Төп мәғлүмәткә күсеү

ҒАИЛӘ ӨСӨН ЯРҘАМ

Балалар менән иҫерткес эсемлектәр тураһында нисек һөйләшергә?

Балалар менән иҫерткес эсемлектәр тураһында нисек һөйләшергә?

 «Ҡыҙыбыҙ менән алкоголь тураһында беренсе тапҡыр уға алты йәш булғанда һөйләштек. Ғәжәп, ләкин ул был турала беҙ уйлағандан шаҡтай күберәк белә ине» (Александр).

 Нимә белергә кәрәк?

 Балалар менән иҫерткес эсемлектәр тураһында һөйләшеү бик мөһим. Балағыҙҙың үҫмер ҡорона ингәнен көтмәгеҙ. «Улыбыҙ менән алкоголь тураһында бала сағында уҡ һөйләшмәүебеҙгә үкенәбеҙ, — ти Рәсәйҙән Хәмит. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бының ни тиклем мөһим икәнен бик һуң аңланыҡ. Улыбыҙҙың инде 13 йәшендә бик йыш эсеүе асыҡланды».

 Ни өсөн бер нәмә лә эшләмәү ҡурҡыныс?

  •   Балағыҙҙың алкоголгә ҡарашына синыфташтары, реклама һәм телевизор тәьҫир итергә мөмкин.

  •   Сирҙәрҙе контролдә тотоу һәм иҫкәртеү үҙәге (АҠШ) мәғлүмәттәре буйынса, Ҡушма Штаттарҙа алкоголь эсеүселәрҙең 11 процентын балиғ булмаған балалар тәшкил итә.

 Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге белгестәрҙең ата-әсәләргә балаларын алкоголь ҡулланыуҙың ҡурҡыныс яҡтары тураһында бәләкәй саҡтан уҡ иҫкәртергә кәңәш итеүе бер ҙә ғәжәп түгел. Быны нисек эшләргә?

 Нимә эшләп була?

 Балағыҙҙың һорауҙарына яуап бирергә әҙер булығыҙ. Бәләкәй балалар ҡыҙыҡһыныусан, ә үҫә төшкәс, уларҙың һорауҙары тағы ла күбәйә. Шуға күрә был һорауҙарға нисек яуап биререгеҙҙе алдан уйлау яҡшы булыр ине. Мәҫәлән:

  •   Балағыҙ алкоголдең тәме тураһында белергә теләһә, шараптың тәме әсе еләк-емеш һутына оҡшаш, ә һыра тағы ла әсерәк, тип әйтергә була.

  •   Балағыҙ иҫерткес эсемлекте тәмләп ҡарарға теләһә, уның балалар организмы өсөн зыянлы булыуы тураһында әйтә алаһығыҙ. Алкоголдең тәьҫире хаҡында һөйләгеҙ: ул тәндәге көсөргәнеште кәметә, ләкин артығын эсһәң, баш әйләнә, кешенең аҡылһыҙ эш итә башлауы һәм һуңынан үкенерлек һүҙҙәр әйтеүе ихтимал (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:29—35).

 Үҙегеҙ мәғлүмәт туплағыҙ. Изге Яҙмала: «Алдын-артын уйлаусы кеше белемгә таянып эш итә», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:16). Алкоголь ҡулланыу тураһында мәғлүмәт йыйығыҙ, илегеҙҙә ҡабул ителгән закондар һәм рөхсәт ителгән нормалар хаҡында хәбәрҙар булығыҙ. Шул саҡта һеҙ балағыҙға ярҙам итергә әҙер булырһығыҙ.

 Һөйләшеүҙе үҙегеҙ башлағыҙ. «Балалар алкоголь тураһында һөйләшергә уңайһыҙланырға мөмкин, — ти Бөйөк Британиянан Марк. — Мин һигеҙ йәшлек улымдан, иҫерткес эсемлектәр эсеү яҡшымы йә насармы, тип һораным. Беҙ көсөргәнешһеҙ, иркен һөйләштек, һәм был уға үҙ фекерен асыҡтан-асыҡ әйтергә ярҙам итте».

 Алкоголь тураһында ҡат-ҡат һөйләшһәгеҙ, балағыҙ был һорауҙы яҡшыраҡ аңлар һәм үҙләштерер. Балағыҙҙың йәшенә ҡарап, алкоголь ҡулланыу тураһында башҡа мөһим һорауҙар, мәҫәлән, юлдағы хәүефһеҙлек һәм енестәр араһындағы мөнәсәбәттәр кеүек һорауҙар менән бер рәттән фекер алышығыҙ.

 Үрнәк күрһәтегеҙ. Балалар, губка һымаҡ, күргән-ишеткәндәренең барыһын да һеңдерә. Тикшеренеүҙәрҙән күренгәнсә, барыһынан да нығыраҡ уларға ата-әсәләре тәьҫир итә. Мәҫәлән, әгәр тынысланыр һәм стрестан арыныр өсөн һеҙгә мотлаҡ эсергә кәрәк икән, балағыҙ, алкоголь бөтә проблемаларҙан ҡотҡара, тип уйлар. Шуның өсөн яҡшы үрнәк күрһәтегеҙ: алкоголь ҡулланыуға яуаплы ҡарағыҙ.

Алкоголь ҡулланыуға килгәндә, балағыҙ һеҙҙән үрнәк ала