Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Изге Яҙманы өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән был китапта төрлө темалар ҡарала. Мәҫәлән, бындай һорауҙарға яуап бирелә: ни өсөн беҙ ғазап сигәбеҙ; үлгәс, кеше менән нимә була; ғаилә тормошон нисек бәхетле итергә һәм башҡалар.

Алла беҙҙең өсөн нимә әҙерләгән?

Һеҙ, ни өсөн ерҙә проблемалар шул тиклем күп, тип аптырайһығыҙҙыр. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Алла ерҙә иҫ киткес үҙгәрештәр яһаясаҡ: яуызлыҡты, ауырыуҙарҙы һәм үлемде бөтөрәсәк.

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК

Алла кем ул?

Һеҙҙеңсә, Алла һеҙҙең хаҡта ҡайғыртамы? Уның менән танышыр өсөн һәм уның дуҫы булып китер өсөн, нимә эшләргә кәрәк икәнен белегеҙ.

ИКЕНСЕ БҮЛЕК

Изге Яҙма — Алла тарафынан бирелгән китап

Изге Яҙма шәхси ауырлыҡтарҙы хәл итергә нисек ярҙам итә ала? Ни өсөн һеҙ уның пәйғәмбәрлектәренә ышана алаһығыҙ?

ӨСӨНСӨ БҮЛЕК

Алла кешеләр өсөн нимә эшләргә теләй

Ер ожмах булып киткәс, яңы донъялағы тормош ниндәй буласаҡ?

ДҮРТЕНСЕ БҮЛЕК

Ғайса Мәсих кем ул?

Ғайсаның вәғәҙә ителгән Мәсих булыуы нимәнән күренгәне, уның ҡайҙан килгәне һәм ни өсөн Йәһүәнең берҙән-бер Улы тип аталғаны тураһында белегеҙ.

БИШЕНСЕ БҮЛЕК

Йолом — Алланың иң бөйөк бүләге

Нимә ул йолом? Ул һеҙгә ниндәй файҙа килтерә ала?

АЛТЫНСЫ БҮЛЕК

Кеше үлгәс, уның менән нимә була?

Кеше үлгәс, уның менән нимә була? Ни өсөн кешеләр үлә? Был хаҡта Изге Яҙма нимәгә өйрәтә икәнен белегеҙ.

ЕТЕНСЕ БҮЛЕК

Терелтеү буласаҡ!

Бәлки, һеҙ ҙә берәй яҡынығыҙҙы юғалтҡанһығыҙҙыр. Уны берәй ҡасан тағы күреү мөмкинме? Изге Яҙма терелтеү хаҡында нимәгә өйрәтә икәнен белегеҙ.

ҺИГЕҘЕНСЕ БҮЛЕК

Алла Батшалығы нимә ул?

Ғайса пәйғәмбәр үҙ шәкерттәрен доға ҡылырға өйрәткән. Был өлгөлө доға беҙҙең өсөн дә ҙур мәғәнәгә эйә. «Һинең Батшалығың килһен» тигән һүҙҙәр нимә аңлата?

ТУҒЫҘЫНСЫ БҮЛЕК

Был донъя менән нимә буласаҡ?

Изге Яҙма был донъя ахыры ваҡытында махсус шарттар буласаҡ тип алдан әйткән. Беҙ ошо осорҙа йәшәгәнебеҙҙе күрһәткән дәлилдәргә иғтибар итегеҙ.

УНЫНСЫ БҮЛЕК

Фәрештәләр һәм ендәр хаҡында хәҡиҡәт

Изге Яҙма фәрештәләр һәм ендәр хаҡында хәҡиҡәтте аса. Улар ысынлап та бармы? Улар беҙгә ярҙам итә йә зыян килтерә аламы?

УН БЕРЕНСЕ БҮЛЕК

Ни өсөн донъяла яуызлыҡ шул тиклем күп?

Күптәр ерҙәге бөтә бәлә-ҡазаларҙа Алланы ғәйепләй. Ә һеҙ нимә уйлайһығыҙ? Ғазаптарҙың сәбәбе хаҡында Алла һөйләгәндәрҙе белегеҙ.

УН ИКЕНСЕ БҮЛЕК

Һеҙ нисек Алланың дуҫы була алаһығыҙ?

Кешеләр үҙ тормошо менән Йәһүәне шатландыра ала. Ысынбарлыҡта, һеҙ уның дуҫы була алаһығыҙ.

УН ӨСӨНСӨ БҮЛЕК

Йәшәү бүләген ҡәҙерләгеҙ

Алла абортҡа, ҡан ебәреүгә һәм хайуандарҙың ғүмеренә нисек ҡарай?

УН ДҮРТЕНСЕ БҮЛЕК

Ғаилә бәхете нимәнән тора?

Ғайса сағылдырған яратыу ирҙәр, ҡатындар, атай-әсәйҙәр һәм балалар өсөн өлгө булып тора. Ә һеҙ унан нимәгә өйрәнә алаһығыҙ?

УН БИШЕНСЕ БҮЛЕК

Аллаға нисек дөрөҫ итеп табынырға?

Аллаға дөрөҫ итеп табынған кешеләрҙе айыра белергә ярҙам иткән алты билдәне ҡарап сығайыҡ.

УН АЛТЫНСЫ БҮЛЕК

Аллаға ул хуплағанса табынығыҙ

Ҡараштарығыҙ менән уртаҡлашҡанда һеҙҙең ниндәй ауырлыҡтарға осрауығыҙ мөмкин? Быны уларҙы рәнйетмәйенсә генә нисек эшләп була?

УН ЕТЕНСЕ БҮЛЕК

Аллаға нисек доға ҡылырға?

Һеҙ Аллаға доға ҡылғанда, ул һеҙҙе ишетәме? Быны белер өсөн доға хаҡында Изге Яҙма нимәгә өйрәтә икәнен аңларға кәрәк.

УН ҺИГЕҘЕНСЕ БҮЛЕК

Аллаға бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу нимәне аңлата?

Һыуға сумдырылыр алдынан ниндәй аҙымдар яһарға кәрәк? Ул нимәне белгертә, һәм ул нисек үтергә тейеш?

УН ТУҒЫҘЫНСЫ БҮЛЕК

Йәһүә менән дуҫлығығыҙҙы һаҡлағыҙ

Алланы яратыуыбыҙҙы һәм уның беҙҙең хаҡҡа башҡарған бөтә эштәре өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

Ҡушымталар

«Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән китаптағы һүҙҙәрҙең һәм һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһе