Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Maremagnum/Corbis Documentary via Getty Images

УЯУ БУЛЫҒЫҘ!

Армагеддон Израилдә башланырмы? Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Армагеддон Израилдә башланырмы? Изге Яҙмала нимә әйтелә?

 Изге Яҙма буйынса, Армагеддон — ул илдәр араһындағы ниндәйҙер локаль конфликт түгел, ә кешелек хөкүмәттәре менән Алла араһындағы бөтә донъя һуғышы.

  •   «Мөғжизәләр күрһәтеүсе шаҡшы рухтар... бөтөн донъя батшаларын сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа йыйыр өсөн сыҡты. Шаҡшы рухтар батшаларҙы йәһүд телендә „Армагеддон“ тип аталған урынға йыйҙы» (Асылыш 16:14, 16).

 «Армагеддон» тигән һүҙ «Хар-Магедон» тигән еврей һүҙенән килеп сыҡҡан һәм «Мегиддо тауы» тигәнде аңлата. Мегиддо — ул боронғо Израиль ерендәге ҡала. Шуға күрә ҡайһы бер кешеләр, Армагеддон Израиль ерендә була, тип уйлай. Әммә Мегиддо эргәһендәге ер ҙә, Яҡын Көнсығыштағы башҡа ерҙәр ҙә «бөтөн донъя батшаларын» һәм уларҙың ғәскәрҙәрен һыйҙыра алмаясаҡ.

 Асылыш китабындағы хәбәр «символдар аша» күрһәтелгән, йәғни символик тел менән яҙылған булған (Асылыш 1:1, ЯДТ). Армагеддон да символ булып тора, ул ер шарындағы конкрет урынды түгел, ә бөтә донъя буйынса буласаҡ ваҡиғаны аңлата. Шул ваҡиға ваҡытында ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар, йыйылып, Алланың хөкүмәтенә ҡаршы һуғыш менән сығасаҡ (Асылыш 19:11—16, 19—21).