ҒАИЛӘ ӨСӨН ЯРҘАМ | БАЛА ТӘРБИӘЛӘҮ
Балаларығыҙҙы рәхмәтле булырға өйрәтегеҙ
Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, рәхмәтле кешеләр бәхетлерәк, уларҙың һаулығы нығыраҡ, ауырлыҡтарҙы еңелерәк кисерәләр һәм уларҙың ысын дуҫтары күберәк. Социаль психолог Роберт Эммонс әйтеүенсә, рәхмәтле булыу «кешене көнләшеүҙән, үпкә тотоу, ҡомһоҙлоҡ һәм асыуҙан — психикаға кире йоғонто яһаған бөтә нәмәнән һаҡлай» a.
Рәхмәтле булыу балаларға ниндәй файҙа килтерә? 700 үҫмер ҡатнашҡан дүрт йыллыҡ тикшеренеү бына нимә күрһәтте: рәхмәтле балалар араһында имтиханда күсереүселәр, наркотик ҡабул итеүсе, иҫерткес эсемлектәрҙе күп эсеүсе һәм башҡалар менән конфликтҡа инеүселәр шаҡтай аҙыраҡ булған.
Барыһы ла миңә бурыслы, тип уйлау рәхмәт хисен үлтерә. Күп балалар башҡаларға рәхмәт әйтергә кәрәк тип уйламай, сөнки башҡалар уларға яҡшы нәмәләр эшләргә тейеш, тип һанай. Әгәр бала бөтә нәмә уға хаҡлы рәүештә бирелергә тейеш тип уйлай икән, ул рәхмәтле булмаясаҡ.
Бөгөн бындай ҡараш киң таралған. «Был донъя конвейерҙағы кеүек рәхмәтһеҙ кешеләрҙе сығара. Улар теләгән бөтә нәмәне килтер ҙә һал, — ти Кэтрин исемле бер әсәй кеше. — Телевидение һәм интернет төрлө тауарҙарға реклама яһай һәм: „Быларҙы беренсе булып алырға һинән башҡа кем лайыҡлы булһын?“ — тигән фекерҙе көсләп таға».
Хатта бәләкәй балаларҙы ла рәхмәтле булырға өйрәтеп була. Кайе исемле әсәй кеше былай ти: «Балалар бөтә нәмәне тиҙ үҙләштерә. Улар әле бәләкәй саҡта яҡшы ғәҙәттәр үҫтерергә ярҙам итегеҙ. Был ғәҙәттәр йәш ағасҡа төҙ булып үҫергә ярҙам иткән терәү буласаҡ».
Балаларҙы рәхмәтле булырға нисек өйрәтергә?
Рәхмәтлекте һүҙҙәр менән белдерергә өйрәтегеҙ. Хатта бәләкәй генә бала ла үҙенә бирелгән бүләк йә эшләнгән яҡшылыҡ өсөн рәхмәт әйтергә өйрәнә ала. Үҫә төшкәс, ул аңлы рәүештә башҡаларҙың йомартлығын баһаларға һәм рәхмәт белдерергә өйрәнер.
Изге Яҙманан принцип: «Рәхмәтле булығыҙ» (Колосстарға 3:15).
«Беҙҙең өс йәшлек ейәнебеҙ „рәхмәт“ тигән һүҙҙе әйтергә бик ярата һәм, берәр нәмә һораһа, аҙаҡтан һәр ваҡыт „зинһар“ тип әйтә. Ул быға үҙенең ата-әсәһенән өйрәнде. Улар уны үҙ үрнәге менән рәхмәт белдерергә өйрәтте, сөнки улар һәр ваҡыт бер-береһенә һәм башҡаларға рәхмәт әйтә» (Джеффри).
Рәхмәтлекте эштәр менән күрһәтергә өйрәтегеҙ. Әгәр берәйһе балағыҙға бүләк бирһә, уны, рәхмәт белдереп, открытка яҙырға дәртләндерегеҙ. Шулай уҡ балағыҙға өйҙәге эштәрҙе эшләргә ҡушығыҙ. Шулай итһәгеҙ, ул өйҙә тәртип булдырыу өсөн күп көс һалырға кәрәк икәнен аңлар.
Изге Яҙманан принцип: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» (Ғәмәлдәр 20:35).
«Беҙҙең ике үҫмер балабыҙ беҙгә меню төҙөргә, ашарға әҙерләргә һәм өйҙәге башҡа эштәрҙе эшләргә ярҙам итә. Шуға күрә улар өйҙә тәртип булдырыу өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы ҡәҙерләргә өйрәнә. Һәм беҙҙең улар өсөн эшләгән нәмәләрҙе, шулай булырға тейеш, тип ҡабул итмәй» (Беверли).
Балағыҙға рәхмәтлек хисе үҫтерергә ярҙам итегеҙ. Рәхмәтлек — ул яҡшы тупраҡта үҫкән сәскә. Рәхмәтлек өсөн яҡшы тупраҡ — баҫалҡылыҡ. Баҫалҡы кеше үҙенең башҡаларҙың ярҙамына мохтаж икәнен таный, шуға күрә үҙенә күрһәтелгән һәр ярҙам өсөн рәхмәтле була.
Изге Яҙманан принцип: «Күндәм булып башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ. Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә түгел, башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрһен» (Филиптарға 2:3, 4).
«Ҡайһы саҡта беҙ төшкө аш ваҡытында „Кем нимә өсөн рәхмәтле“ тигән уйын уйнайбыҙ. Һәр беребеҙ сиратлап кемгә һәм ни өсөн рәхмәт әйтергә теләгәнен һөйләй. Шулай итеп беҙ ыңғай фекер йөрөтөргә, кире нәмәләр тураһында уйламаҫҡа һәм үҙебеҙ тураһында әҙерәк уйларға өйрәнәбеҙ» (Тамара).
Кәңәш: Үрнәк күрһәтегеҙ. Әгәр балағыҙ һеҙҙең уға һәм башҡа кешеләргә рәхмәт әйткәнегеҙҙе һәр ваҡыт ишетһә, рәхмәтле булырға тиҙерәк өйрәнер.
a «Рәхмәт! Рәхмәтлек нисек һеҙҙе бәхетлерәк итә ала» тигән китаптан (Thanks! How Practicing Gratitude Can Make You Happier).