Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УЯУ БУЛЫҒЫҘ!

Миграция кризисы: миллионлаған кеше Украинанан китә

Миграция кризисы: миллионлаған кеше Украинанан китә

 2022 йылдың 24 февралендә Рәсәй ғәскәрҙәре Украинаға бәреп керҙе. Был етди ауырлыҡтар тыуҙырҙы, һәм кешеләр, үҙ ғүмере өсөн ҡурҡып, илдән ҡасырға мәжбүр булды a.

 «Бомбалар төштө, шартлау тауыштары ишетелде... Шул тиклем ҡурҡыныс булды, хатта һүҙ менән аңлатырлыҡ та түгел. Поезда эвакуацияланып булғаны тураһында ишеткәс, беҙ илдән китергә булдыҡ. Һәр беребеҙ бер бәләкәй рюкзак ҡына ала алды. Рюкзакка документтар, дарыуҙар, һыу һәм әҙ-мәҙ ризыҡ һалдыҡ. Бөтә нәмәне ҡалдырырға тура килде. Беҙ вокзалға китеп барғанда, тирә-яҡта бомбалар шартланы» (Наталья, Харьков).

 «Һуңғы минутҡа ҡәҙәр беҙ, һуғыш булмаҫ, тип уйланыҡ. Ҡалала ҡайҙалыр шартлау тауыштары ишетелде, тәҙрәләр земберләп торҙо. Мин, иң кәрәкле әйберҙәрҙе генә алып, илдән китергә булдым. Иртәнге сәғәт 8-ҙә өйҙән сығып киттем һәм тәүҙә поезда Львовҡа тиклем барҙым, ә шунан Польшаға барған автобусҡа ултырҙым» (Надежда, Харьков).

Был мәҡәләлә

 Был миграция кризисының ысын сәбәптәре нимәлә?

 Украиналағы миграция кризисы Рәсәйҙең бәреп ингәне арҡаһында башланды. Әммә бөтә шундай кризистарҙың сәбәптәре тәрәнерәк ята. Изге Яҙмала улар былай тасуирлана:

  •   Кеше хөкүмәттәре кешеләрҙең өмөттәрен аҡлай алманы. Хакимлыҡҡа эйә булғандар йыш ҡына үҙ дәрәжәләрен башҡаларҙы иҙер өсөн ҡуллана (Вәғәзсе 4:1; 8:9).

  •   Шайтан Иблис, «был донъяның хакимы», кешелеккә бик насар йоғонто яһай. Шуға күрә Изге Яҙмала «бөтөн донъяның... Иблис хакимлығы аҫтында булыуы» хаҡында әйтелә (Яхъя 14:30; 1 Яхъя 5:19).

  •   Кешеләр былай ҙа быуаттар буйына күп ауырлыҡтарҙан интеккән, әммә хәҙер беҙ айырыуса ауыр заманда йәшәйбеҙ. Изге Яҙмала беҙҙең көндәр тураһында былай тиелгән: «Ахырызаман килгәндә ауыр ваҡыттар етер» (2 Тимофейға 3:1). Улай ғына ла түгел, ахырызаман ваҡытында һуғыштар, тәбиғәт афәттәре, аслыҡ һәм эпидемиялар булырға тейеш, был бәлә-ҡазалар кешеләрҙе тыуған яҡтарын ҡалдырып китергә мәжбүр итә (Лука 21:10, 11).

 Кем ҡасаҡтарға ысын өмөт бирә ала?

 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, беҙҙең Барлыҡҡа килтереүсебеҙ, Йәһүә b Алла, ҡасаҡтарҙы һәм өйҙәрен ташлап китергә мәжбүр булған кешеләрҙе бик ярата һәм йәлләй (Ҡанун 10:18). Ул ҡасаҡтар дусар булған бөтә проблемаларҙы хәл итергә вәғәҙә итә. Ул быны Алла Батшалығы тип аталған күктәге хөкүмәте ярҙамында эшләйәсәк. Был Батшалыҡ бөтә кеше хөкүмәттәренә алмашҡа киләсәк (Данил 2:44; Матфей 6:10). Ошо Батшалығы ярҙамында Йәһүә Шайтан Иблисте юҡ итәсәк (Римдарға 16:20). Был Батшалыҡ бөтә донъя менән идара итер, шуға күрә дәүләт сиктәре булмаясаҡ. Кешелек бер ғаилә кеүек берҙәм булыр. Берәүгә лә өйөн ташлап ҡасырға тура килмәҫ, сөнки Изге Яҙма былай тип вәғәҙә итә: «Уларҙың һәр береһе үҙ йөҙөм ағасы һәм үҙ инжир ағасы аҫтында ултырыр, уларҙы бер кем дә ҡурҡытмаҫ, был бит — Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүәнең ауыҙынан сыҡҡан һүҙ» (Миҡай 4:4).

 Алла Батшалығы ғына миграция кризисын мәңгегә бөтөрә ала. Үҙенең Батшалығы ярҙамында Йәһүә кешеләрҙе үҙ иленән ҡасып китергә мәжбүр иткән проблемаларҙы юҡ итер.

  •   Һуғыштар. «[Йәһүә] һуғыштарҙы туҡтата» (Зәбур 46:9). Уның быны нисек эшләйәсәген белер өсөн, «Тыныс тормош кем килтерәсәк?» тигән мәҡәләне (тат.) ҡарағыҙ.

  •   Йәбер-золом. «[Йәһүә] уларҙы иҙеүҙән һәм йәбер-золомдан йолоп ҡалыр» (Зәбур 72:14). Алла кешеләргә тулыһынса үҙгәрергә ярҙам итә ала. Шул турала күберәк белер өсөн, «Нәфрәт әйләнешен нисек туҡтатырға?» тигән мәҡәләләр серияһын ҡарағыҙ.

  •   Ярлылыҡ. «Ярҙам һорап ялбарған ярлыны... [Йәһүә] ҡотҡарыр» (Зәбур 72:12). Алла ярлылыҡтың сәбәптәрен нисек бөтөрәсәген белер өсөн, «Ғәҙел экономика. Был мөмкинме?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

  •   Ризыҡ етмәү. «Ер йөҙөндә ашлыҡ мул булыр» (Зәбур 72:16). Йәһүә һәр кешенең туҡ булыуын хәстәрләр. Уның был вәғәҙәһе тураһында күберәк белер өсөн, «Донъяла аслыҡ бөтөрмө?» тигән мәҡәләне (урыҫ) уҡығыҙ.

 Изге Яҙма ҡасаҡтарға бөгөнгө ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә аламы?

 Эйе. Изге Яҙма ҡасаҡтарға яҡты киләсәккә өмөт биреп кенә ҡалмай, ә шулай уҡ уларға бөгөнгө ауырлыҡтарҙы хәл итергә ярҙам итә ала.

 Изге Яҙмалағы принцип: «Бер ҡатлы кеше һәр һүҙгә ышана, ә алдын-артын уйлаусы һәр аҙымын үлсәп атлай» (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15).

 Мәғәнәһе. Тыуа алған ҡурҡыныстарҙы алдан күрергә тырышығыҙ һәм уларҙан нисек һаҡланып булғаны тураһында уйлағыҙ. Иҫтә тотоғоҙ, енәйәтселәр йыш ҡына ҡасаҡтарҙың ҡурсауһыҙ булғанынан һәм яңы ерҙе насар белгәненән файҙалана.

 Изге Яҙмалағы принцип: «Ашарға ризығыбыҙ һәм кейергә кейемебеҙ булһа, шуның менән ҡәнәғәтләнәйек» (1 Тимофейға 6:8).

 Мәғәнәһе. Ҡалдырып киткән әйберҙәрегеҙ тураһында күп уйламаҫҡа тырышығыҙ. Иң кәрәкле нәмәләр менән ҡәнәғәт булырға өйрәнһәгеҙ, бәхетлерәк булырһығыҙ.

 Изге Яҙмалағы принцип: «Кешеләрҙең һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ» (Матфей 7:12).

 Мәғәнәһе. Түҙемле һәм игелекле булығыҙ. Был сифаттар һеҙгә яңы ерҙә яҡшы абруй ҡаҙанырға һәм кешеләрҙең ихтирамын яуларға ярҙам итер.

 Изге Яҙмалағы принцип: «Бер кемгә лә яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмағыҙ» (Римдарға 12:17).

 Мәғәнәһе. Хатта ғәҙелһеҙлек менән осрашһағыҙ ҙа, асыу хисенә бирелмәгеҙ һәм үс алмағыҙ. Был хәлде ҡатмарлаштырыр ғына.

 Изге Яҙмалағы принцип: «Мин үҙемә ҡөҙрәт биреүсе ярҙамында барыһын булдыра алам» (Филиптарға 4:13, ЯДТ).

 Мәғәнәһе. Алла менән дуҫлығығыҙҙы беренсе урынға ҡуйығыҙ һәм уға доға ҡылығыҙ. Ул һеҙгә барыһын еңеп сығырға көс бирер.

 Изге Яҙмалағы принцип: «Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ. Шулай булһа, һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе... һаҡлар» (Филиптарға 4:6, 7).

 Мәғәнәһе. Ауыр саҡтарҙа Алланан күңел тыныслығы һорағыҙ. «Филиптарға 4:6, 7: „Һис нәмә тураһында борсолмағыҙ“» тигән мәҡәләне (тат.) ҡарағыҙ.

a Һуғыш башланғандың икенсе көнөнә БМО-ның ҡасаҡтар эштәре менән шөғөлләнгән Юғары комиссар идаралығы был миграция кризисын ғәҙәттән тыш хәлдәр рәтенә индергән. Ни бары 12 көн эсендә ике миллиондан ашыу кеше Украинанан күрше илдәргә ҡасып киткән һәм тағы яҡынса бер миллион кеше илдең башҡа төбәктәренә күсенергә мәжбүр булған.

b Йәһүә — Алланың исеме (Зәбур 83:18). «Йәһүә кем ул?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.