Төп мәғлүмәткә күсеү

ТӘБИҒӘТ МӨҒЖИЗӘЛӘРЕ

Еләк-емеш себененең күҙ эйәрмәҫ етеҙлеге

Еләк-емеш себененең күҙ эйәрмәҫ етеҙлеге

 Себенде һуғып үлтерергә маташҡан һәр кем бының анһат мәсьәлә түгел икәнен бик яҡшы белә. Себен теләһә ниндәй дошмандан да йәшен тиҙлегендә ялтана ала!

 Ғалимдар әйтеүенсә, себендәрҙең бер төрө — еләк-емеш себене — дрозофила (Drosophila) хәрби самолет кеүек киҫкен боролоштар яһай ала, әммә уларҙан айырмалы рәүештә, ул бер миҙгелдә йүнәлешен үҙгәртергә һәләтле! «Улар тыумыштан уҡ оҫта оса белә! — тип һөйләй Майкл Дикинсон исемле профессор. — Был яңы ғына тыуған сабыйҙы, истребитель штурвалы артына ултыртһаң, шунда уҡ уның менән оҫта идара итә башлауына тиң».

 Ғалимдар, дрозофиланың төрлө фигуралар яһап осоуын төшөрөп алып, уның бер секунд эсендә 200 тапҡыр ҡанат ҡағыуын асыҡлаған. Ҡурҡыныстан ҡасҡан саҡта йүнәлеште үҙгәртер өсөн уға ҡанатын ни бары бер генә елпеү ҙә етә икән.

 Ә себендең реакцияһы хаҡында нимә әйтергә була? Ғалимдар асыҡлауынса, себендең реакцияһы күҙ йомоп алыуҙан 50 тапҡыр тиҙерәк. «Себендәр, шунда уҡ ҡатмарлы иҫәпләүҙәр яһап, ҡурҡыныстың ҡайҙан килеүен һәм ҡайһы яҡҡа янтайырға кәрәклеген билдәләй», — тип аңлата Дикинсон.

 Ғалимдар, себендең остоҡ ҡына мейеһе нисек итеп шундай иҫәпләүҙәр яһай ала икән, тип баш вата.

Хәүеф һиҙеп ҡалған еләк-емеш себене йүнәлешен шул уҡ миҙгелдә үҙгәртә ала

 Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Еләк-емеш себене дрозофиланың һәләте — эволюция һөҙөмтәһеме? Әллә Барлыҡҡа килтереүсенең ижад емешеме?