Төп мәғлүмәткә күсеү

ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ

Үҙ выжданыңды нисек тәрбиәләргә?

Үҙ выжданыңды нисек тәрбиәләргә?

 Выжданды һин нимә менән сағыштырыр инең?

  •   GPS-навигатор менән.

  •   Көҙгө менән.

  •   Дуҫ менән.

  •   Хөкөмсө менән.

 Дүрт варианттың барыһы ла дөрөҫ. Ошо мәҡәләне уҡы, һәм ни өсөн шулай икәнен белерһең.

 Выждан нимә ул?

 Выждан — ул яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға ярҙам итеүсе эске тойғо. Изге Яҙмала выждан йөрәккә яҙылған закон менән сағыштырыла. (Римдарға 2:15). Дөрөҫ тәрбиәләнгән выждан ҡылған эштәрҙе йә ҡылырға йыйынған эштәрҙе дөрөҫ баһаларға ярҙам итә.

  •   Выждан GPS-навигатор кеүек — ул дөрөҫ юлды күрһәтә һәм проблемаларға юлыҡмаҫҡа ярҙам итә.

  •   Выждан көҙгө кеүек — ул һинең ысынында ниндәй кеше икәнеңде күрһәтә һәм һинең әхлаҡи принциптарыңды сағылдыра.

  •   Выждан яҡшы дуҫ кеүек — ул һиңә яҡшы кәңәш бирә ала, уның кәңәшенә ҡолаҡ һалыу мөһим.

  •   Выждан хөкөмсө кеүек — насар эш ҡылһаң, ул һине ғәйепләй.

Өйрәтелгән выждан һиңә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер

 Һығымта. Выждан — яҡшы иптәш, ул: 1) дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә, шулай уҡ 2) хаҡлы булмаһаң, быны танырға һәм һиңә үҙгәрергә ярҙам итә.

 Ни өсөн выжданды тәрбиәләргә кәрәк?

 Изге Яҙма: «Выжданығыҙ саф булһын», — тип саҡыра (1 Петер 3:16, ЯДТ). Тәрбиәләмәйенсә, выжданды саф килеш һаҡлап булмай.

 «Элек мин атай-әсәйемә ҡайҙа булғанымды дөрөҫ әйтмәй, уларҙы алдай инем. Баштараҡ выжданым мине борсой торғайны, һуңыраҡ мин быға тынысыраҡ ҡарай башланым» (Дженнифер).

 Шулай ҙа ахыр сиктә Дженнифер выждан тауышына ҡолаҡ һалған. Ул ата-әсәһенә дөрөҫөн һөйләп биргән һәм башҡаса уларҙы алдамаған.

 Әйҙәгеҙ, уйлап ҡарайыҡ: ни өсөн Дженниферға выждан тауышына элегерәк иғтибар итергә кәрәк ине?

 «Ике төрлө тормош алып барыу күп проблема тыуҙыра һәм стресҡа дусар итә. Бары бер генә тапҡыр выждан ҡушыуына буйһонмай насар эш ҡылһаң да, бының ғәҙәткә инеп китеүе ихтимал» (Мэтью).

 Ҡайһы берәүҙәрҙең выжданы шул тиклем тупаҫланған, хатта улар уны бар тип тә белмәй. Изге Яҙмала шундайҙар хаҡында былай тиелгән: «Намыҫтарын юғалтып... боҙоҡлоҡтар ҡыла» (Эфестарға 4:19).

 Әйҙәгеҙ, уйлап ҡарайыҡ: выждан ғазабын кисермәгән кешеләргә ысынлап та йәшәүе еңелерәкме? Иртәме-һуңмы ундайҙар ниндәй проблемалар менән осрашыр?

 Һығымта. Выжданың дөрөҫ эш итһен өсөн, уны «яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға» өйрәтергә кәрәк (Еврейҙарға 5:14).

 Үҙ выжданыңды һин нисек тәрбиәләй алаһың?

 Выжданды «көйләп ебәрер» өсөн, үҙеңә дөрөҫ йүнәлеш бирә алырлыҡ берәй өлгө һайларға кәрәк. Ҡайһы берәүҙәрҙең фекеренсә, был өлгө нимә тәьҫирендә барлыҡҡа килә?

  •   ғаилә һәм мәҙәниәт,

  •   тиҫтерҙәр,

  •   танылған кешеләр.

 Әммә иң яҡшы өлгө — ул Изге Яҙма нормалары. Һәм был бер ҙә ғәжәп түгел, сөнки Изге Яҙма бит «Алла тарафынан рухландырылған». Барлыҡҡа килтереүсебеҙ булараҡ, ул беҙҙе нисек бәхетле итергә икәнде теүәл белә (2 Тимәтигә 3:16).

 Бер нисә миҫал ҡарап китәйек.

 ЭТАЛОН: «Беҙ... һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә тырышабыҙ» (Еврейҙарға 13:18).

  •   Әгәр һиндә контроль эш ваҡытында берәйһенән күсереү, ата-әсәңде алдау йә ни ҙә булһа урлау теләге тыуһа, ошо принцип һинең выжданыңа нисек тәьҫир итә ала?

  •   Үҙеңде һәр саҡ дөрөҫ эш итергә өндәп торған выждан һиңә хәҙер һәм алдағы тормошоңда ниндәй файҙа килтерер?

 ЭТАЛОН: «Фәхешлектән ҡасығыҙ» (1 Кәринттәргә 6:18).

  •    Порнография ҡарау йә никахҡа инмәгән килеш берәйһе менән яҡынлыҡ ҡылыу ҡотҡоһо тыуһа, ошо принцип һинең выжданыңа нисек тәьҫир итә ала?

  •    Енси боҙоҡлоҡтан ҡасырға өндәп торған выждан хәҙер һәм алдағы тормошоңда һиңә ниндәй файҙа килтерер?

 ЭТАЛОН: «Бер-берегеҙгә ҡарата игелекле, шәфҡәтле булығыҙ, Алла һеҙҙе Мәсих аша кисергән кеүек, бер-берегеҙҙе кисерегеҙ» (Эфестарға 4:32).

  •   Әгәр дуҫың йә ғаиләңдәге берәй туғаның менән асыуланышһаң, ошо принцип һинең выжданыңа нисек тәьҫир итә ала?

  •   Игелекле һәм киң күңелле булырға өндәп торған выждан хәҙер һәм алдағы тормошоңда һиңә ниндәй файҙа килтерер?

 ЭТАЛОН: «Йәбер-золом яратыусы һәр кемде ул [Йәһүә Алла] нәфрәт итә» (Зәбур 11:5).

  •   Фильмдар, видеоуйындар һәм телетапшырыуҙар һайлағанда, ошо принцип һинең выжданыңа нисек тәьҫир итә ала?

  •   Көс ҡулланыу һәм рәхимһеҙлекте хуплаған күңел асыуҙарҙан ҡасырға өндәп торған выждан хәҙер һәм алдағы тормошоңда һиңә ниндәй файҙа килтерер?

 ТОРМОШТАН АЛЫНҒАН ОСРАҠ: «Дуҫтарым ҡанһыҙ видеоуйындар уйнай торғайны, улар ыңғайына мин дә мауығып киттем. Атайым мине ундай уйындар уйнауҙан тыйҙы, әммә мин иптәштәремә барғанда барыбер уйнай инем. Быны йәшереп йөрөһәм дә, атайым, ниҙер һиҙенеп, минең өсөн борсолоуын белдерҙе, мин иһә, барыһы ла һәйбәт, тинем. Һәм бына бер мәл Зәбур 11:5-тәге һүҙҙәрҙе күреп ҡалдым. Уҡығас, миңә оят булып китте һәм ҡанһыҙ видеоуйындар уйнамаҫҡа булдым. Миңә ҡарап, тағы бер дуҫым был зыянлы шөғөлдө ташларға булды» (Джереми).

 Әйҙәгеҙ, уйлап ҡарайыҡ: Джеремиҙың выжданы ҡасан уянған, һәм Джереми уға ҡасан ҡолаҡ һалған? Был осраҡ һине нимәгә өйрәтә?

 Һығымта. Выжданыбыҙ асылда ниндәй кеше булыуыбыҙҙы һәм беҙҙең өсөн ысынында нимә мөһим икәнен күрһәтә. Ә һинең выжданың үҙең хаҡында нимә һөйләй ала?