Төп мәғлүмәткә күсеү

Алкоголгә дөрөҫ ҡараш үҫтерегеҙ

Алкоголгә дөрөҫ ҡараш үҫтерегеҙ

Алкоголгә дөрөҫ ҡараш үҫтерегеҙ

БЕРЕНСЕ мәҡәләлә иҫкә алынған Тони, алкоголгә ҡарашын үҙгәрткән булһа, һаман да йәшәр ине. Ул, ситуацияны контролдә тотам, тип уйлаған, сөнки күп эсһә лә, был беленмәгән. Ләкин был хата ҡараш булған. Ни өсөн?

Иң тәүҙә, үҙе тураһында дөрөҫ фекер йөрөтөргә Тониға алкоголь ҡамасаулаған. Аңлағанмы ул быны йә юҡмы, алкоголь уның физик торошо, аҡылы һәм хистәре өсөн яуаплы булған мейеһенә тәьҫир иткән. Күберәк эскән һайын, Тони үҙенең хәлен насарыраҡ аңлаған.

Икенсенән, ул бар көсөн һалып насар ғәҙәтен яҡлаған. Алдағы мәҡәләлә иҫкә алынған Аллен башта үҙенең алкоголь менән бәйле проблемаһы булыуын танымаған. «Был ғәҙәтемде аҡларға һәм проблеманың етдилеген кәметергә тырышып, — тип әйтә ул, — мин йәшереп эстем. Минең өсөн иң мөһиме эсергә хоҡуғымды яҡлау ине». Башҡалар Тони менән Аллендың етди проблемаһы булыуына иғтибар итһә лә, улар үҙҙәрен, проблема юҡ, тип ышандырған. Уларҙың икеһенә лә иҫерткес эсемлеккә ҡараштарын үҙгәртер өсөн эш итергә кәрәк булған. Ә нисек итеп?

Тәүәккәл эш итегеҙ!

Эсеүен ташлаған кешеләрҙең күбеһе Ғайса Мәсихтең ошо кәңәшен тотҡан: «Әгәр ҙә уң күҙең һине гонаһҡа тартһа, уны умырып алып ташла. Бөтөн тәнең Гәһәннәгә ырғытылыуға ҡарағанда, бер күҙһеҙ ҡалыуың хәйерлерәк» (Матфай 5:29).

Әлбиттә, Ғайса бында тән ағзаһын имгәтеүгә этәрмәгән. Образлы тел менән, беҙ рухи яҡтан зыян килтергән бөтә нәмәне үҙ тормошобоҙҙан алып ташларға әҙер булырға тейеш, тип айырып әйткән. Быны эшләү ауыртыу килтерергә мөмкин. Ләкин шулай эшләп беҙ үҙебеҙҙе дөрөҫ булмаған фекер йөрөтөүҙән һәм сиктән тыш күп эсеүгә килтерә алған ситуацияларҙан һаҡлайбыҙ. Шулай итеп, берәйһе, күп эсәһегеҙ, тип борсолоуын белдерһә, алкоголгә ҡарашығыҙҙы яңынан ҡарап сығығыҙ. a Үҙегеҙҙе контролдә тота алмағанығыҙҙы күрһәгеҙ, алкоголдән бөтөнләй баш тартығыҙ. Быны эшләү бик ауыр булһа ла, ул тормошоңдо юҡҡа сығарыуға ҡарағанда яҡшыраҡ.

Һеҙ эскесе булмаһағыҙ ҙа, күп эсергә яратаһығыҙмы? Әгәр шулай булһа, ниндәй аҙымдар алкоголгә ҡарашығыҙҙы үҙгәртергә ярҙам итер?

Ҡайҙан ярҙам табырға

1. Аллаға ысын күңелдән даими доға ҡылырға онотмағыҙ. Инжил Йәһүә Алланы шатландырырға теләгәндәргә ошондай кәңәш бирә: «Доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ. Шулай булһа, һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсих менән берлектә һаҡлар» (Филиптарға 4:6, 7). Ә шундай именлек йәғни күңел тыныслығы табыр өсөн, нимә тураһында доға ҡылырға кәрәк?

Алкоголгә ҡарашығыҙ дөрөҫ түгел икәнен һәм бының менән көрәшергә кәрәк икәнен асыҡ итеп әйтегеҙ. Аллаға нимә эшләргә йыйыныуығыҙ тураһында һөйләгеҙ. Ул тырышлыҡтарығыҙҙы фатихалар һәм етдиерәк проблемаларҙан ҡасырға ярҙам итер. Ғибрәтле һүҙҙәр 28:13-тә былай әйтелгән: «Гонаһтарын йәшереүсе уңышлы булмаҫ, әммә гонаһтарын танып, уларҙы ҡалдырған кешегә шәфҡәт күрһәтелер». Ғайса Мәсих шулай уҡ: «Беҙгә ҡотҡоға бирелмәҫкә ярҙам ит», — тип доға ҡылырға өйрәткән (Матфай 6:13). Нисек үҙ доғаларыбыҙ буйынса эш итә алабыҙ һәм үтенестәребеҙгә нисек яуап алабыҙ?

2. Алла Һүҙенән көс алығыҙ. «Алла Һүҙе тере һәм ҡеүәтле... ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә» (Еврейҙарға 4:12). Күп эскәндәрҙең күбеһенә көн һайын Изге Яҙма уҡыу һәм уҡығандары тураһында уйланыу ярҙам иткән. Алланан ҡурҡып йәшәгән мәҙхиә йырлаусы ошолай яҙған: «Яуыздарҙың кәңәшен тотмаған... кеше бәхетле. Ул Йәһүә ҡанунынан рәхәтлек таба һәм көнө-төнө уның ҡануны тураһында уйлана... Ни генә эшләһә лә ул уңышҡа ирешер» (Зәбур 1:1—3).

Алленға эсеүен ташларға Йәһүә Шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнеү ярҙам иткән. Ул былай ти: «Әгәр Изге Яҙма һәм ундағы принциптарҙы белмәһәм, инде күптән үлгән булыр инем. Быны мин яҡшы аңлайым».

3. Тотанаҡлыҡ үҫтерегеҙ. Инжилдән белеүебеҙсә, ҡайһы бер мәсихселәр элек эскесе булған, әммә «Аллабыҙ Рухы менән» йыуылып таҙарынғандар (1 Коринфтарға 6:9—11). Рух менән йыуылыу нимә аңлата? Иң беренсе, Алланың изге рухы ярҙамында барлыҡҡа килгән сифат — тотанаҡлыҡ үҫтерергә тырышып, улар эскеселек һәм ҡоторонҡо мәжлестәрҙе туҡтатҡандар. Изге Яҙма былай тип өндәй: «Шарап эсеп иҫермәгеҙ, сөнки ул боҙоҡлоҡҡа килтерә, киреһенсә, Изге Рух менән һуғарылығыҙ» (Ефестарға 5:18; Галаттарға 5:21—23). Ғайса Мәсих: «Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға... Изге Рух бирәсәк», — тип вәғәҙә иткән. Шуға күрә «һорағыҙ — һәм һеҙгә бирелер» (Лука 11:9, 13).

Йәһүәгә яраҡлы итеп хеҙмәт итергә теләһәгеҙ, тотанаҡлыҡ сифаты үҫтерергә кәрәк. Был йәһәттән Изге Яҙма уҡыу һәм уҡығандар тураһында уйланыу, шулай уҡ Аллаға даими рәүештә ихлас доға ҡылыу ярҙам итер. Әгәр барыһы ла шунда уҡ килеп сыҡмаһа, бойоҡмағыҙ. Инжилдәге ошо вәғәҙәне онотмағыҙ: «Рух яланында сәсеүсе Рухтан мәңгелек тормош алыр. Изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ, әгәр туҡталмаһаҡ, шул саҡ уңышты ваҡытында урып алырбыҙ» (Галаттарға 6:8, 9).

4. Дуҫтарҙы дөрөҫ һайлағыҙ. «Зирәктәр менән йөрөүсе зирәк булыр, ә аҡылһыҙҙар менән аралашыусы зыян күрер» (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20). Дуҫтарығыҙға алкоголгә ҡарашығыҙ үҙгәреүе тураһында әйтегеҙ. Инжилдә, әгәр һеҙ «эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирелеүҙән» туҡтаһағыҙ, элекке дуҫтарығыҙҙың ҡайһы берҙәре ғәжәпләнер һәм һеҙҙе яманлар, тип әйтелә (1 Петр 4:3, 4). Алкоголгә һеҙҙең ҡарашығыҙҙы хөрмәт итмәгән кешеләр менән арағыҙҙы өҙөргә әҙер булығыҙ.

5. Аныҡ сиктәр ҡуйығыҙ. «Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын — нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ» (Римдарға 12:2). Үҙегеҙгә сиктәр ҡуйғанда, дуҫтарығыҙҙы йә «был донъяның йәшәү рәүешен» түгел, Алла Һүҙен иҫәпкә алығыҙ. Ләкин ниндәй сик һеҙҙең өсөн зыянһыҙ булырын нисек билдәләргә?

Үҙегеҙгә дөрөҫ баһа биреү һәм асыҡ фекер йөрөтөү һәләтен юғалтһағыҙ, тимәк, артыҡ күп эскәнһегеҙ. Шуға күрә иҫерткес эсемлек эскәндә, айыҡлыҡ менән иҫереклек араһындағы хәл, тип сик ҡуйыу аҡыллы булмаҫ ине. Һеҙгә күпме эсергә мөмкин икәнен намыҫлы итеп билдәләгеҙ. Үҙегеҙгә күп эсеүгә юл ҡуймаған аныҡ һәм етерлек кимәлдә ҡурҡынысһыҙ сиктәр ҡуйығыҙ.

6. «Юҡ» тип әйтергә өйрәнегеҙ. «Һеҙҙең „эйе“ тигәнегеҙ — „эйе“, „юҡ“ тигәнегеҙ „юҡ“ булһын» (Матфай 5:37). Әгәр ҡунаҡта булһағыҙ, йомарт, ләкин үҙҙәрен аҡылһыҙ тотҡан хужаларҙың ҡыҫтауҙарын әҙәпле итеп кире ҡағырға өйрәнегеҙ. «Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы, мауыҡтырғыс булһын, һәр кешегә нисек яуап бирергә кәрәклеген белегеҙ» (Колосстарға 4:6).

7. Ярҙам һорағыҙ. Һеҙҙең иҫерткес эсемлектәргә ҡарашығыҙҙы хөрмәт иткән һәм рухи ярҙам күрһәтә алған ышаныслы дуҫтарығыҙҙан ярҙам һорағыҙ. «Икәү булыу яңғыҙ булыуға ҡарағанда яҡшыраҡ, сөнки улар үҙ эштәре өсөн әжерен ала. Береһе йығылһа, икенсеһе иптәшенә торорға ярҙам итер. Әммә торғоҙорлоҡ кешеһе булмай тороп йығылһа, ни эшләр?» (Вәғәзсе 4:9, 10; Яҡуб 5:14, 16). Ҡушма Штаттарҙың Алкоголь менән мауығыу һәм алкоголизм буйынса милли институты ла ошоға оҡшаш кәңәш бирә: «Күп эсмәҫ өсөн үҙеңде ҡулда тотоу ауыр, шуға күрә шул маҡсатҡа ирешер өсөн туғандарығыҙҙан һәм дуҫтарығыҙҙан ярҙам эҙләгеҙ».

8. Үҙ ҡарарығыҙҙа ныҡ тороғоҙ. «Һүҙҙе тыңлап ҡына үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ, уны үтәгеҙ ҙә. Ә кем азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунды иғтибар менән тикшереп уға тоғро ҡала, ишеткәнен онотмайынса башҡара, ул кеше үҙенең эштәрендә бәхетле буласаҡ» (Яҡуб 1:22, 25).

Ауыр осраҡтарҙа

Күп эскән кешеләрҙең барыһы ла алкоголик булып китмәй. Ләкин ҡайһы берәүҙәр шул тиклем күп һәм йыш эсә, хатта алкоголизм менән ауырый башлай. Физик һәм психологик яҡтан ныҡ тәьҫир итә торған матдәләргә бәйле булғанға, ундай кешеләргә сирҙән ҡотолор өсөн ихтыяр көсө һәм рухи ярҙам ғына етмәҫ. Аллен былай тип иҫенә төшөрә: «Эсеүҙе ташлау физик яҡтан түҙә алмаҫлыҡ ауыр булды. Шул саҡта мин рухи ярҙамдан тыш медик ярҙам да кәрәк икәнен аңланым».

Алкоголизмдан ҡотолоп, был сиргә башҡа әйләнеп ҡайтмаҫ өсөн, күп кешеләргә медик ярҙам кәрәк. b Абстинент синдромды кисерер өсөн йәки иҫерткес эсемлеккә бәйлелекте еңер һәм унан бөтөнләй баш тартыр өсөн, бәлки, ҡайһы берәүҙәрҙе госпиталгә һалыу кәрәк булыр. Мөғжизәләр эшләгән Ғайса пәйғәмбәр: «Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк», — тигән (Марк 2:17).

Алланың кәңәштәре һәр ваҡыт файҙа килтерә

Изге Яҙмалағы аҡыллы кәңәштәрҙе беҙҙең мәңгелек именлек тураһында тәрән ҡайғыртҡан хаҡ Алла бирә. Аллен 24 йыл элек алкоголизмды еңгән. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Мин үҙемдең башҡа кеше була алыуым, Йәһүәнең миңә ярҙам итергә теләгәнен белгәс, бик һөйөндөм. Ул...» Үткәндәр иҫенә төшкәнгә килеп тулған күҙ йәштәрен тыйырға тырышып, ул туҡтап ҡалды. «...ул бит барыһын аңлай, һинең турала ҡайғырта, кәрәкле ярҙам бирә. Был иҫ китерлек».

Шуға күрә, әгәр һеҙҙең дә күп эсеү проблемаһы булһа, бирешмәгеҙ йә өмөт юҡ тигән нәтижәгә килергә ашыҡмағыҙ. Аллен һәм башҡа күп кешеләр һеҙҙекенә оҡшаш хәлдә булған, әммә эсеүҙе кәметкән йә эсеүҙән тулыһынса баш тартҡан. Улар быға һис үкенмәй. Һеҙ ҙә үкенмәйәсәкһегеҙ.

Шулай итеп, һеҙ саманы белеп эсә башларһығыҙмы әллә эсеүҙән бөтөнләй баш тартырһығыҙмы — ниндәй ҡарарға килеүегеҙгә ҡарамаҫтан, яратыусан Алланың ошо теләгенә ҡолаҡ һалығыҙ: «Һин минең әмерҙәремә иғтибарлы булһаң ине! Шунда тыныслығың — йылға һымаҡ, тәҡүәлегең диңгеҙ тулҡындары һымаҡ булыр ине» (Ишағыя 48:18).

[Төшөрмәләр]

a  «Мин саманы белеп эсәмме?» тигән рамканы ҡарағыҙ (8-се бит).

b Ярҙам итә алырлыҡ күп кенә дауалау үҙәктәре, больницалар һәм реабилитациялау программалары бар. «Күҙәтеү манараһы» дауалауҙың ниндәйҙер ысулдарына реклама яһамай. Һәр кеше үҙе бөтә варианттарҙы тикшереп сығырға һәм һайланған дауалау ысулының Изге Яҙма принциптарына ҡаршы килмәгәненә инанырға тейеш.

[Рамка]

 Мин саманы белеп эсәмме?

Үҙегеҙгә ошондай һорауҙар бирегеҙ:

• Мин күберәк эсә башламаныммы?

• Мин йышыраҡ эсә башламаныммы?

• Мин ҡеүәтлерәк эсемлектәр эсә башламаныммы?

• Мин стресты бөтөрөр өсөн йә проблемалар тураһында онотор өсөн эсмәйемме?

• Туғандарым йәки яҡын кешеләрем миңә күп эсеүем тураһында әйтмәйме?

• Эсеү арҡаһында эштә, өйҙә йәки ял ваҡытында проблемалар тыумаймы?

• Бер аҙна эсмәй тороу минең өсөн ауырмы?

• Башҡалар эсеүҙән баш тартҡанда, үҙемде уңайһыҙ хис итмәйемме?

• Күпме эскәнемде башҡаларҙан йәшермәйемме?

Әгәр һеҙ бер йә бер нисә һорауға «эйе» тип яуап бирһәгеҙ, бәлки, алкоголгә ҡарашығыҙҙы үҙгәртергә кәрәк булыр.

[Рамка]

Нисек аҡыллы ҡарар ҡабул итергә?

Эсер алдынан үҙегеҙгә ошондай һорауҙар бирегеҙ:

Был аҡыллы булырмы әллә баш тартыу яҡшыраҡ булырмы?

Кәңәш. Саманы белмәгән кешегә алкоголдән тыйылыу яҡшыраҡ булыр.

Күпме эсергә ярай?

Кәңәш. Норманы контролде юғалтҡанға тиклем билдәләп ҡуйығыҙ.

Ҡайһы ваҡытта эсмәҫкә?

Кәңәш. Машина йөрөтөр алдынан, иғтибар талап иткән эш алдынан, дини хеҙмәт алдынан; ауырлы булғанда йә ҡайһы бер дарыуҙар эскәндә.

Ҡайҙа эсергә ярай?

Кәңәш. Әҙәпле урындарҙа; йәшеренмәйенсә; алкоголгә ҡәтғи ҡаршы булған кешеләр булмағанда.

Кем менән эсергә ярай?

Кәңәш. Аҡыллы дуҫтар һәм туғандар менән; эсергә яратҡан кеше менән түгел.

[Рамка]

Нисек Алланың Һүҙе элекке эскесегә ярҙам иткән

Таиландта йәшәгән Супот тыйылғыһыҙ эскесе булған. Башта ул кистәрен генә эскән. Бер аҙ ваҡыттан һуң һәр иртә, ә һуңынан төшкөһөн дә эсә башлаған. Ул йыш ҡына иҫерер өсөн эскән. Бер көндө Йәһүә шаһиттары уға Изге Яҙма өйрәнеүе тәҡдим иткән, һәм ул ризалашҡан. Йәһүә Аллаға эскеселек оҡшамағанын белгәс, Супот эсеүен ташлаған, ләкин тиҙҙән ҡабат элекке ғәҙәтенә ҡайтҡан. Уның ғаиләһе бик ҡайғырған.

Шулай ҙа Супоттың Йәһүәгә яратыуы һүрелмәгән, ул Аллаға яраҡлы итеп хеҙмәт итергә теләгән. Дуҫтары Супотҡа ярҙам итеүҙәрен дауам иткән һәм туғандарын уның менән күберәк ваҡыт үткәрергә һәм өмөт юғалтмаҫҡа дәртләндергән. 1 Коринфтарға 6:10-дағы «эскеселәр...Алла батшалығына эйә була алмаясаҡ» тигән киҫәтеү тураһында уйланыу Супотҡа хәлдең етдилеген аңларға ярҙам иткән. Ул, бар көсөн һалып, был насар ғәҙәтенән ҡотолорға кәрәк икәнен аңлаған.

Был юлы Супот эсеүен бөтөнләй ташларға ныҡлы ҡарар иткән. Алланың изге рухы, Изге Яҙмалағы кәңәштәр, ғаилә һәм йыйылыш ярҙамында ул рухи яҡтан нығынған һәм эсеүенән ҡотола алған. Ул, Аллаға бағышланыуын күрһәтеп, һыуға сумдырылған саҡта уның ғаиләһе бик ныҡ шатланған! Хәҙер Супот Алла менән яҡын мөнәсәбәттәренә шатлана һәм башҡаларға рухи ярҙам күрһәтә.