Төп мәғлүмәткә күсеү

ҒАИЛӘ ӨСӨН ЯРҘАМ

Балаға уңышһыҙлыҡтарҙы кисереп сығырға нисек ярҙам итеп була?

Балаға уңышһыҙлыҡтарҙы кисереп сығырға нисек ярҙам итеп була?

 Иртәме-һуңмы, балағыҙ уңышһыҙлыҡтарға осрар. Уға шундай ваҡыттарҙы кисереп сығырға нисек ярҙам итеп була?

 Нимә белергә кәрәк?

 Уңышһыҙлыҡтар — тормошобоҙҙоң өлөшө. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, беҙ «күп хаталар яһайбыҙ» (Яҡуб 3:2). Был балаларға ла ҡағыла. Әммә уңышһыҙлыҡтарҙың яҡшы яғы ла бар: улар беҙҙе стрестан тиҙ сыға белергә өйрәтә. Күпселек балалар был сифат менән тыумай, әммә улар уны үҫтерә ала. Лора исемле әсәй кеше былай ти: «Беҙ иребеҙ менән шуны аңланыҡ: балаларға уңышһыҙлыҡтарҙы ҡабул итергә ярҙам итеү мөһим. Улар уңышһыҙлыҡтарҙы кисереп сығырға өйрәнергә тейеш. Шул саҡта, эштәр улар теләгәнсә бармаһа, улар бирешеп бармаҫ».

 Күп балалар уңышһыҙлыҡтарҙы еңеп сыға белмәй. Ҡайһы бер балалар уңышһыҙлыҡтарға дөрөҫ ҡарай белмәй, сөнки ата-әсәләр уларҙы һәр ҡайһы яуаплылыҡтан һаҡларға тырыша. Мәҫәлән, бала мәктәптә насар билдә алһа, ҡайһы бер ата-әсәләр уйлап та тормайынса уҡытыусыны ғәйепләй. Ә бала дуҫы менән ирешһә, улар шунда уҡ баланың дуҫын ғәйепләй.

 Эйе, әгәр ата-әсә баланы бөтә хаталарының эҙемтәләренән яҡлап торһа, бала нисек яуаплы булырға өйрәнһен инде?

 Нимә эшләп була?

  •   Балағыҙға эштәрҙең эҙемтәләре бар икәнен аңларға ярҙам итегеҙ.

     Изге Яҙмала: «Кеше ни сәсһә, шуны ура», — тиелгән (Галаттарға 6:7).

     Эйе, һәр эш нимәгәлер килтерә. Берәй әйберҙе боҙһаң, түләргә кәрәк. Хата менән шулай уҡ. Бала «сәбәп һәм һөҙөмтә» принцибын аңларға һәм тыуған хәл өсөн уның да яуаплылығы бар икәнен тойорға тейеш. Шуға күрә баланы һәр ваҡыт аҡлау, ә башҡаларҙы ғәйепләү дөрөҫ булмаҫ. Ата-әсә, баланың йәшен иҫәпкә алып, уға үҙ эштәренең эҙемтәләрен тейешле кимәлдә татырға бирә ала. Әлбиттә, шундай ваҡытта бала үҙенең насар эше менән уның эҙемтәләре араһында бәйләнеш барлығын яҡшы аңларға тейеш.

  •   Балағыҙға тыуған хәлде сисергә ярҙам итегеҙ.

     Изге Яҙмала бындай принцип килтерелгән: «Тәҡүә кеше, ете тапҡыр йығылһа ла, яңынан торор» (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:16).

     Уңышһыҙлыҡ ныҡ күңелһеҙләндерә ала, ләкин бының менән донъя бөтмәй. Балағыҙға, уңышһыҙлыҡҡа йә ғәҙелһеҙлеккә зарланыу урынына, киләһе тапҡыр был хатаны нисек ҡабатламаҫҡа икәне тураһында уйланырға ярҙам итегеҙ. Мәҫәлән, улығыҙ мәктәптә насар билдә алһа, уға ситуацияны нисек ҡулға алып була икәнен күрһәтегеҙ: киләсәктә шундай хаталар эшләмәҫ өсөн тырышыбыраҡ уҡырға кәрәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:4). Ә ҡыҙығыҙ әхирәте менән асыуланышһа, уға шул хаҡта уйланып алырға ярҙам итегеҙ: кем генә ғәйепле булмаһын, ҡыҙығыҙ татыулашыр өсөн беренсе булып аҙым яһай ала (Римдарға 12:18; 2 Тимофейға 2:24).

  •   Балағыҙҙы тыйнаҡ булырға өйрәтегеҙ.

     Изге Яҙмалағы принцип: «Һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса... айыҡ фекер йөрөтөгөҙ» (Римдарға 12:3).

     Балағыҙға, һин барыһынан да яҡшыраҡ, тип әйтеү уға айыҡ ҡараш һаҡларға ҡамасаулар һәм файҙа килтермәҫ. Хатта бишкә уҡыған балалар ҙа һәр ваҡыт иң яҡшы билдәләр алмай. Спортҡа һәләтле булған балалар ҙа гел еңеүсе булмай. Үҙе тураһында сиктән тыш күпте уйламаған бала уңышһыҙлыҡтарҙы һәм еңелеүҙәрҙе еңелерәк кисереп сығыр.

     Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ауырлыҡтар беҙҙе көслө һәм сыҙам итә (Яҡуб 1:2—4). Шуға күрә, уңышһыҙлыҡтар күңелде төшөрһә лә, балағыҙға ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам итегеҙ.

     Баланы стрестан тиҙ сыға белергә өйрәтеү, башҡа һәләттәргә өйрәтеү һымаҡ, көс һәм ваҡыт талап итә. Әммә, балағыҙ үҫмер булып киткәс, тырышлыҡтарығыҙҙың емештәре күренер. Бер китапта былай тиелгән: «Ауырлыҡтарҙы хәл итергә өйрәнгән үҫмерҙәр, ғәҙәттә, стресс кисергәндә аҡылһыҙлыҡ эшләп бармай. Яңы һәм көтөлмәгән хәлдәрҙә улар бирешмәй һәм нисек эш итергә кәрәклеген белә» («Letting Go With Love and Confidence»). Әлбиттә, ауырлыҡтарҙы хәл итә белеү уларға ҙурайғас та бик файҙалы булыр.

 Кәңәш. Яҡшы үрнәк күрһәтегеҙ. Шуны иҫтә тотоғоҙ: уңышһыҙлыҡтарға осрағанда үҙегеҙҙе нисек тотаһығыҙ, балағыҙ ҙа үҙен шулай тотор.