ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ
Ҡайғыны нисек кисереп сығырға?
Әгәр яңыраҡ һинең яҡын туғаның йә дуҫың үлгән булһа, был мәҡәлә һиңә ҡайғыңды кисереп сығырға ярҙам итер.
Был мәҡәләлә
Минең хистәрем тәбиғиме?
Күптәр яҡын кешеһе үлгәндән һуң ныҡ ҡайғыра һәм ауыр хистәрҙән оҙаҡ интегә.
«Мин ҡартатайым хаҡында көн дә уйлайым. Ул үлгәнгә инде ике йыл үтһә лә, уның тураһында һөйләгәндә, һәр ваҡыт илайым» (Оливия).
«Өләсәйем мине ҡуйған маҡсаттарыма ынтылырға дәртләндереп торҙо. Әммә ул үлгәнгә тиклем мин уларға ирешеп өлгөрмәнем. Берәй маҡсатыма өлгәшкән һайын, өләсәйем минең менән бергә ҡыуана алмағанына бик ҡайғырам» (Элисон).
Яҡынын юғалтҡан кеше төрлө хистәр кисерә. Бына бер нисә миҫал.
«Бабайым үлгәндә мин шок кисерҙем һәм оҙаҡ ваҡыт шул хәлдә йөрөнөм. Мин яҡын кешемдең үлеме менән беренсе тапҡыр осраштым һәм үҙемде поезд тапап киткәндәй хис иттем» (Надин).
«Ҡартатайым үлгәс, мин уға асыуландым, сөнки беҙ уға әйтеп торһаҡ та, ул һаулығы хаҡында ҡайғыртманы» (Карлос).
«Ҡартатайым үлгәндә апайым менән мин генә уның эргәһендә булманыҡ. Уның менән тейешенсә хушлаша алмағаныма һуңынан ғәйеп хисе тойҙом» (Эйдриана).
«Беҙҙең менән дуҫ булған бер пар аварияла һәләк булды. Бынан һуң яҡындарымдың берәйһе өйҙән сыҡҡанда, ул үлер тип ҡурҡа торғайным» (Джаред).
«Өс йыл элек өләсәйем үлгәс, мин уның менән әле иҫән сағында күберәк ваҡыт үткәрмәгәнемә ныҡ үкендем» (Джулианна).
Яҡын кешебеҙҙе юғалтҡанда шок, асыу, ғәйеп, ҡурҡыу һәм үкенеү һымаҡ хистәр кисереү тәбиғи. Әммә ваҡыт үтеү менән был хистәр яйлап баҫылыр. Ә әлегә һиңә нимә ярҙам итер?
Ауыр хистәрҙе нисек еңергә?
Күңелеңде дуҫыңа бушат. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ысын дуҫҡа «бәхетһеҙлеккә осрағанда... таянып була» (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17). Әгәр ҙә берәйһенә хистәрең тураһында һөйләһәң, был һиңә ярҙам итә ала.
«Яҡыныңды юғалтҡанда ҡайғырыу — тәбиғи хәл. Әммә бер үҙең генә ҡайғырғанда, һине ауыр уйҙар солғап алырға мөмкин. Шуға күрә был турала берәйһе менән һөйләшеп алыу мөһим» (Иветт).
Яҡын кешеңде иҫеңдә тот. Изге Яҙмала: «Яҡшы кеше яҡшылыҡ тулы күңеленән яҡшылыҡ алып сыға», — тип әйтелә (Лука 6:45). Үлгән яҡының менән бәйле хәтирәләреңде яҙып ҡуй йәки хәтирәләр альбомы эшлә.
«Мин дуҫымдан нимәгә өйрәнгәнем хаҡында яҙып ҡуйырға булдым һәм хәҙер уның үрнәге минең өсөн тере. Шулай эшләү миңә юғалтыу менән бәйле хистәрҙән арынырға ярҙам итте» (Джеффри).
Һаулығың хаҡында ҡайғырт. Изге Яҙмала физик күнегеүҙәрҙең файҙаһы бар тип әйтелә (1 Тимофейға 4:8). Яҡшы туҡланырға, спорт менән шөғөлләнергә һәм етерлек ял итергә тырыш.
«Ҡайғырғанда айыҡ фекер йөрөтөү ауыр. Шулай ҙа һаулығың тураһында онотма. Яҡшы туҡлан һәм йоҡоңдо туйҙыр» (Мария).
Башҡаларға ярҙам ит. Изге Яҙмала: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», — тип әйтелә (Ғәмәлдәр 20:35).
«Башҡаларға, бигерәк тә һинең кеүек яҡындарын юғалтҡандарға ярҙам итергә тырыш. Был һиңә башҡаларҙың да ғазап сиккәнен онотмаҫҡа ярҙам итер» (Карлос).
Хистәрең тураһында Аллаға һөйлә. Изге Яҙмала Йәһүә Алла «Доғаларҙы тыңлаусы» тип атала (Зәбур 65:2). Шулай уҡ унда бындай һүҙҙәр ҙә бар: «Китек күңеллеләрҙе ул һауыҡтыра, уларҙың яраларын бәйләй» (Зәбур 147:3).
«Йәһүәнән ярҙам һәм көс биреүен һора. Ҡайһы ваҡыт айырыуса ауыр булырға мөмкин, әммә Йәһүәнең һәр ваҡыт яныңда булыуын онотма» (Дженетт).
Үҙеңдән күпте көтмә. Һәр кеше ҡайғыны үҙенсә кисерә. Мәҫәлән, Изге Яҙмала Яҡуптың миҫалы килтерелә. Уға улының үлеме хаҡында әйткәндәр. Яҡындары уны йыуатырға тырышһа ла, ул тыныслана алмаған (Башланмыш 37:35). Шуға күрә ҡайғың оҙаҡ баҫылмаһа, бирешмә.
«Ике туған өләсәйем 15 йыл элек үлһә лә, ваҡыт-ваҡыт нимәлер уны иҫкә төшөрөп тора» (Тейлор).
Күҙ алдына килтер, һин аяғыңды һындырғанһың, ти. Ул һыҙлай һәм һынған ере тиҙ арала төҙәлмәй. Ләкин шул ваҡытта һин табиптарҙың кәңәштәрен тыңларға һәм организмыңа төҙәлергә ярҙам итергә тейешһең.
Яҡыныңдың үлеме — был етди травма. Күңел яралары төҙәлһен өсөн ваҡыт кәрәк. Шуға күрә түҙемле бул. Ошо мәҡәләләге кәңәштәр өҫтөндә уйлан һәм һинең өсөн айырыуса файҙалы булғандарын билдәләп ҡуй.