Төп мәғлүмәткә күсеү

ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ

Ата-әсәнең ышанысын нисек яуларға?

Ата-әсәнең ышанысын нисек яуларға?

 Нимә белергә кәрәк?

 Үҙеңә ышаныуҙарын теләһәң, ышанысҡа лайыҡ икәнеңде күрһәт. Ата-әсәйеңдең ҡушҡандарын үтәү банкка бурыс ҡайтарыу менән бер. Һин ата-әсәйеңде тыңларға бурыслы. «Бурысыңды» ҡайтарыуҙа ни тиклем ышаныслы булһаң, һиңә шул тиклем күберәк «кредит», йәғни ирек бирелер. Икенсе яҡтан, ышанысҡа лайыҡ булмаһаң, ата-әсәйеңдең «ышаныс кредиты» кәмей барғанына бер ҙә ғәжәпләнмә.

 Ышаныс яулар өсөн ваҡыт кәрәк. Ата-әсәйеңдең күберәк ирек биреүен теләһәң, яуаплы кеше булыуыңды күрһәт.

 ТОРМОШТАН АЛЫНҒАН МИҪАЛ. «Үҫмер сағымда ата-әсәйемдең минән нимә талап иткәнен яҡшы белә инем, шуға күрә тыңлаусан булып ҡыландым, ләкин йәшерен генә үҙем теләгәнде эшләнем. Ахыр сиктә ата-әсәйем миңә ышанмай башланы. Бер аҙ ваҡыт үткәс, шуны аңланым: күберәк ирек бирелеүен теләһәң, алдашма. Һиңә ышанһындар өсөн, үҙең ышаныслы кеше бул» (Крейг).

 Нимә эшләп була?

 Ҡыйын булғанда ла, дөрөҫөн һөйлә. Бөтә кеше лә хаталана, ләкин хатаңды йәшерер өсөн ата-әсәйеңде алдау йәки ҡайһы бер факттарҙы әйтмәй ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ ине. Юҡһа, уларҙың ышанысын бөтөнләй юғалтыуың бар. Һәм киреһенсә, бер нәмәне лә йәшермәй һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйләһәң, ата-әсәйең һинең үҙ ғәйебеңде таный белеүеңде күрер. Ә ундай кешегә ышанып була.

 «Һиңә хаталар яһағанға түгел, ә уларҙы йәшергәнгә ышанмай башларҙар» (Анна).

 Изге Яҙмала былай тиелә: «Беҙ... һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә тырышабыҙ» (Еврейҙарға 13:18).

  •   Уйлан: ата-әсәйең һинән, ҡайҙа йыйынаһың, тип һорағанда, һин бер нәмә лә йәшермәй дөрөҫөн әйтәһеңме? Йәки улар, ҡайҙа булдың, нимә эшләнең, тип һораһа, бер нәмәне лә әйтмәй ҡалдырмайһыңмы?

 Яуаплы бул. Ата-әсәйең урынлаштырған ҡағиҙәләргә буйһон. Өйҙәге вазифаларыңды оҙаҡҡа һуҙмай башҡар. Бер ҡайҙа ла һуңламаҫҡа тырыш. Уҡыуҙа тырыш бул. Өйгә ваҡытында ҡайт.

 «Әгәр ҙә ата-әсәйең һине дуҫтарың менән ебәрһә һәм сәғәт туғыҙҙа өйҙә булырға ҡушһа, ә һин ун беренсе яртыла ҡайтһаң, икенсе тапҡыр дуҫтарың менән йөрөп алырға рөхсәт итерҙәр, тип көтмә. Үҙең ғәйепле!» (Райан).

 Изге Яҙмала былай тиелә: «Һәр кем үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш бит» (Галаттарға 6:5).

  •   Уйлан: өйгә ваҡытында ҡайтаһыңмы? Өйҙәге вазифаларыңды нисек үтәйһең? Ғаиләләге ҡағиҙәләрҙе, бигерәк тә үҙеңә оҡшамағандарын тотаһыңмы? Һинең репутацияң ниндәй?

 Түҙемле бул. Ата-әсәйеңдең ышанысын юғалтһаң, уны кире ҡайтарыр өсөн ваҡыт кәрәк булыр. Көтөргә тура килер.

 «Бер аҙ үҫә төшкәс, ата-әсәйем миңә күберәк ирек бирер, тип уйлағайным. Ләкин улай булманы, һәм мин бик күңелһеҙләндем. Хәҙер үҫеп етеү һәм өлгөрөп етеү бер үк нәмә түгел икәнен аңланым. Мин ата-әсәйемдән ышаныс яулар өсөн мөмкинлек биреүҙәрен һораным. Күпмелер көтөргә тура килде, әммә барыһы ла килеп сыҡты! Мин ышаныслы булыу йәшеңә түгел, ә эштәреңә бәйле икәнен аңланым» (Рейчел).

 Изге Яҙмала былай тиелә: «Һеҙҙең арағыҙҙа ҡайһығыҙ аҡыллы һәм аңлы? Ул быны баҫалҡылығы һәм аҡыл менән ҡылған ғәмәлдәре аша игелекле тормошонда күрһәтһен» (Яҡуб 3:13).

  •   Уйлан: ата-әсәйеңдең ышанысын яулар йәки кире ҡайтарыр өсөн, һин нимә эшләй алаһың?

 КӘҢӘШ. Бер ҡайҙа ла һуңламаҫҡа, өйҙәге вазифаларыңды еренә еткереп башҡарырға, ваҡытында ҡайтырға маҡсат ҡуй. Был турала ата-әсәйеңә әйт һәм уларҙан ышаныстарын яулар өсөн үҙеңдә нимәне үҙгәртергә кәрәклеге тураһында һора. Шунан, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «элекке кешенең бығаса алып барған йәшәү рәүешенән баш тарт» (Ефестарға 4:22). Бер ҙә шикләнмә, ата-әсәйең уңыштарыңды күрмәй ҡалмаҫ!