КҮҘӘТЕҮ МАНАРАҺЫ (ӨЙРӘНЕҮ БАҪМАҺЫ) Ноябрь 2016 | Рухи донъяны тасуирлаған илаһи күренештәр

Был баҫмалағы өйрәнеү мәҡәләләре 2016 йылдың 26 декабренән алып 29 ғинуарына тиклем ҡараласаҡ.

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ

Рухи донъяла йәшәүселәр хаҡында һорауҙар

Дөрөҫ яуаптар табып була.

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ

Күктәрҙә йәшәүселәр тураһында күренештәр

Изге Яҙмала Йәһүә, Ғайса Мәсих һәм тоғро фәрештәләр тураһында нимә әйтелгән?

«Бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ»

Ни өсөн башҡаларҙы дәртләндереү бик мөһим? Дәртләндереү тураһында әйткәндә, Йәһүә, Ғайса Мәсих һәм Павел миҫалынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ? Һәм беҙ башҡаларҙы дәртләндереүҙә нисек уңышлы була алабыҙ?

Алла Һүҙе буйынса ойошторолғанбыҙ

Йәһүә — бөйөк Ойоштороусы. Уның хеҙмәтселәренән дә яҡшы ойошторолған булыуҙы көтөргә кәрәкме?

Һеҙ Алла Һүҙен ҡәҙерләйһегеҙме?

Алла халҡы Изге Яҙмалағы күрһәтмәләргә буйһонорға тырышып һәм Алланың ойошмаһына булышлыҡ күрһәтеп мул фатихалар ала.

Ҡараңғылыҡтан саҡырылғандар

Ниндәй мәғәнәлә б. э. II быуатынан башлап Алла халҡы рухи ҡараңғылыҡҡа сумған? Рухи яҡтылыҡ сатҡылары нисек һәм ҡасан күренә башлаған?

Улар ялған диндең әсирлегенән азат ителгән

Алла халҡы Бөйөк Вавилондың ҡыҫымынан тулыһынса ҡасан азат булған?

Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Алла, доғаларығыҙҙы тыңлап, уларға яуап бирерме?