Төп мәғлүмәткә күсеү

ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ

Ни өсөн атай-әсәйем миңә бер нәмә лә рөхсәт итмәй?

Ни өсөн атай-әсәйем миңә бер нәмә лә рөхсәт итмәй?

 Ял көндәрендә дуҫтарың күңел асып алырға ниәтләй һәм һине лә саҡыра. Һин атай-әсәйеңдән рөхсәт һорайһың һәм, ғәҙәттәгесә, «юҡ» тигән яуап ишетәһең. Һин быға һис тә аптырамайһың: улар башҡа яуап бирә белмәй ҙә кеүек.

Был мәҡәләлә

 Ни өсөн атай-әсәйем гел «юҡ» тип яуап бирә?

 Атай-әсәйеңдән нимә тураһында ғына һораһаң да, улар «юҡ»тан башҡаны белмәй кеүек тойолорға мөмкин. Әйтерһең дә, улар һинең күңелле итеп ваҡыт үткәреүеңде теләмәй.

 Мари́ исемле ҡыҙ ҙа, уға беренсе телефон һатып алғандан һуң, шундай уҡ хистәр кисергән. Ул былай тип һөйләй: «Атайым: „Быны йөкләмә, был кешеләр менән яҙышма, ошо ваҡыттан һуң ултырма“, — тип, шунда уҡ күп нәмәгә тыйыу һалды, ә дуҫтарыма иһә телефонда бөтә нәмә лә рөхсәт ителә ине!»

 Ошо хаҡта уйлан. Мариҙың атаһы ысынлап та ҡыҙының ваҡытты яҡшы итеп үткәреүен теләмәйме? Әллә уның борсолоуҙарына икенсе сәбәп бармы?

Тиҙлекте сикләү ниндәйҙер дәрәжәлә һинең ирегеңде сикләй, әммә шул уҡ ваҡытта ул фажиғәнән һаҡлай. Атай-әсәйең урынлаштырған ҡағиҙәләр хаҡында ла шуны уҡ әйтергә була

 Былай эшләп ҡара: күҙ алдыңа килтер, һин үҙең атай-әсәй, ти. Үҫмер балаңдың мобиль телефоны булһа, һин нимә хаҡында борсолор инең? Һин ниндәй ҡағиҙәләр урынлаштырыр инең? Әгәр балаң һине, бер ни ҙә рөхсәт итмәйһең, тип ғәйепләһә, һин уға сикләүҙәрҙең сәбәбен нисек аңлатыр инең?

 «Атайым һәр ваҡыт миңә: „Үҙеңде минең урынға ҡуйып ҡара“ — ти торғайны. Мин шулай эшләнем һәм ҡағиҙәләрҙең ысынлап та кәрәк икәнен, уларҙы үтәүҙе атайым юҡҡа ғына талап итмәй икәнен аңланым. Әгәр минең балаларым булһа, мин дә уларҙан атайым минән нимә талап итә, шуны уҡ талап итер инем» (Таня).

 Атай-әсәйем «эйе» тип әйтһен өсөн, нимә эшләргә?

 Былай эшләмә. Турһайып, асыуланма, ризаһыҙлыҡ белдереп, бәхәсләшмә.

 «Ҡысҡырып, бер нигә ирешә алмаҫһың, киреһенсә, атай-әсәйеңде лә, үҙеңде лә йонсоторһоң ғына. Бәхәсләшә башлаһаң, балалыҡтан сығып өлгөрмәгәнеңде күрһәтерһең һәм атай-әсәйең һиңә күберәк ирек биреү әле иртәрәк тип уйлар» (Ричард).

 Былай эшләһәң, яҡшыраҡ булыр: атай-әсәйеңә шунда уҡ яуап бирмә. Был хәлгә уларҙың күҙлегенән ҡарарға тырыш. Проблема ысынында нимәлә? Улар һиңә ышанып етмәйме, әллә уларҙы һинең ҡайҙа барыуың йә кем менән ваҡыт үткәреүең борсоймо? Ниңә был хаҡта атай-әсәйең менән тыныс ҡына һөйләшеп алмаҫҡа? Шул саҡта һин уларҙың уй-фекерен аңларһың.

 «Ғәҙәттә, һәр ҡағиҙә яҡшы ниәттән урынлаштырыла. Атай-әсәйемдең мине тормоштағы бөтә шатлыҡтан мәхрүм итеү теләге юҡ, әлбиттә. Улар тик күңел асҡандан һуң, миндә үкенес тойғоһо булмаһын, тип теләй» (Айви).

 Изге Яҙманан принцип: «Ахмаҡ әҙәм асыуына ирек бирер, аҡыллы әҙәм уны тыйып торор» (Ғибрәтле һүҙҙәр 29:11).

 Былай эшләмә. Атай-әсәйеңдән йәшереп, үҙеңсә эш итмә.

 «Мин атайымдың телефон ҡулланыуыма ҡағылышлы талаптарын урап үтергә булдым. Дуҫтарым менән һуңға ҡәҙәр аралашыу һәм атайым тыйыу һалған ҡушымталарҙы йөкләү ысулдарын эҙләнем. Атайым был хаҡта һәр ваҡыт белеп ҡала ине. Һөҙөмтәлә, тыйыуҙар арта барҙы, ә атайымдың миңә ышанысы кәмей барҙы. Шул саҡ мин алдауҙың яҡшылыҡ килтермәгәнен аңланым» (Мари).

 Былай эшләһәң, яҡшыраҡ булыр: атай-әсәйеңдең талаптарын үтәргә әҙер булғаныңды һәм уларҙың ышанысын яуларға теләгәнеңде күрһәт.

 «Сабыр бул. Атай-әсәйең ҡуйған талаптарын тиҙ генә үҙгәртә һалмаҫ. Әммә бар талаптарҙы ла үтәгәнеңде күреп, улар тора-бара һиңә күберәк ирек бирә башларға мөмкин» (Мелинда).

 Изге Яҙманан принцип: «Балалар, бөтә нәмәлә лә ата-әсәләрегеҙҙе тыңлағыҙ» (Колосстарға 3:20).

 Былай эшләмә. Башҡа балаларға ата-әсәләре бөтә нәмәне лә рөхсәт итә, тип атай-әсәйеңә баҫым яһама.

 «Үҙ тигәнеңдә торорға ныҡышыу яҡшыға килтермәҫ, һин бер нәмәгә лә ирешә алмаҫһың» (Натали).

 Былай эшләһәң, яҡшыраҡ булыр: «Ҡағиҙәләр тураһында фекер алышыу» тигән схеманы (тат.) ҡулланып, атай-әсәйең менән ошо һорау хаҡында һөйләш.

 «Атай-әсәй беҙҙең аҡыллы фекер йөрөтөүҙе күрергә теләй. Шуға күрә мин атай-әсәйем менән һөйләшкәндә хистәремде тыйырға тырышам. Фекеремде эҙмә-эҙлекле аңлатып биргәндә, улар минең үтенесемә ҡаршы килмәй» (Джозеф).

 Изге Яҙманан принцип: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» (Эфестарға 6:2).