ҒАИЛӘ ӨСӨН ЯРҘАМ
Асыуҙы нисек йүгәнләргә?
Һеҙҙең тормош иптәшегеҙ үпкәләтерлек нимәлер әйтә йә эшләй, ә һеҙ асыуығыҙҙы күрһәтмәҫкә тырышаһығыҙ. Ләкин һеҙҙең икенсе яртығыҙ көсөргәнешлек һиҙә һәм, эштең ниҙә икәнен аңларға теләп, күңел ҡылығыҙҙы сиртеп ҡарай. Был тағы нығыраҡ йәнегеҙҙе көйҙөрә. Асыуҙан шартларлыҡ хәлгә еткәндә, ярһыуҙы нисек тыйырға?
Нимәне белергә кәрәк?
Асыуға юл ҡуйып, һеҙ һаулығығыҙға зыян килтерәһегеҙ. Тикшеренеүҙәрҙән күренгәнсә, асыуҙы тыймау ҡан баҫымы күтәрелеү, йөрәк ауырыуҙары, депрессия һәм аш һеңдереү менән бәйле проблемалар барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын бермә-бер арттыра. Асыу шулай уҡ йоҡоһоҙлоҡҡа, сиктән тыш борсолоуға, тире ауырыуҙарына һәм йөрәк өйәнәгенә килтерә. Изге Яҙмала: «Асыуыңды тый... был тик зыян ғына килтерергә мөмкин», — тип юҡҡа ғына әйтелмәгән (Зәбур 37:8, төшөрмә).
Асыуҙы баҫыу ҙа зыян килтерә. Асыу һаҡлап йөрөһәгеҙ, ул, ауырыу һымаҡ, һеҙҙе эстән ашай башлай. Мәҫәлән, һеҙ әҙәпһеҙ һәм тәнҡитсел кеше булып китә алаһығыҙ. Әгәр һеҙҙә ундай рух тамыр ебәрһә, һеҙҙең менән татыу йәшәүе ауыр буласаҡ, ә был никахығыҙға етди зыян килтерә ала.
Нимә эшләргә була?
Тормош иптәшегеҙҙең яҡшы яҡтарын күрергә тырышығыҙ. Уның һеҙҙе һоҡландырған өс сифатын яҙып ҡуйығыҙ. Икенсе яртығыҙға асыуығыҙ килгән саҡта, шул өс сифатты иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Был һеҙгә асыуға бирелмәҫкә ярҙам итер.
Изге Яҙмалағы принцип: «Рәхмәтле булығыҙ!» (Колосстарға 3:15).
Ғәфү итергә өйрәнегеҙ. Тәүҙә бөтә нәмәгә лә тормош иптәшегеҙ күҙлегенән ҡарарға тырышығыҙ. Шулай итеп һеҙ уның хистәрен яҡшыраҡ аңларға өйрәнерһегеҙ, Изге Яҙмала был кеше хәленә инеү тип атала (1 Петр 3:8, ЯДТ). Шунан үҙегеҙҙән: «Был эш мин ғәфү итә алмаҫлыҡ дәрәжәлә етдиме ни?» — тип һорағыҙ.
Изге Яҙмалағы принцип: «Үпкә тотмау уны [кешене] күркәм итә» (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:11).
Хистәрегеҙҙе игелекле, ипле итеп белдерегеҙ. Үҙ тойғоларығыҙ тураһында һөйләгеҙ. Мәҫәлән, «һин минең турала бөтөнләй уйламайһың. Шылтыратып, ҡайҙа икәнлегеңде лә әйтмәнең», тиәһе урынға, «мин һинең өсөн борсолдом, сөнки ваҡыт һуң. Башҡа төрлө уйҙар килә», тип әйтеү яҡшыраҡ булыр. Хистәрегеҙҙе йомшаҡ итеп белдерһәгеҙ, асыуығыҙҙы ҡулда тота алырһығыҙ.
Изге Яҙмалағы принцип: «Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы... булһын» (Колосстарға 4:6).
Хөрмәт менән тыңлағыҙ. Хистәрегеҙ тураһында һөйләп бөткәс, икенсе яртығыҙға ла үҙ фекерен әйтергә мөмкинлек бирегеҙ. Бүлдермәй тыңлағыҙ. Тормош иптәшегеҙ әйтеп бөткәс, уны дөрөҫ аңлағанығыҙҙы күрер өсөн, уның һүҙҙәрен яңынан һөйләп сығығыҙ. Кешене иғтибар менән тыңлау һеҙгә ҡыҙып китмәҫкә һәм асыуығыҙға ирек бирмәҫкә ҙур ярҙам булыр.
Изге Яҙмалағы принцип: «Һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй... булһын» (Яҡуб 1:19).