Төп мәғлүмәткә күсеү

ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ

Әгәр мәктәпте күрә алмаһам, ни эшләргә?

Әгәр мәктәпте күрә алмаһам, ни эшләргә?

 Талапсан уҡытыусылар. Йәштәштәрҙең баҫымы. Көсөргәнешле экзамендар һәм бик күп өйгә эштәр. Әгәр һеҙ, мин мәктәпте яратмайым, тиһәгеҙ, һеҙҙе аңлап була a. Рейчел b исемле йәш үҫмер былай тип һөйләй:

 «Теләһә ҡайҙа барырға ризамын, тик мәктәпкә түгел. Мин пляжға йә дуҫтарым янына барырға теләр инем, хатта атай-әсәйемә йыйыштырырға йә ашарға әҙерләргә ярҙам итергә лә ризамын!»

 Әгәр һеҙ ҙә Рейчелдыҡы кеүек хистәр кисерһәгеҙ, мәктәп йылдары һеҙгә төрмәлә тотҡонлоҡта ултыраһығыҙ һәм мәктәпте бөтөп иреккә сыҡҡанға тиклем быға түҙергә тейешһегеҙ кеүек күренергә мөмкин. Мәктәптә уҡыған ваҡытҡа дөрөҫ ҡараш үҫтерергә нимә ярҙам итер?

 Һеҙ беләһегеҙме? Әгәр мәктәп тураһында ыңғай фекер йөрөтһәгеҙ, ситуацияны контролгә ала алырһығыҙ һәм уҡыуға ауыр һынауға кеүек ҡарамаҫһығыҙ. Ниндәйҙер мәғәнәлә мәктәп һеҙгә үҙ аллы тормошта кәрәк буласаҡ оҫталыҡтар тупларға ярҙам итеүсе ҡорал булып китер.

 Мәктәп тураһында яҡшы фекер булдырыр өсөн, ошоларға иғтибарығыҙҙы туплағыҙ:

 Һеҙҙең белем. Күберәк белгән һайын, һеҙ киләсәктә эштә һәм тормоштоң башҡа өлкәләрендә тыуа алған ауырлыҡтарҙы, башҡаларға һалышмайынса, үҙегеҙ хәл итә алырһығыҙ. Үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Мәктәптә миңә оҡшамаған нәмәләр булһа ла, уҡыуҙан ниндәй файҙа ала алам?»

 Изге Яҙманан принцип: «Зирәклек һәм аңды һаҡла» (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:21).

 Күберәк мәғлүмәт алырға теләһәгеҙ «Мин мәктәптә насар уҡыһам» тигән мәҡәләне (тат.) ҡарағыҙ.

 Һеҙҙең ғәҙәттәр. Мәктәптә үҫтергән ғәҙәттәрегеҙ үҙ аллы тормошта кәрәк буласаҡ сифаттар булдырырға — ваҡытты дөрөҫ ҡулланырға, үҙеңде тәртипкә өйрәтергә һәм яҡшы хеҙмәткәр булырға ярҙам итер. Үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Мәктәп тормошо нисек итеп миңә үҙ-үҙен тота белеүсе һәм яҡшы хеҙмәткәр булырға ярҙам итә ала? Был өлкәләрҙә мин нимә эшләй алам?»

 Изге Яҙманан принцип: «Һәр бер тырыш хеҙмәттең файҙаһы бар» (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:23).

 Күберәк мәғлүмәт алырға теләһәгеҙ «Үҙ ваҡытымды нисек дөрөҫ ҡулланырға?» тигән мәҡәләне (тат.) ҡарағыҙ.

 Һеҙҙең аралашыу оҫталығы. Синыфташтар менән аралашыу кешеләрҙең хис-тойғоларын аңларға һәм уларға хөрмәт үҫтерергә ярҙам итә ала. «Кешеләр менән аралашырға өйрәнеү тарих һәм фән өйрәнеү кеүек үк мөһим. Аралашыу оҫталығы һеҙгә ғүмер буйы кәрәк буласаҡ», — ти Джошуа исемле йәш егет. Үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Мәктәптә мин башҡалар менән, хатта сығыштары һәм ҡараштары минекенән айырылып торған кешеләр менән, килешеп йәшәү яғынан нимәгә өйрәндем?»

 Изге Яҙманан принцип: «Бөтөнөһө менән дә тыныс йәшәгеҙ» (Еврейҙарға 12:14).

 Күберәк мәғлүмәт алырға теләһәгеҙ «Мин һөйләшеү оҫталығымды нисек яҡшырта алам?» тигән мәҡәләне (тат.) ҡарағыҙ.

 Һеҙҙең киләсәк. Мәктәп һеҙгә үҙ һәләттәрегеҙҙе аңларға һәм шуларға ярашлы маҡсаттар ҡуйырға ярҙам итә ала. Брук исемле йәш ҡатын былай ти: «Бәлки, һеҙ хатта минең кеүек ниндәйҙер бер өлкәлә белем алырһығыҙ һәм мәктәпте бөткәс тә эшкә урынлашырһығыҙ». Үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Мәктәпте бөткәс, үҙемде нисек тәьмин итермен? Алған белемдәремде эшемдә нисек ҡулланырмын?»

 Изге Яҙманан принцип: «Аяғың баҫаһы һуҡмаҡты таҡыр ит» (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:26).

a Был мәҡәләлә ҡаралған принциптар өйҙә уҡыған балаларға ла ярҙам итә ала.

b Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.