Төп мәғлүмәткә күсеү

ИМАНДАРЫН ӨЛГӨ ИТЕП АЛЫҒЫҘ | ИЛЬЯС

Ул ахырға тиклем сыҙам булып ҡалған

Ул ахырға тиклем сыҙам булып ҡалған

Ильяс бер яңылыҡ ишетә: Ахаб батша үлгән. Олоғайған пәйғәмбәр, үҙ уйҙарына сумып, һаҡалын һыйпаштыра. Ул күңеле менән һуңғы бер нисә тиҫтә йыл элек булған ваҡиғаларға әйләнеп ҡайта. Эйе, бик күпте кисерергә тура килде уға! Ильясҡа янанылар, уны эҙәрләнеләр, ул хатта саҡ үлмәй ҡалды — быларҙың барыһы ла Ахаб батша һәм уның яуыз ҡатыны Иезавель арҡаһында. Иезавель Йәһүәнең тоғро пәйғәмбәрҙәрен юҡ итергә бойороҡ биргән саҡта, Ахаб батша уны хатта туҡтатырға ла уйламаны. Улар ҡомһоҙлоҡ арҡаһында бергәләп бер ғәйепһеҙ Нәбүтәйҙе һәм уның улдарын үлтерергә һүҙ ҡуйышты. Һөҙөмтәлә Йәһүә Ахабҡа һәм уның бөтә династияһына Ильяс аша ғәйепләү ҡарары еткерҙе. Һәм бына хәҙер Алланың һүҙе үтәлде — Йәһүә нисек әйткән булһа, Ахаб батша тап шулай үлде (1 Батшалар 18:4; 21:1—26; 22:37, 38; 2 Батшалар 9:26).

Шулай ҙа Ильяс артабан да бирешмәҫкә кәрәклеген белә. Иезавель әле лә иҫән. Ул батша ғаиләһенә һәм бөтә Израиль халҡына насар йоғонто яһауын дауам итә. Шунлыҡтан Ильясты алда тағы ла күберәк ауырлыҡтар көтә. Шулай уҡ уға үҙенең дуҫы һәм вариҫы Елисейҙы күп нәмәгә өйрәтергә кәрәк. Әйҙәгеҙ, Йәһүә Алла Ильяс пәйғәмбәргә ҡушҡан өс йөкләмә тураһында күберәк беләйек. Беҙ был пәйғәмбәрҙең иманы нисек итеп уға бөтә ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан сыҙам булып ҡалырға ярҙам иткәнен күрербеҙ. Быны белеү беҙгә лә ошо ауыр ваҡыттарҙа иманыбыҙҙы нығытырға ярҙам итер.

Ахазыяға хөкөм хәбәре еткереү

Хәҙер Израилдә Ахаб менән Иезавелдең улы Ахазыя идара итә. Ата-әсәһенең аҡылһыҙлығынан һабаҡ алыр урынына, ул шул уҡ боҙоҡ юлдан йөрөй (1 Батшалар 22:52). Ахазыя ла, улар кеүек, ялған илаһ Ваалға табына. Ваалға табыныу унда ҡатнашыусыларҙың барыһын да юлдан яҙҙыра. Ғибәҙәтханала фәхешлек ҡылыу һәм хатта балаларҙы ҡорбанға килтереү — был табыныуҙың айырылғыһыҙ өлөшө. Нимә лә булһа Ахазыяны үҙ яуыз юлдарын ҡалдырырға күндерерме һәм халыҡҡа Йәһүәгә кире ҡайтырға ярҙам итергә этәрерме?

Көтмәгәндә йәш батша бәләгә осрай: ул өҫкө бүлмәһенең рәшәткәһе аша йығылып төшөп имгәнә. Саҡ үлмәй ҡалһа ла, ул ярҙам һорап Йәһүәгә мөрәжәғәт итмәй. Бының урынына ул, пелештиҙәр ҡалаһы Әкрүнгә хәбәрселәрен ебәреп, Ваал-зибул илаһынан, һауығырмынмы, тип һорарға ҡуша. Йәһүәнең бик ныҡ асыуы килә. Фәрештәһе аша ул Ильясҡа, теге хәбәрселәргә ҡаршы сығып, уларҙы ҡаты хөкөм хәбәре менән кире батша янына ҡайтарырға ҡуша. Ахазыя, үҙен Израилдең Аллаһы булмаған кеүек тотоп, етди гонаһ ҡыла. Шуға күрә Йәһүә, Ахазыя бер ҡасан да ятҡан урынынан тормаясаҡ, тигән хөкөм сығара (2 Батшалар 1:2—4).

Һис тә үкенмәйенсә, Ахазыя: «Һеҙгә осрап, был һүҙҙәрҙе әйткән кеше ниндәйерәк ине?» — тип аҡыра. Хәбәрселәр пәйғәмбәрҙең ябай кейемен һүрәтләп бирә, һәм Ахазыя шунда уҡ: «Был кеше... Ильяс», — ти (2 Батшалар 1:7, 8). Күҙ алдына ғына килтерегеҙ: Ильяс шул тиклем ябай йәшәгән, уны хатта кейемен һүрәтләүҙән генә лә танып булған. Уның өсөн иң мөһиме Аллаға хеҙмәт итеү булған. Ә еңел табыш хаҡында ғына уйлаған Ахазыя һәм уның ата-әсәһе тураһында иһә былай тип һис тә әйтеп булмай. Ильястың үрнәге Ғайсаның, иғтибарығыҙҙы ысынлап та ҡиммәтле булған нәмәләргә туплап ябай йәшәгеҙ, тигән кәңәше буйынса эш итергә кәрәклеген иҫебеҙгә төшөрә (Матфей 6:22—24).

Үс алырға теләп, Ахазыя, Ильясты ҡулға алыр өсөн, иллебашы етәкселегендә 50 һуғышсы ебәрә. «Тау башында * ултырған» пәйғәмбәрҙе күргәс, уларҙың башлығы тупаҫ итеп батша исеменән: «Төш әйҙә!» — тип бойора. Уға үлем язаһы иғлан иткән кеүек була был. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Ильястың «Алла кешеһе» булғанын белһәләр ҙә, был һуғышсылар оятһыҙланып уны ҡурҡыталар һәм янайҙар. Ниндәй ахмаҡлыҡ! Ильяс башлыҡҡа былай ти: «Әгәр ҙә мин Алла кешеһе икән, күктән ут төшөп, һине лә, 50 кешеңде лә йотһон». Шул саҡ Йәһүә Алланың сираты етә: күктән ут төшөп, башлыҡты ла, уның 50 кешеһен дә йота (2 Батшалар 1:9, 10). Был ваҡиғанан асыҡ күренеүенсә, хеҙмәтселәрен кәмһеткәндә һәм һанға һуҡмағанда, Йәһүә вайымһыҙ ҡалмай (1 Йылъяҙма 16:21, 22).

Ахазыя 50 һуғышсыһы менән икенсе бер башлыҡты ебәрә, ләкин быныһы тәүгеһенән дә ахмағыраҡ булып сыға. Беренсе 51 кешенең көлө, бәлки, һаман да Ильяс ултырған тауҙа ятһа ла, был башлыҡ уларҙың үлеменән бер ниндәй ҙә һабаҡ алмай. Ул тәүге башлыҡ кеүек «төш әйҙә» тип кенә әйтмәй, ә «тиҙерәк» тип тә өҫтәй! Ниндәй алйотлоҡ! Былары ла тегеләре кеүек үк үлә. Ә батша иһә барыһынан да аҡылһыҙыраҡ булып сыға. Ахазыя һуғышсыларҙың өсөнсө төркөмөн ебәрергә бойора. Бәхеткә ҡаршы, өсөнсө башлыҡ зирәк кеше була. Ул, Ильясҡа баҫалҡы ғына мөрәжәғәт итеп, үҙен һәм үҙенең кешеләрен ҡыҙғаныуын үтенә. Ильястың был баҫалҡы кешегә биргән яуабында, һис шикһеҙ, Алланың мәрхәмәтлелеге сағыла. Йәһүәнең фәрештәһе Ильясҡа был һуғышсылар менән барырға ҡуша. Ильяс уны тыңлай һәм һуңыраҡ үҙ һүҙле батшаға Йәһүә сығарған хөкөмдө ҡабатлай. Алланың һүҙе үтәлә: Ахазыя үлә. Ул ни бары ике йыл самаһы ғына идара итә (2 Батшалар 1:11—17).

Баҫалҡы башлыҡ Ильястан мәрхәмәт күрһәтеүен үтенә Ильястың баҫалҡы башлыҡҡа күрһәткән мөғәмәләһендә Йәһүәнең мәрхәмәтлелеге сағылған

Ильясҡа тиҫкәре һәм фетнәсел кешеләр араһында сыҙам булып ҡалырға нимә ярҙам иткән? Беҙҙең һәр беребеҙ, моғайын, был һорауға яуап алырға теләр ине. Яҡын кешегеҙҙең, айыҡ фекергә ҡолаҡ һалыуҙан баш тартып, үҙ һүҙләнеп яман юлдан барыуын дауам иткәне булдымы? Шул саҡтағы өмөт өҙөлөүен нисек кисереп сығырға? Һуғышсылар килгәндә, Ильястың ҡайҙа булғанын иҫкә төшөрәйек. Ул «тау башында ултырған». Уның ни өсөн унда ултырғанын беҙ белмәйбеҙ. Моғайын, ул, доға бүләген ҡәҙерләгән кеше булараҡ, ошо аулаҡ урында тыныс ҡына үҙенең яратҡан Аллаһы менән һөйләшеп алырға теләгәндер (Яҡуб 5:16—18). Ильяс кеүек, беҙ ҙә Алла менән икәүҙән-икәү генә ҡалып, уға исеме менән өндәшер һәм ҡайғы-борсолоуҙарыбыҙҙы һөйләр өсөн, даими рәүештә ваҡыт таба алабыҙ. Шул саҡта, тирә-яҡтағы кешеләр аҡылһыҙ эш итеп, һәләкәт юлынан барһа ла, беҙ бирешмәйенсә ныҡ булып ҡалырбыҙ.

Пәйғәмбәр кейемен тапшырыу

Бына Ильясҡа үҙ вазифаһын ҡалдырырға ваҡыт етә. Елисей менән Гилғалдан яҡынса 11 саҡрым йыраҡлыҡта ятҡан Бейт-Илгә китеп барғанда, Ильяс унан шунда ҡалыуын үтенә. Әммә Елисей бер ҙә икеләнмәйенсә: «Йәһүә менән һәм һинең йәнең менән ант итәм: мин һине ҡалдырмайым», — тип яуап ҡайтара. Бейт-Илгә килеп еткәс, Ильяс йәнә Елисейҙан үҙен ҡалдырыуын һорай, бер үҙенә генә Бейт-Илдән 22 саҡрым самаһы йыраҡлыҡта урынлашҡан Иерихонға барырға кәрәклеге тураһында әйтә. Ләкин Елисей тәүәккәл рәүештә шундай уҡ яуап бирә. Инде Иерихонда, Ильяс менән Елисей яҡынса 8 саҡрым алыҫлыҡтағы Иордан йылғаһына табан китеп барғанда, шундай уҡ хәл ҡабатлана. Был юлы ла йәш пәйғәмбәр ныҡ тора һәм Ильясты ҡалдырмаясағы тураһында әйтә (2 Батшалар 2:1—6).

Елисей бик мөһим сифат сағылдырған, ул да булһа — тоғро яратыу. Тап шундай яратыуҙы Нәғмиәгә ҡарата Руфь күрһәткән. Ундай мөхәббәт кемгә лә булһа даими күрһәтелә һәм бер ҡасан да һүрелмәй (Руфь 1:15, 16). Бындай сифат Алланың бөтә хеҙмәтселәренә лә кәрәк, бигерәк тә беҙҙең ваҡытта. Беҙ, Елисей кеүек, бының мөһимлеген аңлайбыҙмы?

Әлбиттә, йәш дуҫының тоғро яратыуы Ильясҡа тәьҫир итмәй ҡалмай. Шул сифатты күрһәткәнгә, Елисей Ильястың һуңғы мөғжизәһен күреү хөрмәтенә лайыҡ була. Урыны-урыны менән тиҙ ағышлы һәм тәрән һыулы Иордан йылғаһы ярында Ильяс үҙенең пәйғәмбәр кейеме менән һыуға һуға, һәм һыу ике яҡҡа айырыла! Был мөғжизәне шулай уҡ «пәйғәмбәрҙәр улдарынан иллеһе» лә күрә (2 Батшалар 2:7, 8). Был ир-аттар, күрәһең, саф ғибәҙәттә үҙ өҫтәренә етәкселек алырға әҙерләгән махсус мәктәптә уҡыған. Был мәктәптә уҡыусылар һаны үҫкән, һәм, моғайын, уларҙы өйрәтеү өсөн Ильяс үҙе яуаплы булғандыр. Ҡасандыр Ильяс үҙен илдә ҡалған берҙән-бер тоғро Алла хеҙмәтсеһе тип уйлаған. Әммә Йәһүә, тоғро хеҙмәтселәренең һаны артҡанын күрергә мөмкинлек биреп, үҙенең пәйғәмбәрен сыҙамлылығы өсөн фатихалаған (1 Батшалар 19:10).

Иордан йылғаһы аша сыҡҡас, Ильяс Елисейҙан: «Алла мине һинең яныңдан алып киткәнсе, һинең өсөн нимә эшләйем?» — тип һорай. Ильяс үҙенә китергә ваҡыт еткәнен белә. Ул йәш дуҫы алдында асылған мөмкинлектәргә көнләшмәй. Киреһенсә, Ильяс уға мөмкин булған тиклем ярҙам итергә тырыша. Елисей унан ни бары: «Миңә һиндәге рухтың икеләтә өлөшө бирелһен ине», — тип һорай (2 Батшалар 2:9). Елисей Ильястыҡына ҡарағанда ике тапҡыр күберәк изге рух биреүҙе һорамай. Ул үҙенә беренсе улға тейеш булған мираҫҡа оҡшаш мираҫ бирелеүен теләй. Ҡанун буйынса, беренсе ул мираҫтан иң ҙур, икеләтә, өлөш алған, был уға ғаилә башы булараҡ яңы вазифаларын башҡарыр өсөн кәрәк булған (Ҡанун 21:17). Ильястың рухи вариҫы булараҡ, Елисей, күрәһең, яңы вазифаһын башҡарыр өсөн үҙенә Ильясҡа хас ҡыйыулыҡ рухы кәрәклеген аңлай.

Ильяс, баҫалҡылыҡ күрһәтеп, Йәһүәне көтөргә була. Әгәр Алла Елисейға олоғайған пәйғәмбәрҙең алып кителеүен күрергә рөхсәт итһә, тимәк, Елисей һорағанын аласаҡ. Һәм бына, был ике яҡын дуҫ «юлда һөйләшеп барған арала», ғәжәйеп нәмә була! (2 Батшалар 2:10, 11).

Ильяс менән Елисейҙың дуҫлығы уларға, төрлө ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, сыҙам булып ҡалырға ярҙам иткән

Күктә сәйер яҡтылыҡ балҡып китә. Яҡынлашҡан һайын, ул яҡтыраҡ була бара. Көслө ел сыға, һәм геүләгән, һыҙғырған тауыштар ишетелә. Ниндәйҙер ғәҙәти булмаған яҡты нәмә Ильяс менән Елисейға табан йүнәлә һәм уларҙы айыра. Был ике ир, моғайын, аптырап ҡатып ҡала. Улар күргән нәмә балҡып торған утлы арба булып сыға. Ильяс үҙен алырға килгәндәрен аңлай. Ул арбаға ултырамы? Изге Яҙмала был турала бер нимә лә әйтелмәй. Һәр хәлдә, Ильяс өйөрмәнең үҙен юғарыға, болоттарға тиклем күтәреп алып китеүен һиҙә!

Елисей таң ҡалып ҡарап тора. Был иҫ китерлек мөғжизә уны Йәһүәнең үҙенә ҡыйыу Ильяс пәйғәмбәр рухының «икеләтә өлөшөн» мотлаҡ биреренә ышандыра. Ләкин Елисей был турала уйларлыҡ хәлдә түгел. Уға әле бик ауыр, сөнки ул дуҫының ҡайҙа киткәнен белмәй. Күрәһең, Елисей инде уны тағы күреренә өмөтләнмәй. Ул: «Әфәндем, әфәндем! Израиль арбаһы һәм һыбайлылары!» — тип ҡысҡыра. Ильяс күҙҙән юғалғас, Елисей ҡайғыһынан өҫтөндәге кейемен йырта (2 Батшалар 2:12).

Күккә күтәрелгән саҡта Ильяс Елисейҙың ҡысҡырғанын ишеткән микән? Илағанмы ул? Нисек кенә булмаһын, Ильяс үҙенең тоғро дуҫына ауыр ваҡыттарҙа күңелен төшөрмәҫкә һәм бирешмәҫкә ярҙам иткәне өсөн рәхмәтле булған. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә, Ильястан үрнәк алып, Алланы яратҡан һәм уның ихтыярын үтәргә теләгән кешеләр менән дуҫлашайыҡ!

Йәһүә Ильясты башҡа урынға күсергән һәм уға яңы йөкләмә биргән

Һуңғы йөкләмә

Арба Ильясты ҡайҙа алып киткән? Ҡайһы бер диндәр, Алла менән булыр өсөн ул күккә алынған, тип өйрәтәләр. Ләкин был мөмкин түгел. Быуаттар үткәс, Ғайса Мәсих үҙенә тиклем бер кемдең дә күккә күтәрелмәгәне тураһында әйткән (Яхъя 3:13). Шуның өсөн, «Ильяс көслө ел менән күккә ашты» тип уҡығанда, ниндәй күк хаҡында һүҙ барғанын асыҡларға кәрәк (2 Батшалар 2:11). Изге Яҙмала «күк» тигән һүҙ Йәһүә йәшәгән урынды ғына түгел, ә шулай уҡ болоттар йөҙгән һәм ҡоштар осҡан тура мәғәнәләге күкте лә аңлата (Зәбур 147:8). Ильяс тап шул күккә күтәрелгән дә инде. Ләкин һуңынан уның менән нимә булған?

Йәһүә үҙенең тоғро пәйғәмбәрен күршеләге Йәһүҙә батшалығына күсергән һәм яңы йөкләмә биргән. Изге Яҙманан белеүебеҙсә, ете йылдан ашыу ваҡыт үткәндән һуң, Ильяс һаман да пәйғәмбәр булып хеҙмәт иткән. Ул ваҡытта Йәһүҙәлә яуыз Иорам батша идара иткән. Ул Ахаб менән Иезавелдең ҡыҙына өйләнгән, тимәк, был ғаилә һаман да Алла халҡына насар йоғонто яһаған! Йәһүә Алла Ильясҡа, хат яҙып, батшаға хөкөм ҡарары иғлан итергә ҡушҡан. Пәйғәмбәр алдан әйткәнсә, Иорам яфаланып үлгән. Унан да бигерәк, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ул үлгәс, һис кем ҡайғырмаған (2 Йылъяҙма 21:12—20).

Ильяс һәм Иорам — ни тиклем ныҡ айырылып торған был ике кеше! Ильястың ҡасан һәм нисек үлеүе хаҡында беҙгә бер нәмә лә билдәле түгел. Әммә, һис шикһеҙ, уның үлеме Иорамдыҡы кеүек хурлыҡлы булмаған. Иорам үлгәс, хатта берәү ҙә иламаған, ә Ильясты дуҫы Елисей бик һағынған. Әлбиттә, башҡа тоғро пәйғәмбәрҙәр ҙә уны юҡһынған. Йәһүә үҙе яҡынса мең йылдан һуң Ильясты элеккесә ҡәҙерләүен күрһәткән: ул Улының ҡиәфәте мөғжизәле рәүештә үҙгәргән ваҡытта уның образын ҡулланған (Матфей 17:1—9). Һеҙ, Ильястан өлгө алып, теләһә ниндәй ҡаршылыҡтарҙы еңерлек иман үҫтерергә теләр инегеҙме? Улайһа Алланы яратҡан кешеләр менән дуҫлашығыҙ, үҙ тормошоғоҙҙо рухи нәмәләргә туплағыҙ һәм Аллаға ысын күңелдән доға ҡылығыҙ. Ҡайғыртыусан Йәһүә Аллабыҙҙың йөрәгендә мәңгегә урын алыуығыҙҙы теләйбеҙ!

^ 6 абз. Ҡайһы бер Изге Яҙма белгестәре, Ильяс Кармил тауында — Алла бер нисә йыл элек уға Ваал пәйғәмбәрҙәре өҫтөнән еңеү биргән тауҙа ултырған, тип уйлайҙар. Ләкин Изге Яҙмала уның ниндәй тау булыуы асыҡланмай.