Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

24-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

24-СЕ ЙЫР Йәһүә тауына килегеҙ

Йәһүә менән дуҫлығығыҙ мәңге булһын!

Йәһүә менән дуҫлығығыҙ мәңге булһын!

«Эй Йәһүә, һинең сатырыңда кем ҡунаҡ була ала?» (ЗӘБ. 15:1).

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүәнең дуҫы булып ҡалыр өсөн, беҙ нимә эшләргә тейеш? Беҙ уның дуҫтары менән нисек мөғәмәлә итергә тейеш?

1. Ни өсөн 15-се мәҙхиәне ҡарап сығыу файҙалы булыр?

 ЙӘҺҮӘНЕҢ сатырында үҙҙәрен уға бағышлаған һәм уның менән дуҫлығын ҡәҙерләгән хеҙмәтселәр генә ҡунаҡ була ала. Беҙ быны үткән мәҡәләлә ҡарап сыҡтыҡ. Әммә ундай дуҫлыҡ үҫтерер өсөн һәм уны һаҡлар өсөн, нимә эшләргә кәрәк? Был һорауға 15-се мәҙхиә яуап бирә. (Зәбур 15:1—5-те уҡығыҙ.) Әйҙәгеҙ, был мәҙхиәнең һәр бер аятын ҡарап сығайыҡ һәм Йәһүәнең үҙ дуҫтарынан нимә көткәнен беләйек.

2. Дауыт Йәһүәнең сатыры тураһында әйткәндә, күрәһең, нимәне күҙ уңында тотҡан?

2 15-се мәҙхиә бындай һүҙҙәр менән башлана: «Эй Йәһүә, һинең сатырыңда кем ҡунаҡ була ала? Һинең изге тауыңда кем йәшәй ала?» (Зәб. 15:1). Йәһүәнең «сатыры» тураһында әйткәндә, Дауыт, күрәһең, Ғивғонда торған изге сатырҙы күҙ уңында тотҡан. Дауыт шулай уҡ «изге тауҙы» ла телгә ала. Һүҙ Иерусалимдағы Сион тураһында бара, күрәһең. Сион Ғивғондан көньяҡҡа табан бер нисә километр алыҫлыҡта урынлашҡан булған. Шунда Дауыт бер сатыр ҡорған һәм унда килешеү һандығын алып килергә ҡушҡан (2 Сам. 6:17). Һандыҡ был сатырҙа ғибәҙәтхана төҙөлгәнсегә тиклем һаҡланған.

3. 15-се мәҙхиә нисек беҙгә Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы һаҡларға ярҙам итә ала? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

3 Әлбиттә, израилдәрҙең күпселеге бер ҡасан да изге сатырҙа хеҙмәт итмәгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре генә килешеү һандығы торған урынға инә алған. Әммә Йәһүәнең бөтә хеҙмәтселәре лә уның дуҫы булып китә алған, йәғни образлы әйткәндә уның сатырында ҡунаҡ була алған. Беҙ ҙә Йәһүәнең яҡын дуҫтары булырға теләйбеҙ. 15-се мәҙхиәлә Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы һаҡлар өсөн нимә эшләргә кәрәклеге әйтелә.

Дауыт көндәрендә израилдәр үҙҙәрен Йәһүәнең сатырында ҡунаҡ итеп еңел генә күҙ алдына килтерә алған. (3-сө абзацты ҡарағыҙ.)


САФЛЫҠ ЮЛЫНАН ЙӨРӨГӨҘ ҺӘМ ТӘҠҮӘЛЕК БУЙЫНСА ЭШ ИТЕГЕҘ

4. Һыуға сумдырылыуҙан тыш Йәһүә беҙҙән тағы нимә көтә? (Ишағыя 48:1).

4 Зәбур 15:2-лә Алланың дуҫы «сафлыҡ юлынан йөрөүсе» һәм «тәҡүәлек буйынса эш итеүсе» кеше итеп һүрәтләнә. Әммә камил булмаған кешеләр саф була аламы? Эйе. Әгәр беҙ Аллаға тыңлаусан булыр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләһәк, ул беҙҙе саф тип һанар. Беҙ ваҡыт-ваҡыт ҡына түгел, ә гел шулай эшләргә тейеш. Бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу — хеҙмәтебеҙҙең башы ғына. Беҙгә артабан да Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға кәрәк. Мәҫәлән, израилдәр Аллаға бағышланған халыҡ булһа ла, уларҙың тик ҡайһы берҙәре генә уның сатырында ҡунаҡ була алған. Күптәре Аллаға доға ҡылһа ла, үҙ тәртиптәре менән Алланы рәнйеткән. (Ишағыя 48:1-ҙе уҡығыҙ.) Йәһүәнең сатырында ҡалырға теләгән израилдәр уның талаптарын белергә һәм улар буйынса йәшәргә тейеш булған. Шуның шикелле, беҙгә лә Йәһүәнең хуплауын алыр өсөн, һыуға сумдырылыуҙан һәм ҡәрҙәштәр менән аралашыуҙан тыш, «тәҡүәлек буйынса» йәшәргә кәрәк. Был нимәне үҙ эсенә ала?

5. Тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә Йәһүәгә тыңлаусан булыу үҙ эсенә нимәне ала?

5 Йәһүә ҡарашынан «сафлыҡ юлынан йөрөүсе, тәҡүәлек буйынса эш итеүсе» булыр өсөн, йыйылыш осрашыуҙарына ғына йөрөү етерлек түгел (1 Сам. 15:22). Беҙгә тормоштоң һәр өлкәһендә лә, хатта бер кем дә күрмәгәндә лә, Йәһүәгә тыңлаусан булырға кәрәк (Ғиб. һүҙ. 3:6; Вәғ. 12:13, 14). Беҙ Йәһүәгә хатта мөһим булмаған эштәрҙә лә тыңлаусан булырға теләйбеҙ. Шулай эшләп, беҙ уға яратыуыбыҙҙы күрһәтербеҙ, ә ул, үҙ сиратында, беҙҙе тағы ла нығыраҡ яратыр (Яхъя 14:23; 1 Яхъя 5:3).

6. Еврейҙарға 6:10—12-нән күреүебеҙсә, ни өсөн элек башҡарған эштәребеҙ етерлек түгел?

6 Йәһүә беҙҙең элек башҡарған яҡшы эштәребеҙҙе бик ҡәҙерләй. Әммә был ҡул ҡаушарып ултырырға була тигәнде аңлатмай. Был Еврейҙарға 6:10—12-нән асыҡ күренә (уҡығыҙ). Алла беҙҙең «аҙаҡҡа тиклем» ысын күңелдән хеҙмәт итеүебеҙҙе теләй. Әгәр беҙ бирешмәһәк, тырышлыҡтарыбыҙ фатихаланыр. Йәһүә менән дуҫлығыбыҙ мәңгелеккә һуҙылыр (Гал. 6:9).

ҮҘ ЙӨРӘГЕГЕҘҘӘ ДӨРӨҪӨН ҺӨЙЛӘГЕҘ

7. «Үҙ йөрәгендә дөрөҫөн һөйләү» нимәне аңлата?

7 Йәһүәнең сатырында ҡунаҡ булырға теләгән кеше «үҙ йөрәгендә дөрөҫөн» һөйләргә тейеш (Зәб. 15:2). Беҙ бер ҡасан да алдамайбыҙ. Улай ғына түгел, беҙ һәр һүҙҙә һәм һәр эштә үҙебеҙҙе намыҫлы тотабыҙ (Евр. 13:18). Был бик мөһим, сөнки «мәкерле кешеләрҙән Йәһүә ерәнә бит, ә намыҫлылар — уның яҡын дуҫтары» (Ғиб. һүҙ. 3:32).

8. Беҙгә ниндәй тәртиптән һаҡланырға кәрәк?

8 «Үҙ йөрәгендә дөрөҫөн һөйләүсе» башҡалар алдында ғына түгел, ә бер үҙе булғанда ла Алланың нормаларын буйынса йәшәй (Ишағ. 29:13). Кеше нисек ике йөҙлө булып китергә мөмкин? Тәүҙә ул Йәһүәнең ҡайһы бер нормаларының дөрөҫлөгөнә шикләнә, ә шунан ул үҙенә әһәмиәтһеҙ булып күренгән нормаларҙы боҙа башлай (Яҡ. 1:5—8). Тыңламаусанлығының әсе эҙемтәләрен күрмәгәнгә, ул Алланың ҡанундарын боҙоуҙа «тәүәккәл булып китә» (Вәғ. 8:11). Асылда, уның табыныуының бер файҙаһы ла юҡ. Беҙ иһә һәр өлкәлә намыҫлы булырға теләйбеҙ.

9. Нафанаилдың ниндәй сифаты Ғайсаға оҡшаған һәм был беҙҙе нимәгә өйрәтә? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

9 «Үҙ йөрәгебеҙҙә дөрөҫөн һөйләү» бик мөһим. Бер осраҡты ҡарап сығайыҡ: Филипп үҙ дуҫын Нафанаилды Ғайса менән танышырға саҡырған. Ғайса Нафанаилды беренсе тапҡыр күрһә лә, уның тураһында: «Бына ысын Израиль кешеһе, ул алдаша белмәй», — тигән (Яхъя 1:47). Әлбиттә, Ғайса бар шәкерттәрен дә намыҫлы тип һанаған, әммә Нафанаил был сифат менән айырылып торған. Бөтә кешеләр кеүек, Нафанаил да камил булмаған, шулай ҙа ул эскерһеҙ һәм һәр эштә намыҫлы булған. Ғайса уны бының өсөн маҡтаған. Әлбиттә, Ғайсаның беҙҙең турала ла шулай тип әйтеүен теләйбеҙ!

Филипп Нафанаилды Ғайса менән таныштырған. Нафанаил эскерһеҙлеге менән айырылып торған. Шуны уҡ беҙҙең турала әйтеп буламы? (9-сы абзацты ҡарағыҙ.)


10. Ни өсөн беҙгә телебеҙҙе тыя белергә кәрәк? (Яҡуб 1:26).

10 15-се мәҙхиәлә яҙылған талаптарҙың күпселеге беҙҙең башҡалар менән мөғәмәлә итеүебеҙгә ҡағыла. Зәбур 15:3-тә Йәһүәнең ҡунағы тураһында былай тип яҙылған: «Ул теле менән башҡаларға яла яҡмай, яҡынына һис ниндәй насарлыҡ ҡылмай һәм дуҫтарын хурламай». Телебеҙҙе тыймаһаҡ, беҙ башҡаларға күп зыян килтерә алабыҙ. Шул саҡта беҙ Йәһүәнең сатырында ҡунаҡ булыу хөрмәтен юғалтырбыҙ. (Яҡуб 1:26-ны уҡығыҙ.)

11. Яла яғыу нимә ул һәм тәүбә итмәгән яла яғыусыларҙы нимә көтә?

11 Мәҙхиә йырлаусы әйтеүенсә, Йәһүәнең ҡунағы «башҡаларға яла яҡмай». Яла яғыу нимә ул? Был — кешенең абруйын емерә алған ялған таратыу. Тәүбә итмәгән яла яғыусылар мәсихсе йыйылышынан сығарыла (Ирем. 17:10).

12, 13. Ниндәй осраҡтарҙа беҙ абайламайынса берәй ҡәрҙәштең абруйын төшөрә алабыҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

12 Зәбур 15:3-тә шулай уҡ Йәһүәнең ҡунағы «яҡынына һис ниндәй насарлыҡ ҡылмай һәм дуҫтарын хурламай» тип әйтелә. Был үҙ эсенә нимәне алырға мөмкин?

13 Кире мәғлүмәт таратып, беҙ үҙебеҙ ҙә абайламайынса кемделер хурларға мөмкин. Мәҫәлән, бындай өс осраҡты ҡарап сығайыҡ: 1) бер ҡыҙ ҡәрҙәш пионер хеҙмәтен ҡалдыра, 2) ирле-ҡатынлы пар Вефиль хеҙмәтен ҡалдыра, 3) ир ҡәрҙәш бүтән өлкән йә хеҙмәт ярҙамсыһы булып хеҙмәт итмәй. Был үҙгәрештәр тураһында фараз ҡылыу һәм был хаҡта башҡалар менән һөйләшеү дөрөҫ булмаҫ ине. Беҙ бит бөтә сәбәптәрҙе белеп бөтә алмайбыҙ. Хәтерләүебеҙсә, Йәһүәнең ҡунағы «яҡынына һис ниндәй насарлыҡ ҡылмай һәм дуҫтарын хурламай».

Башҡалар тураһында кире мәғлүмәтте таратһаҡ, яла яғыусы булып китеүебеҙ бар. (12, 13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


ЙӘҺҮӘГӘ ҠАРАТА ҠУРҠЫУ-ХӨРМӘТ КҮРҺӘТКӘНДӘРҘЕ ҘУРЛАҒЫҘ

14. Йәһүәнең дуҫтары нисек «ҡәбәхәт кешене» билдәләй ала? Аңлатығыҙ.

14 Зәбур 15:4-тә яҙылғанса, Йәһүәнең дуҫтары «ҡәбәхәт кешене кире ҡаға». Был һүҙҙәр нимәне аңлата? Беҙ камил булмағанға, берәй кем тураһында, ул «ҡәбәхәт кеше», тип уйлауыбыҙ бар. Әлбиттә, кемдер беҙгә оҡшай, ә кемдер асыуыбыҙҙы сығарырға мөмкин. Бына ни өсөн Йәһүә генә «ҡәбәхәт кешене» билдәләй ала һәм беҙгә ундай кешеләрҙе кире ҡағырға ҡуша (1 Кор. 5:11). Улар араһында — тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусылар, беҙҙең иманыбыҙҙы мыҫҡыллаған йә Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы ҡаҡшатырға маташҡан кешеләр (Ғиб. һүҙ. 13:20).

15. «Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт күрһәткәндәрҙе» беҙ нисек ҙурлай алабыҙ?

15 Зәбур 15:4-тә шулай уҡ беҙ «Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт күрһәткәндәрҙе» ҙурларға тейеш тип әйтелә. Шуға күрә беҙ Йәһүәнең дуҫтарына игелек һәм хөрмәт күрһәтәбеҙ (Рим. 12:10). Был нимәлә сағыла? Шул уҡ аятта әйтелгәнсә, Йәһүәнең ҡунағы «хатта үтәүе ауыр булһа ла, ул үҙ вәғәҙәһен боҙмай». Әгәр беҙ вәғәҙәләребеҙҙе боҙһаҡ, был башҡаларҙың күңелен рәнйетер (Матф. 5:37). Мәҫәлән, Йәһүә үҙ дуҫтарының никах антына тоғро булыуҙарын көтә. Шулай уҡ ата-әсәләр балаларына нимәлер вәғәҙә итһә һәм әйткәндәрен үтәһә, был Йәһүәне һөйөндөрә. Әгәр беҙ Алланы һәм яҡындарыбыҙҙы яратһаҡ, вәғәҙәләребеҙгә етди ҡарарбыҙ.

16. Йәһүәнең дуҫтарын ҙурлар өсөн тағы ниндәй мөмкинлек бар?

16 Алланың дуҫтарын ҙурлар өсөн тағы бер мөмкинлек — ҡунаҡсыл һәм йомарт булыу (Рим. 12:13). Ҡәрҙәштәр менән йыйылыш осрашыуҙарында йә хеҙмәттә генә түгел, ә башҡа ваҡытта ла аралашыу мөһим. Мәҫәлән, ҡәрҙәштәр менән яҡшыраҡ танышыр өсөн бергә ваҡыт үткәрһәк, беҙҙең үҙ-ара һәм Йәһүә менән дуҫлығыбыҙ нығыр. Өҫтәүенә, ҡунаҡсыл булып, беҙ Йәһүәнән өлгө алабыҙ.

АҠСА ЯРАТЫУҘАН ҺАҠЛАНЫҒЫҘ

17. Ни өсөн 15-се мәҙхиәлә аҡса тураһында әйтелә?

17 Йәһүәнең ҡунағы «аҡсаһын... арттырып алыу өсөн бирмәй һәм ғәйепһеҙҙе ғәйепләү өсөн ришүәт алмай» (Зәб. 15:5). Ни өсөн был ҡыҫҡа мәҙхиәлә аҡса тураһында һүҙ бара? Сөнки аҡса тураһында күп уйлаһаҡ, улар беҙҙең кешеләр менән һәм Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы емерергә мөмкин (1 Тим. 6:10). Боронғо ваҡытта ҡайһы бер израилдәр ярлы ҡәрҙәштәренән табыш алыр өсөн уларға бурысҡа аҡса биргән. Шулай уҡ ҡайһы бер хөкөмсөләр ришүәт алған һәм ғәйепһеҙ кешеләрҙе енәйәттәрҙә ғәйепләгән. Ундай тәртип Йәһүә ҡарашында ерәнгес булған (Йәз. 22:12).

18. Аҡсаға ҡарашыбыҙҙы тикшерер өсөн, ниндәй һорауҙар өҫтөндә уйланырға кәрәк? (Еврейҙарға 13:5).

18 Аҡсаға ҡарашыбыҙҙы тикшереп тороу бик мөһим. Мәҫәлән, түбәндәге һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ: «Аҡса һәм һатып алырға теләгән нәмәләр хаҡында мин ни тиклем йыш уйланам? Бурыстарымды үҙ ваҡытында ҡайтараммы? Йә уны ҡайтарыу менән һуҙаммы һәм кешегә был аҡса әлегә барыбер кәрәкмәй тип уйлайыммы? Аҡсам булғанға мин үҙемде башҡаларҙан яҡшыраҡ тип һанамайыммы? Миңә башҡаларға йомарт булыу ауырмы? Аҡсалы ҡәрҙәштәр тураһында, улар гел аҡса тураһында ғына уйлап йәшәй, тип уйламайыммы? Мин байҙар менән дуҫлашып, ярлыларҙан ситләшмәйемме?» Йәһүә беҙгә уның сатырында ҡунаҡ булырға рөхсәт итеп, ҙур хөрмәт күрһәткән. Ул беҙҙе бер ҡасан да ҡалдырмаясаҡ. Әммә уның менән дуҫлығыбыҙҙы юғалтмаҫ өсөн, беҙгә аҡса яратыуҙан һаҡланырға кәрәк. (Еврейҙарға 13:5-те уҡығыҙ.)

ЙӘҺҮӘ ҮҘ ДУҪТАРЫН ЯРАТА

19. Ни өсөн Йәһүә беҙҙең 15-се мәҙхиәлә яҙылған әмерҙәр буйынса йәшәүебеҙҙе теләй?

19 15-се мәҙхиә бындай һүҙҙәр менән тамамлана: «Шулай эшләүсе һәр кем һис ҡасан ҡаҡшамаҫ» (Зәб. 15:5). Бында мәҙхиә йырлаусы Йәһүәнең ни өсөн был әмерҙәрҙе биргәнен аңлата: Йәһүә беҙҙең бәхетле булыуыбыҙҙы теләй. Әгәр беҙ Йәһүәнең әмерҙәрен үтәһәк, беҙ унан фатихалар һәм яҡлау алырбыҙ (Ишағ. 48:17).

20. Йәһүәнең ҡунаҡтарын ниндәй киләсәк көтә?

20 Йәһүәнең ҡунаҡтарын иҫ киткес киләсәк көтә. Уның тоғро майланған хеҙмәтселәре Ғайса әҙерләгән урында — күктә йәшәйәсәк (Яхъя 14:2). Ә ерҙә йәшәргә өмөтләнгән кешеләр Асылыш 21:3-тә яҙылған вәғәҙәнең үтәлешен күрәсәк. Йәһүәнең дуҫы булыу һәм уның сатырында мәңге ҡунаҡ булып ҡалыу — ҙур хөрмәт ул!

39-СЫ ЙЫР Алла алдында яҡшы исемгә эйә булайыҡ