәһүә, һинең сатырыңда кем ҡунаҡ була ала? Һинең изге тауыңда кем йәшәй ала?» — тип әйткән (Зәб. 15:1). Был һүҙҙәрҙән күренеүенсә, кеше Йәһүәнең ҡунағы, йәғни уның дуҫы була ала. Ниндәй ҙур хөрмәт! Был фекер беҙҙе бик һоҡландыра.

ЙӘҺҮӘ ҮҘЕНЕҢ ҠУНАҠТАРЫН ЯРАТА

3. а) Йәһүәнең беренсе ҡунағы кем булған? б) Йәһүә һәм уның беренсе ҡунағы бергә ваҡыт үткәреп нимә тойған?

3 Тәүҙә Йәһүә бер үҙе булған. Һуңынан ул Улын барлыҡҡа килтергән һәм Улы Атаһының сатырында беренсе ҡунаҡ булған. Йәһүәгә Хужа ролендә булыу шатлыҡ килтергән. Изге Яҙманан күренеүенсә, Йәһүәгә Улы менән ваҡыт үткәреү бик оҡшаған. Улы ла «уның ҡаршыһында һәр ваҡыт шатланып» торған (Ғиб. һүҙ. 8:30).

4. Йәһүә үҙ сатырына тағы кемдәрҙе саҡырған?

4 Һуңыраҡ Йәһүә башҡа фәрештәләрҙе лә барлыҡҡа килтергән һәм уларҙы ла үҙ сатырына саҡырған. Алланың был улдарына уның менән бергә булыу рәхәтлек килтергән (Әйүп 38:7; Дан. 7:10). Тәүҙә Йәһүә менән күктә йәшәгәндәр генә уның ҡунаҡтары була алған. Әммә һуңынан ул кешеләрҙе барлыҡҡа килтергән. Ул уларҙы ла үҙ сатырына саҡырған. Йәһүәнең ҡунаҡтары араһында Ханох, Нух, Ибраһим, Әйүп булған. Алла уларҙы ла үҙ дуҫтары тип һанаған, сөнки улар уның ихтыярын үтәп йәшәгән (Баш. 5:24; 6:9; Әйүп 29:4; Ишағ. 41:8).

5. Йәзәкил 37:26, 27-лә яҙылған пәйғәмбәрлектән беҙ нимә беләбеҙ?

5 Йөҙәрләгән йылдар дауамында Йәһүә үҙенә ҡунаҡҡа тағы күп яңы дуҫтарын саҡыра. (Йәзәкил 37:26, 27-не уҡығыҙ.) Йәзәкилдең пәйғәмбәрлегенән күренеүенсә, Алла үҙ хеҙмәтселәренең уның менән йылы мөнәсәбәттәрҙә булыуын теләй. Ул улар менән «тыныслыҡ килешеүе» төҙөргә вәғәҙә иткән. Был пәйғәмбәрлек киләсәктә майланған мәсихселәрҙең һәм ерҙә йәшәргә өмөтләнгәндәрҙең «бер көтөү» булып Алла сатырында бергә йәшәүен күрһәткән (Яхъя 10:16). Был ваҡыт инде килеп етте!

ЙӘҺҮӘ ҮҘЕНЕҢ БАР ҠУНАҠТАРЫ ХАҠЫНДА ҠАЙҒЫРТА

6. Кеше ҡасан Йәһүәнең ҡунағы булып китә һәм Йәһүәнең сатыры ҡайҙа урынлашҡан?

6 Боронғо заманда сатыр кешегә ял итергә мөмкинлек биргән һәм уның өсөн ышыҡ урын булған. Сатырға кергән кеше хужаның уның хаҡында ҡайғыртасағына бер ҙә шикләнмәгән. Беҙ Йәһүәгә ғүмеребеҙҙе бағышлағанда уның ҡунағы булып китәбеҙ (Зәб. 61:4). Унда беҙҙе мул итеп әҙерләнгән рухи ризыҡ һәм рухландырғыс аралашыу көтә. Йәһүәнең сатыры ниндәйҙер билдәле бер урын түгел. Уның хеҙмәтселәре булған урынды уның сатыры тип атап була (Асыл. 21:3). Һеҙ башҡа илдәргә, мәҫәлән, махсус конгрестарға барған булһағыҙ, унда үҙегеҙ кеүек Йәһүәгә хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәрҙе осратҡанһығыҙҙыр. Улар ҙа — Йәһүәнең сатырындағы ҡунаҡтары.

7. Ни өсөн Йәһүәнең үлгән хеҙмәтселәре һаман да уның сатырында ҡунаҡ була ала тип әйтә алабыҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

7 Ә Йәһүәнең инде үлгән тоғро хеҙмәтселәре тураһында нимә әйтеп була? Уларҙы Йәһүәнең ҡунаҡтары тип һанап буламы? Эйе, сөнки Йәһүәнең хәтерендә улар һаман да тере. Был Ғайсаның һүҙҙәренән күренә: «Ә үленән терелеүҙе Муса инде күрһәткән. Янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы хикәйәлә ул Раббыны Ибраһим Аллаһы тип тә, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуб Аллаһы тип тә атаған. Алла — үлеләр Аллаһы түгел, ә тереләрҙеке. Алла өсөн бөтөнөһө лә тере» (Лука 20:37, 38).

Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәре инде үлгән булһа ла, улар һаман да уның ҡунаҡтары булып һанала. (7-се абзацты ҡарағыҙ.)


ЙӘҺҮӘ ҮҘЕНЕҢ ҠУНАҠТАРЫН НИСЕК ЯҠЛАЙ ҺӘМ УЛАРҘАН НИМӘ КӨТӘ?

8. Йәһүә үҙенең сатырында булғандарҙы нимәнән яҡлай?

8 Сатырҙа ял итеп алырға һәм ямғыр менән елдән йәшенеп ҡалырға була. Ә Йәһүә үҙенең сатырында булғандарҙы рухи зыяндан һәм өмөтһөҙлөктән яҡлай. Беҙ Йәһүә менән булғанда Шайтан беҙгә төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтерә алмай (Зәб. 31:23; 1 Яхъя 3:8). Ә яңы донъяла Йәһүә үҙенең тоғро дуҫтарын рухи ҡурҡыныстарҙан ғына түгел, хатта үлемдән дә яҡлаясаҡ (Асыл. 21:4).

9. Йәһүә үҙ ҡунаҡтарынан нимә көтә?

9 Йәһүәнең сатырында ҡунаҡ булыу — ҙур хөрмәт. Был Алланың дуҫы булыу тигәнде аңлата. Һәм был дуҫлыҡ мәңге була ала. Йәһүәгә шундай ҡунаҡсылығы өсөн нисек рәхмәтле була алабыҙ? Мәҫәлән, һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырһалар, һеҙ бит унда үҙ ҡағиҙәләрегеҙҙе урынлаштырмайһығыҙ. Әгәр өйгә ингәндә аяҡ кейемен сисергә кәрәк икән, һеҙ ҙә шулай эшләйәсәкһегеҙ. Шуның шикелле, Алланың үҙ ҡунаҡтарынан нимә көткәнен белеү мөһим. Беҙ Йәһүәне яратабыҙ, шуға күрә «Уның күңеленә ятышлы булып» йәшәргә теләйбеҙ (Кол. 1:10). Эйе, ул беҙҙең Дуҫыбыҙ. Ләкин ул шулай уҡ беҙҙең Аллабыҙ һәм Атайыбыҙ, шуға күрә ул ихтирамға лайыҡ (Зәб. 25:14). Быны иҫтә тотоп, уға ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт сағылдырырға кәрәк. Был беҙгә үҙебеҙҙе тикшереп торорға һәм тәртибебеҙ менән уны рәнйетмәҫкә ярҙам итер. Беҙҙең маҡсатыбыҙ — Алла юлында тыйнаҡ йөрөү (Миҡ. 6:8).

ЙӘҺҮӘНЕҢ БОРОНҒО ВАҠЫТТА КЕШЕЛӘРГӘ БЕР ТИГЕҘ ҠАРАУЫ

10, 11. Йәһүәнең бөтә израилдәргә лә бер тигеҙ ҡарағанын ҡайҙан беләбеҙ?

10 Йәһүә ҡунаҡтарының бөтәһенә лә бер тигеҙ ҡарай (Рим. 2:11). Был уның Синай сүлендә үҙ халҡы менән нисек мөғәмәлә итеүенән күренә.

11 Йәһүә израилдәрҙе Мысыр ҡоллоғонан ҡотҡарғас, уларға изге сатыр төҙөргә ҡушҡан һәм унда руханиҙарҙы һәм левиттарҙы хеҙмәт итергә билдәләгән. Йәһүә изге сатырҙа эшләгәндәр хаҡында йә изге сатырға яҡын йәшәгән кешеләр тураһында башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡайғыртҡан тип әйтеп буламы? Юҡ! Йәһүә бөтәһенә лә бер тигеҙ ҡарай.

12. Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәренең һәр береһенә бер тигеҙ ҡарағаны нимәнән күренә? (Сығыш 40:38). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

12 Израиль кешеһе лагерҙың ҡайһы ерендә йәшәһә лә һәм ниндәй генә вазифалар башҡарһа ла, Йәһүәнең дуҫы була алған. Мәҫәлән, Алла бөтә халыҡтың изге сатыр өҫтөндә торған болот һәм ут бағанаһын күрә алыуы хаҡында ҡайғыртҡан. (Сығыш 40:38-ҙе уҡығыҙ.) Икенсе урынға күсергә кәрәк икәнен күрһәтер өсөн болот күтәрелгәндә, быны хатта лагерҙың иң ситендә йәшәгәндәр ҙә күрә алған. Был уларға әйберҙәрен йыйып өлгөрөргә һәм башҡаларҙан артта ҡалмаҫҡа мөмкинлек биргән (Һан. 9:15—23). Шулай уҡ юлға сығырға кәрәк икәнен белдергән ике көмөш борғоноң тауышын бөтәһе лә ишетә алған (Һан. 10:2). Әгәр кемдер изге сатырға яҡын йәшәһә, уның Йәһүә менән мөнәсәбәттәре, башҡаларға ҡарағанда, яҡшыраҡ тигәнде аңлатмаған. Был халыҡта булған һәр кеше Йәһүәнең ҡунағы була алған һәм уның ҡайғыртыуына һәм яҡлауына ышана алған. Шуның кеүек бөгөн дә: ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, беҙ ҡайғыртыусан Аллабыҙҙың беҙгә йүнәлеш биреүенә һәм беҙҙе яҡлап тороуына ышана алабыҙ.

Йәһүә израилдәрҙең лагерҙың ниндәй ерендә йәшәүенә һәм уларҙың ниндәй вазифалар башҡарыуына ҡарамаҫтан бөтәһенә лә бер тигеҙ ҡараған. (12-се абзацты ҡарағыҙ.)


ЙӘҺҮӘНЕҢ БӨГӨН КЕШЕЛӘРГӘ БЕР ТИГЕҘ ҠАРАУЫ

13. Йәһүәнең бөгөн бөтәһенә лә бер тигеҙ ҡарауы нимәнән күренә?

13 Алланың ҡайһы бер хеҙмәтселәре бөгөн Йәһүә шаһиттарының баш идаралығына йә филиалдарына яҡын йәшәй. Уларҙың ҡайһы берҙәре хатта унда хеҙмәт итә. Шуға күрә ундай ҡәрҙәштәр Вефилдең төрлө бүлегендә ярҙам итә һәм яуаплы вазифалар башҡарған ҡәрҙәштәр менән шәхсән аралаша. Ә кемдер район хеҙмәтендә йә тулы ваҡытлы махсус хеҙмәттең башҡа төрҙәрендә ҡатнаша. Һеҙ хәҙер шундай хеҙмәттә ҡатнаша алмаһағыҙ — ә бит күптәр ундай хеҙмәттә ҡатнаша алмай — бойоҡмағыҙ. Иң мөһиме, һеҙ — Йәһүәнең ҡунағы, ә ул үҙенә саҡырғандарҙың бөтәһен дә ярата. Ул һәр берегеҙгә шәхсән иғтибар күрһәтә, һәм Алла халҡында бөтәһе лә рухи ризыҡ, күрһәтмәләр, яҡлау ала (1 Пет. 5:7).

14. Йәһүәнең бөтә кешеләргә бер тигеҙ ҡарауына тағы бер миҫал килтерегеҙ.

14 Йәһүәнең бөтә кешеләргә бер тигеҙ ҡарауына бына тағы бер миҫал. Бөгөн Изге Яҙманы ер шарында йәшәгән бөтә кешеләр ҙә уҡый ала. Тәүҙә Изге Яҙма еврей, арамей һәм грек телдәрендә яҙылған булған. Ләкин шул телдәрҙе белгән кешеләр генә Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәргә эйә тип әйтеү дөрөҫмө? Әлбиттә, юҡ! (Матф. 11:25).

15. Йәһүәнең һәр төрлө кешегә үҙенең дуҫы булырға тәҡдим итеүе нимәнән күренә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

15 Беҙ боронғо телдәрҙе белмәһәк тә һәм юғары белемгә эйә булмаһаҡ та, Йәһүәнең дуҫтары булып китә алабыҙ. Изге Яҙманы аңлар өсөн, профессор булырға кәрәкмәй. Йәһүә был китаптың меңәрләгән телгә тәржемә ителеүе хаҡында ҡайғыртҡан, шуға күрә бөтә донъяла йәшәгән кешеләр Алланы белә ала һәм уның кәңәштәрен ҡуллана ала (2 Тим. 3:16, 17).

Бөгөн ер шарындағы бөтә кешеләр ҙә Изге Яҙманы үҙ телендә уҡый ала. Был Йәһүәнең бөтәһенә лә бер тигеҙ ҡарауын нисек иҫбатлай? (15-се абзацты ҡарағыҙ.)


ЙӘҺҮӘНЕҢ САТЫРЫНДА ҠАЛЫҒЫҘ

16. Ғәмәлдәр 10:34, 35 буйынса, Йәһүә үҙ ҡунаҡтарынан нимә көтә?

16 Беҙҙе үҙ сатырына саҡырғаны өсөн Йәһүәгә бик рәхмәтлебеҙ! Ул — иң игелекле, иң ҡайғыртыусан һәм иң ҡунаҡсыл Хужа. Ул бөтәһенә лә бер тигеҙ ҡарай. Йәһүә һәр төрлө кешеләрҙең ҡайҙа йәшәүенә, сығышына, белеменә, расаһына, милләтенә, йәшенә, енесенә ҡарамаҫтан үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра. Әммә ул ҡунаҡтарынан уны хөрмәт итеүен көтә. (Ғәмәлдәр 10:34, 35-те уҡығыҙ.)

17. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

17 Зәбур 15:1-ҙә Дауыт: «Эй Йәһүә, һинең сатырыңда кем ҡунаҡ була ала? Һинең изге тауыңда кем йәшәй ала?» — тип һорай. Артабан ул, Алланың изге рухы менән һуғарылып, был һорауҙарға яуаптар биргән. Киләһе мәҡәләлә беҙ 15-се мәҙхиәне ентекләп ҡарап сығырбыҙ һәм Йәһүәнең үҙ ҡунаҡтарынан нимә көткәне хаҡында күберәк белербеҙ.

32-СЕ ЙЫР Йәһүә яғына баҫ!